15.01.2011 Мәҙәк хәлдәр
ҡайһы ситлектә
– Кисә мин зоопаркка барҙым, – ти бер егет.
– Мине күрҙеңме? – тип һорай икенсеһе.
– Юҡ. Ә һин ҡайһы ситлектә инең?
Ах, шайтан алғыры!
– Сибәғәт!
– Сибәғәт түгел, ә Сибәғәт Ғәзизович!
– Сибәғәт Ғәзизович, беләһеңме?
– Беләһеңме түгел, беләһегеҙме.
– Беләһегеҙме, Сибәғәт Ғәзизович! Һинең...
– Һинең түгел, һеҙҙең!
– Сибәғәт Ғәзизович, һеҙҙең һыйырығыҙ үлергә ята бит.
– Нимә? Ах һин, шайтан алғыры, ниңә башта уҡ әйтмәнең?!
Ял итергә килмәгән
Туйға килгән ҡоҙа ике тәүлек буйы өҫтәл артынан китмәй икән. Хужабикә, аптырағас:
– ҡоҙа, аҙ ғына ял итеп алһаңсы, арығанһыңдыр бит, – ти икән. ҡоҙаһы:
– Мин бында ял итергә килгәнме ни?
Көтөрмөн, ах, көтөрмөн
Армияға китер алдынан егет һөйгән ҡыҙынан:
– Аҡыллым, минең ҡайтҡанды көтөрһөңмө? – тип һорай икән. ҡыҙ:
– Көтөрмөн, бәғерем, көтөрмөн, кейәүгә сыҡһам, хатта икәүләп көтөрбөҙ.
И. ҡАРАНОВ әҙерләне.