RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.02.2019 Бөрсә

– Һи-и-и, мындай весың менән... Үләкһә... – Сибәр табип ҡыҙ алдында баҫып торған тәбәнәк буйлы ҡаҡлас егеткә йөҙөн сирып ҡараны. Буласаҡ һалдат әллә арыҡ кәүҙәһенән оялды, әллә эске кейеменән тартынды, ҡыҙарып, итһеҙ нәҙек ҡулдарын артына йәшереп, килешһеҙ тапанды. Табипты егеттең уй-кисерештәре ҡыҙыҡһындырмай ине, бер саҡырылышта ғына уның ҡулынан йөҙләгән призывник үтә, шуға йәнһеҙ әйберҙе тикшергәндәй ҡыланды. Сибектең ауыртҡан еренә баҫҡанын һиҙмәне сибәркәй, бөксәйеп тағы ла бәләкәсәйгән бисараны әптән юҡҡа сығарып ҡуйҙы:
– Рәсәй армияһы һиндәйҙәр менән көслө инде, хи-хи-хи...

Өҫтәл артындағы ҡаты ҡышта күтәртә яҙып, ҡара тупраҡҡа тояҡ терәгән һыйыр һымаҡ ябыҡ ҡатын ҡыҙыҡһынып оҙон муйынын һуҙҙы. Ул егеттең ауырлыҡ-оҙонлоғон теркәгән ыңғайы һонтор кәүҙәһе менән бергә күнәк элерлек осло яуырындарын һерелдәтеп хихылданы ла, ихласлап мыҫҡыллауға ҡушылды:
– Ошондай ил һаҡсыларына ышанып... Йоҡлағанда яҫтыҡ аҫтына балта һалып ятмағанда..!
– Ишегеңде йөҙ ҡат йоҙаҡҡа бикләп, тиген! – Кәртинкә ҡыҙ “үләкһә”гә сәнсеп ҡарап, күҙҙәрен йомдорғансы сәпәне.

Эх, белһәләр икән егеттең эсендә ниҙәр ҡайнағанын. Бармаҡ башындай әпәйгә тилмергән ас әҙәмдәй күҙҙәрен мөлдөрәтеп баҡты ул мыҫҡыллаусыларға. Ниндәй генә һүҙ булһа ла күтәрергә әҙер егет күңеле, яҙмышын алдында торғандар хәл итә бит. “Алһалар ғына ярар ине, алһалар ғына ярар ине”, – тип дөп-дөп типте йөрәге. Бүлмәлә һалҡынса булһа ла, тиргә батты ҡаҡса кәүҙәһе, маңлайында ҡалҡҡан бөрсөк-бөрсөгө тәҙрәнән төшкән һүрән яҡтылыҡҡа йылтыраны, борсолоуҙан эсе борорға тотонмаһынмы. Һөйләп бирергә теле генә әйләнмәй. Шуны ла аңла­мағастары: илһөйәр кешегә Тыуған ил алдындағы бурысын үтәү мөһим дә һуң. Борон-борондан ир ҡоралға ынтылған, мылтыҡтан атып, дары төтөнөн еҫкәп, үҙен ысын ир-егет итеп тойоу елкендерә һәр көслө затты. Үҫмер саҡта барыһының да шөрләгәне – ут-һыу кисеүҙән мәхрүм ҡалып, ғүмерлеккә ауылдаштары, бигерәк тә ҡыҙҙар алдында хурлыҡҡа төшөү. Хәүеф яҡынлағанын һиҙеп, егет баҙаны, ғәргә тейеүҙе ишетмәҫкә теләп, сытырлатып күҙҙәрен йомдо ла, муйынын эскә тартты...

Унынсыны алдынғылар рәтендә тамамлаһа ла, күп кенә тиҫтерҙәре ише мәктәптән һуң училищеға уҡырға инде Ғәлим. Атаһына оҡшап, тракторсы булыу хыялы. Бәләкәйҙән тимер-томор араһында буталып тимер ене ҡағылғайны егеткә, баҫыу техникаһы күңел түрен биләне. Училищенан һуң артабанғы хыялдары күп ауыл малайыныҡы һымаҡ ябай: армия, колхоз, кәләш алыу, өй һалыу, донъя ишәйтеү. Әммә көтмәгәндә йәшәү графигы боҙолдо егеттең. Алдан ҡоролған тормош кәмәһе һәүетемсә генә ағым ыңғайына аҡҡанда, осло төпһәгә эләгеп түңкәрелгәндәй булды. Әрмегә саҡырылыу ваҡыты яҙын ине, олонан табын ҡороп, туғандары иҫән-һау әйләнеп ҡай­тыуын теләп ҡалғайны, ауырлығың етмәй, тип Өфөнән бороп ҡай­тарҙылар. Ғәрлеге ни тора, бөтә ауыл менән оҙатҡайнылар бит, ғәм алдында үҙен ысын ил һаҡсыһы итеп тойғайны. Етмәһә: “Ғәлим, беҙ һиңә ышанабыҙ, атай-олатайҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермә”, – тип барыһы ла уға өмөт менән баҡҡандай ине. Их, ни битең менән кире ҡайтаһың! Автобус­тан төшкәс, әрәмәлеккә сумып кис еткерҙе Ғәлим, тауыҡ күҙе бәйләнгәс, ҡаса-боҫа һаңғырау тыҡрыҡтарҙан өйөнә тартты. Беренсе көндә, ояһына төшөп ҡасҡан йомрандай, ишектән башын да сығарманы, йомошона хатта асмалы тәҙрә аша барыр булды. Иртәгәһен бала саҡтан оҡшатып, әле күҙ һалып йөрөгән күрше ҡыҙы Гөлсирә, ҡойма аша “һалдатты” шәйләп, уйламаҫтан үпкәләтте: “Хеҙ­мәтең үтте ләме ни?” Ғәлим яуапҡа ауыҙын асҡансы, сылтырап көлөп өйөнә йомолдо оҙон сәс. Ах, мәсхәрә-ә-ә, күрше ауыл егеттәре менән танауға танау килгәндә тас маңлайға эләккән йоҙроҡтан яман ине быныһы. Туғыҙҙы тамамлаған эскерһеҙ ҡыҙҙың ябай хәбәре шулай шаңҡытыр тип башына ла килмәгәйне. Ныҡ кәмһенде шул мәл, етерлек туҡланһа ла, йоҡмаған тәнен ҡапшап, көҙгөләге сағылышына текләп оҙаҡ торҙо, аҙаҡ мендәргә ҡапланып көнө буйы ятты. Ҡолағында күрше гүзәленең һүҙҙәре яңғырап тик торҙо, йөрәге янды егеттең, йәне үртәлде. Хәрби кейемдәге бәхетле тиҫтерҙәрен күҙ алдына килтереп, тағы бөтөрөндө, байтаҡ ҡына ваҡыт хистәрен йүгәнләй алмай аҙаплады. Бер көн кипкән балыҡтай еҙнәһе лә, шаяртып, утҡа кәрәсин өҫтәне: “Көймә бушҡа, ҡәйнеш, һәйбәт әтәс һимеҙ булмай ул...” Өс йыл әрме һурпаһын һемергән атаһы ҡара янып, танауын төшөргән кинйәһен тынысландырҙы: “Егетмен тигән кеше юҡ-барға бирешеп барамы шул, ана, ҡатыҡ-иттән өҙөлмә, күберәк хәрәкәт ит. Ярты йылдан, бармайым, тиһәң дә алып китерҙәр”. Ағалары йомарлап тимер бөгөрлөк шул, йылға буйында үрә ҡатҡан һомғол тирәктәр шикелле. Ғәлим үтә кәтмәндәй ҙә түгел, ваҡыты еткәс, шулар һымаҡ һуҙылыр, тип уйлайҙыр. Мөғжизә тыуһа икән дә, әкиәттәге һымаҡ, ай үҫәһен көн үҫеп. Әсәһе лә һиҙгер, улының кем тип йән атыуын белә йөрөй, шуға һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы: “Төҫ тиһәң – төҫөң, буй тиһәң, буйың бар, улым, мына, Алла бирһә, әрмеңә лә алырҙар. Ике йылдан тағы ла килбәтлерәк булып ҡайтып төшһәң, артыңдан ҡыҙҙар үҙҙәре йүгерер”. Шулай тип өмөт сатҡылары ҡабыҙып әүрәтә лә, тәмле-тәмле аштар бешереп һыйларға тырыша ғәзизен. Ауылда көҙгә са­ҡырыласаҡ ике синыфташы ла хә­ленә инеп тупһа тапаны. Улар ҙа мәктәптә: “Күркә елгә һимерә, һин дә һарай башына менеп ҡунаҡлап ҡара, бәлки күҙгә ташланырлыҡ көрә­йерһең”, – тип аҙ үсекләмәгәйне, әле ҡайғыһын уртаҡлашып, өлкәндәрсә кәңәш-төңәш ҡорҙолар. Ҡартатаһы, мәлен тура килтереп, әҙме-күпме асҡыс тапты ейәненең күңел һан­дығына. “Ҡалайтаһың, улым, хоҙай кәүҙә бирмәгәс”, – тип яраһына тоҙ һибеп торҙо ла, һүҙен дауам итте: ”Һинең булмышың шул. Беҙҙең халыҡта матур бер мәҡәл бар: ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә. Ана, урам буйлап әҙмәүерҙәй ир-ат, араҡынан алйып, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөй, уларҙың илгә файҙаһы ла? Кәүҙәләме эш, аҡыл кәрәк, аҡыл...”

Яҙғы ташҡындан һуң үҙ ярҙарына ҡайтҡан йылғалай, яйлап тынысланды Ғәлим. Кешенән күпме генә сит­ләшмәһен, уны гараж тирәһе магниттай үҙенә тартты, ике ай тирәһе сыбыртҡы шартлатып, һыҙғырынып йөрөнө лә, ҡан даулаған һөнәренә күсте, бригадир ярҙамында етем­һерәп ултырған тракторҙы йүнәтеп алды. Ауылда механизатор йыл әй­ләнәһенә бушамай. Баҫыуҙарҙа уңыштан һуң һалам эҫкерттәре баш ҡалҡытҡас, ер һөрөү башланды. Егет халыҡ араһында мәж килеп өйрән­гәйне лә, бер көндө әсе теллеһе, эш­кинмәгәнлегенә төрттөрөп, иҫке яраһын ҡайтанан яңыртты. А-а-ах, ниңә генә шулай бәғерһеҙ икән ауылдаштары, ниндәй ғәйебе бар һуң уның? Һаҡһыҙ ҡыланып, яңы балалыҡтан сығып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа башлаған үҫмерҙең рухын йығыу бит! Быяланы бер ваттыңмы, йәбештереп ҡара?! Уйланып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне Ғәлим, тағы йо­моҡланды. Өндәшмәй баш баҫып тир түкте, йыш ҡына ваҡыт иҫәбен юғалтты, ҡайһы саҡ бригаданы аптыратып, ҡараңғы төшкәнсе гектарҙарҙы иңләне. Лайыҡлы маҡтауҙарына ла ҡолаҡ һалманы егет, трактор ҡарыш­лауыҡтарының шатырлауы ғына иғтибарын ала, ә уйҙарында ул ҡайҙалыр алы-ы-ҫта, сик буйында, автомат аҫып сит яҡты күҙәтә, дошмандар һөжүм иткәндә батырҙарса ҡаршы тора, ҡамауҙа ҡалһа, Ватаны өсөн ғүмерен дә бирергә әҙер. Шулай хыял диңгеҙендә йөҙөп, күңеле күтәрелә бер аҙ, тик әлеге тауыҡ кеткелдәр хәле иҫенә төшөү менән тәрән көрһөнөп ҡуя. Кистәрен клубҡа аяғы тартманы Ғәлимдең, йәштәргә күренһә, күҙ астырмай көлөрҙәр һымаҡ, эштән ҡайтып әй­ләнгәнендә генә күрше ихатаны байҡаны. Ҡыҙҙың ҡашына барып өндәшергә оялды егет, нимә тип һүҙ ҡатһын, яратам, тик эйәреп йөрөй алмайым, тиһенме? “Кит, бешмәгән”, – тип ысҡындырһа, йығыл да үл. Өйҙә йоҡлап ятһа клубтан Гөлсирәне кемдеңдер оҙатыуы ла мөмкин бит әле, башҡаларға ла оҡшауы бар ундай матурҡайҙың, шуны уйлап йөрәге ҡыҫыла. Бер төн хатта ҡойма артына боҫоп, уйындан ҡайтҡандарын көттө, янында иптәш ҡыҙҙарынан башҡа егет-елкенсәкте абайламағас, ҡы­уанғаны-ы-ы! Көндөҙ ымһындырғыс һынды бер күреп ҡалһа, тағы ла дәртләнеп тотондо эшенә, тамағына аш барҙы, әсәһе ҡыҫтырып ебәргән тәм-томдоң валсығын да ҡалдырмай йыпырып ҡуя. Ашханала бешерелгән төшкө бутҡаны ла ситкә этмәне бөтмөр тракторсы, өҫтәп, баҡса йәшелсәһе менән туҡланды. Юҡ, булмаһа булмай икән, ашағаны елгә оса әллә, көҙгө алдына барып баҫыу менән кәйефе юғала, йоҡа кәүҙәһен тикшереп, ҡабырғаларын һанап эсе боша. “Шауҡал малды аны артынан сыҡҡансы ашатһаң да шалдырлап торған һөйәктә ҡала”, – ти торғайны атаһы, мандымаған һыйырҙы әрләп. Ғәлим, бәлки көҙгө алдайҙыр, тип төпкө бүлмәләгеһенә яҡынлап мускулдарын ҡатыра, ә яуырындан түбән ҡаҙ йомортҡаһылай төйөр киреһенсә сыбыҡтай ҡулдарын йәмһеҙләй. Уфтанып, үҙен баштан-аяҡ күҙҙән үткәрә, йөҙө әртистәрҙекеләй матур, килешле былай, э-э-эх, кәүҙәһе шул, кәүҙәһе-е-е!

...Ғәлим, үткәндәрҙе хәтерләп, яҙмышы менән уйнаусыларҙы күҙәтте. “Алһалар ғына ярар ине, – тип мейеһен сүкене бер үк уй. – Күрһәтер инем ауылдаштарға негоденды...”
– Килолай йыйған хәстрүш, – тип зитына тейҙе “һонтор”, ҡағыҙҙарын шыптырлатып, көтмәгәндә әллә призывникты йәлләне, йылмайып, йом­шаҡ өҫтәне:
– Әйҙә, килограмм өҫтәп, берәй командаға яҙайым да, повар булып булһа ла йөрөп ҡайтыр.
Сибәркәй, ҡыйғас ҡаштарын матур төйөп, баш ҡағып йөпләне. Шул мәлдә йөҙө яҡтырған Ғәлим ҡарамаҡҡа йәмһеҙ ҡатынды ҡосаҡлап үпкеһе килде. “Ауыҙыңа бал да май”, – тип мейеһенән атаһының һүҙҙәре ҡы­йылып үтте, һалынып төшкән яуырындары ҡалҡынып, ҡаҡ күкрәге кирелде.

Хәрби состав ал-ял белмәй Алыҫ Көнсығышҡа ашыҡты. Станцияларҙа “һатып алыусы” офицерҙар “байлыҡ­тарын” эйәртеп төшә барҙы.
Тәғәйенләнгән хәрби гарнизонға еткәнсе теүәл бер аҙна үтте. Ғә­лимдәрҙе тайга эсендә урынлашҡан танк батальонының казармаларына тараттылар. Гарнизон Ҡытай сигенән алыҫ түгел йәйелгән, тәүлек әйлә­нәһенә хәрби әҙерлектә көн итә, шул тарафтан көтөлгән һөжүмгә ҡорос ҡалҡан икән.

Тәүге көндән үк әрме тормошо тәүлек әйләнәһен ялмап алды. Сәғәт алтынан “подъем”, ялһыҙ илле минут йүгереү, политуҡыуҙар, көндөң икенсе яртыһында танк төҙөлөшөн өйрәнеү, киске аштан һуң өҫ-башыңды тәртипкә килтереү, күҙ йомоп асҡансы үткән төн. Бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған ялтыр башлы йәш һалдаттар, һарыҡ көтөүе кеүек, ҡайҙа ҡыуалар – шунда йүгерҙе. Көтмәгәндә инде повар булырға килешкән Ғәлимгә водитель-механик итеп танытма тотторҙолар. И-и-и, һалдат бер башҡа үҫтеме ни, шатлығы эсенә һыйманы, ысын танкист буласаҡ бит ул! Тик батальонды тулы­лан­дырасаҡ яңы көстәр менән та­нышҡанда, һалдаттар артынан Өфөгә ебәрелгән офицерға командирҙан ҡәҙимге эләкте. Иң артта баҫып торған Ғәлимде абайлағас та уҫлаптай полковник ҡул аҫтындағыға екерҙе:
– Был бөрсәнән йүнлерәген тапманыңмы?
Офицер аптырағандай, берсә командирына, берсә Ғәлимгә ҡарап алды ла, аңлайышһыҙ аҡланды:
– Иптәш полковник, һуң, тракторға таныҡлығы бар, тәжрибә тупланым, ти, кәүҙәһе лә йәтеш кенә, люктан иркен үтерлек...

Былайырағын көтмәгәйне хәрби хеҙмәткә ынтылған егет, тағы нимәлер һөйләнде полковник, ишетмәне, ҡолағы тоноп, башы шауланы, борсолдо: “Ҡушамат йәбештереп ҡуйҙы был миңә...” Иртәгәһенә бөтә казарма уға “Бөрсә” тип кенә өндәшә ине. Хатта киске тикшереү ваҡытында взвод командиры урынбаҫары, әллә юрамал “курсант Бөрсә” тип ыс­ҡындырҙы, геү килеп көлөшөү аҫтында төҙәтергә ашыҡты. Баҡһаң, коман­дирҙары офицерҙарға ла ҡушамат тағып бөткән, йыш ҡына фамилияларын “онота” икән. “Хужа ниндәй – ғаиләһе лә шундай” – ҡыҙыҡ, ата­һының һүҙҙәре иҫенә төшә лә тора, әллә аҙым һайын осраған алйотлоҡто мәҡәлдәр менән баҫырға тырышамы? Бойороҡто ҡабул иткәндән һуң ҡайҙа килеп эләккәндәрен төшөндө йәш һалдаттар, “дедовщина”ның ояһы ине бында. Яҡлау эҙләү тураһында уйлама ла, һалдаттар араһындағы шундай мөғәмәлә комсостав тарафынан өнһөҙ генә хуплана ине. Батальондың үҙ иерархияһы: яңы килгәндәр – духтар, ярты йыл хеҙмәт иткәндәр – йәштәр, йыл тултырғандар – черпактар, йыл ярым­лыҡ­тары ҡарттар тип атала икән. Аҫтағы­лар өҫтәге һәр баҫ­ҡысҡа буй­һона. Ко­ман­дир­ҙарға “ҡартлыҡ” ҡулай, уставтан тыш арала­шыуҙар тәртип өсөн кәрәк, имеш. Сәй­нәү­ҙәренсә, ком­баттың Мәскәүҙә әшнәһеме, сыбыҡ осо туғанымы юғары даирәләрҙә етәкселек итә, шуға уның башбаштаҡлығына бер ниндәй ҙә кәртә юҡ.
Рота старшинаһы прапорщик Дьяков төрлө ярыш үткәрергә ярата. Бер көндө өсөнсө взводты Ленин бүлмәһенә йыйып автоматты һүтеп ҡорорға, йәштәрҙең һәләтен тик­шерергә булды. Ғәлим НВП дәрес­тәрендә ҡорал менән эш итергә ныҡ таҫылланғайны, взводтың ғә­жәпләнеү ауазы аҫтында егерме һигеҙ секундта өлгөрҙө. Китте бәхәс, тегенеһе былай түгел, быныһы дөрөҫ булманы, ҡоралды әйлән­дерҙеләр, етешһеҙлек эҙләп шауланы бүлмә. Ҡабатлап күрһәтте йәш һалдат, аһ иттеләр, уҙырға маташтылар, әммә береһе лә уға еткерә алманы. Шунда старшина тылсымлы һүҙҙәрен еткерҙе:
– Нимә, ҡарттар, танауығыҙҙы һөрттөмө һөтимәр?

Отбойҙан һуң аңлаттылар прапорщик һүҙҙәренең мәғәнәһен, “ҡарттар” бәҙрәфкә саҡырып, уратып алды.
– Йә, салага, беҙҙе старшина алдында хурларға булдыңмы? – Айыуҙайы ҡапыл ҡы­рыйҙан бөйөрөнә сөйҙө. Ғәлим, тубыҡтан бөгөлөп, таш иҙәнгә ялпашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Икенсеһе араларына уҡталды.
– Үлтерәһең бит, Серега. Былай ҙа ҡойолоп төшөргә тора.
– Артабан да шәп булып ҡыланһаң, инвалид булып ҡайтып китәһең! – тип ыҫылданы Сергей.

Ғәлим карауатына саҡ етеп йығылды. Өс көн ҡан һейеп йөрөнө, әммә берәүгә лә һиҙҙермәне. Санчасҡа ла барманы, төндәрҙе һыҙланып үткәрҙе. Шул ваҡиғанан һуң бик ғәжәпләнде егет, командирҙарына сәйерһенеп ҡараны: “Тырышып, өлгөлө хеҙмәт иткән һалдатты маҡтарға тейештәр ҙә баһа”. Ләкин бер нәмәгә ҡарамай үҙен күрһәтергә булды, барыһынан өҫтөн булырға ҡыртышты. Сафта атлау әҙерлегендә лә һынатманы ул, шаҡылдата баҫып, һәр аҙымын теүәл башҡарҙы, уңыш шауҡымынан танауҙы өҫкә сөйгәйне лә, асыулы ҡараштарҙан шөрләп, аяҡ осона текләне. «Калаш»тан атҡанда ла пуляларҙы сәптең ҡап уртаһына һеңдергәйне, мәргәнлеге өсөн төндә түләргә тура киләсәген иҫләп, күҙ йәшереп, иренен ҡымтыны. Ауыл малайы бит ул, тракторҙың һәр шөрөбөн тотоп ҡараған кеше, ҡаланыҡылар алдында өҫтөнлөгө бар. Техниканың төрлөһө менән идара итеп шымарған кешегә нимә инде, ҡырҡ тонналы танкты уйынсыҡтай өйрөлтөп, оҫта маневрҙар яһап хеҙмәттәштәрен көнләштерһә лә, инструкторҙар күр­мәмешкә һалышты. Люкты асып төшкән саҡта “ҡарттар”ҙың ҡара болот ҡаплаған йөҙҙәрен шәйләп, ул еңеү ярһыуынан тиҙ һыуына ине. Шундай көндәрҙең береһендә Өфөнән сиккә тиклем станцияларҙы һанаған хеҙ­мәттәштәре Ғәлимгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бында “һөтимәр”ҙәр өсөн яҙылмаған закон хөкөм һөрә: берәү өсөн башҡалар яуап бирә, башҡалар өсөн берәү яуап тота. “Нимә осо­наһың, итек башындай кәүҙәң менән шәп булып ҡыланаһың, һинең өсөн беҙгә эләгә?” – тип ирен турһайтты тегеләр. “Ҡулығыҙҙан килһә, һеҙ ҙә маташығыҙ”, – тип ҡаршы телләште. “Ҡуй әле, кәпәренмә, турникта тоҡ һымаҡ аҫылынып торғаныңды онот­тоңмо?” – тигәстәре, уйлана төштө. Турникта күтәрелеү – ыҙа, унды кү­тәрелһәң, ун бишкә еткереү бурысы ҡуйыла, артабан һорау арта, сер­жанттарҙың ҡайыш айылдары күп­тәрҙең оса иттәрен күгәртте генә. Ырата алманы Ғәлим турникта, бала саҡтан шуны яратманы. Ә тегеләргә-ә-ә, бирҙе хоҙай, үсләшәләр, арҡаһын яндырған айыл эҙҙәре оҙаҡ һыҙлай ине.


Офицерҙарҙың хуплауы аҫтында “дух”тар иң ауыр эштәргә егелде. Көн аша ашханаға нарядҡа баҫыу, төнө буйы картуф әрсеү, казарма иҙәнен һабын менән йыуыу, часть биләмәһен таҙартыу – барыһына ла йәш һалдаттар түҙҙе. Көндөҙ танктар боксында “ҡарттар” төрлөсә кәмит ҡорһа, кистәрен йоҡо бүлмәһендә тамашалар дауам итте. Күмәк хахылдауҙар аҫтында “духтар” “вождение” үтә, йәғни карауат аҫтынан шыуышып йөрөй, иҙән уртаһында ултырғысҡа баҫып ҡатмарлы физик күнекмәләр үтәй. Иң ҡаныҡҡандары – Ғәлим, уға дегәнәктәй йәбештеләр. Эйе, эйе, хаста картуфлыҡ ситендә үҫкән дегәнәк, балаҡҡа бер ҡаҙалһа, ысҡынмай. Ҡайҙа ғына пәйҙә булмаһын уны ҡыҙыл сепрәккә үсеккән үгеҙҙәй ҡаршы алалар. Офицерҙарға тиклем егетте үҙһенмәй. Батальон командиры менән осрашҡандарында устав ҡушҡанса честь бирһә, полковник Ковалев яуапҡа теләмәй генә козерогына ҡағыла, янынан ытырғанып үт­кәндәй. Ҡайҙан уға шундай ҡараш? Шулай шөкәтһеҙ булып күренәме икән ни? Һалдат аңламай, аптырағандан өҫ-башын тикшерә, һуң, таҙа ла йөрөй, кейеме үтекләнгән, кирза итеге көҙгөләй ялтырай. Төндәрен арыуына ҡа­рамаҫтан, уйланып керпек тә ҡаҡмай, әйләнеп-тулғана, һорауҙарына яуап эҙләй. Ауылы иҫенә төшә. Һарайҙарында бер ҡыш кәзә сирләне, эсе китеп, хәле мөшкөлләнде. Төрлөсә һауыҡтырып ҡаранылар – файҙаһыҙ. Хәлһеҙләнгән хайуанды иптәштәре дөп-дөп һөҙә, меҫкенең йыш тәгәрәй, ҡалҡына алмай ята. Әмәлһеҙҙән ситләтелгән кәзә мөйөшкә барып һыйына, кәртә буйлап тәнтерәкләп ҡаса, тегеләре уны эҙәрлекләй, ҡыуалап етеп ураҡтай мөгөҙҙәре менән тағы дөмбәҫләйҙәр. Көн дә шулай дауам итте, ауырыу кәзә аяҡ һуҙмайынса ҡуйманы иптәштәре. “Мин дә шул бахыр кәзәгә оҡшағанмын да баһа. Ярай, малдың аҡылы юҡ, ә былар әҙәми зат– кешелек сифаттарына эйә йәндәр. Ниндәй генә булһам да, бит уларҙың хәрби иптәше, танк экипажының бер ағзаһы, хәрби антҡа тоғромон, хатта күптәргә үрнәк булырлыҡмын”, – тип ғәжәпләнә һалдат. Уйлана торғас, Ғәлим һорауҙарына яуап тапҡандай булды. Килгән көндө үк комбат үҙе ауылдағы кәзә хәленә ҡуйҙы уны, ҡушамат йәбештереп, башҡа һалдаттар алдында кәмһетте, файҙаһыҙ бөрсәгә тиңләне. Етмәһә, батальонда сит кеше икәненә ишараланы. Башҡаларға етә ҡалды, пол­ковниктың һүҙҙәрен тиҙ эләктереп алдылар. Хәҙер барыһы ла уға, “Эй, Бөрсә,”– тип кенә бойора. Эш буйҙа шул, ҡартатаһы үҙенсә бөгөп ҡуйһа ла, бөтә бәлә шунда. Политуҡыуҙар ваҡытында йәнәш һалдаттың яҙғанына күҙ һалды, ә унда-а-а, хәрефтәре сатай-ботай, ыл­ғый хата. Бер ҙә уға, наҙанһың, фәлән-фәсмәтән, тип бәйләнгәндәрен күргәне юҡ, аптыраҡ! Эх, былай итеп күҙ алдына килтермәгәйне бит ул армияны, бандиттар ояһымы ни? Аҙым һайын мыҫҡыллауҙар, кәмһетеүҙәр, йәберләүҙәр – ахыры бармы? Күҙҙәренә йәштәр төйөлә Ғәлимдең, үҙен йәлләй, көсһөҙлөгөнән нәҙек бармаҡтары карауаттың һыуыҡ тимерен ҡыҫа. Икһеҙ-сикһеҙ дала уртаһында үҫкән яңғыҙ ағастай тойҙо үҙен. Таяныр кешеһе лә юҡ бит уның, ҡурсалаусы яҡындары бик алыҫта, бындағы хәлдәрҙе улар белмәй, сөнки хаттарында һалдат тыныс хеҙмәтен һүрәтләй. Командир-атай ҙа яҡлашмай һалдат-улын, илен, халҡын һаҡлаусыны ҡыйырһыттыра. Күкрәгендә утлы шар булып асыу ҡайнаны Ғәлимдең. Тамағына тығылған төйөрҙө саҡ йотоп, әшәке донъянан ҡасҡандай, одеалына бөркәнде. Күҙҙәрен йомоп, тыуған ауылы буйлап гиҙҙе. Туғандарын ныҡ һағынды ул. Сәй артында ата-әсәһе уны йәлләп уфтаналыр әле, һағынып, көн һанайҙарҙыр, йә булмаһа бала саҡ шуҡлыҡтарын иҫкә алаларҙыр. “Ә Гөлсирә? Гөлсирә... Ҡыҙ уны уйлаймы икән? Бер генә күрәһе ине, әллә хат яҙып һалырға инде. Йыртып ташлаһа? Юҡ, йыртмаҫ, яҙайым, бәлки көтәлер. Яуап яҙып, фотоһын да һалһа, минән бәхетле кеше булмаясаҡ,” – тип уйлап йөрәкһенә егет. Күр­шеләрен, унан көлгән ауылдаштарын да һағынды Ғәлим, бындағы йүнһеҙ әҙәмдәрҙән кәм­һетелгәс, ауылдаштары бер туғандай булып тойолдо.
Башҡаса осонмаҫҡа һүҙ бирҙе үҙенә.

Көндәр артынан көндәр үтте. Батальон элеккесә үҙ ҡаҙанында ҡайнаны. Буранлы ҡыш үтеп, ер ҡарҙан әрселә башлағас, периметр буйлап һуҙылған танк бокстарын шар асып ҡуйҙылар. Яҙғы ҡояштың йылы, наҙлы нур­ҙарына бар тәбиғәт ҡыуана. Тайга тултырып ҡоштар сутылдаша, ағастар йоҡонан уянғандай, талғын елгә шыбырлаша, тиртергә тулышҡан бөрө еҫе бокс эсенә таралды. Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, йәш һалдаттар танктар янында эш менән мәшғүл, “гражданка”ға яҡынлаған бер нисә “дембель” тәғәйенләнгән урында тәмәке көйрәтә, “ҡарттар”, «Һалдат йоҡлай – хеҙмәт бара» тигән әйтемгә тоғро – бокстың ҡояшҡа ҡыҙған ҡыйығына ятып, әүен баҙарында гиҙә.

Капитан Двинянин дежур бүлмәлә взвод командиры урынбаҫары, сержант Зуев менән тәмәке борҡота-борҡота нарда уйнай. Төлкөгә оҡшаған ерән Зуев – хәйләкәр, капитанды ҡыҙыҡтырып, беренсе партияларҙа еңелеп тора ла, артабан тәмләп кенә үсен ала, бөтә алдашыу оҫталығын һалып, бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшеп, ҡәнәғәтлек кисерә. Сираттағы уңышһыҙлыҡтан һуң Двинянин ҡыҙара-бүртенә “Дежурный по части” тип яҙылған ҡул бәйләмен йолҡоп тигәндәй һыпырҙы ла, кителен сисеп ташланы. Сержанттың еңелсә көлөмһөрәүе аҫтында ишекле-түрле йөрөп алды, асыуы ташты, дәғүәсеһен һуғып осорорҙай булып, өҫтәлгә яҡынлашты. Зуев, бәләһенән баш-аяҡ, тороп тәҙрәгә табан сигенде, ике ботлоҡ герҙәрҙе уйынсыҡтай уйнатҡан капитандан шөрләй ине.
– Иптәш капитан, иптәш капитан, бөгөн тикшереү булырға тейеш тә, оноттоғоҙмо? – Ҡотолоу юлын тапҡанға ҡыуанған сержанттың ауыҙы ҡолағына етте.
Инде суҡмарҙай йоҙроҡтарын Зуевтың һипкелле танауына килтергән Двинянин маңлайына көрәктәй усын шапылдатты:
– Ысынлап та, замполит еҫкәнә торған көн... Инәңде... Ну был буйҙаҡ Негрҙың теңкәгә тейгәне...

Подполковник Сорокин Африка иле Танзанияла инструктор булып хеҙмәт иткән. Союзға ҡайтарылғас, танкка бер ниндәй ҡағылышы булмаһа ла, сәйәсәт буйынса урынбаҫар итеп ошо төпкөлгә ебәрелгән. Экватор ҡояшына янған быштыҡ Сорокин штабҡа аяҡ баҫҡас та, полковник Ковалев, һайыҫҡандай ҡара-аҡ тиһәм, негрҙай сөм ҡара был, тип һүҙ ҡатҡан, тиҙәр. “Негр” ҡушаматы отставкаға сығып ҡотолғансы талпандай йәбеште подполковникка.

Һәр йәкшәмбе ғаиләһеҙ замполиттың көтмәгәндә инеп сығыу ғәҙәтен барыһы ла белә, уйын ҡомарына бирелеп, был хаҡта бөтөнләй онотҡан капитан. Дежур бүлмәләге тәртип­һеҙлекте күҙҙән үткәреп ул киҫкен бойорҙо:
– Дневальныйҙы саҡыр, тәмәке төпсөктәрен һепереп түкһен... Ҡыҫҡаһы, бер минуттан бүлмә замполит пеләше һымаҡ ялтырап торһон! Марш!
Сержант Зуев «дежурка»нан башын сығарып тана мөңрәгәндәй һөрәнләне:
– Бөрсә-ә-ә! Йүгер бынд-а-а-а!
Ғәлим үҙәк ҡапҡала дневальный булып тора ине, ишеткәс тә ашыҡты.

Кирзаларын асфальтҡа таҡылдатып йүгерә-атлай килеп ингән һалдатҡа капитан күҙҙәрен аҡайтып ажғырҙы:
– Бөрсәләй ҡыймылда! Замполит килгәндә ҡапҡа төбөң буш булһа, – үҙең
яуап бирәһең!
Ғәлим, ҡыҙыҡ та инде былар, икегә бүленергә тейешменме икән ни, тип уйланып, мөйөштәге һоҫҡо-һеперткегә үрелде. Һеперә башлағас, тәҙрә тимеренә ҡыҫтырылған йомарлам ҡағыҙҙы шәйләп алырға турайҙы һәм ҡото осто.
– Иптәш капитан, бокс яна! Танктар! – Ул ҡаушауҙан ҡалтырап, һоҫҡоһон даңғырлатып төшөрөп ебәрҙе.

Һалдатты этеп тәҙрәгә ҡапланған Двинянин шул секундтта ҡырағай тауыш менән һөрән һалды:
– Тревога-а-а! Зуев, пожаркаға шылтырат! Ҡарауылдан башҡа бар личный
Состав, янғынды һүндерегә!
Капитан Двинянин ырғанлап барып етеүгә ҡуйы ҡара төтөн бокс ишегенән урғылып, һауаға күтәрелгәйне. Паникаға бирелгән һалдаттар эскә инергә ҡыймай эркелешә, бер нисәүһе буш огнетушитель тотоп алған.

– Нимә яна?! Танк?! – Быға ышанырға теләмәгән капитан бер төпкә ынтылды, бер тышҡа сыҡты, буталсыҡ һөйләнде. – Кем яндырҙы?! Ах, яна бит, яна! Огнетушитель ҡулландығыҙмы, йүнһеҙҙәр! Килтерегеҙ огнетушителде!
– Иптәш капитан, аңғармай ҙа ҡалдыҡ, ялҡын танк эсенән сығып ҡапыл ялмап алды... Огнетушителдәр ярҙам итмәне... Яҡынларға һуң инде... Боекомплект туп-тулы! Хәҙер шартлай! – Сержанттарҙың береһе асырғанып ыуаланды. Ҡаушаған һалдаттар ни ҡылырға белмәй бокс буйлап йүгереште.
– Шартлай!
– Ах! Хәҙер шартлай!
– Ҡалайтабыҙ, егеттәр!?

Капитан Двинянин, асыуынан үҙе шартларҙай булып, ҡарлыҡҡан тауыш менән үкерҙе:
– Зуе-е-ев! Зуе-е-ев! Ҡайҙа янғын машинаһы?! Янғын машинаһы ҡайҙа, тим?!
Ахылдап, сержант Зуев килеп етте.
– Иптәш капитан, машинаның аккумуляторы ултырған, тоҡанмай!

Бөттө. Егерме километр алыҫлыҡта ятҡан ҡалалағы янғын часына шылтыратыуҙан фәтүә юҡ, өлгөрмәйәсәктәр. Бер танк шартлаһа, сиратлап башҡалары ла күккә осасаҡ. Капитандың башына бер төплө фекер килмәй, ул юғалып ҡалды. Ҡурҡыуҙан шыбыр тиргә батҡан Двинянин, ҡалтыраған аяҡтарын көскә тыңлатып бер-ике аҙым яһаны ла, телен саҡ әйләндереп, һалдаттарға бойорҙо:
– Бөтәгеҙ ҙә ышыҡҡа! Бокстан ситкә ҡасығыҙ!
Кемуҙарҙан дөбөрләшеп, эстакадалар яғына йүгерештеләр. Ҡалын бетон артына һуҙылып төшкән капитан илаулап, янындағы һалдаттарға екерҙе:
– Ни эшләнегеҙ һеҙ, алйоттар? Тоҡанғас та һүндереп өлгөрөргә булғандыр инде шуны!

Һәм ҡапыл хәлдең етдилеген аңлап, алдындағы үләнде услап йолҡоп олоно:
– О-о-ох, башты ашанығыҙ бит, йолҡоштар! Трибунал бит был, трибунал!
Төрмәлә серетәһегеҙ мине!
Былай ҙа шөр ебәргән һалдаттарҙы ҡурҡытып, ул аҡырып ебәрҙе:
– А-а-а-а! А-а-а-а!

Ваҡыт үткән һайын төтөн ҡуйырҙы ғына. Инде нимә эшләргә? Ҡарап тороуға ҡеүәтле батальон көсһөҙгә әйләнде лә ҡуйҙы, ойошторор офицер ҙа илап ята. Бисара һалдаттарға хәлдең ҡот осҡос аҙағын көтөп, ҡул ҡаушырырға ҡалды.
Ҡапыл ҡурҡыныс күренеш берәү ҙә уйламаған төҫ алды. Бөтә батальон хәрәкәтһеҙ ятҡан арала боролоштан тәүҙә кеше күләгәһе пәйҙә булды, артынан йүгерә-атлаған хужаһы ла күренде. Ул эстакада янынан үтеп торҙо ла, барыһын да шаҡ ҡатырып, туп-тура бокс яғына атылды. Һалдаттар ҡалҡынышып күрәләтә үлемгә ынтылған “йүләр”гә баҡты. Арыҡ кәүҙәле һалдат “ә” тигәнсе эстакада менән бокс араһының яртыһын үтеп тә өлгөрҙө. Танып геүләштеләр:
– Бөрсә бит!
– Бөрсә?! Бушты!
– Шул! Уны берәйһе менән бутап буламы?
– Бөрсә-ә-ә? Бөрсәләнеп ни ҡылмаҡ булды?

Двинянин, йәш ҡатыш тупраҡҡа буялған йөҙөн күтәреп, ҡатып ҡалды.
Ағарышҡан егеттәр аҡайышып, бер-береһенә ҡарашты. Ҡапыл айныған капитан йәнәсыҡҡа ҡысҡырҙы:
– Ҡайҙа-а-а! Рядовой Бөрсә, артҡа-а-а!

Зәһәр уй менән янған Ғәлим бойороҡто ишет­мәне, йәнтәслимгә йүгерҙе, ыңғайына «дежур­ка»­нан эләктергән противогазды сумка­һынан сығарып, башына кейҙе. “Тоҡанһа ғына ярар ине, тоҡанһа ғына ярар ине.” Төтөн араһында һәр­мәнеп, люкты тиҙ тапты ул. “Двигатель төтөнгә тонсоҡһа, йә сымдар ирегән булһа, тоҡан­маясаҡ.” Бәхетенә танк уртанан яна башлап ут яртыһын ғына солғап өлгөргәйне. Шулай ҙа водитель ултырғысына сумыуы булды, арҡаһын эҫе һауа өтөп алды. Двигателдең гөрөлдәп эшләй башлауын ул тоноҡ ишетте, противогаз эсендә һауа етмәүен тойҙо, тулҡынланыуҙан йөрәгенең дөп-дөп тибеүе ҡолағына бәрҙе. Аяҡ-ҡулдар кәрәкле рычагтарҙы өйрәнелгәнсә һәләт хәрәкәткә килтерҙе. Ауыр танк, тертләгәндәй, ҡапыл һикереп, урынынан ҡуҙғалды.

Артынан ҡарағусҡыл төтөн һуҙған танк, юғары тиҙлектә периметр эсенән сығып, ике ҡатлы тимер сымды ергә һылаштыра тапатты ла, үкереп, ағастар араһына уҡталды. Юлына осраған ҡарағайҙарҙы уйынсыҡтай һындырып, бер аҙыраҡ барҙы ул, әммә алыҫ китә алманы, шул арала алдына тауҙай өйөлгән ағас һыныҡтарына сөрсөлөп, шып туҡтаны. Люкты асып ергә һикергән Ғәлим, йыуан олондарҙы урап, һеләүһендәй бер-ике ҡыуаҡ аша ырғып өлгөрҙө, көслө шартлау тайганы шаулатты. Танктың башняһы, кәүҙәһенән айырылып, ағас бейеклек күтәрелеп торҙо ла, ағастарҙы шатырлатып, ергә тәгәрәне. Шартлау тулҡыны яҡындағы ҡарағайҙарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп күккә сорғоно, һынып төшкән бер осо һалдатты бәреп йыҡты. Иҫтән яҙған Ғәлим бокстар яғынан уға табан йән-фарманға йүгергән подполковник Сорокинды, капитан Двинянинды, улар артынан ашыҡҡан һалдаттарҙы күрерлек хәлдә түгел ине.

Ҡала үҙәк дауаханаһының 6-сы палатаһының ишек төбөнә яҡынлағас, полковник Ковалев менән подполковник Сорокин быяла аша карауатта ятҡан һалдатҡа текләп оҙаҡ торҙолар. Үтеп барыусы табип туҡтап:
– Нимә кәрәк ине, иптәштәр? – тип өндәште.
– Бында минең һалдат... Хәле нисек икән? – тип һораны полковник.
– Ҡурҡырлыҡ бер ни юҡ, еңелсә арҡаһы бешкән, мейеһе һелкенгән, әлегә ул ҡаты йоҡлай. – Табип командирға һынамсыл ҡарап өҫтәне. – Һалдатығыҙ йонсоған, уның гемоглобины түбән, тураһын әйткәндә, егет астан интеккәнгә оҡшаған.

Полковник Ковалев, плита иҙәнгә текләп, ыҡ-мыҡ иткәнсе табип китеп барҙы. Сорокин һалдат ашха­наһындағы тәртипһеҙлекте белмәй ине, артынан аптырап ҡарап ҡалды.
– Рядовой Бөр... Э-э-э, фамилияһы нисек әле? – Полковник палата эсенә ымлап, үҙенән бер башҡа түбән замполита баҡты.
– Рядовой Заһитов. – Замполит ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы асҡыланы һәм һоҡланыуын йәшермәй тел шартлатты. – Так точно, Заһитов. Вот, геро-о-ой!
Ковалев быяла аша күҙ ташлап, ауыҙ эсенән бурылданы:
– Уйламаҫһың да... Ҡайһы яҡтан ул?
– Уралдан. Башҡорт, буғай. – Ҡыҫҡа яуапланы Сорокин.
– Былай итәбеҙ... Былай итәбеҙ... – тип уйланып торҙо полковник. – Сүпте өйҙән сығар­майбыҙ. Һалдаттарҙың ҡолаҡтарына киртеп ҡуй, тикшереү килһә – ләм-мим. Танк маневрҙар ваҡытында шартланы һәм вәссәләм! Мин берәй әмәлен табырмын. Баштан һыйпамаҫтар, әммә танышлыҡҡа таянып, оло ғауғаһыҙ ғына үткәреп ебәрергә тырышмын. Капитан Двинянинды армия сафтарынан ҡыуырға – яуаплы мәлдә юғалып ҡалған булдыҡһыҙ офицерҙар беҙгә кәрәкмәй. Ә был... Рядовой Заһитов, тиһең инде – ысынлап та батыр егет! Тик артыҡ шаштырмаҫҡа, герой­лыҡҡҡа юллаһаң, ни өсөн, тип соҡсона башларҙар. Тикшереү үткәнсе аяҡ аҫтында буталмаһын – бер-ике көн карауатта аунаһын да, отпуск йүнләгеҙ, ҡайтып әйләнһен.

Бер аҙыраҡ өндәшмәй торҙо комбат, йәнә палата эсенә ҡарап:
– Шундай ҡураныс ҡына кәүҙәлә ниндәй көс йәшеренгән, ә? Йөрәге ҙур егеттең, ысын һалдат! – тине лә, йылмайып өҫтәп ҡуйҙы. – Ут бөрсәһе...

Тик уның һүҙҙәрендә тамсы ла мыҫҡыллау һиҙелмәй ине. Замполит та, пеләш башын ҡағып йөпләне, ҡуңыр йөҙөн бороп, батыр йоҡлаған карауат яғына йылы ҡарашын һирпте.




Автор: Ғәҙелйән
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)