26.12.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (21.12.2018)
* * *
Көнсөл ҡатын – иренә:
– Эйе-эйе, кейемеңдә бер бөртөк сәс тә, күлдәгеңдә помада эҙе лә тапманым. Әммә машинаңдың алғы урынындағы ҡайыштың минең фигураға ҡарағанда ике үлсәмгә бәләкәйерәк итеп ҡуйылғанын нисек аңлатырһың?
* * *
– Ниңә һин шул тиклем уҫалһың ул? – тип һорайҙар эттән.
– Юҡ, мин бик ныҡ йомшаҡ күңелле һәм ҡунаҡсыл, ләкин быны бер кемгә лә һиҙҙермәҫкә тырышам.
– Ниңә?
– Эш урынымды юғалтыуҙан ҡурҡам.
* * *
– Әбей менән бабай һөйләшә.
– Һиңә юбилейыңа нимә бүләк итәйем?
– Бер әйбер ҙә кәрәкмәй, ҡала янындағы зыяраттан бер урын алып бирһәң, шул булыр бүләк.
Бабай әбейҙең һорағанын үтәй. Киләһе йыл әбей бабайҙан бүләк һорай.
– Тыуған көнөмә нимә бүләк итәһең?
– Бер нәмә лә бирмәйем. Былтыр бүләк иткәнен дә файҙаланманың әле...
* * *
Тышта балалар майҙансығында балаларҙың бер үҙҙәрен генә ҡалдырып, ситтә ғәйбәт һатып ултырған тәрбиәселәрҙе бер әсәй шелтәләй.
– Һеҙ бында балаларығыҙҙы ҡарамай, нимә хәбәр һөйләшеп ултыраһығыҙ ул? Берәй малай йәки ҡыҙ ихатанан сығып китһә нимә була?
– Ҡурҡмағыҙ, бер ҡайҙа ла китмәй улар. Сөнки интернет улар ултырған ҡомлоҡта ғына тота.