26.06.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (22.06.2018)
* * *
– Һинең менән танышҡандан алып йүнләп ашай ҙа, эсә лә, тарта ла алмайым, – тип зарлана ир һөйәркәһенә.
– Шул тиклем ныҡ ғашиҡ булдыңмы ни, ҡәҙерлем?
– Ғашиҡ тип ни… Һинең талаптарыңды үтәгәндән һуң йәшәргә лә аҡсам ҡалмай башланы...
* * *
Ике дуҫ осраша. Уларҙың береһе:
– Хәлдәр нисек?
– Хәлдәр шәптән түгел. Этем юғалды әле.
– Гәзиткә белдереү биреп ҡара.
– Файҙаһыҙ. Ул бит барыбер уҡый белмәй.
* * *
Аҡ бәшмәк менән мухомор ултыра икән. Ҡараһалар, бәшмәксе килә ята.
– Хәҙер бысағы менән ҡырҡа башлаясаҡ! – ти ҡурҡып аҡ бәшмәк.
– Кемдәрҙелер ҡырҡыр ҙа. Ә минең битемә итеге менән тибә инде ул, – тигән мухомор.
* * *
-– Полкка «Ивановтың атаһы үлгән» тигән телеграмма килә. Полковник янына капитанын саҡырта.
– Ивановтың атаһы үлгән. Был турала йомшағыраҡ итеп үҙенә әйтергә ине.
Капитан ротаны сафҡа теҙә лә, команда бирә:
– Кемдәрҙең аталары иҫән, бер аҙым алға! Иванов, һин ҡайҙа тығылаһың?
* * *
Табип кабинетында:
– Доктор, ни эшләптер гел минең тәнем ҡысыта.
– Йыуынаһығыҙмы һуң?
– Йыуынып та ҡараным инде, ай ҙа үтмәй, тағы ҡысыта.
* * *
– Улым, көн һайын дискотекаға йөрөмә, һаңғырау ҡалырһың!
– Рәхмәт, әсәй, мин ашаным инде.