RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер бүрек бәрәңге

26.01.2019 Бер бүрек бәрәңге

Көҙ яҡынлаша. Шулай ҙа урман-ҡыуаҡлыҡтар, болонлоҡтар, уйһыулыҡтар йәшел күренә. Мәгәр йүкә, ҡайындарҙа, алтын һырғалай, һары япраҡтар баҙлай. Тирә-йүн хозур. Ниндәйҙер ҡоштар моңлана, иләүҙәрендә ҡырмыҫҡалар мыжғый, ботаҡтан ботаҡҡа үрмәкселәр ау һуҙа, үлән араһында бөжәктәр ҡыжмырлай. Тәбиғәт әүәлгесә йәмле һәм йәнле. Донъяға бер ни ҙә булмағандай.

Зәйнетдин ҡарт ҡына көҙҙөң хозурлығына әллә ни иғтибар итмәй. Ҡоҙғон ҡорҡолдауы ғына һиҫкәндереп ҡуя уны. Күңелгә шом һала, донъяның ҡотон ебәрә шул нәғәләт.

Күптән инде йүнле аҙыҡ күрмәгән көтөүсе, етмеште ҡыуған ҡарт һуңғы ваҡытта бөтөнләй хәлдән тайҙы. Әле лә һарыҡтар артынан көскә эйәрә, аяғында йүнләп тора алмай, быуындары тотмай. Ниндәйҙер ҡөҙрәт, алға әйҙәгес уй менән көтөүҙән артта ҡалмаҫҡа тырыша. Ваҡыты шундай: колхоз һарығы тимәй, берәй асарбаҡ һуйып ашауы ихтимал. Ул-был була ҡалһа, бәләне үҙенә ябырҙар, зат-нәҫелен, ғаиләһен мыҫҡыл итерҙәр, тип ҡурҡа.

Ҡарт теткеләнеп бөткән, мамығы сығып торған фуфайкаһын ҡымтып, билбауын ҡыҫыбыраҡ бәйләне, саң ҡунып, һыу һеңеп, ҡояшта ҡатҡан аламанан алама бүреген батырыбыраҡ кейҙе. Был кейемдә урман ҡарасҡыһына, ҡурҡылыҡҡа оҡшап тороуы, ҡапыл ҡаршы осрағандарҙың шөр ебәреүе лә уның өсөн барыбер. Көтөү генә имен, ҡуй ғына теүәл булһын.

Колхоздың ҡуй малы бик ауыр ҡышланы, йәшел бесән көйшәмәгәс, арыҡҡа әйләнде. Әүәлгесә бесәнде мул итеп кем әҙерләһен?.. Ир-егеттәр һуғышта. Ҡарт-ҡоро кәрһеҙ, бисә-сәсә, бала-саға аслыҡтан йонсоған. Бәғзеләр һөйрәлеп тигәндәй йөрөй, үлеп ятҡандар ҙа бар. Мал аҙығы ла март тыуғансы уҡ бөттө. Зәйнетдин ҡарт ҡатҡан ҡамыш, йыла, уҫаҡ ҡайырыһы килтереп ҡарай ҙа бит, күмәк малдың кесе теленә лә йоҡмай. Һарыҡтар көнө буйы йән әрнетеп баҡыра.

Астың асыуы яман. Хатта мал-тыуарҙың да. Бер көн кашарға барып ингәйне, һарыҡтар әллә ниндәй имәнес тауыштар сығарып, үҙенә ябырылды. Уҫал эт һымаҡ килеп йәбештеләр ҙә фуфайкаһын өҙгөсләй, йолҡҡослай башланылар. Ғүмер буйы көтөү көткән Зәйнетдин тәүҙә шаҡ ҡатты, бындай кеше ышанмаҫлыҡ хәлде уның тәү тапҡыр күреүе ине. Ҡарт һушына килде: йыҡһалар, үҙен дә кимерерҙәр, ҡанын эсерҙәр. Аҡырып, баҡырып, әллә ниндәй ғәйрәт менән ҡамауҙы йырҙы һәм кәртәгә менеп ҡотолдо. Йәнә күпмелер иҫе китеп торҙо. Аңына килгәс, һәнәген алып, лапаҫ башына үрмәләне һәм әллә нисә йыл элек ҡалын итеп ябылған, инде серей башлаған һаламды аҫҡа ырғытты. Ошо һалам-һолам, ағас ҡайырыһы менән яҙ еткерҙеләр, ҡыу үләнгә сыҡтылар. Күгүлән ҡалҡҡас ҡына арыуландылар, теремекләнделәр.

Йорт-ил өсөн бер фажиғә инде ҡәһәрле һуғыш тыуҙырған аслыҡ. Асҡаҡлаған халыҡҡа имән сәтләүеге лә, киндераш та, алабута ла, күгәрсен дә, ҡарға ла, эсе эскә тейгән эт тә ризыҡ. Бәндәләрҙе ҡырағайға әйләндерә, имандан яҙҙыра икән йотлоҡ. Яуҙыра ғына яфаны, бирә генә ҡазаны. Хатта ки ҡәрҙәштәр­ҙе, ир-ҡатынды, балаларҙы сит-ят итә. Бер көн лапаҫ артына сыҡһа, күрше малай: “Сәпсек бешереп ашайым тигәйнем, сүмес бирмәй­ҙәр”, – тип һыҡтай. Ҡылый күҙ атаһы кесерткән араһына боҫоп, алан-йолан ҡаранып, ҡабалан-ҡарһалан нимәлер һоғона, сәйнәмәй йота. Ғаиләһе астан тилмерә. Ғәжәп тә, ғибрәт тә ҡылып ҡарап торҙо ул.

Өйҙәгеләр хәлдән таймаһын тип, Зәйнетдин ҡарт көпкәләге барлы-юҡлы ризыҡҡа ымһынманы, яҙын һөтлөгән, ҡуҙғалаҡ, әрекмән тамыры, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы менән ҡорһағын тултыр­ҙы. Йәйҙе лә тәбиғәт тәғәме менән туйынып үткәр­ҙе. Инде үлән ҡатты. Сей балан, миләш сәйнәп, һыу уртлап ҡына көндән-көн мөсһөҙләнгән тәнде, аш талап иткән ашҡаҙанды алдап булмай. Көтөүсенең үҙәге яман көйҙө, эсе янды. Ҡорһаҡтарын кәпәйтеп, сауҡалыҡҡа барып ятҡан һарыҡтарға ҡарап: “Ниңә әҙәм заты ла мал-тыуар кеүек үлән утлап тамағын туйҙырмай икән?” – тип үртәлде. Йәшелерәк бер нисә ҡайын япрағын, юл үләнен сәйнәп ҡараны, ҡырмыҫҡа майын яланы.

Ҡышҡы аслыҡтан һуң ниндәйҙер хикмәт менән донъяға килгән ике бәрәс, имергә теләп, морондары менән инәләренең имсәген тызыр­ға кереште. Әүәл малайҙар асыҡһа, кәзәләрҙе тотоп имә торғайны. Ауылда һарыҡ һауып сыр ҙа яһанылар. Булһа икән хәҙер шул ашамлыҡ… Көтөүсе, эсе өҙөлөп, аҡ татырға ынтылды, әммә бәрәстәрҙе йәлләп, туҡтап ҡалды. “Улар ҙа бит сабый, сабый ғына. Ниндәй күңел менән улар имер һөттө һурмаҡ кәрәк. Выждандан яҙаһыңдыр һин, ҡарт алаша”, – тип үҙ-үҙен битәрләне.

Шул саҡ уны ҡайҙандыр ел килтергән бәрәңге еҫе һиҫкәндерҙе. Берәйһе бәрәңге бешерә, күрәһең. Яҡында ғына колхоздың илле сутый ерҙе биләгән бәрәңге баҡсаһы, унан ары – арыш баҫыуы. Мәгәр йәнең сығам тигәндә лә бәрәңгегә лә, арышҡа ла тейергә ярамай. Бер ус ҡурмас ҡурған өсөн төрмә менән янайҙар. Янап ҡына ҡалмайҙар, бер нисә йылға ултырталар.

Бәрәңге еҫе ауыҙ һыуын ҡойолдора. Их, тәмләһәң ине… Яҙын бригадир ялбарып килгәс, кеше күңелле Зәйнетдин ҡарт күҙ ҡараһылай һаҡлап тотҡан дүрт биҙрә бәрәңгеһен биреп сығарғайны. Үҙ баҡсаһына ултыртһа, әле тамам йонсоп, һеләгәйе ағып, шул тиклем астан тилмермәҫ ине, моғайын. Зиһене зиңкеп, ҡапыл башына зәһәр уй бәрҙе: колхозға биргән дүрт биҙрә бәрәңгенең, исмаһам, дүрт бөртөгө миңә яҙһа, яҙыҡмы? Шул уй менән ҡеүәтләнеп, Зәйнетдин ҡарт колхоз баҡсаһына тәнтерәкләне.

* * *
Был ваҡытта Бүре Олоған түбәһендә, һарғылт һоро күҙҙәрен баҙрайтып, пәләүәт Хәсбетдин тирә-йүнде күҙәтеп ята ине. Әле генә колхоз баҡсаһынан өс-дүрт төп бәрәңге йолҡоп, бешереп, самаһыҙ күп һоғоноуҙан күңеле болғанып, кикереп ята һәм ауылдаштарын тотоп фашларға һағалай ине.

Хәсбетдин Мәлғүн Мәлик нәҫеленән. Мәлик – халыҡ ҡәһәрләгән, ләғнәт иткән бәндә. Уның ҡәбәхәтлектәрен ҡәрҙәштәре әле лә ерәнеп, ытыр­ғанып һөйләй. Утыҙынсы йылдарҙа күмәк хужалыҡҡа баш булған был дуңғыҙ байтаҡ кешене бысраҡҡа буяп, төрмәгә яптыра, ҡатын-ҡыҙҙы имгәткәнсе, бәпестәре төшкәнсе ҡамсы менән яра. Ниһайәт, ләғин үҙе лә төрмәгә барып эләгә. Тотҡонда интеккән ырыуҙаштары уны “Паразит!” тип, башын бәҙрәф биҙрәһенә тығып тонсоҡтора. Мәгәр мәлғүндең мәлғүне, әшәкенең хәшәрәте ҡала.

* * *
Зәйнетдин йәш сағында олуғ ҡарттан ҡыҙыҡһынып һорағайны:
– Олатай, был донъяла кешеләр, уларҙың холҡо, ғәҙәттәре төрлө-төрлө. Яҡшылар, изгеләр аҙ, мут әҙәмдәр, алдаҡсылар бихисап. Яманлыҡ ҡылғандар, нәфрәт уятҡандар… Ҡайғы-йәш күп. Ниңә шулай?

– Улым, был һорауыңды биреп, бик борондан ҡалған ғибрәтле хикәйәтте хәтеремә төшөр­ҙөң. Уны һөйләйем, бәлки, был ғилләнең асылына төшөнөрһөң. Аҡыллыға – ишара, – тине. – Тәүбабабыҙ Әҙәмде яратырға теләп, Аллаһы тәғәлә үҙенең фәрештәләрен бер ус тупраҡ алыу өсөн Ер йөҙөнә ебәргән. Тупраҡ алмаҡ булғанда һәр ҡайһыһына Ер: “Алла исеме менән ант итәмен, минән тупраҡ алма”, – тигән. Ерҙе хөрмәтләп, Ябраил фәрештә лә, Исрафил фәрештә лә, Микаил фәрештә лә тупраҡ алмаған. Шунан Ғазраилды ебәргән. Ер уға ла тупраҡ алыуҙы тыйған. Ғазраил иһә: “Һинең һүҙеңдән Аллаһы Тәғәләнең хөкөмөн тотмаҡ артыҡ”, – тигән дә, Ер йөҙөнөң мәшриҡтән мәғрипкә ҡәҙәр төрлө еренән ҡырҡ аршын тиклем ер алып, Аллаһы хозурына илткән. Хаҡ сөбханә вә тәғәлә: “Ер һиңә ант әйтмәнеме ни?” – тип һораған. Ғазраил ғәләйһиссәләм: “Эйе, әйтте, тупрағымды алма, тип һуҡранды. Ләкин һине артыҡ күрҙем”, – тип яуаплаған. Аллаһы Тәғәлә Ғазраилға әйткән: “Ергә мәрхәмәт ҡылманың, күңелең ҡаты һинең. Әҙәмдәрҙең йәнен һин алырһың!”

“Әҙәм уғылдары араһында изгеләр үә пәйғәмбәрҙәр ҙә барҙыр, уларға мине асыулы үә нәфрәтле итәһең. Мине ғәфү ҡыл, йән алыу­сы ҡылма”, – тип ҡайғыға ҡалған Ғазраил. Хаҡ сөбханә вә тәғәлә уны шулай йыуатҡан: “Әҙәм уғылдарына төрлө ауырыуҙар яратырмын. Үлеүҙе ауырыуҙан тип белерҙәр, һине ғәйепләмәҫтәр”.

Ғазраил ғәләйһиссәләм Ерҙән алған тупраҡта төрлө тупраҡ булған: аҡ, һары, йәшел, зәңгәр, ҡара, йәнә саф үә сихәтле. Әҙәм иһә тупраҡтан яралған. Шуның өсөн әҙәм балалары төрлөһө төрлө сифатталыр, улым.

Ғазраил килтергән тупрағын Мәккә менән Таиф араһына ҡуя. Хаҡ Тәғәлә был тупраҡҡа ҡырҡ көн ямғыр яуҙыра. Утыҙ туғыҙ көн яуған ямғыр ҡайғы даръяһынан, бер көнлөк ямғыр ғына шатлыҡ даръяһынан була. Шуның өсөн дә әҙәм балаларының ҡайғы-хәсрәте шатлыҡтан күберәктер.
– Олатай, ә ниңә кешеләр бер-береһенән көнләшә, бер-береһенә хаслыҡ ҡыла? Ниңә яҡшыларҙың да балалары юлдан, имандан яҙа икән?
– Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмде ярат­ҡанда Ғазазил, йәғни Иблис әйтә: “Әгәр Аллаһы Тәғәлә уны артыҡ ҡылһа, уға хас булырмын, әгәр минән дә артыҡ ҡылһа, һәләк итермен”. Һәм шул замандан кафырға әйләнә. Әҙәм ғәләйһиссәләм иһә шул ҡәҙәр матур була, хатта фәрештәләр хайран ҡала. Әҙәм йылмайып көлһә, ҡояш нуры кеүек нурлана…

Ғазазил тәүҙә күктә лә, ерҙә лә, ожмахта ла ғибәҙәт ҡылып, фәрештәләргә вәғәз, өгөт-нәсихәт уҡый. Тора-бара мин-минлеккә бирелеп, күңеленән уйлай: “Ғаләмдә ғибәҙәттә миңә тиңдәш юҡ, Ер йөҙөндәге хәлифәлеккә лә минән башҡа лайыҡ һис кем юҡ”.
Хаҡ сөбханә тәғәләнең ҡушыуы буйынса фәрештәләрҙең барсаһы Әҙәм ғәләйһиссәләмгә сәждә ҡыла. Ғазазил баш эймәй, тәкәбберлек ҡыла, ләғнәткә инә, фәрештә сүрәтенән ен сүрәтенә әйләнә. Хаҡ Тәғәлә әйтә: “Эй, ләғин, ни өсөн минең хәлифәгә сәждә ҡылмай­һың?” Ләғин: “Мин унан артыҡ, мине яҡты уттан, Әҙәмде ҡара тупраҡтан яраттың. Ут балсыҡтан хәйерле”, – тигәс, Ғазазил исеменән Иблис исеменә күсә. Иблистең мәғәнәһе “Алланың рәхмәтенән өмөтһөҙ” тигәнде аңлатыр. Аллаһы Тәғәлә кеселек ҡылғанды ғына күтәрер.

Ғазазил сәждә ҡылмағас, уның кәрәмәт кейемен һалдыралар. Ябраил, Микаил, Исрафил, Ғазраил һәм башҡа фәрештәләр ләғнәт ташы атып, уны Күктән Ергә төшөрөп, даръя төбөнә ебәрә. Бер аҙҙан Ғазазил даръянан башын сығарып, үҙенә ҡараһа – йөҙө ҡап-ҡара, ҡәбәхәт сүрәтле. Халыҡ уны шул ҡиәфәттә күрһә, һуштан яҙыр ине. Ғазазил бына шулай Күктән мәхрүм булып, мөртәткә әйләнә. Ул Хаҡ Тәғәләгә ялбара: “Эй, Раббым, бик күп йылдар буйы ғибәҙәт ҡылдым, уның хаҡын бир!” Хәбәр килә: “Әйт, ни теләй­һең?” Иблис: “Ҡиәмәткә ҡәҙәр оҙон ғүмер бир!” – ти. Аллаһы Тәғәлә уға ахыр заманға ҡәҙәр ғүмер бирә. Иблис барса әҙәм балаһын аҙҙырырға ант итә. Хаҡ Тәғәлә: “Ҡара халыҡты, йәғни наҙандарҙы аҙҙырырһың, әммә мине олуғ ҡылыусыларға юл таба алмаҫһың. Һинең быға ҡөҙрәтең юҡ”, – ти.

Әҙәм күрә: бәғзеһе уң яғында – аҡ йөҙлөләр, бәғзеһе һул яғында – ҡара йөҙлөләр. Бәғзеһе һары йөҙлөләр, бәғзеһе зәғиф, бәғзеһе күҙһеҙ, бәғзеһе аяҡһыҙ, бәғзеһе ауырыу, бәғзеһе сәләмәт… “Йә, Раббым, быларҙы ниңә тигеҙ яратманың?” – ти Әҙәм. “Аҡ йөҙлөләр ҡара йөҙлөләрҙе, һауҙар зәғифтәрҙе, күҙлеләр күҙ­һеҙҙәрҙе, аяҡлылар аяҡһыҙ­ҙар­ҙы күреп шөкөр ҡылһын өсөн”. “Уң яғымда – аҡ йөҙлөләр. Улар кемдәр?” “Ожмахлылар!” Әҙәм быны ишетеп һөйөнә. “Һул яғыңдағылар – тамуҡ халыҡтары”. Әҙәм илай…

Ғибрәтле хикәйәтен тамамлап, олуғ ҡарт, төшөңдөңмө инде, тигәндәй, Зәйнетдингә баҡты һәм шуны ла өҫтәне:
– Бәйғәмбәрҙәр өгөтө менән әйтәм, эй, ҡәрҙәш, залимлыҡ ҡылыуҙан һаҡлан. Ҡаты бәғерлелектән үҙеңә һәм балаларыңа насарлыҡ килер. Ғазазил, йәғни Иблис залимлыҡ ҡылып, Әҙәмде ожмахтан сығара, үҙе ләғнәт алып, ҙур хөрмәттән михнәткә, мәңгелек тамуҡҡа төшә. Шуны һис ҡасан онотма!

Олуғ ҡарттың әйткәне бер тылсым булып, Зәйнетдиндең йөрәгенә ятты. “Яҡшынан яман тыуҙы, тип көйөнмә, ямандан яҡшы тыуҙы, тип һөйөнмә”, – тигәне лә. Шуға ла Иблис төкөргән ҡара йөҙҙәр, күңеле зәғифтәр менән аралашып, улар менән тел әрәм итеп барманы ул. Мәлғүн Мәликтең улы Хәсбетдиндең эсендә лә ҡорт мыжғыйҙыр кеүек тойолдо уға.

* * *
Һуғыш башланыуға бер нисә ай ғына үткәйне. Хәсбетдинде ялан кәртә тотошорға Зәйнетдин ҡартҡа ярҙамға ҡуштылар. Һүҙһеҙ генә уҫаҡ әрсенеләр. Илде яу, халыҡты хәсрәт баҫҡан саҡта хәбәрҙән эш артыҡ. Мәгәр төрлөһөн уйлап йөрәк яна, төтөнө башҡа ҡаба. Шым ғына йөрөгән Хәсбетдиндең итәгенә лә ут төшкәндәй күренә. Зәйнетдин ҡарттың ейәне Имаметдин, илгә килгән дау-яуҙың асылын белергә тырыш­ҡан гонаһһыҙ йән генә, шау килеп төпсөшә:

– Ҡарттай, нимес ҡартнәйем һөйләгән әкиәттәрҙәге дейеү, аждаһа кеүекме?
– Беҙҙең һымаҡ кешеләр, мәгәр аждаһа кеүек уҫалдар, булғанға шөкөр итмәгән нәҫтәләр. Беҙҙең азатлыҡты быуыр, еребеҙҙе баҫып алыр өсөн ҡаты һуғыш асҡан яуыздар.
– Улар беҙҙе еңерме?
– Йорт-илгә ҙур зыян итерҙәр, ләкин еңә алмаҫтар, халыҡтың ләғнәтен алып, тамуҡҡа төшөрҙәр…
Ауыҙ асып һүҙ ҡатмаған, бөгөн нишләптер үҙен сәйерерәк тотҡан Хәсбетдин төштән һуң ғына телгә килде:
– Зәйнетдин ағай! Һин – ырыуҙаш, ҡандаш, аңларһың тип уйлайым. Һуғышҡа алынып, һис кенә лә үлеп ҡалғым килмәй. Мин бит әле йәш, йәшәгем килә. Балтаң менән сап минең бармаҡтарҙы! Яңылыш саптым, тиерһең…
Аяҙ көндәге йәшен һымаҡ был хәбәрҙән иҫһеҙ ҡалды Зәйнетдин ҡарт, йөҙө ағарып, тәне сымырлап китте.
– Бәйел аҙһа, башҡа бәлә килер, Хәсбетдин. Хоҙай Тәғәлә тыйғанды ҡылып, башыма гонаһ алаһым юҡ, – тине ул һушына килеп.
– Ҡайҙа ул Хоҙай? Булһа, һуғышты туҡтатыр, һап-һау, йәп-йәш кешеләрҙең йәнен ҡыйырға юл ҡуймаҫ ине.
– Яңылышаһың, Хәсбетдин. Ир-егеттәребеҙ бит ер-һыуыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы ҡурсырға, йән ҡыйыусыларҙан арындырырға алышҡа китә, йәш быуын ирекле йәшәһен өсөн башын һала. Аҙған илдең балдары ғына хаслыҡ ҡыла.
– Ер-һыуым, ил-йортом минең бында. Сит-ят, кафыр-көфөр өсөн мин дөмөгөргә тейешме? Сап! Сапмаһаң…
Иҫәр, еңдем, аҡыллы, ҡуйҙым, тиер. Яһил менән яһиллашмай, арыраҡ китте Зәйнетдин ҡарт. Ләкин эстән бик ҡаты әсенде: “Ырыуҙаш, имеш, ҡандаш, имеш. Иблис һиңә ырыуҙаш!”

Хәсбетдин иһә ситтәрәк бағана соҡоро соҡоп маташҡан Имаметдинды саҡырып алды ла, утын­ға тип, нәҙек ағас-моғасты турарға бойор­ҙо, үҙе тотоп торған булды. Уның ниәтен аңғармаған үҫмер, үҙен күрһәтергә, бер сабыуҙа ағас­ты өҙөргә тырышып, бар көсөнә һелтәнде. “Беләгеңә көс ултырған икән, егет булғанһың. Маладис!” – тип, Хәсбетдин уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы. Шунан самалап-самалап торҙо ла, ҡулын балта аҫтына тыҡты.

Йөрәк өҙгөс тауыш һауаны телде. Ҡобараһы осҡан Имаметдин үҙен ғәйепле һанап, нишләргә белмәй өҙгөләнә. Ҡулынан ҡан субырлаған Хәсбетдин яман ыңғыраша. Ҡарт был күренеште күреп һыҡтаны: “Көфөр! Ниәтен ҡылған бит, бала йәнен йәрәхәтләгән бит был мәлғүн. Ах, мәлғүн!..”

Шоңҡар.
(Дауамы бар).



* * *
Һуғыш мәлендә илдә илбаҫар аждаһа һымаҡ зәһәр сәсһә, Ҡоҙғон ауылында Хәсбетдин ажғырҙы, барыһының ҡотон алды. Әйтерһең, ул үҙе өҙҙөргән бармаҡтары, “Тупыс Хәсбетдин”, “Иблис Хәсбетдин” ҡушаматы өсөн аяуһыҙ үс алды. Ауылдаштарының үҙ-ара: “Ҡан һурып йәшәгән хас бет,” – тигәндәрен дә ишетә ине. Баҫыу ҡарауылсыһы итеп ҡуйғастары, оторо ҡоторҙо, оторо ҡанһыҙланды шул.

Бына тағы тоғона кесерткән тултырҙы ла, эйәргә элеп, ағас ышығынан баҫыуға яҡынлашты һәм, ер аҫтынан ҡалҡҡандай, башаҡ сүпләгән балалар алдында пәйҙә булды Хәсбетдин, һөҙөшкәк үгеҙ кеүек үкереп ебәрҙе. Атынан һикереп төшөп, ҡоттары алынып ҡатып ҡалған бер нисә малайҙың ыштандарына кесерткән тыҡты. Бот аралары зәңкеп әрнеүҙән үрһәләнгән меҫкендәр зар илай. Әүәл Хәсбетдинде өнәмәгән, әле яуҙа йөрөгән азаматтарҙың малайҙары. Уның ҡулына эләк¬мәгәндәре башаҡтарын ташлап, йән-фарман ҡаса. Хәсбетдин уларға ҡарап хахылдап көлдө лә аты менән баҫтырҙы. Тегеләр йөрәктәре ярылыр хәлгә етеп ҡамылға ауғастары, ары сапты.

Урман араһындағы баҫыуҙа өс-дүрт ҡатын башаҡ сүпләп йөрөй. Уларҙан алыҫырағы, сауҡалыҡ эргәһендәге, йәшерәге, егет сағында Хәсбетдин күҙе төшөп йөрөгән Хәҙисә лә баһа! Хәҙисә… Уға һыр бирмәгән һылыу Хәҙисә… Күпме уның артынан йүгерҙе, күпме инәлде, күпме ымһынды. Мәгәр Хәҙисә уны бар тип тә белмәне, башҡаны иш итте. Бөгөн һин Хәсбетдингә инәлерһең, Хәсбетдингә ялбарырһың! Әле генә малайҙарҙы баҫтырып талағы ташҡан яһил шул уйынан тәнендә рәхәтлек, ләззәт кисерҙе, күҙҙәре осҡонланып китте.

Пәләүәтте шәйләгән бисәләр йыртҡыс януарҙан өрккән кейектәй күҙҙән юғалды. Хәсбетдин атын яндыра һыҙырып, Хәҙисә артынан төштө һәм уны сауҡалыҡта уҡ ҡыуып етте.
– О-һо, Хәҙисә, шәп икәнһең! Шәп… Колхоз баҫыуынан ярты тоҡ башаҡ урлағанһың.
– Урламаным, йыйҙым. Барыбер ятып серей.
– Башаҡ колхоздыҡы. Уполномучҡа башырһам, башың төрмәлә серер.
– Һинеке лә серер. Беҙҙән тартып алғанын үҙең ашайһың бит.
– Буй бирмәй, иш-ш-шеү телләшеп тораһың. Минеке бул, тип күпме инәлдем, ыҡҡа килмәнең. Егет саҡтан һарыуымды ҡайнатаң. Бисәм булһаң, әле былай этләнмәҫ инең, Хәҙисә. Танһығымды ҡандыр! Ҡандырһаң, барыһын да кисерәм.
– Кит, әшәке!
– Шулаймы ни? Һаман буйһонмайһыңмы ни? Күрһәтәм мин һиңә хәҙер әшәкене!

Күҙҙәре аларған Хәсбетдин һеләүһен һымаҡ ҡорбанына ырғыны. Уның ат өҫтөнән ташланырын көтмәгән Хәҙисә артҡа сигенде һәм ағасҡа эләгеп йығылды. Нәфсеһе аҙған, шайтаны ҡоторған ирҙең аяу белмәҫен тойған ҡатын йән өҙгөс итеп ҡысҡырҙы, асырғанып тибеште. Итәге асылып, күҙҙәрҙе арбағыс боттарын күргәс, Хәсбетдин оторо ярһыны, оторо ҡыҙышты. Тәнен ытырғандырғыс һәрмәүенән ерәнеп, ярһып, көсләүсенең ни еренәндер тешләп алды Хәҙисә. Хәсбетдин яман итеп ҡысҡырҙы ла тупыс ҡулы менән Хәҙисәнең эсенә тондорҙо һәм һыны ҡатҡан ҡатынға һалъя һымаҡ ҡаҙалды.

Ошо тирәлә көтөүен әйҙәгән Зәйнетдин ҡартты тетрәндергес, йән өшөткөс сеңләү һиҫкәндерҙе. “Йә Хоҙа, тағы ла кемдер бәләгә юлыҡҡан, күрәһең. Эй был донъя!” – тип, көтөүсе тауыш сыҡҡан яҡҡа туңҡанланы. Килеп етһә, әлеге лә баяғы Хәсбетдин, Иблис Хәсбетдин… Ярым шәрә Хәҙисә ер тырнап үкһей: “Ошонда ғына аҫылайым, аҫылайым да ҡуяйым! Балам ғына йәл, балам ғына…”

* * *
Хәле тамам мөшкөлләнде, күҙ алды ҡараңғыланды, миңрәгән һарыҡтай башы әйләнде Зәйнетдин ҡарттың. Баҡсаға етергә ун-ун биш аҙым ҡалғас, хәле бөтөп, тағы ергә ауҙы. Был араны тырмашып, шыуышып үтте. “Кеше-фәлән шәйләмәһен өсөн йылан һымаҡ шылыша. Изге бәндәне лә тамуҡҡа төшөрә икән ас тамаҡ, – тип, үҙенсә һығымта яһаны көтөүсенән күҙ яҙҙырмаған Хәсбетдин. – Хәлләнеп китһә, ер өҫтөндә һин дә мин йөрөп ятһа, бер көн ҡарттың уны фашлауы, бар ғәләмгә рисуай ҡылыуы ихтимал. Һуғышҡа бармаҫ өсөн бармаҡтарын саптырыуына, Хәҙисәне мәсхәрәләүенә бары ул шаһит. Хәҙисәнең ире яуҙан иҫән ҡайтһа, ҡатыны ни арҡала үҙенә ҡул һалыуын белһә, уны бет һымаҡ һытыр. Шуға ла ҡартты дөмөктөрөү һәм ер ҡуйынына оҙатыу хәйерле. Бөгөн иң уңайлы мәл. Аслыҡтан миктәп, йығылып үлгән, тиерҙәр.”

Бына ул Хоҙай Тәғәлә Әҙәмде яратҡан, бойҙайын да, арышын да, бәрәңгеһен дә, башҡа ниғмәтен дә бар иткән тупраҡ. Ошо илаһи тупраҡҡа бармаҡтарын батырып, ике төптән ҡаҙ йомортҡаһындай дүрт бәрәңге һәрмәп алды һәм бүрегенә һалды Зәйнетдин ҡарт. Хәлләнергә берәүһен сей көйө, өсәүһен ҡуҙлы көл-күмерҙә бешереп, яйлап, тәмләп кенә ашар… Шул саҡ уның тәнен семерҙәтеп, йәнен өтөп, уҫал тауыш яңғыраны:
– Эләктеңме, бәрәңге буры!
Хурлыҡлы һүҙ ишетеүҙән ҡарттың йөрәге тетрәне, бөтә тәне утҡа бешкәндәй янды. Башын ҡалҡытһа, ҡаршыһында ҡорбанын боғаҙларға әҙерләнгән бүре һымаҡ ажрайып, пәләүәт Хәсбетдин баҫып тора.
– Аллаһы Тәғәләңдең иң изге бәндәһе булып күренә инең, ә үҙең уғрыһың.
– Кем уғры? Хоҙайҙан ҡурҡ, Хәсбетдин!
– Күрәһеңме, әле мин – Хоҙай! Мин – хөкөмдар! Мин һине ярлыҡамайым, ә язалайым! Бәрәңге һабағындағы ошо бөжәкте һытҡан һымаҡ һытам!
– Ниңә һытаң?
– Үс итеп, үс… Бармағымды сапманың. Барыбер һуғышҡа барманым, теләгемә ирештем, барығыҙҙы ла орҙом, Хәҙисәне лә… Хәҙер көтөүеңдән бер-ике һарығыңды ла һуйып ашайым!
– Күк үҙеңә ләғнәт ташын орһон, ләғин…

Хәсбетдин шартлар сиккә етеп, үкереп ебәрҙе: “Үл-л-тер-р-әм!” Ҡуҙғала ла алмай ятҡан бисараның өҫтөнә менеп, уны тапарға, һикереп-һикереп иҙергә кереште. Һулыштары ҡыҫылып, ғыж-ғыж килгән ҡарттың “Хәш-ш-шәрәт!” тип ытырғанып әйткән һүҙе күкрәгенән һығылып, өҙөлөп сыҡҡас, кирза итеге менән уның ауыҙына баҫты һәм сикәһенә типте. Ҡоно ҡанғас, ҡорбанын аяғынан һөйрәп алып китте. Тирә-йүнгә шом һалып, тағы ҡоҙғон ҡорҡолданы...

Зәйнетдин ҡарт зым-зыя юҡ булды. Аслыҡтан миктәп яталыр, тип уйланылар. Иртәгәһен колхоздың бәрәңге баҡсаһынан бөтә ауыл таныған бүреген генә таптылар. Ейәне Имаметдин көтөү көткән ерҙәрен ҡыҙырып эҙләй-эҙләй арманһыҙ булып ҡайтып йығылды. Дүртенсе көндө балан йыйырға барған малайҙар күрәнлектә, ҡыуаҡтар араһында кәүҙәһен күреп, ҡурҡып ҡайтты.

Һаҙлыҡта, һалҡын ерҙә ятҡас, еҫләнмәгән. Мәйет йыуған ҡарттар, кейемен һалдырғас, тәне күгәреп, ҡарағыһыҙ булғанын күреп, ҡабырғалары онталып бөткәнен тойоп, шаңҡыны. Әүлиәләй кешене ниндәй бәдбәхет шулай мыҫҡылланы, иҙгесләне икән?.. Ауылда ундай таш бәғер, ундай ҡәбәхәт берәү генә – Хәсбетдин. Уның ғына эшелер, тинеләр, яманлыҡтарын һөйләп, хаслығына шаҡ ҡаттылар. Хужа юҡта эт хужа шул, уның ҡойроғон ҡыҫтырыр егеттәр фронтта шул. Уполномучҡа аш биреп ярай, бөгөн аш батшаны ла еңә шул. Был хәбәрҙе ишеткәс, Имаметдин ныҡ ярһыны: “Әшәкене юҡ итәм, Хәсбетдинде үлтерәм!” Тыйҙылар. Ямандан үрнәк алма, ямандың үҙ бәләһе үҙенә етер, тинеләр.

Был ваҡытта ҡартатаһын ерләү хәстәре көслөрәк ине. Кәфенлек тә тауар юҡ. Ауыл буйлап эҙләнеләр, һоранылар. Бер кемдә лә булмай сыҡты кәфенгә тәғәйен аҡ киндер. Уның урынына уҡытыусы Әсмә апай яңы ғына һуғылған, тап-таҙа итеп йыуылған балаҫ бирҙе. Зәйнетдин ҡартты ошо балаҫҡа төрөп ер ҡуйынына һалдылар. Һәйбәт, бик һәйбәт кеше ине, тип мәңгелек йортҡа оҙаттылар.

* * *
Ҡарттаһы әхирәткә күскәс, күп тә үтмәй, Имаметдин тракторсылар курсына уҡырға юлланды. Уҡыу, ауыр көнитмеш ҡайғыһы ҡарттаһын юғалтыу ҡайғыһын баҫты, әшәкенән үс алыу ужарын һүрелдерҙе. Атаһының һуғышта батырҙарса һәләк булып ҡалыуы хәбәре, һуңынан иһә бөлгән хужалыҡты тергеҙеү, көн-төн тынмаған колхоз эше дарманын алды. Шулай бер-бер артлы йылдар үтте. Имаметдин мыҡты кәүҙәле, типһә тимер өҙөрлөк ир-егет булып буйға етте, бәхетте эшендә күрҙе, Зәйнетдин ҡарттаһының: “Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот,” – тигәнен онотманы.

Колхозда мал ҡураларын яңыртырға ҡарар ҡылдылар. Һыйыр-башмаҡ та, Зәйнетдин ҡарт ҡырылыуҙан һаҡлап алып ҡалған ҡуй малы ла ишәйгәйне. Ҡышын Имаметдинды тракторы менән урманға ағас әҙерләшергә ебәрҙеләр. Яҙмыш осрағымы, тормош һынауымы, ниндәйҙер ғиллә менән уға олон тағыусы булып Хәсбетдин тура килде.

Имаметдин бер-нисә олондо асыҡ урынға тарта ла йәһәт кенә кире борола. Туҡтап тормай, ен һымаҡ йөрөй. Ҡар ҡалын. Шыбыр тиргә төшкән Хәсбетдин, бот төбөнән көрткә батып, ух та бух килә, асыуы ҡабарып, уны шундай эшкә ҡушҡан кешеләрҙе инәһенән алып һүгә.
Уның һытыҡ йөҙөн күреүҙән, әшәке һүҙҙәрен ишетеүҙән Имаметдиндың хәтере баҙланы, асыуы ҡабарҙы һәм башына зәһәр уй йүгерҙе: был “бет”те тракторым менән ағасҡа ҡыҫайым да ҡуяйым, йөрөмәһен ҡанды боҙоп, тәҡәтте ҡоротоп. Ер йөҙөндә бер әшәке кәм булыр, исмаһам. Тракторын ҡапыл артҡа биреп, газын арттырҙы. Әжәл хәүефен тойған Хәсбетдин үрһәләнә, яр һалып ҡысҡыра: “Имай тапата! Үлтерә!..”
Ҙур психик кисерештәнме, Хәсбетдиндең һөрәнләүенәнме, әллә үҙен бер илаһи көс ҡурсалауҙанмы, күҙ асып йомған арала Имаметдинды тетрәткес, уятҡыс күренеш – ҡарттаһының хафалы йөҙө пәйҙә булды һәм иҫән саҡта һамаҡлаған һамағы мейеһенән зыңлап үтте: “Яман әҙәм билдәһе – асыу менән үсе күп…” Имаметдин тракторын шып туҡтатты. Саҡ-саҡ ҡына иҙелмәй ҡалған, мәйет төҫө ингән Хәсбетдин ағас тартҡан таҡыр юлға төшөп, яман итеп һүгенеп, артына ла ҡарамай һыпыртты. Имаметдин иһә йән тиргә төшөп, хәтеренә килгән һамаҡты хәҙис, бәйғәмбәр әйткән һүҙҙәр һымаҡ ҡабатланы: “Яҡшы әҙәмдә ҡон булмаҫ, яман әҙәмдә моң булмаҫ… Ярай әле яман рәнйеүҙән яман уйымды бойомға ашырманым, яманатҡа ҡалманым. Әлдә һушыма килдем, әлдә үлтермәнем, ғүмер буйы ыҙа сигер, выждан ғазабы кисерер инем. Ҡартатайымдың изге рухы араланы, күрәһең”.

* * *
Һуңынан да кенә ҡыуманы Имаметдин. Эшһөйәрлеге, итәғәтлелеге менән танылды. Олоһо ла, кесеһе лә хуп күреп, колхоз рәйесе итеп һайланы. Хәсбетдиндең эт-бете генә тешләшеп маташты маташыуын, ләкин был серәкәй безләгән кеүек кенә булды. Йүнсел хужа ҡулы тейгәс, хужалыҡ алға китте, көнитмеш арыуланды.

Ҡыҙыу ураҡ мәле ине. Игенселәр кемуҙарҙан ярышып эшләй. Һәр кемдә – ғәм, сәм. Уңыш мул, уңыш хайран ҡалырлыҡ. Гәрәбәләй бойҙай йәшәүгә йәм, ләззәт бирә. Аллаға шөкөр, тамаҡ туҡ, күңелдәр көр, донъялар имен. Һуғыш мәлендәге тамуҡ бөткән, көндәр ожмах кеүек, өҫтәл тулы ризыҡ. Ҡәҙерен генә бел!..

Хәсбетдиндең комбайндан ырҙын табағына иген ташыған улына тейгән аш та шөкөр итерлек. Ләкин Хәсбетдин генә ҡәнәғәт түгел, үҙе туйһа ла, күҙе туймай.
– Хәбир улым, – тине ул бер көн шым ғына. – Ҡара ҡыуаҡҡа, эҫкерт эргәһенәрәк ышыҡ урынға бер машина бойҙай бушат. Тоҡтарға тултырып, өҫтөнә бесән тейәп, ат менән алып ҡайтырмын. Эсте тишмәҫ, ҡош-ҡортҡа, мал-тыуарға ҡыш буйы ашатырлыҡ ем булыр.
– Белеп ҡалһалар, баштан һыйпамаҫтар, атай.
– Кем белһен, кем күрһен? Ырҙын тулы аш, ҡайҙа һалырға белмәйҙәр. Шундай мәлде файҙаланып ҡалырға кәрәк…
Көндәлек эшкә һәм ярышҡа йомғаҡ яһағанда бәхәс сыҡты, ураҡ башынан ал бирмәгән игенсе зыҡ ҡупты:
– Мин ғәҙеллек талап итәм. Аллаһи-биллаһи, кисә Хәбирҙең ЗИЛ-ына ун ике бункер иген бушаттым.
– Минең баш икеме? Ун бер йөк кенә ҡабул иттем. Имаметдин ҡусты иҫәп-хисапты яҡшы ҡуйған, бына ҡағыҙҙар, – тип үҙ дөрөҫлөгөн дәлилләне ырҙын табағы мөдире.
– Бер машина иген ҡайҙа, Хәбир?

Тәүҙә белмәмешкә һалышһа ла, хәлдең киҫкенләшеүен күреп, Хәбир ғәйебен таныны. Алтын кеүек дүрт тонна иген аслыҡтан миктәгән көтөүсе Зәйнетдин ҡарт алған бер бүрек бәрәңге генә түгел ине. Уның ейәне колхоз рәйесе Имаметдин эште ҙурға ебәрә ала ине. Мәгәр урланған игенде колхоз келәтенә ҡайтарыу, егеткә ҡаты иҫкәртеү яһау менән генә сикләнде. Егетте атаһы ҡотортҡан, яҙыҡ юлға этәргән бит. Унан һуң, холҡо менән Хәбир, Хәсбетдиндән бигерәк, кешегә ипле, ихтирамлы инәһенә тартҡан. Ауылда бер кемдең дә ауыҙынан: “Имаметдин ҡартатаһы өсөн үс алды,” – тигән һүҙ сыҡманы.


***
Хәсбетдин ете төн уртаһында имәнес төш күрҙе. Ҡатын сүрәтен¬дәге бер бисара ҡаҡ таяҡ менән уның башын яра һуҡмаҡсы итә, ҡарас¬ҡы ҡиәфәтендәгеһе уны ҡаҙ йомортҡаһындай бәрәңге менән тәмей. Бәрәңге тигәне ләғнәт ташы ла баһа! Хәсбетдин ҡото алынып аҡыра. Кесерткәндән сағылыуҙан тәндәре упсыған малайҙар йәш аралаш көлә…

Хәсбетдин һаташып, яр һалып уянды. Йәне болоҡһоп, тәне ҡалтырап, башҡа йоҡлай алманы. Нишләргә белмәй тышҡа сыҡһа, ауыл өҫтөндә ҡояш балҡый, ҡоҙғондар ҡорҡолдашҡан яҡта ғына – ҡарағусҡыл болот, төтөн кеүек күкһел томан. Был ни ғиллә, был ни хикмәт: ауылда – сыуаҡ, йәнәшәлә генә тиерлек – ҡараңғы…

Хәсбетдин әүәлге колхоз баҡсаһын үҙ баҡсаһы иткәйне, унда үҫтергән бәрәңгеһен ҡаланан эҙләп килеүселәргә һатып ебәрә ине. Бәрәңгене ҡаҙығас һалып торорға ҡаралты ла ҡорғайны.

Әле ниндәйҙер сихри көс Хәсбетдинде ҡараңғылыҡҡа тартты һәм әйҙәне. Уның буйһондорғос тәьҫиренә бер нисек тә ҡаршы тора алмай, ул баҡсаһына ҡарай атланы.

Эргәләге сауҡалыҡта, ҡарт ҡайын башында, ҡара ҡоҙғон ҡысҡыра. Емтек янына ҡоҙғон йыйыла, тиҙәр, мал-фәлән зыянлап ятамы икән?.. Ҡан эсмәй, ит еймәй, өс көнгә бер үләкһәнең күҙ майын соҡомай һис донъяла тора алмам, тип әйткән ти бит ул ҡоҙғон.

Ас ҡоҙғон һымаҡ ғүмер кисергән Хәсбетдин, үҙе лә белмәҫтән, нәҡ Зәйнетдин ҡартты тапаған, иҙгән урында баҫып тора ине. Эреләнгәнме икән тип, таяғы менән дүрт бәрәңге соҡоп сығарҙы. Шул саҡ ниңәлер бер бүрек бәрәңге, Зәйнетдин ҡарт күҙ алдына килде һәм уның ытыр¬ғанып “Хәш-ш-шәрәт!” тигәне ишетелгәндәй булды. Ҡапылғара күк йөҙө нығыраҡ ҡараңғыланды, урман шомло шауланы һәм, шайтан килен күсергәндәй, ҡот осҡос ҡойон ҡупты. Уғаса булмай, әкиәттәге дейеүҙәй дәү ҡойроҡло ғәләмәт, ерҙәге сүп-сарҙы һурып, баҡсалағы ҡаралтының ҡыйығын да күккә күтәрҙе һәм шаҡ ҡатҡан Хәсбетдиндең башына орҙо. Зәйнетдингә олуғ олатай һөйләгән хикәйәттәге кеүек, Хәсбетдиндең йөҙө иблистекеләй ҡәбәхәт сүрәтле булды. Берәйһе уны шул ҡиәфәттә күрһә, һуштан яҙыр ине.

Хәсбетдин Зәйнетдин ҡартты иҙгеләп ташлаған көн ине...




Автор: Шоңҡар
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)