16.01.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)
* * *
– Кисә дөйөм ятаҡта дуҫ ҡыҙҙың тыуған көнөндә булдым. Тун аҫтында сельдь ашаным, – тип һөйләй егет бер дуҫына.
– Һин армияла ла одеял аҫтында икмәк ашай инең. Шул ғәҙәтеңде һаман ташламағанһың икән...
* * *
Ике ир һөйләшә.
– Кисә ҡатынымды ҡурҡыттым әле.
– Нисек?
– Аш-һыу бүлмәһендәге бөтә һауыт-һабаны йыуып ҡуйҙым.
* * *
Бер ҡатын күршеһенә маҡтана:
– Беҙҙең этебеҙ бигерәк аҡыллы. Көн һайын иртән өйгә гәзиттәр алып ҡайта.
– Тапҡанһың маҡтаныр нәмә. Бөтә эттәр ҙә шулай эшләй ала, – ти күршеһе.
– Шулайын шулайҙыр ҙа, ләкин бит беҙ бер генә гәзиткә лә яҙылманыҡ...
* * *
– Улым, һин ошо мәктәптә уҡыйһыңмы ни?
– Эйе.
– Хәҙер инде директорҙың миңә, һинең ише йүләрҙе 20 йыл мәктәптә күргәнем юҡ ине, тигәнен аңланым...
* * *
Фатир һатып алырға теләүсе риэлторҙан:
– Ә был фатир тынысмы икән? – тип һорай.
– Бик тыныс. Элекке хужаһын атып үлтергәндәр. Бер кем дә ишетмәгән.
* * *
Ирек, дуҫынан көлмәксе булып, уның ултырғысын буяу менән буяп ҡуя.
Дуҫы инә лә:
– Беләһеңме, Ирек... – тип нимәлер һөйләмәксе була.
Тегеһе:
– Һин ултыр әле, ултыр, – тип уны туҡтата.
Тегеһе ултырғысҡа ултыра.
– Шунан, һөйлә, нимә әйтмәксе инең?
– Мин һинең джинсыңды кейгәйнем.