RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дан (Хикәйә)

30.10.2018 Дан (Хикәйә)

Дан (Хикәйә)
Рәдиф – тарихи шәхес.
1953 йылдың 6 мартында уға теп-теүәл алты йәш ине. Малайҙың әсәһе Фәнүзә – уҡытыусы. Өйҙә бала ҡараусы кеше булмағас, уны эшенә эйәртеп килә. Шулай итеп, Рәдифтең көндәре мәктәптә, уҡытыусылар өсөн яһалған бүлмәлә уҙа. Уҡытыусылар һөйләшкән һәр һүҙ малайҙың ҡолағына инеп бара, башҡаларға тиҙ тарала. Шуға ла был мәктәптә ниндәйҙер серле, йәшерен хәбәр­ҙәр һаҡланмай ине.
Шуҡ бала һирәгәйә башлаған сәсле, саллы кәүҙәле мәктәп директоры Хәкимйән ағаһы менән дуҫлашып китте. Малайға уның ҡып-ҡыҙыл бәрхәт ябылған өҫтәле бик оҡшай ине.
Ул көндө Рәдиф, уҡытыусылар бүлмәһендә бер кем дә булмауынан файҙаланып, теге матур өҫтәл артындағы ултырғысҡа ултырҙы. Үҙен донъя хакимы тип хис иткән малай Хәкимйән ағаһының йыйылыштарҙа ҡулдарын болғап-болғап һөйләгән хәрәкәттәрен ҡабатланы һәм өҫтәл уртаһында торған яҙыу ҡараһына ҡағылғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шешәләге яҙыу ҡараһы ҡып-ҡыҙыл өҫтәл буйлап ағып китте...
Рәдиф был эштең йүнлегә илтмәҫен самаланы. Мыштым ғына ултырғыстан шыуып төштө. Ишекте асып бүлмәнән шылдым тигәндә генә, уны кинәт килеп ингән әсәһе тотоп алды. Әсәһенең күҙҙәре ниңәлер йәшле ине. Ул Рәдифтең “гонаһ”ын күрҙе лә, әрләй-әрләй, “арт һабағы”н уҡытты.
– Шундай көндә... сусҡа малай... шундай ҡайғылы көндә...
Әсәһе, илай-илай, “тәрбиә эштәре”н тамамлауға, ашыға-ашыға бүлмәнән сығып китте. Рәнйетелгән Рәдиф, үҙе генә ҡалғас, үкереп илап ебәрҙе...
...Ә был ваҡытта ишек алдында бөтә мәктәп йыйылған. Уҡытыусылар, күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртә-һөртә, артыҡ хислеләре ҡысҡырып илай-илай, мәктәп уҡыусыларын кластарға айырып, сафҡа теҙә. Ишек алдындағы сафта балаларҙан “П” хәрефе хасил булғайны.
Бөгөн бик ҡайғылы көн икән... Милләттәр атаһы Сталин вафат булған... Ҡыҙҙар мыш-мыш илаша, ә шуҡ малайҙар иһә күҙ йәштәрен сығара алмай интегә ине. Бына шул ваҡытта класс уҡытыусылары араһында йәшерен ярыш башланды: ҡайһы класс нығыраҡ ҡайғыра?! Уҡытыусылар рәт араһынан балаларҙың илауын тикшереп йөрөй. Көлөп баҫып торған малай-шалай булһа, шунда уҡ янына йүгереп килеп етәләр.
– Һин ниңә иламайһың?! Ҡайғырмайһыңмы ни, оятһыҙ?!
– Ҡайғырам...
– Әйт әле, һиңә икмәкте кем ашата?
– Әсәй-й...
– Ах, йүнһеҙ! Ниндәй әсәң булһын, иптәш Сталин ашатты һиңә икмәкте, белдеңме?
– Эйе...
– Кем һиңә, фашисты еңеп, тыныс тормош бүләк итте?
– Атай-й...
– Наҙан! Беҙгә еңеүҙе оло атабыҙ Сталин алып бирҙе. Ул бөгөн үлгән. Һин шуға ҡайғырмайһыңмы ни?
– Ҡайғыра-ам...
...Мәктәптең ошо ҡайғылы митингҡа әҙерләнеп мәш килеп ятҡан мәле ине. Кинәт ҙур ишек шығырҙап асылып китте. Унан, иләмһеҙ тауыштар менән үкереп илап, әсәһе тарафынан туҡмалған Рәдиф килеп сыҡты... Рәдифтең бите буйлап йәш шишмәһе аға ла – үпкәһе күренерлек итеп асылған ауыҙына сума, күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған. Малайҙың кәүҙәһе ҡалтырана, ул, “ыы-ғғы, ыы-ғғы” тауыштары сығарып, өйҙәренә табан йүнәлде.
Митингты башлап ебәрергә әҙерләнгән директор Хәкимйәндең, малайҙы күреүгә, ысын күҙ йәштәре бәреп сыҡты... Быға тиклем ҡулъяулығын төкөрөгө менән сылатып аҙапланғайны... Ул малайҙың артынан йүгереп барып, ҡосағына алып күтәрҙе. Унан һуң, саф алдына баҫып, тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен йота-йота һөйләй башланы:
– Бына, иптәштәр, уҡыусылар... Үҙенә алты ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан... Рәдиф... иптәш Сталинды юғалтыуҙың ниндәй ҡайғы... фажиғә икәнен аңлаған... Ул һеҙҙең барығыҙға ла өлгө булырлыҡ итеп илай...
...Үҙенә яҡлаусы тапҡан, яҙыу ҡараһы өсөн Хәкимйән ағаһынан эләкмәҫен аңлаған Рәдиф инде аҡырып илауҙан туҡтаны. Ул, тыныс ғына һулҡылдап, директор ағаһының киң эшләпәһе ситенән сафҡа баҫҡан балаларҙы күҙәтте. Митинг “П” хәрефе һымаҡ теҙелгән... “С” хәрефенә лә оҡшаған үҙе... Көн һайын мәктәпкә эйәреп килә торғас, «Әлифба»ны яттан белә ине инде ул.
Икенсе көндө ауыҙ күтәреп илап торған Рәдифтең һүрәтен район гәзитендә баҫтырып сығарҙылар. Фото өҫтөнә ҙур итеп “Оло ҡайғы” тип яҙылғайны...

Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН.
Ҡазан ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)