RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Таҡмаҡ» бәйгеһе тамам!

22.01.2011 «Таҡмаҡ» бәйгеһе тамам!

ҡасандыр «Йәшлек» гәзите башлап ебәргән таҡмаҡсылар бәйгеһе, башҡа матбуғат баҫмаларын урап, яңынан үҙ ояһына ҡайтты. Тиҫтә йылдан һуң һүҙ оҫталарын, йор һүҙлеләр­ҙе, төртмә теллеләрҙе, халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе, үҙебеҙсә әйткәндә, таҡмаҡсыларҙы былтыр яңынан үҙебеҙҙең ҡорға, гәзит битенә йыйҙыҡ. Йөҙгә яҡын һүҙ оҫтаһы редакция тәҡдим иткән темаларға үҙ ижад емештәрен ебәрҙе. Дүрт темаға дүрт том, йәки 6 – 7 мең тирәһе таҡмаҡ йыйылды. Байлыҡ, оло байлыҡ был рух, сәнғәт һәм ижад, илһам тигәндең ни икәнен аңлаған кешегә! Район, ауылдар буйлап блокнот, магнитофон тотоп йыйып йөрөһәң дә был тиклем байлыҡҡа эйә булып булмайҙыр әле. Рәхмәт һеҙгә, таҡмаҡсылар!
Бәйгенең маҡсаты ябай, хатта девиз кеүек ине, ул былайыраҡ яңғыраны:
Кризис тип, аҡса юҡ тип,
Үгеҙҙәй үкермәйек!
Таҡмаҡ әйтеп, төрткөләшеп,
Күңелде күтәрәйек.
Маҡсатҡа ирештек, буғай. Төрткөләшеп, көлөшөп кенә ҡалманыҡ, башҡорттоң, республикабыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге хаҡындағы тос фекерҙәребеҙҙе, борсо­лоу­ҙарыбыҙҙы таҡмаҡ теленә һалып, милләттәштәребеҙ йөрәгенең иң нескә ҡылдарын да сирттек. Бер райондан бер ағай хатында: «Һеҙҙең перепись хаҡындағы таҡмаҡтарығыҙҙы уҡып, бик уйландым. Мотлаҡ үҙемде тамырҙарым буйынса башҡорт тип яҙҙырасаҡмын. ҡыҙыҡ, таҡмаҡ менән дә уйлатып, илатып була икән кешене...» – тип яҙып ебәргән. Был һеҙҙең ижадҡа баһа түгелме ни, таҡмаҡсылар?! ҡыҫҡаһы, көлдөрҙөк тә, уйландырҙыҡ та, хатта уңайһыҙ хәлгә лә ҡалдырҙыҡ. Баймаҡ тарафтарынан килгән бер хат:
«Таҡмаҡ» бәйгеһендә ҡатнашып, һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ бер хәлгә тарыным. Сираттағы «Хәсбиямал, ҡайҙа киттең...» тигән юлдарҙы ҡулланып, үҙемсә, заманса ауыл ҡатындарын күҙ алдына килтереп яҙҙым таҡмаҡтарымды. Әмәлгә ярағандай, бер туған ҡәйенбикәм (Сибайҙа йәшәй), иремдең апаһы ла Хәсбиямал исемле. Әлбиттә, уны ҡаласа Ямал тип кенә йөрөтәләр ҙә бит... Берәү уға, бына, киленең һинән көлөп, гәзиткә таҡмаҡ сығарып яҙып ебәргән, тип, «Йәшлек» гәзитен тоттороп китә. Бик асыулана ҡәйенбикәм, көйәләнә, үпкәләй. Беҙҙең ауылдан һөт һатыр­ға барған бер апай аша миңә ҡарата үпкәһен белдерергә була. Ярай әле ауылдашым, «Йәшлек»те даими алдырып уҡыусы булараҡ, хәлде аңлата. Гәзиттә барған конкурс тураһында әйттем, ти. Белмәйем, уға ҡарата һис кенә үпкәм дә, насар уйым да булмаған ҡәйенбикәм ышандымы-юҡмы? Бына шунан ышанмай ҡара инде матбуғаттың, ташҡа баҫылған һүҙҙең көсөнә?! Ҙур ихтирам менән һеҙҙе «Ленинсы» булып сыҡҡандан бирле уҡып барыусы Гөлзифа исемле фәҡирегеҙ».
ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, ә беҙгә бар Хәсбиямал исемле гүзәл заттарыбыҙҙан ғәфү үтенергә ҡала.
Ә хәҙер иң күп тас йыйыусы таҡмаҡсылар – Ләлә ҒҮМӘРОВА, Фәнүзә БИКТИМЕРОВА (Әбйәлил районы), Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА (Архангел), Нәтижә ВАХИТОВА (Хәйбулла), Люциә БАЙНАЗАРОВА (Стәрлебаш), Сажиҙә БИЛАЛОВА (Бөрйән), Илһам ЛАТИПОВ (ҡыйғы), Гөлсирә ШАФИҡОВА (Мәсетле), Гөлшат РӘХМӘТУЛЛИНА (Күгәрсен), Таһир ЛАТИПОВ (Өфө ҡалаһы) «Таҡмаҡ – 2010» бәйгеһенең еңеүсеһе тип билдәләнә һәм «Йәшлек» гәзитенең Маҡтау ҡағыҙы һәм, әлбиттә, эсе буш булмаған тас менән бүләкләнә. Ә инде төп бүләк – кәритә тулы ҡымыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре фекеренә ярашлы, Йәғәфәр ЙӘНӘЛИНҒА (Баймаҡ) тапшырыла. Әйткәндәй, былтыр декабрь айында «Йәшлек» үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын Өфөлә, Конгресс-холда, киң билдәләне. Бәйгелә еңеүселәребеҙ – Әбйәлилдең йор һүҙ оҫталары Ләлә Ғүмәрова менән Фәнүзә Биктимерова, беҙҙең саҡырыу буйынса Өфөгә килеп, оло сәхнәлә сығыш яһап, тамашасылар­ҙың һөйөүен яулап ҡайтты. Баҫып алҡышлап, сәхнәнән сығармай бер булдылар үҙҙәрен. Әбйәлилгә дуҫтарыбыҙҙы тас (һүҙ ҙә юҡ, буш түгел) биреп оҙатып ҡалдыҡ. Хәҙер рәхәтләнеп мунсала йыуыналарҙыр инде...
Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе һеҙҙең тарафтарға юл төшкәндә лә индереп сығырбыҙ, үҙегеҙ баш ҡалаға сәфәр ҡылһағыҙ, редакцияға инеп, беҙҙең хәлде белеп сығырға онотмағыҙ. ҡыҫҡаһы, тағы ла осрашҡанға тиклем.

Йыл буйы һеҙҙең таҡмаҡтарҙы
уҡып кинәнеүсе Мөнир ҡУНАФИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)