RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ишекте бикләгәндәр...

22.04.2018 Ишекте бикләгәндәр...

Ишекте бикләгәндәр...
Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшәбеҙ. Алмаш-тилмәш ләүкәгә менеп, ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында – бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң, елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала.
Бажа, сабыныуҙан ҡыҙарған йөҙөн соҡорайтып, мыйыҡ аҫтынан йылмай­ҙы ла: “Ул хәтле башыңды сапма, йә эшләмәй ҡуйыр”, – ти. “Нисауа, наоборот шәп эшләп китә ул”, – тим эре генә.
Бына өсөнсөгә сабындым да, ап-аҡ көрткә “выжт” итеп ҡалдым. “Ах” та “ух” ҡарҙа аунағандан һуң, еткәндер инде, тип тороп саптым.
Ишеккә үрелгән ерҙә үрә ҡаттым: “Был мунса ишеге түгел дә баһа! Әй, алйот, ошолай ҡып-ҡыҙыл булып ялан­ғас килеш өйгә барып инһәм, унда сәй эсеп ултырған ҡатын менән балдыҙҙың һуштары китер ине бит!” – тигән уй йүгереп үтте баштан. “Әй, иҫәүән”, – тип үҙемде эстән генә әрләнем дә кире мунсаға ҡарай елдерҙем. Инһәм, бажа эсе ҡатып көлөп ултыра: “Өйгә ҡарай сапҡаныңды тәҙрәнән күреп ҡалдым. Әйттем бит, башыңды сапма, тип, үәт резүлтәт...” “Ярай, ярай, улай ғына яңылышыу хан малайында ла була инде ул”, – тинем дә тағы ләүкәгә менеп киттем. Их, шайтан алғыры, бер өйрәнгәс, сапҡы килеп тик тора бит был башты. “Была не была, тағы әҙ генә сабайым инде был яртаҡыл башты”, – тип тағы сабына башланым.
Әле генә һыуыҡтан ингән тәнгә зымбырлап көс-ҡеүәт инде, бөтә кәүҙәм буйлап иҫ киткес рәхәтлек йүгерҙе, малай. Бар күкрәгем менән кинәнеп мәтрүшкә, әрем, тағы әллә ниндәй хуш еҫле үләндәрҙең шифа­һында иҙрәйем. Йән­нәттең тап эсендә ултырам инде үҙем.
Был сабыныуҙан һуң башҡа ҡарға һикермәнем, фляжкалағы һалҡын ҡымыҙҙы “ғорҡ-ғорҡ” итеп һемергәс, бажанан алда сығып кейенергә булдым.
Кейенеп бөтөп ишекте асайым ти­һәм, уныһы асылмай. “Не понял”, – тим үҙ алдыма. “Ни булды?” – тип эстән бажа тауыш бирә. “Ишек асылмай, балдыҙҙар шаяртып бикләп киткән шикелле”, – тим, аптырап. “Булыр уларҙан, нығыраҡ эт”, – ти бажа.
Тағы ла нығыраҡ этеп ҡарайым, ишек ҡымшанмай ҙа. Соланы ла ҡараңғы бит әле. Һәрмәнә торғас, утын табып алдым. Ишекте шуның менән туҡмай башланым. Юҡ, саҡ ҡына ла ҡымшанмай теге, йә, исмаһам, берәй ярығы юҡ. “Ах, әле һин шулаймы! Хәҙер кәрәгеңде бирәм”, – тип тағы ла ҡеүәтлерәк әйбер эҙләй башланым. Был юлы ҡулыма балта килеп эләкте. Шатлығымдан һикереп ҡуйҙым. “Әһә-ә-ә, хәҙер ни эшләрһең икән, тәүәриш ишек, хәҙер һине ҡайырып ҡарарбыҙ”, – тип еңеүсе ҡиәфәтендә ишеккә ҡарай атланым. Шул ваҡыт әкәмәт хәл булды: ишек әллә минән, әллә балтанан “ҡурҡып”, ипләп кенә шығырлап асыла башланы.
Шунда ғына эштең асылын аңлап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Ишек тышҡа түгел, ә эскә асыла икән. Сыҙай алмай, эскәмйәгә ултырып көлөргә тотондом. Мунса эсендә бажаның һаһылдағаны ишетелә. Ул хәлде күптән аңлағайны: “Ишек менән шәп һуғыштың, бажа. Башты күп сапһаң, шулай була инде ул”, – тип һыны ҡатып көлә.
Мунсала шундай хәлдәр ҙә була, йәмәғәт...










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)