23.04.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
Ҡатындан һорайҙар:
– Кейәүгә сығыу ҡурҡынысмы ул?
– Тәүге тапҡыр ҡурҡыныс. Ә һуңынан көн һайын сығырға була.
Ирҙән һорайҙар.
– Өйләнеүе ҡурҡынысмы?
– Тәүҙә – юҡ. Һуңынан ныҡ ҡурҡыныс.
* * *
– Фәриҙә Ғәлиевна, һеҙҙең нисә ирегеҙ булды ул?
– Үҙемдекеләр генәме?
* * *
Төрмәлә ултырған ике кеше һөйләшә.
– Һине ни өсөн ултырттылар?
– Эй, бер ҙә юҡҡа ғына!
– Нисек инде?
– Индем бер фатирға. Ә унда урларлыҡ бер нәмә лә юҡ…
* * *
Ҡатыны иренә зарлана.
– Ҡәҙерлем, беҙ һинең менән бер ҡайҙа ла йөрөмәйбеҙ. Ана, күрше ҡатынын көн һайын музейға, театрға йөрөтә…
– Проблема юҡ, һөйөклөм. Фигуралы шыуыу ҡарағың киләме?
– Әлбиттә! Ә кемдәр сығыш яһай?
– «Салауат Юлаев» менән «Аҡ барс».
* * *
Нотариус оло ирҙән һорай:
– Олатай, ниңә васыятнамәгеҙҙе гел үҙгәртәһегеҙ ул?
– Ҡолағыма яңы аппарат һатып алдым. Өйҙәгеләргә әйтмәнем…