21.12.2018 Яңы йыл байрамында әсә булдым
Яңы йыл мажараһы һәм уның мөғжизәһе булып, бәпесебеҙ-улыбыҙ тыуған көн хәтерҙә уйылып ҡалды. Табип мотлаҡ бала табыу йортона барып ятырға ҡушһа ла, икеләндем. Шул тиклем Яңы йылды өйҙә, ирем менән үткәргем килә ине. Кискә хәтле район үҙәгендә йөрөнөм, берсә ауылға ҡайтырға, берсә ҡалырға уйлайым. 30 декабрь ине, теләр-теләмәҫ кенә барып яттым. 31 декабрҙә, төш ваҡытында улыбыҙ тыуҙы. Бала тапҡас, арыуҙан шунда уҡ йоҡлап та киткәнмен. Бер тәүлеккә яҡын ваҡыт үткәс кенә уяндым. Яңы йылдың үткәнен һиҙмәһәм дә, ул беҙгә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ бүләк итте.
Гөлсирә Шафиҡова.
Мәсетле районы.
Фото: Shutterstock