21.11.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)
* * *
Ике ҡатын һөйләшә.
– Кисә ирем туҡманы.
– Һуң, ул кисә ял алып, диңгеҙгә киткәйне түгелме?
– Мин дә шулай уйлағайным...
* * *
Өлгөлө ғаилә.
Ҡатын:
– Һөйөклөм, ултыр өҫтәлгә, араҡы ҡойҙом.
Ир:
– Хәҙер, ҡәҙерлем, иҙәнде генә йыуып бөтәйем дә.
* * *
– Әхирәт, иреңдән айырылғанһың тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ.
– Мин һиңә яҡшы ғына адвокат тәҡдим итәм.
– Рәхмәт, кәрәкмәй. Мин арыу ғына инженерҙы таптым инде...
* * *
Уҡытыусы һорай:
– Балалар, ниндәй йәшелсәнән күҙҙәр йәшләнә?
Бер малай ҡулын күтәрә.
– Әйҙә, әйт әле.
– Картуфтан!
– Яҡшылап уйлап ҡара әле. Бәлки, һуғандандыр...
– Һуған нисек тейгәнен белмәйем, миңә картуф һелтәп маңлайыма эләктергәйнеләр. Күҙ бик йәшләнде.
* * *
Ике таныш осрашҡан.
– Ҡалаға цирк килгән, – ти береһе. – Кәмиттәре бик ҡыҙыҡлы.
– Ниндәйҙәре бар?
– Әйтәйек, филгә атланған шәрә ҡыҙҙар.
– Улайһа, барып ҡарарға кәрәк әле. Күптән филде күргән юҡ...
* * *
– Ниңә күңелең шул тиклем бойоҡ?
– Эй, әхирәткәйем!.. Матурлыҡ салонына барырға тип, иремдән 300 һум һорағайным... Ә ул миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла... 3 мең һум аҡса сығарып бирҙе!