04.10.2018 Мин ҡасандыр һине һағыныуҙан, Күңелемдән йондоҙ яуҙырҙым...
Мин ҡасандыр һине һағыныуҙан,
Күңелемдән йондоҙ яуҙырҙым.
Бөгөн инде төнгө күктә йөҙгән,
Аҙашҡан ай кеүек яңғыҙмын.
Мин ҡасандыр ихлас яратыуҙан,
Бәхет диңгеҙҙәрен иңләнем.
Ә хәҙер мин елгә осҡан япраҡ-
Нисек көн итергә белмәйем.
Ҡасан ғына беҙ һөйөүҙән йырлап,
Ике моңдо иттек бер бөтөн?
Йырланманы йырым, өҙөлдө моң,
Ярым-ярты йән бит беҙ бөгөн.
(Гөлнур Ҡыуатова)