18.02.2019 Атайҙарға
…Йоҡлай ауыл. Төн күҙҙәрен
йомған.
Тик бер өйҙә генә ут яна.
Өй эсендә яман тауыштарҙан
Апай менән һеңле уяна.
– Тор әле, тор! Атай эсеп
ҡайтҡан,
Шым! Илама, һеңлем, илама!
Бөгөн тағы күршеләргә инеп,
Унда ҡунабыҙҙыр, эй Алла!
Мин бит әйттем һиңә:
“Сисенмәй ят,
Ҡайҙа быйма, ҡайҙа башлығың?
Нисәнсе көн әсәй-йәнем әйтә:
“Суҡынмай ҙа, әҙәм аҡтығы!”
– Ҡурсағымды алайыммы, апай?
Атай уны күрһә, йәберләр.
Ә нимә һуң “әҙәм аҡтығы” –
Насар кеше мәллә ул берәй?
Атай насар түгел, ҡурсаҡты ла
Тыуған көнгә бүләк итте ул.
Ни өсөндөр ул көн өйҙә ҡалмай,
Йән дуҫтары менән китте ул.
– Һин бар, һеңлем, тәҙрә аша
ғына,
Сыҡҡаныңды атай күрмәһен.
Күршеләргә тиҙ-тиҙ генә атла,
Ингәнеңде бер кем белмәһен.
Ишек шаҡып торма, тәҙрәгә бар,
Атай эсеп ҡайтҡан, тиерһең.
– Асмаһалар, ҡайҙа барайым
һуң?
– Һыйыр абҙарына инерһең...
... Нисәнсе көн шулай ҡабатлана,
Нисәнсе төн йортта ҡунмай бала.
Иркәләнеп ятыр саҡтарында
Тертләп уяна ла, йоҡлай алмай
ҡала.
Ҡыҙ ни уға, ул ни инде уға,
Атайлығы – ташҡа үлсәрлек.
Бар бәхете бер шешәгә һыйған,
Шатлығы ла башҡа үлсәмле.
Нишләүең был, атай, ир-егеттәр,
Ҡайҙа һеҙҙең ирлек, ғорурлыҡ?!
Юҡмы ни һуң һеҙҙә тамсы ла көс
Был дошманға ҡаршы торорлоҡ?
Уянығыҙ! Алыҫ бабайҙар бит
Яуҙарҙа ла башын эймәгән.
Арағыҙҙа ҡалды микән әле
Шул шайтанға йәнен бирмәгән?
Милләтемдең ҡото, күрке бит һеҙ,
Айыҡ атай, айыҡ улдарым!
Һиңә ҡарап ниндәй өлгө ала
Ғәзиз ҡыҙың, ғәзиз улдарың?!
...Йоҡлай ауыл. Төн күҙҙәрен
йомған.
Бар тирә-яҡ ҡупшы биҙәнгән.
Атай биреп тора, ҡыҙҙар элә –
Ҡыуанышып шыршы биҙәйҙәр...