08.04.2018 «Алйотлоғом өсөн аҡса алам!»
Автобуста бер ир урын өсөн талаша. Янында торған ҡатын:
– Алйот икәнһең дә баһа, ҡатындар менән урын өсөн талашаһыңмы? – тигән.
– Эйе, алйотмон. Зату, шуның өсөн мин хөкүмәттән аҡса алам! Ә һин аҡыллы булып ҡыланаһың, уның өсөн һиңә аҡса түләйҙәрме һуң?! – тип ауыҙын йомдорған теге ир.
Баҡтиһәң, ул ысынлапта шизофрения менән ауырый икән.
Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.