01.04.2018 «Мәке уям»
Бала саҡта өләсәйемдәрҙең ауылында йыуаш ҡына бер ағай йәшәне. Олоғайғансы ҡатын да алманы ул. Тотлоғоуынан оялған булған, тинеләр. Уға әсәйемдәр күршеләге олоғайып барған апайҙы димләй башланы. Егетте саҡ өгөтләп, һөйләштерергә алып киләләр.
Һүҙ араһында апайҙың әсәһе: «Был егет кем булып эшләй һуң ул?» – тип һорап ҡуя.
Егет аптырап тормай:
– Бер аҙна инде мәке уям, – тип яуаплай.
Ауылдарҙа элек малды күп көткәндәр. Ҡыш көндәре йылғала һуғарғандар. Йыл һайын бер кеше ҡыш буйы мәке уйған. Ҡалын боҙҙо лом менән онтауҙарын мин дә иҫләйем. Был ағай ҙа, күрәһең, әлеге эштән ҡоро ҡалмаған. Аҙаҡ ҡунаҡтарҙа, шаярып: «Эш күп – бер аҙна инде мәке уям!» – тип мәрәкәләүҙәрен дә хәтерләйем.