03.04.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (30.03.2018)
Һунарсы Африкала һунарҙа күрһәткән батырлыҡтары менән маҡтана:
– Һуҡмаҡтан китеп барам. Ҡараһам – арыҫлан! Бысағымды сығарҙым да «һә» тигәнсе тегенең ҡойроғон ҡырҡып алдым!
– Ниңә башын түгел, ә ҡойроғон?
– Эй-й. Миңә тиклем башын кемдер өҙгәйне…
* * *
– Эй булдыҡлы ла инде ирем. Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта, – тип маҡтана икән бер ҡатын күршеһенә.
* * *
Ир балыҡ ҡармаҡлап ҡайтҡас, ҡатынына:
– Үәт, әй, һаран кешеләр була ла инде! Егеттәр менән алдан кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай тип килешкәйнек. Нисек булған тип уйлайһың? Шакирҙың ҡармағы тартыла, ә ул иҫе лә китмәй ултыра. Ғарифтың да ҡалҡыуысы балыҡ эләгеүен хәбәр итә, ә ул күрмәмешкә һалыша. Үәт, һарандар!
– Ә һинекенә ҡаптымы һуң? – тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
– Мин алйотмо әллә? Ҡармаҡҡа селәүсен ҡуйып та торманым, – тип яуаплай ир.
* * *
Әсәһе – улына:
– Улай илайһың икән, һине икенсе малайға алмаштырам.
– Килеп сыҡмаясаҡ!
– Ни эшләп?
– Аҡыллы малайын тәртипһеҙгә алмаштырырға теләгән алйот кешене ҡайҙан табаһың әле?!