07.05.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)
– Ғәли, өйләндем тигәйнең түгелме? Үҙең пальтоңа төймә тегеп ултыраһың…
– Был минең пальто түгел, ҡатындыҡы…
* * *
Табип кабинетында телефон шылтырай.
– Алло, доктор! Ғәлиевтың ҡасан дауахананан сығыуын әйтмәҫһегеҙме икән?
– Әлегә ул аңына килмәне.
– Ҡасаныраҡ килер икән?
– Бер аҙнанан килер, тип уйлайым. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?
– Мин Ғәлиев. Тағы бер аҙнаһыҙ дауахананан сығармайҙар икән улай булғас.
* * *
Концерт бара. Бер йырсы йырлағас, уны алҡышлап тағы сәхнәгә сығаралар.
Артист йәнә сығыш яһай. Тамашасылар сәпәкәйләп, был сығышынан һуң тағы йырлауын һорайҙар. Йырсы тамам хәлдән тайғас: «Мине йылы ҡабул итеп, алҡышлағанығыҙ өсөн рәхмәт, әммә арыным инде», – тип әйтергә мәжбүр була.
Зал гөж итеп ҡала.
– Йырларға өйрәнгәнсе йырла!
* * *
Баҙарҙа бер ҡатын һатыусыға өндәшә:
– Һатҡан атың ҡайҙа һуң ул?
– Ниндәй ат тураһында һөйләйһең. Күрмәйһеңме ни, ҡуян һатам!
– Хаҡын күргәс, ат һатамы тип торам!
* * *
Ике бесәй һөйләшә:
– Ул һиңә ҡасан өйләнергә вәғәҙә итте?
– Мартта.
– Ахмаҡ. Мартта уларҙың барыһы ла өйләнәм тип вәғәҙә итә.