12.02.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)
* * *
Бер ҡыҙ – әхирәтенә:
– Кисә күҙ табибында булдым.
– Шунан, нимә тине?
– Алфавитты өйрәнергә ҡушты.
* * *
– Һин кем булып эшләйһең?
– Ландшафт дизайнеры!
– Компьютерҙамы?
– Юҡ. Бульдозерҙа.
* * *
– Отпускығыҙҙы нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?
– Выжыйт!
* * *
– Сибәр туташ, һеҙгә ниндәй ҡәһүә килтерәйем?
– Хуш еҫле, башты әйләндерерлек, мине иләҫләндерерлек, илертерлек булһын.
– Лутсы араҡы ғына килтерәйем дә ҡуяйым!
* * *
Яңы өйләнешкән пар һөйләшә.
Ир:
– Ҡәҙерлем, иҫеңдә тот, әгәр ҙә эштән ҡайтҡанда түбәтәйем уңға ҡыйшайып торһа, тимәк, мин асыулы тигән һүҙ. Һулға ҡыйшайып торһа, кәйефем һәйбәт, мин һинең өсөн барыһын да эшләргә әҙер булырмын.
Ҡатыны:
– Һин дә иҫеңдә тот: әгәр ҙә мин ике ҡулымды ла тубыҡтарыма һалып ултырам икән, тимәк, минең кәйефем яҡшы, тәмле ашым менән һыйлаясаҡмын. Әгәр ҙә ике ҡулым да билемдә икән – һинең түбәтәйең ҡайһы яҡҡа ҡырынайып тора, унда минең эшем юҡ!
* * *
Бер әхирәт – икенсеһенә:
– Мине ирем ғүмер буйы бер ҡулында ғына күтәреп йөрөтөргә вәғәҙә бирҙе.
– Һүҙендә торамы һуң?
– Юҡ.
– Ни эшләп?
– Сөнки мин уның елкәһенә менеп ултырҙым.