16.10.2018 СӘЙ ЭСЕП АЛАЙЫҠ
Һамарға, унан Мәскәүгә юлланырҙан элек Вәлиди Ленин менән һөйләшмәксе, уның менән күрешеү тураһында хәбәрләшеп килешмәксе булғайны, әммә тегенеһе телеграф аппараты янына килә алмай, тинеләр. Шулай ҙа Вәлидиҙең ниәтен Ленинға еткерҙеләр. Тегенеһе: “Килһен, осрашырбыҙ”, – тигән. Көнө-сәғәте аныҡ ҡына билдәле булмағас, үҙ яйым менән йөрөрмөн, тип уйлағайны ла Вәлиди, килеп сыҡманы. Сталин телеграмма һуҡты. Фәлән көндән дә ҡалмай килеп ет, Ленинға барырҙан алда мине күр, тигән. Байға ялланһаң, белеп тор: беренсе хужаң бейсә булыр, тиҙәр бит әле. Шуның кеүек инде, тип уйланы Вәлиди, Рәсәй хужаһының ҡулын ҡыҫырға ниәтләһәң, тәүҙә һәр бармағын үбеп сығырға тейешһең.
Мәскәүгә Вәлиди Мерәҫов менән бергә барҙы, ҡунаҡханаға урынлашып, тамаҡ ялғап алғас:
– Мин Сталин янына барып киләм, һин ял итә тор, – тине Зәки Сәғиткә.
– Мәйелең.
Сталин һалмаҡ ҡына ҡуҙғалып, ҡалын мыйығын һыпырғылап ҡаршыланы Вәлидиҙе.
– Бер үҙең килдеңме ни? Ҡайҙа юлдашың?
– Минең юлдаш менән килгәнде ҡайҙан беләһегеҙ? Мин әйтмәгәйнем дә инде. – Вәлиди аптыраны.
Сталин кет-кет көлгән булды.
– Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белеп торорға тейешмен мин. Вазифам ҡуша.
Был турала артабан һүҙ ҡуйыртманылар. Әммә Вәлиди үҙенең күҙаллауын тикшерер өсөн һораны:
– Улай булғас, минең ни маҡсаттан бында килгәнде лә белеп тораһығыҙҙыр әле. Быныһын да мин һеҙгә әйтмәгән булһам да.
Сталин йәнә мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы:
– Зәки, теге күрешкәндә, беҙ үҙ-ара “һин” тип өндәшешербеҙ, тип килешкәйнек тә инде. Ни эшләп бөгөн “һеҙләйһең”?
– Ғәфү. Ғәҙәт. Көн дә күрешмәгән кешегә “һеҙләргә” күнеккәнмен.
– Офицер менән һалдаттарға ла шулаймы?
– Юҡ. Сөнки улар менән башҡортса һөйләшәм бит. Ә башҡорт телендә бер кеше, ниндәй генә ҙур дәрәжәле булмаһын, бер кеше булып ҡала. Уға күплектә өндәшеү битенән көлөүгә тиң.
– Грузинса ла шулай.
– Минең юл маҡсатына боролайыҡ әле, Иосиф Виссарионович.
– Әйҙә һуң.
– Мин бында үҙемдең ниәткә өлгәшә аламмы-юҡмы?
– Ниндәй маҡсат тураһында һүҙ һуң? Мин бит әлегә белеп бөтөрмәйем.
– Беләһең. Юрый ғына белмәмеш булаһың.
– Террор тураһында һүҙ ҡуптарып йөрөйһөң бит инде һин. Дөрөҫмө?
– Эйе.
– Һамарҙан миңә, Вәлидов шул хаҡта мәсьәлә күтәрергә юлға сыҡҡан, тигәс, ышанманым. Вәлидов һынлы Вәлидов беҙгә террор факттарын һөйләр өсөн генә Мәскәүгә килеп йөрөмәҫ. Быны ул телеграф аша, йә булмаһа, махсус почтанан хат менән белдерә алыр ине, тип уйланым. Бында килеүеңдең төп ниәте нимәлә?
– Дөрөҫ уйлайһың, Иосиф Виссарионович, әлбиттә, мин информатор булып ҡына килмәнем. Гай иптәш етәкселек иткән Беренсе армия ойошторған ҡыҙыл террор илле меңгә яҡын кешене аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа дусар итеп кенә ҡалманы, меңәрләгән кешенең ғүмерен киҫте, башҡорттар араһында большевиктарға ышанысты һыпырып түкте. Террор тағун (чума) ҡырғыны кеүек бит, ауылдың бер кешеһенә тағылһа, бөтөн ауылды йығып һалмайынса китмәй. Террорҙы Беренсе армияның Смоленск полкы башланы. Уның тәүге күренешен үк – Ҡунаҡбай ауылындағы ҡырғынды тамырынан ҡоротаһы урынға, уға Преображен ревкомы исеме биреп, законлаштырҙылар. Йәғни, большевиктарҙың власы кеше һуйыуға нигеҙләнгән, тигән һүҙ бөтөн башҡорт араһына таралды. Ә урыҫтар был уйҙырманы совет власы бығаса ер хужаһы булған башҡортто ҡырырға, ә ерен тартып алырға рөхсәт итә тигән ҡарар кеүек ҡабул итте һәм тағун бишенсе армияға ла, бүтән хәрбиҙәр араһына ла таралды. Әгәр ошолай барһа, ҡыҙыл террор Башҡортостанды ғына түгел, урыҫ булмаған милләттәр йәшәгән бөтөн ерҙе лә баҫып аласаҡ. Хәҙер, зинһар, әйтегеҙ, Иосиф Виссарионович, беҙ һеҙҙең менән Башҡорт автономияһы тураһында килешеүгә ошо маҡсаттан ҡул ҡуйҙыҡмы?
Сталин урынынан тороп китте, тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты һәм бармаҡтарын ағас тупһала бейетеп алғас, боролдо:
– Уҫалһың һин, Вәлидов.
– Муйынына бысаҡ һалғас, мал да баҡырып ебәрә.
Тынлыҡ. Бер аҙҙан Сталин урынына барып ултырҙы, өндәшмәй генә бер нөктәгә текәлде. Вәлиди түҙмәне:
– Ҡыҙыл террор тураһында мәғлүмәт Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән дә килә. Баҡыла 43 кеше бер ғәйепһеҙгә атылған. Польшала өс ауыл яндырылған...
– Террор түгел, хәрби һуғыш ваҡиғалары тип атайбыҙ беҙ уларҙы.
– Эйе, һеҙ шулай тиһегеҙ, ләкин һуғыш тип ике көстөң бер-береһенә ҡаршы килеп һуғышҡанды әйтәләр. Ә инде бер яҡтың ғәскәре ҡоралдың ни икәнен дә белмәгән крәҫтиәндәрҙе, уларҙың ҡатындарын, балаларын ата, өйҙәрен үртәй, малын ҡыуып алып китә икән, был террор була, ҡыҙыл террор.
– Ә ни эшләп ҡыҙыл террор, аҡтарҙа был булманы, тиер итәһеңме?
– Һуғыштың ниндәйе лә тыныс халыҡҡа рәхәт килтермәй. Башҡорттарҙың аҡтар аҫтында ла ҡалғаны булды. Әммә ҡыҙылдарҙан булған ише яуызлыҡты күрмәне.
– Һин Ленинға ошоларҙы һөйләр итәһеңме?
– Эйе.
– Әйтмә.
– Ниңә?
– Беләһеңме, Ленин революцияны нисек атай?
– Белмәйем.
– “Минең революциям” ти. Уның революцияһын, һин әйткән күренеште, ала тип нарыҡлаған өсөн ул һине аттырасаҡ. Уның янында Троцкий тигән аждаһа бар. Иҫән сыға алмаясаҡһың һин Кремлдән.
– Мин иҫән ҡалмаһам ҡалмам, ләкин башҡорттарҙы кем ҡырғанын белдерәм.
– Һинән башҡа ла билдәле ул...
Вәлиди торҙо ла ишеккә ыңғайланы. Уның һәр хәрәкәтен иғтибар менән күҙәткән Сталин:
– Ярар, бар, һөйлә. Янында йөрөүсенең кем икәнлеген аңлар, бәлки. Шуның ғәскәре башҡарған террор бит, – тип ҡалды.
* * *
Вәлиди ҡунаҡханаға ҡайтһа, Мерәҫовты күреп, аптырап ҡалды. Бының ике күҙ төбө лә ҡып-ҡыҙыл, һул яҡ бите һыҙырылған, ҡанһырап тора.
– Ни булды, Сәғит ағай?
Тегенеһе, иларға етешеп:
– Туҡманылар... – ти.
– Кем туҡманы? Кит, юҡты ни. Ошо тиклем әзмәүерҙе нихәл туҡмамаҡ кәрәк? – Күпме яу юлы үткән, меңәрләгән кешене азатлыҡ көрәшенә күтәргән ирҙең туҡмалып тороуына ышанғыһы килмәне Вәлидиҙең.
– Улар өсәү ине шул.
– Нишләп һуҡтылар?
– Юлға сыҡҡаны бирле йүнле-башлы намаҙға баҫҡаным юҡ бит. Бөгөн һин Сталинға киткәс, нисектер һил булып ҡалды, тәүҙә тәһәрәтләнеп алдым, шунан, ҡибланың ҡайҙа икәнлеген аныҡлайым тип, намаҙлығымды тотоп, коридорға сыҡтым. Сыҡмаҫ та инем, таныш түгел ерҙә бүлмәнең тәҙрәһенән генә ҡарап ҡибланы белерлек түгел, өҫтәүенә, көн болотло. Коридор тәҙрәһенән ҡарап торғанда, болот шыйығайып киткәндәй, һоро күк ағарғандай күренде. Ҡибла ошо яҡта икән тинем дә, намаҙлығымды йәйеп, төшкө намаҙҙың доғаларын ҡабатлай башланым. Тик күп тә үтмәне, берәү аҡырып ебәрҙе:
– Вот он антихрист! Все наши беды от него. Бей его!
Әйләнеп ҡараһам, сабата кейгән өсәү йоҙроҡлап өҫкә ташланды. Мин аяҡҡа ла баҫып өлгөрмәнем, иҙәнгә аунатып типкеләнеләр-типкеләнеләр ҙә юҡ булдылар.
Ҡарый.
(Дауамы бар).
Вәлиди ишеткәненән шаҡ ҡатты. Был ни замана килде һуң? Элек ошо ҡунаҡханала нисә мәртәбә туҡталғайны бит ул, кешегә хаслыҡ ҡылыу тураһында ишетелгәне лә булманы. Беренсе мосолман съезына килгәндә ошонда йәшәнеләр. Күмәкләп тә, яңғыҙ ҙа намаҙ уҡынылар. Ҡул күтәреү түгел, һүҙ әйтеүсе лә күренмәне. Ул ваҡытта икенсе власть ине, әллә шуның шауҡымымы? Яңы власть яңыса тәртип урынлаштырамы? Тәртип түгел, киреһенсә инде. Һәр осорҙоң, һәр властың үҙенсә ыңғай, үҙенсә кире яҡтары була. Бәлки, Мерәҫов менән булған хәл ана шул киренең бер күренешелер? Нимә генә булмаһын, нисек кенә аталмаһын, тиктомалдан кешегә ҡул күтәреү, улай ғына түгел, ҡанға батырып туҡмап китеү бер генә йәмғиәттә лә хуплауға лайыҡ эш түгел инде.
Вәлиди Мерәҫовты яҡындағы лазаретҡа алып барҙы. Бында уның яраларын таҙартып, дарыулаған булдылар. Башты бәйләп ҡуйыр кәрәк ине, оҙон бинт булмай сыҡты. Йоҡа ғына сепрәк киҫәге һалып, өҫтөнән еп менән тарттырҙылар. “Эй, Рәсәй, – тип уйланы Вәлиди. – Фәҡирлектең сигенә сыҡҡанһың инде. Ни эшләрһең артабан?”
* * *
Иртәгәһенә ҡунаҡхана хеҙмәткәре бүлмәгә инде:
– Вәлидов иптәш, Ленин иптәш һеҙҙе алырға автомашина ебәргән. Аҫҡа төшөгөҙ, – тине.
– Әйҙә, Сәғит ағай.
– Ю-юҡ. Мин бармайым. Күм-күк йөҙ менән Ленин ҡаршыһына нисек барайым? Үҙен дә һаҡлай алмаған башҡорт бүтәнде нисек яҡлаһын, тип әйтһенме ни? Үҙең генә бар. Һин һөйләшә беләһең. Бирешмәҫһең.
– Ярар. Ни хәл итәһең?
Автомобилгә ултырғас, уйланы: “Минең бындалыҡты Ленин белмәй ине лә инде, тимәк, Сталин әйтеп өлгөргән”.
Шулай булып сыҡты ла. Лениндың бүлмәһенә барып инһә, унда Сталин ултыра.
– Һаумыһығыҙ, иптәштәр, – тине Вәлиди рәсми рәүештә.
Ленин өҫтәл артынан сығып, ҡулын бирҙе, Сталин да аяғүрә баҫып күреште.
– Әхмәтзәки Әхмәтшаһович, һеҙ бөгөн дә яңғыҙ ғынамы ни? Юлдашығыҙҙы кеше күҙенә күрһәтмәҫкә булдығыҙ шикелле.
Сталин бөтәһен дә һөйләгән икән, тип уйланы Вәлиди. Тик мин әйткәндәрҙе үҙенә нисек кәрәк – шулай борҙомо икән инде?
– Ысынлап та, Мерәҫов кеше күҙенә күренергә оялып ята. – Вәлиди кисә Мерәҫов менән булған хәлде ентекләп һөйләп бирҙе.
– Улай икән.
– Пролетар дәүләттең баш ҡалаһына килеп, намаҙ уҡыған өсөн язаланып ятырымды белһәм, бында ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем, ти Мерәҫов.
– Ул хаҡлы түгел. Пролетариаттың бында ҡатнашы юҡ. Дини фанатиктар туҡмаған бит уны. – Ленин урынынан тороп уҡ китте.
– Туҡмалған кеше өсөн барыбер: дини фанатикмы, пролетар илеялымы туҡмаусы. Ул быны ошо властың йоҙроғо итеп ҡабул итә. – Вәлидиҙең күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәне. Быны күреп, хатта Сталин терт итеп ҡалды, Ленинға ташланып ҡуймаһын был тип. Ләкин Вәлиди ул тиклемгә үк барып етмәне, әммә әйткәне ике йоҙроҡ ҡына түгел, меңгә тиң ине. – Ҡыҙыл ғәскәрҙең башҡорттар өҫтөнән ойошторған террорын беҙҙә шул уҡ властың халыҡҡа ҡарата ҡоролған сәйәсәте тип ҡабул иттеләр.
– Террор ҙа террор, тиһегеҙ. Сталин шуны һөйләне. Хәҙер һин тәҡрарлайһың. Ни тураһында һуң һүҙ?
Лениндың аптырабыраҡ һорашыуы Вәлидиҙе бер аҙ һыуындырҙы. Ул аҡрыныраҡ итеп, һәр һүҙен уйлап тигәндәй башлап китте.
– Һеҙ етәкләгән Үҙәк совет власының хуплауын алғас, Владимир Ильич, беҙ, Башҡортостан хөкүмәте етәкселәренән бер төркөм кеше, Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү төҙөү өсөн Мәскәүгә юлландыҡ. Февраль айының иң аҙағы ине был.
– Эйе, беләм.– Ленин түҙемһеҙләнде.
Әммә Вәлиди үҙенекен һөйләне:
– Беҙ бында матур киләсәк тураһында документ төҙөгән арала һеҙҙең Беренсе армия Башҡортостанда ҡыҙыл террор ойошторған. Һеҙҙең менән алдан уҡ киреһен һөйләшеп килешкән булһаҡ та, башҡорт ғәскәрен ҡоралһыҙландырырға тотонғандар. Ғәскәрҙең бер өлөшө ҡоралын бирмәҫ өсөн киткән кире аҡтарға, бер өлөшө ҡыҙыл командованиеға буйһоноуҙан баш тартҡан. Ғәскәр көсөнөң саҡ ҡына шиңгәнен күргән Беренсе армия, шул иҫәптән Смоленск полкы, ҡоралһыҙ кешеләргә, бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро, бала-сағаға ҡарата террор башлай. Бүтән ғәскәриҙәр ҙә ҡушыла атыу, туҡмау, көсләү, талау, яндырыу шөғөлөнә. Армия командиры Гай кеүек бәндәләрҙең, беҙгә башҡорттарҙың кәрәге юҡ, башҡорт контра ул, тигәненә эйәреп, яланғас ҡул кешеләрҙе ҡылыстан, винтовканан һәм уттан үткәрәләр. – Вәлиди юл ҡумтаһынан бер төргәк ҡағыҙ сығарҙы ла Лениндың өҫтәленә килтереп һалды. Лениндың күҙҙәре ҡыҫылды, һаҡалы ҡалтыранып ҡуйҙы. Сталин асҡан ауыҙын да яба алмай ултырҙы. Кисәге күрешеүҙә Вәлиди уға ҡағыҙҙарын күрһәтмәгәйне бит. Вәлиди иң өҫтә ятҡан ҡағыҙҙы алды ла, Ленин менән Сталиндың ҡаршыһына баҫып, әленән-әле яҙыуға күҙ һалып, теҙеп алып китте:
– 1919 йылдың февраль, март, апрель айҙарында Башҡортостандың урта һәм көньяҡ кантондарында ҡыҙыл ғәскәр халыҡты ҡот осҡос рәүештә таланы. Бында, – Вәлиди ҡағыҙ өйөмөнә усы менән шапылдатып һуҡҡыланы, – 5 377 йорттоң тамам юҡ ителеүе, 50 000 кешенең ризығы һуңғы бөртөгөнә тиклем тартып алыныуы арҡаһында аслыҡҡа дусар ителеүе, 13 354 баш йылҡының, 6 242 һыйыр, 20 000 һарыҡ малының, 100 000 бот игендең, 20 000 бот ит менән майҙың, 400 000 бот мал аҙығының, бесән һәм ашлыҡтың тартып алыныуы, шуның өҫтәүенә, кейем, келәм, балаҫ, кейеҙ, юрған, аяҡ кейеме, ҡатын-ҡыҙҙың затлы биҙәнеү әйберҙәренең таланыуы тураһында, һәр грамм, бөртөгөнә тиклем дәлилләп, документтар төҙөлгән.
Беҙ һеҙҙең менән дәүләт-ара килешеү төҙөйбөҙ, ә унда террор бара. Быны нисек атарға, хөрмәтле Владимир Ильич, Иосиф Виссарионович? Мин быны, ҡыҙыл террор, тим һәм теләһә ҡайһы урында ла шулай тип әйтәсәкмен.
– Теләһә ҡайһы урын тигәнең нимә аңлата? – Сталин ҡыҙыҡһынды.
– Ер шарының һәр төрлө иле һәм иң йоғонтоло ойошмаларын, иң мөһиме, Рәсәй эсендә йәшәгән һәм бөгөн аҡ йә ҡыҙылдар һуғышында ҡатнашҡан халыҡтарҙы күҙ уңында тотам мин.
– Халыҡ-ара ғауға ҡуптарырға йыйынаһың инде? Теге ваҡытта япон императорын үҙеңдең яғыңа әүрәткән кеүек.
– Ғәҙеллек өсөн көрәштә тик күмәк көс менән генә еңеп була, Иосиф Виссарионович. Юҡһа ялған дөрөҫлөктө баҫырға ғына тора.
– Был дәлилдәрегеҙ менән һеҙ нимә раҫламаҡсы булаһығыҙ? – Сталин Вәлидигә һин тиһә, Ленин һаман “Һеҙ” тип өндәште.
– Башҡорт хөкүмәте менән Үҙәк совет власы араһындағы килешеүгә нигеҙләнеп, беҙ ҡыҙыл ғәскәр күрһәткән әлеге зыянды ҡаплауҙы талап итәбеҙ. – Вәлиди һәр һүҙен айырым-асыҡ әйтте.
Ленин ырғып торҙо.
– Һин нимә? – Һингә күскәнен һиҙмәй ҙә ҡалды шикелле. – Беҙгә контрибуция һалырға итәһеңме?
– Контрибуция түгел. Контрибуцияны еңелгән илдән еңеүсе яҡ һуғышта күргән зыян өсөн түләтә бит. Ә бында еңгән дә, еңелгән дә яҡ юҡ.
– Тимәк, түләү ҙә юҡ.
– Түләү булыр, тим. Ҡораллы ғәскәрҙең ҡоралһыҙ тыныс халыҡты таларға, атырға, яндырырға хаҡы юҡ. Был граждандар һуғышы булһа ла, бындай хоҡуҡ берәүҙә лә юҡ.
– Ярар, шаулама, Зәки. – Сталин яҫы мыйығын һыйпап ҡуйҙы. – Ағас киҫкәндә тап осмай торамы ни? Онот та ҡуй террор тигәнеңде. Ипләп кенә әйтһәң, Владимир Ильич ярҙам рәүешендә шул аҡсаны, хатта күберәк итеп тә бирә бит инде. Әҙ генә дипломат булырға кәрәк. Ә һин, саҡ бер нәмә булһа, сарбайлап ҡылыс болғай башлайһың.
– Юҡ, Иосиф Виссарионович, башҡорт хәйерсе хәлендә лә хәйер һорап йөрөмәҫ, – тине лә Вәлиди Ленинға боролдо. – Һеҙҙеңсә, нисек? Ғәскәр террорынан күргән зыянды ғәскәр хөкүмәте ҡапларға тейештер бит.
Ленин йәнә аяғүрә баҫып, тәҙрәнән тышҡа ҡарап торҙо, шунан теш араһынан һығып ҡына:
– Әле генә яуап бирергә әҙер түгелбеҙ. Һуңғараҡ әйтербеҙ. Хәҙергә һөйләшеү тамам, – тине. – Ҡағыҙҙарың ҡалһын.
Шунан, бер ни булмағандай, Вәлидиҙең ҡаршыһына килеп баҫты:
– Әйҙә сәй эсеп алайыҡ. Дөрөҫ, сәй һыуынып та бөткән инде. Барыбер эсәбеҙ. Сталин сәй эсмәй инде ул. Тик миндә ул эсә торған нәмә юҡ.
Сталин өндәшмәне, мыйығын ғына һыпырҙы.
P.S. Шул йылдың 6 октябрендә Рәсәй халыҡ комиссарҙары советы, “Һуғышта зарар күргән башҡорт халҡына Совет хөкүмәтенең ярҙамы” тип, аванс рәүешендә 150 000 000 (йөҙ илле миллион) һум бирергә ҡарар сығарҙы.
Ҡарый.