22.11.2018 Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа, Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен...
Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа,
Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен.
Серле биҙәктәрен күреп ҡарҙың
Ҡамаштылар хатта күҙҙәрем.
Бәхет юрап килһен өр - яңы ҡыш,
Һәр бер йортҡа илтһен шатлығын.
Көндө көнгә, айҙы йылға ялғап
Һүтелһендәр ғүмер йомғағы.
Һәр миҙгелгә өмөт менән инеп
Сәғәт, минуттарҙы һанайбыҙ.
Үҙебеҙгә насип иткән юлдан,
Һуҡмаҡтарҙан яйлап атлайбыҙ.
Миҙгелдәрҙә ҡаршылаһын беҙҙе
Ләйсән йыры, еләк тәмдәре.
Япраҡ шауы ҡоштар йыры менән
Дауалаһын беҙҙең йәндәрҙе.
Г. Бикбулатова