RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ йылан фатихаһы

03.01.2019 Аҡ йылан фатихаһы


Ғилман баҙға төштө лә, һәрмәнеп, кәрәкле ҡайнатманы эҙләне. Ҡараңғыла ҡулы һыуыҡ тере йән эйәһенә төртөлөүенән тертләп китте. Телефонының яҡтыртҡысын ҡабыҙып, йыбырлаған йән эйәһенә йүнәлтте. Бер нәмәнең ауыр ҡуҙғалып, шыуышып унан ҡасырға маташ­ҡанын шәйләне. Ҡойроғо ялт итте. “Йылан!” – тигән һүҙ йәшен тиҙлегендә Ғилмандың мейеһен телеп үтте. Үәт бит, ә! Өйҙәренә йылан эйәләгән! Гонаһ шомлоғо! Нишләтергә инде уны хәҙер? Тәүҙә асыуы ҡайнаны. Тапҡан оялар урын. Ут ҡапҡандай, өҫкә күтәрелде. Баҙҙың ҡапҡасын ныҡ итеп ябып, өҫтөнә ултырғыс ҡуйҙы ла, ах та ух килеп үҙе шуға ауҙы. Күпмегә һуҙылғандыр ул ваҡыт? Һәнәк менән сәнсеп, тышҡа сығарып ырғытыр­ғамы? Тоҡҡа һалып, урманға алып барып елгәрергәме? Тын алыуы тигеҙләнгәс, йыландың баҙҙан сыға алмаясағы, уның хужалар көнөндәге бер мәхлүк кенә икәне башына барып етте. Йылыға йылан эйәләй инде ул. Кеше өйөнә килеүен электән яманға юрағандар. Тимәк, кәйүк. Бәлә килерен көт. Боронғолар белмәй “дошман” тимәгәндер уны. Марат ағаһы мәрхүм яҫы ҡайыштан уттан ҡурҡҡан кеүек шөрләй ине. “Әсәй үлгән йылда Самат ҡусты йыланды һәнәк менән сәнскәйне. Бына, ағай, тип ялбырлатып ҡаршыға килә. Ҡыҙыл ғына тәпәйҙәрен тырпайтҡан бахыр. Сытырлатып күҙемде йомдом. Күп тә үтмәй, әсәй менән шундай хәл булды: ҡапыл донъя ҡуйҙы. Йыланға теймәгеҙ!” – тигәйне ул ҡаты итеп. Ғилман көрһөндө. Ҡулдарын һәлендергән килеш ултырғыста ултыра бирҙе. Нимә эшләргә? Шуның менән йәшәргә инде хәҙер! Үлтереп булмай, сығарып ташлап та. Тамам тынысланып, баҙ ҡапҡасы өҫтөнә үҙе көн дә күтәреп йөрөгән ауыр гер менән баҫырып ҡуйҙы. Иҙән уртаһында ултырған суйынды күргәс, ҡатыны Вәсилә хәлде аңланы. Ҡурҡып, бышылданы:
– Һин дә беләһең хәҙер. Кисә тоҙланған ҡыяр алырға төшкәйнем, ике күҙе ут кеүек баҙлап, бер йән эйәһе ятасы. Дөбөр-шатыр сыға һалдым. Үҙе килгән, үҙе китер, тип тынысланып, был хәлде оноторға тырыштым, – тип теҙеп алып китте ул.
Өйгә ҡотолғоһоҙ хәл килгәнен аңлаған икәү бер аҙ тын ҡалды. Ғилман башын тотоп, сайҡалыбыраҡ ултыра бирҙе. Вәсилә уға һорау менән текәлде:
– Нишләргә?
Ир урынынан һикереп торҙо:
– Үлтерәм мин уны, ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәм, һәнәк менән сәнскеләп ташлайым! – Ғилман асыуынан ҡулдары менән һауа телде. Йоҙроҡтары төйнәлде. Өйҙә ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бәлә килгәнлеге беленде, ауыр тынлыҡ урынлашты.
– Ҡуй, Ғилман, ҡыҙма! Йән эйәһе бит! Өләсәйем, йыланды үлтерергә ярамай, ҡаза килә, ти торғайны. Теймә! – ҡатындың күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты.
– Ә нишләтергә һуң уны?
– Ошо хәлде ҡабул итеп алырға, бергә йәшәргә, иғтибар итмәҫкә. Зыяны теймәһә, ни, йәшәй бирһен әйҙә!
Шулай итеп, балалары үҫеп етеп ситкә тарал­ған өйгә йылан эйәләне. Хужалар, аҙағы насар булып барып бөтөүенән шөрләнеме, йән эйәһенә теймәне. Баҙға төшкәндә уға май йә бал киҫәге һалыуҙы ғәҙәт иттеләр. Тышҡа сығып йөрөһөн өсөн Ғилман уға тишек тә яһап ҡуйҙы. Ҡояш байыр алдынан Сыбарҡай һыу буйына төшә ине. Ул йылғаға табан шыуышҡанды ҡоштар әллә ҡайҙан һиҙеп ҡалып, баш осонан кәйелә-кәйелә оҙата барҙы. Ул ҡайтҡанда ла сыр-сыу килеп уның янында өйрөлдөләр. Ауылда “Ғилмандарға күҙгә күренеп йөрөй торған ен эйәләшкән икән”, “Өй эйәһе шулай йылан булып күренә икән” тигән имеш-мимештәр таралды. Тик йыландың тыныслығын боҙорға берәү ҙә баҙнат итмәне. Ә ул үҫте. Май ҙа бал ашай торғас, тәне ялтырап, кәүҙәһе ҡалынайып китте. Ғилманға ул тышҡа сығып йөрөй торған уйымды ҙурайтырға тура килде хатта. Ир менән ҡатын Сыбарҡайҙың һыу буйынан ҡайтҡанын көтөп ала торған булып китте. Оҙағыраҡ ҡайтмай торһа, хафаға төштөләр.

* * *
Тын йылға, һаҙлыҡ араһына килеп сығып, ауыл башланған ерҙән киңәйеп китә. Ауылға һыу булһын өсөн Моһаҡты шулай быуып ҡуйғандар. Һәр хәлдә, аҫты батҡыл, аяғыңды һыуға тығыуың була, һыуыҡтан сикәнес алырға өлгөрмәйһең, нимәләрҙеңдер тәндә йыбырлаша башлауын тояһың. Үҙе төпһөҙ, аҫҡа һөйрәр кеүек. Йәй етеп, бәпкәләре нығынғас, барлыҡ ҡаҙ-өйрәк ошо тирәгә килеп тула. Бына әле лә һыу күрмәй тамам йонсоған өйрәктәр, бәпембә сәскәһеләй себештәрен бер епкә теҙеп, һыу буйына төшөп бара.Ҡыҙыл нескә тәпәйҙәре генә ялтлап ҡала. Улар артынан, оҙон тәнен берсә ҡыҫҡартып, берсә һуҙып, йылан шыуыша. Сыбар тәне ҡояшҡа көмөштәй йылҡылдай. Аҡ йылан булып күренә ул кеше күҙенә. Уны ҡоштар сылбыры оҙата бара. Бәпкәләр ҡоттары алынып йүгерешә. Өйрәктәр бәпкәләрҙе йылан йөрөмәгән яҡҡараҡ тарта. Йылан яр буйына килә, рәхәтләнеп һыуға башын сумырып-сумырып ала. Нескә телен сығарып, ҡойроғо менән һоҫҡан һыуҙы ялай ҙа йөҙөп тә китә. Шунан оҙаҡ ҡына күренмәй тора. Ҡайҙа, тонсоҡтомо, тип аптырай башлауға ялп итеп йөҙөп килеп сыға ла яр буйында ҡояшта йылынып ятҡан йәйенке ташҡа ҡунаҡлай. Һыңар күҙен ҡыҫып, бер бәпкәләрен йөҙөргә сығарған өйрәктәргә, бер яр ситендә ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙарға, бер үҙе йөҙөп килгән ҡамышлыҡ яғына, бер зәп-зәңгәр күккә оҙаҡ ҡарап ята ул. Ойоп та киткеләй. Сырыш тәненә ҡағылған һыуыҡ елде тойоу менән, ҡуҙғалырға кәрәк, тигәндәй, килгән яғына уҡталырҙай итә. Кирелгәндәй итә лә, яйлап ҡына шыуып төшөп, өйө яғына ыңғайлай. Яр буйында үҫкән үлән буйлап уның үткән юлы ҡала. Ҡоштар, йыландың ошо хәрәкәтен генә көткәндәрме ни, тағы ла сыр-сыу килеп ҡоторонорға, бер-береһен уҙып осорға тотона. Әйтерһең, ситән буйына боҫоп, Сыбарҡайҙы күҙәтеп ултырғандар. Ә йылан өсөн был ғәҙәти күренеш. Үҙ баһаһын белеп кенә, ашыҡмай ғына шыуыша. Туҡтап, бер аҙ хәл алғандай хатта. Һуҡмаҡ буйлап таныш өйҙөң ихатаһынан үтеп, болдор алдында туҡтап торғас, ҡапыл ғына юҡ була. Сыбарҡай үҙ тормошо менән йәшәй. Ғилмандар үҙҙәренсә көн күрә. Мал тоталар. Мал тигәс тә, бер һыйыр ҙа өс һарыҡ инде. Ҡош-ҡорттары бар: унлаған тауыҡ, бер оя өйрәк тә ҡаҙ.

* * *
Улар ете юл сатында осрашты. Гөлнур – Өфөгә, ә ул, атаһының бер туған ҡустыһы, Ғилман, анализдарын алып, ауылдарына ҡайтып барышлай ғына, көтмәгәндә тап килештеләр. Ағаһының, ике ҡулын ҡанат итеп йәйеп, ҡаршыһына килгәнен күреп, ҡатын ғәжәпләнеүенән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ғилман ағай! – Ҡуш ҡуллап иҫәнләшкәс, Гөлнур, үҙенең хәбәрҙарлығын белдереп, уға төбәлде:
– Йә, нисек?
– Дөрөҫләнде инде... – шундай үкенес менән әйтте, Гөлнурға хатта баҫҡан урынында ер сайҡалып киткәндәй тойолдо.
– Эх, – иңрәүе генә бәреп сыҡты тышҡа. Күҙҙәренә – һағыш, йөҙөнә әрнеү яҙылды.
– Эй, беҙҙең затта ирҙәр күп йәшәмәй инде ул... – ағаһы сараһыҙлығын белдереп, ҡулдары менән һауаны телде.
– Улай тимә, һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ юлы. Хоҙай һәр кемгә ваҡытын үҙе билдәләй. Ҡул ҡаушырып ултырырға түгел! Көрәшергә кәрәк! Көрәшергә! – Гөлнур үҙен тиҙ генә ҡулға алып өлгөргәйне.
– Хмм... Әллә инде, – шулай тиһә лә, ҡараштарында ниндәйҙер өмөт сатҡылары һүнмәгәйне Ғилман ағаһының.
Ағаһы, иң ҡәҙерле нәмәһен тартып алғандай, тынып ҡалды, үкенесле ҡараштарын билдәһеҙлеккә төбәне. Юл сатында осрашҡан икәү көсөргәнешле тынлыҡтан сығыу юлын эҙләне. Күпме кеше шулай йүнәлеп китә. Бер уларға ҡағыламы ни был зәхмәт еле. Тимәк, улар бөгөндән ошо хәлде ҡабул итеп алып, шуның менән йәшәй башларға тейеш.
– Анализдар дөрөҫләнде. Яман шеш тамыр йәйгән. Йәйгеһен бесән сапҡанда шишмә һыуын тирләгән килеш эсеп йөрөгәйнем. Үпкә шеште. Шунан үңәстәге лимфа төйөндәре ҡалҡып сыҡты, – быларҙы һөйләгәндә, ике яҡ та ҡотолғоһоҙ ауға тарыуға күнгәйне.
– Ағай, бер һәйбәт үлән бар. Беҙҙең ауыл тирәһендәге сүплектәрҙә, йылға буйында туп-тулы икән ул. Исемен бер китапта, йылан көпшәһе, икенсеһендә, монар көпшәһе,тигәндәр. Ағыулы үлән ул. Уны петрушка тип ашап ағыу­ланыусылар ҙа бар, тиҙәр. Шуға ла уның төнәтмәһен тамсылап ҡына эсәләр.
– Ярай, нисек эсергә икәнен яҙып ебәрер­һең, йәме, – ағаһы йәнләнде. Минән килеп сығыр тиһеңме, тигән кеүек, тағы һеңлеһенә текәлде.
– Эйе, эйе, шуны эсәһең дә йүнәләһең, ағай! Тик танау төшөрөргә ярамай! – тап ошонда уның өмөттәрен терелтеп ебәрергә, һулый башлаған йәненә йәм өрөргә кәрәклеген тойоп, Гөлнур ашыға-ашыға еткерҙе был мәғлүмәтен. Ғилман ағаһының күҙендә йылы сатҡылар һикереште.
– Ярай, тырышырмын, – тине ағаһы. Химик юл менән дауаланыу үтергә тәҡдим итеүҙәрен, барырғамы, юҡмы, тип икеләнеп тороуын әйтте. Һеңлеһе, мотлаҡ барырға кәрәк, тигән кәңәшенә ыңғай яуап алғас, иҫәнлектә күрешергә яҙһын, тигән теләк менән һаубуллаш­тылар.
Юлдар шулай айырылды.

* * *
Ысын көрәш башланды. Табиптарҙың һәр әйткәнен теүәллек менән үтәп, хәле яҡшырып, йәшәүгә өмөтө уянып, кәйефе күтәрелгән, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары ла булды. Ҡатыны менән берләштеләр. Бер йән булып, яман сиргә ҡаршы яу астылар. Ниндәй генә үлән эсмәне лә ниндәй генә шифаны ҡулланманы Ғилман. Йылан көпшәһенең дә ярҙамы тейҙе. Йылан эйәләгән өйгә бәлә килә, тиһәләр ҙә, үҙенең сиргә тарыуын бер ҙә уға бәйләмәне. Башта дошман итеп ҡабул иткән йән уны ҡурсалаусы, шифа биреүсе изге йәнгә әйләнде. Өләсәһенең: “Аҡ йыланға осраған кеше баҙап ҡалмай, алдына аҡ яулыҡ йәйһә, мөгөҙөн һала, шунан ул кешегә бәхет ҡапҡалары асыла икән”, – тип һөйләгәне иҫенә төштө. Сыбарҡайҙың ҡояшта йымылдап, көмөштәй тәнен иркә шыуҙырып йылғаға төшкән мәле күҙ алдына килде. Йыландар батшаһы Аҡ йыландан ул нимәһе менән кәм? Ауырыу яйлап сигенгәндәй булды. Ҡатыны алдында өҙөлөп торҙо, балалары ла берәм-берәм ҡайтып ярҙам итергә, хәлен еңеләйтергә тырышты. Сыбарҡай үҙ тормошо менән йәшәне. Көндәгесә, ҡоштарҙы эйәртеп, һыуға төшөп әйләнде, хужалар биргән өлөштө ялтыратып ҡуйҙы. Өйҙәрендә йылан йәшәүгә күнгән кеүек, хужаның яман сиргә тарыуына ла күнделәр һәм шым ғына уға ҡаршы көрәштеләр. Тиңһеҙ алышта саҡ ҡына насар уйҙарға ирек бирҙеңме, зарға-һыҡтауға урын ҡалдырҙыңмы, еңелдең, тигәнде ныҡ аңланы был икәү.
Ауыр йөк төштө Вәсиләнең яурынына. Ире “химия” үтергә дауаханаға ятҡан мәлдәрҙә күңелен араҡы менән баҫты. “Йәшел йылан” уның эсенә оялағайны. Төпкә боҫоп, көн дә үҙ өлөшөн һорай, таптыра, талап итә башланы. Иренә, туғандарына һиҙҙермәҫкә тырышты. Эскегә һалыныуын танды. Аҙаҡ бикләнеп ятып эсә башланы. “Ауырыу ирҙе ҡарап ҡара әле!” – тине ул, үҙенең ҡылығын аҡлап. Йәшерә торған сир булмай сыҡты ул. Бөгөп һалды көслө ҡатынды. Тәрән билдәһеҙлек, упҡын уны аҫҡа һөйрәне. Ире уның был әүәҫлегенә башта ҡаршы торҙо, аҙаҡ ҡул һелтәне, күнде. Эстән янды. Шуның менән йәшәргә өйрәнде. Әммә Вәсилә, донъянан ваз кисеп, хәмер тотҡонона ингән һайын, донъя ҡараңғыланып, йәшәүгә дәрте кәмеүен тойҙо.

* * *
Ныҡ шомло таң ине. Тертләп уянды йылан. Нимәнәндер ҡурҡҡандай, ятҡан ерендә бер әйләнде лә, етеҙ шыуышып, тышҡа атлыҡты. Ҡояш яҡтыһы ҡараңғыға өйрәнгән күҙен ауырттырҙы, буғай. Башы күренгәс, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятты. Әллә шулай хәл алыуы булды? Һуңынан, яйлап күҙен асып, өйрәнгән һуҡмаҡ буйынса, һыу буйына юлланды. Ҡоштар сырылдашты, хәҙер инде яҫы ҡайыш түгел, һөйрәлеүсе торба, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡайҙалыр ашыҡты. Ғәҙәттәгесә, һыуға сумды ла ҡабат ҡалҡманы. Нисек килгән, шулай юҡҡа сыҡты, эҙһеҙ юғалды ул.

* * *
Мөңрәшеп көтөүҙән һыйырҙар ҡайтты. Вәсилә көсө ҡайтҡан бармаҡтары менән һөт тулышҡан еленде йыуҙы, сепрәк менән ҡоротто, һәүкәшенең осаһынан усы менән шапылдатып яратты ла күнегелгән хәрәкәттәр менән уны һауырға ултырҙы. Был юлы һөт тамсылары биҙрәгә зыңҡ-зыңҡ тип түгел, дыңҡ-дыңҡ тип ағылғандай тойолдо. Йыландың ҡайтмауы йөрәгенә шом һалды. Тормоштары яйланды ғына тигәндә... Яйланды, сөнки Ғилман бер хәлгә инде. Мыжымай, зарланмай ғына дауаларын ала, өмөтһөҙлөк артҡа сигенде. Вәсилә күңелһеҙ уйҙарын ситкә борҙо. Һыйыр ҙа һауылып бөттө. Ҡош-ҡорт та бикләнде. Ҡара әле, нимә булған был һәүкәшкә, ә? Нимәлер таптырған кеүек мөңрәйсе? Һаташып уянғандай, ара-тирә ҡаҙҙар ҙа ҡаңғылдашып ҡуя. Шомға эт олоуы ҡушыла. Эс бошоуын баҫырға тип, Вәсилә һауындан һуң көндөҙ алып ҡуйған, “йәшел йылан” һораған шыйыҡсаны ғорҡолдатып эсте лә урындығына ауҙы. Ире ҡайғыһы юҡ ине унда. Билдәһеҙ упҡын аңын томаланы. Хужа кеше күңеленә, ҡуйҙай эркелеп, болоттай ҡабарып, ҡара уйҙар ябырылғанын тойҙо. Башҡа әмәле, йәшәү мәғәнәһе ҡалмағайны уға.

* * *
Иртәгәһен һауылмай, көтөүгә ҡыуылмай торған малды күреп, күршеләре ҡапҡаларын ҡаҡты. Һаман да тауыш бирмәгәстәре, бикһеҙ ишектән: “Атаҡ, атаҡ, йоҡлап ҡалғандармы әллә, төндә “Тиҙ ярҙам” килгәне лә тойолманы, машина-фәлән тауышы ишетелмәне”, – тип һөйләнә-һөйләнә инеп килгән ҡарсыҡ урындыҡта мәңге йоҡоға талған ир менән ҡатынды күрҙе.
Ерҙәге үҙҙәренә тәғәйен һынауҙары бөттө был икәүҙең. Бер-береһе өсөн яратылған, бер бөтөн булып донъя көткән ярымшарҙар тегендә лә бергәләрҙер. Бәхетле йәндәр бер көндә мәңгелеккә юллана, тиҙәр бит юғиһә...




Автор: Даяна АТАНОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)