RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

10.02.2019 «Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Михаил Царев исемендәге Рәсәй премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор һәм педагог Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы ҠАСИМОВАНЫҢ тормошонда Мостай Кәрим ҙур роль уйнаған кеше. Яҙыусы үҙенең “Ғүмер миҙгелдәре” китабында Фәрдүнә ханымды йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Башҡорт театр сәнғәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, бик күп актерға белем биргән шәхес үҙенең замандашы хаҡындағы иҫтәлектәре менән бүлешә.

“Мин, әлбиттә, Башҡортостанда йәш, талантлы һәм өмөтлө шағир Мостай Кәрим барлығын гәзит-журналдарҙан уҡып белә инем. Мәскәү ҡалаһына, Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтына уҡырға ингәс, беҙ, студенттар, яҡташ шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙарға йыш йөрөнөк. Улар араһында йыш ҡына Мостай Кәрим дә була торғайны. Әммә беҙгә ул осорҙа яҡындан танышырға насип булманы.

Институтты тамамлағас, яҙмы­шымды Ҡабарҙы-Балҡар ере менән бәйләнем: Нальчик ҡала­һында йәшәүсе егеткә кейәүгә сығып, Рус театрында эш башланым. Һәр премьераға йөрөгән Ҡайсын Кулиев менән таныштыҡ, ул үҙ сиратында Мостай ағай менән ос­рашҡанда минең турала һөйләгән. Шунан бирле уның аша яҡташым сәләмдәр һәм үҙенең китаптарын ебәрә башланы.

1964 йылдың йәйе, беҙ ижад миҙгелен ябып, репетицияларға ғына йөрөгән мәл. Бер көндө Ҡайсын Кулиев мине вахтаға саҡыртып, Мостай Кәримдең ҡатыны менән юл фажиғәһенә осрап, Тырныауз дауаханаһында ятыуҙарын хәбәр итте. Мин шунда уҡ шағир менән ҡатынының хәлен белешергә юлландым. Яҡ­таштарым Ҡабарҙы-Балҡар рес­публикаһының бөйөк шәхесе, шағир Али Шогенцуковтың хәтер кисәһенә килгән икән. Дуҫтары менән Эльбрус тауына сәйәхәттән ҡайтып килгәндә ҡазаға осрайҙар. Биш ҡатлы йорт тәрәнлегендәге тарлауыҡҡа төшөп китә яҙған ерҙән шофер рулде бора һәм машина ағасҡа бәрелә. Ауыр йәрәхәт алған Роза апай, ҡуҙғатырға ярамағас, Тырныауз дауаханаһында ҡалдырылған. Баштан-аяҡ бинтҡа уралған (башында ғына 15 йөй һалынған), аяҡ-ҡулы гипста. Тәүҙә ҡаушап, хатта ҡурҡып ҡалдым.
– Роза апай, хәлең нисек? – тип һорағайным, ҡулымды ҡыҫып алды. Башҡорт теле уға шулай тәьҫир итте. Мостай ағайҙың, бәхеткә күрә, йәрәхәте ауыр түгел ине, шулай ҙа бер аҙҙан уны Наль­чик дауаханаһына тикшереү үтергә алып киттеләр. Роза апайға тағы ла бер нисә операция яһанылар. Бер ай самаһы ике ҡала араһында йөрөп, хәл белешеп, ярҙам итеп йөрөнөм. Шул саҡта ике нәмәгә – шағирҙар дуҫлығына һәм Мостай ағайҙың ҡатынына булған мөхәббәтенә хайран ҡал­дым. Тәүге осорҙа, ауырыуҙың хәле бик мөшкөл саҡта, шағир күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башланы, күҙ йәштәрен дә күрҙем. Роза апай һауыға барған һайын ире лә теремекләнә барҙы, йө­ҙөнә йылмайыу ҡайтты. Бәләгә тарыуын ишеткәс, дуҫтары Михаил Дудин, Сыңғыҙ Айытматов, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡалар даими килеп хәл белде, йыуатты, ярҙам итте. Дуҫлыҡ ауырлыҡта беленә, тигәнде шул саҡта аңланым.

Бер аҙ хәле арыуланғас, Роза апайҙы Нальчик дауаханаһына күсерҙеләр. Уларҙы ирем менән таныштырҙым, бер нисә тапҡыр өйгә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ете йыл йәшәп тә, балабыҙ булмауына Мос­тай ағай үҙ фекерен еткереп, кәңәш бирҙе:
– Фәрдүнә, һин – сит тупраҡҡа төшкән орлоҡ, тамыр ебәрә алмайһың. Яратһаң, иреңде бәхетһеҙ итмә, айырыл. Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр.

Улар ҡайтып китте, мин һәр саҡ был һүҙҙәр хаҡында уйланып йөрөнөм. Теүәл бер йылдан айырылырға ҡарар иттем һәм Мәскәүгә юлландым. Аспи­рантураға уҡырға индем, ГИТИС-та һәм Щепкин исемендәге Театр училищеһында уҡыта башланым. Башҡортостанда сәнғәт институты асылыр алдынан, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителгән саҡта, Мос­тай ағай Заһир Исмәғилевҡа минең турала һөйләп, эшкә саҡырырға тәҡдим иткән. Мин был турала белмәйем. Бер заман республиканың Мәҙәниәт ми­нистрлығына саҡыртып ҡай­тарҙылар. Кабинетта улар икәүһе, министр һәм тағы ла бер нисә кеше ултыра. Мостай ағай минән: “Һин нисек итеп мә­ҙәниәтте күтәрер инең? Кеше­ләрҙә театрға һөйөүҙе нисек тәрбиәләп була?” – тип һораны. “Халыҡ театрҙы яратһын өсөн ауыл һәм район театрҙарын күтәрергә кәрәк. Ә уның өсөн уларҙа ла махсус белемле кешеләр эшләргә тейеш”, – тип яуап биреүем булды, Заһир Ғариф улы йылмайҙы ла: “Әйҙә, улайһа, ҡайт, халыҡ театры режиссерҙарын, профессиональ театр артистарын әҙерләргә кеше кәрәк!” – тине. Шулай итеп, тыуған яҡтарға ҡайтып, эш башланым. Балтас районында депутат булған сағында, Мостай ағай беҙгә барып, атай-әсәйем менән танышҡан, бер нисә көн йәшәгән. Уларҙың ҡунаҡсыллығын, их­ласлығын һәр ваҡыт һөйләр ине.

Мостай Кәримде драматург булараҡ та ихтирам иттем. Режиссер һәм курс етәксеһе булараҡ, дүрт тапҡыр – “Ҡыҙ урлау”ҙы, өс тапҡыр – “Ай тотолған төндә”не, бер тапҡыр “Йәйәүле Мәхмүт”те сәхнәләштерҙем. Барыһын да шәхсән үҙе килеп ҡараны. 1998 йылда Туймазы татар дәүләт театрында “Ай тотолған төндә” трагедияһын ҡуйҙыҡ. Ҡазан ҡалаһында үткән 5-се Кәрим Тинчурин исемендәге театр фестивалендә ҡатнашып, дүрт номинацияла еңеү яуланыҡ. Премьерала Тәңкәбикә ролен үҙемдең уҡыусым Нәсимә Ғиниәтуллина уйнағайны, шәхси архивымда икәүһе төшкән фото һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәсимә балаҡайым бер нисә көндән юл фажиғәһендә һәләк булды.
Режиссер үҙ күҙлегенән ҡарап, бер аҙ әҫәрҙе үҙгәртә бит инде (авторҙың идеяһы ҡала, әлбиттә). Был осраҡта ул бер ваҡытта ла асыуланманы, өйрәтмәне. “Ҡыҙ урлау”ҙың бер ҡуйылышында ваҡиғаларҙы һабантуй көнө янғын ҡалансаһы янында түгел, ә кис көнө ат көткән егеттәр янында Әжмәғол ҡарттың кәләш урлауы тураһында һөйләүенән башлап ебәрҙем. Бер нисә көн үткәс, Рауза апай үҙҙәренә сәй эсергә саҡырҙы. “Фәрдүнәнең спектакле оҡшанымы, Мостафа?” – тип һорай. Ул, көлөмһөрәп: “Эйе, оҡшаны. Үҙен, Мостайҙан аҡыл­лыраҡмын, тип әйтергә ты­рышҡан”, – тине. Үҙ фекеремде яҡларға иткәйнем, туҡтатты ла, “Мин бит ҡаршы түгел”, – тип өҫтәне. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ошо уҡ пьеса буйынса бәхәсләшеп киттек. “Ҡотләхмәт ниңә кире герой ул? Ул бит уңған егет: алдынғы комбайнер, ауылда тәүгеләрҙән булып мотоцикл алған. Ә Баян менән Мөхәмәтша егет баштары менән янғын ҡалансаһын һаҡлай, йоҡо сүл­мәктәре. Айҙы ут менән бутаған бешмәгән егеттәр бит улар!” – тигәйнем, “Һин бит режиссер, ҡуй шулай итеп. Мин яҙыусы ғына, сәхнәгә режиссерҙар сығара бит”, – тине.




Ҡайһы бер спектаклде йә концертты ҡарағас, фекерен һо­раһаң, ул: “Бында башҡортлоҡ юҡ, күңелде йылытмай!” – тип әйтә ине. Был уның иң ҡаты тәнҡите ине. Уны ғүмере буйы, Шишмә районынан булыуын иҫәпкә алып, татар йә типтәр тип ҡы­йыр­һытыусылар булды. Әммә ул үҙен һәр ваҡыт башҡорт тип һананы.

Дауаханала иткән изгелегемде уларҙың ғаиләһе ғүмер буйы онотманы. Мостай ағай минең, шул иҫәптән бик күптәрҙең кә­ңәшсеһе, яҡлаусыһы булды. Ундағы аҡыл, фекер, тәжрибә һирәк осрай. Проблемалар менән күп мөрәжәғәт иттеләр, ә уның үҙ хәлен һораусы булдымы икән? Дауаханала ятҡан сағында янындағы бер бабай һорай икән:
– Һинең берәй ҡайғың бармы ул?
– Бар.
– Һин – шундай күренекле, данлыҡлы һәм ихтирамлы кеше. Ниндәй ҡайғың булыуы мөмкин?
– Африкала балалар асҡа үлә, шуға ҡайғырам, – тип яуаплаған ил ағаһы. Был һөйләшеүҙе ул ҡыҙыҡ хәл итеп һөйләй башланы ла, аҙаҡ көрһөнөп ҡуйҙы:
– Мин дә бит кеше, ҡайғы-шатлыҡтарым бар. Рауза үлгәне бирле тормошомдоң ҡыҙығы бөтә башланы.
Шул саҡта ғына мин, илем, телем, халҡым, тип йәшәгән шә­хестең шәхси кисерештәре тура­һында уйлана башланым. Беҙ унан бик күпте көттөк. Ирем Фәнғәт менән Грузияға ял итергә бар­ғайныҡ. Бер ғаилә пары менән танышҡанда беҙҙең ҡайҙан икәнде белгәс, улар: “О, Мостай Кәрим яҡташтарымы һеҙ?” – тип, уның әҫәрҙәре тураһында фе­керҙәрен еткерҙе. Яҙыусының үҙ әҫәрҙәре менән Башҡор­тостанды ил, донъя кимәленә сығарыуына үҙем шаһит булдым.

Тормошомда Мостай Кәримдең осрауына шатмын. Ул дөрөҫ әйткән: үҙ еремә ҡайтҡас, бәхетем асылды. Театрҙа эшләй алманым, әлбиттә. Шулай ҙа театр сәнғәте өсөн меңдәрсә белгес әҙерләнем. Һәм иң мөһиме – улым Айҙар тыуып, әсә булыу бәхетен татыным. Бөгөн минең ир ҡатыны, әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй бәхете кисереүемдә Мостай ағай менән Рауза апайҙың өлөшө ҙур”.




Автор: Гөлдәриә ВӘЛИТОВА
Фото: Фәрдүнә Ҡасимо­ваның шәхси архивы






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)