RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)

30.03.2018 Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)

Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)
Айныҡбай уянып киткәндә, ҡыш­ҡы, йылдай оҙон төн үтеп, яҡтырып килә ине. Йоҡоло күҙҙәрен ыуғылағас, башын бороп, барак бүлмәһен күҙҙән үткәрҙе. Хөсниямалының урыны буш, тимәк, эшкә киткән, ваҡыт иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыу­сы булып эшләй. Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе. Айныҡбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына обед­кә тип ҡатындары көн дә биргән аҡсаһынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфетдиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә самогон алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар.
Эш аҙнаһы үтте, алда ике көн ял, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк инде, ошоноһо ла баштан ашҡан. Уның ысын исеме – Айытбай. Айныҡбай тип бергә эшләгән иптәштәре ҡушамат таҡты. Айныҡбай тигәндәренә иҫе китеп бармай. Айытбайҙан әллә ни айырылмай.
Кешенең ауыҙын ябып булмай инде. Ярар, электрик булып эшләгән Сәлимде Сәркүш тигән кеүек, ҡолаҡҡа ятмаған исем ҡушманылар.
Айытбай: «Эх! Берәр көрөшкә һыра булһа, күңелдәр күтәрелеп, күҙ алдары яҡтырып китер ине лә бит... Ҡайҙан алаһың юҡты», – тип уфтанып ҡуйҙы. Ҡатынының әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап:
– Мечтать не вредно, – тип үҙ алдына мығырланы. Тороп, тегеләй-былай йөрөштөрҙө.
Раковинаға яҡын тумбочканы асып ҡараны. Унда баш йүнәтерлек бер ни ҙә юҡлығын белһә лә. Ике көндән Яңы йыл етә. Көн ярым эшләһәк, утыҙ берендә байрам алды ҡыҫҡартылған эш көнө. Бәлки, ҡатыны байрамға берәй шешә алып, шкафҡа ҡуйғандыр.
«Кем белә! Чем черт не шутит! Бәлки, барҙыр». Ир ишекте тартып ҡараны, асылмай. Ҡатыны эшкә киткәндә тыштан йоҙаҡ элгән. Баракта йәшәүселәрҙең күбеһенең ишеге тыштан эленмәле йоҙаҡҡа бикләнә. Бер-ике кешелә генә эстән дә, тыштан да асылмалы йоҙаҡ. Сөйҙә элеүле торған эш кейемдәренең кеҫәләрен ҡапшап ҡараны, һуҡыр тин дә ҡалмаған. Кисә бит аванс та биргәйнеләр түгелме?
Эйе, биргәйнеләр, тимәк, ҡатыны кеҫәләрен таҙартҡан. Айытбайҙың күҙҙәре иҙән аҫтына, баҙға төшә торған ҡапҡасҡа төштө. «Туҡта! Баҙҙы төшөп ҡарайым. Вдруг! Чем черт не шутит!» – тип яратҡан һүҙҙәрен ҡабатлап, ир баҙға төштө. Шырпы һыҙып торманы, бүлмәнең ҡап уртаһында янып торған лампочканың яҡтыһы баҙҙың бер өлөшөн яҡтырта. Тоҙлаған ҡыяр, помидор банкаларынан башҡа бер ни ҙә күҙгә салынмай. Бер яҡ мөйөшкә өйөлгән картуф араларын да болғатып ҡараны. Юҡ инде, юҡ, ни хәл ҡылаһың, башты баҙҙың стенаһына бәреп булмай. Күршелә яңғыҙ йәшәгән мәрйә ҡатыны Лариса ла торған, телевизоры ларылдап һөйләй, үҙе иҙән таҡталарын шығырлатып, тегеләй-былай йөрөй. Айытбай күршеһенең баҙы яғына күҙ ташланы. Ике аралағы стена, асыуым килмәгәйе, ярты метрҙан саҡ ҡына күберәк булыр, иҙән менән ер араһындағы тупраҡты төрткөләһәң, әҙәм һыйырлыҡ ара соҡорға була. Бәлки, күршеһенең баҙында берәй нәмә табылыр. Чем черт не шутит!.. Айытбай шулай эшләне. һәм шыуышып, күршеһенең баҙына килеп тә төштө. Иң элек, күҙҙәре бер аҙ ҡараңғыға күнгәс, баҙҙың эсен байҡаны. Юҡ! Шешә-фәлән күренмәй. Лариса – яңғыҙ ҡатын, кемдән йәшереп тотһон инде, уның бит тамаҡ төбөн сылатырға яратҡан Айытбайы юҡ...
Ни эшләргә? Айытбай һаҡ ҡына баҙҙың ҡапҡасына һуҡҡыланы. Өҫтә яҡынлашҡан аяҡ тауыштары ишетелде. Бына баҙҙың ҡапҡасы асылып китте һәм Лариса күренде. Айытбай:
– Был мин! Лариса, ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генә тауыш менән өндәште.
– Эй, Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хәлдә һин ҡайҙан?
– Хәҙер! Хәҙер һөйләйем! Тәүҙә баҙыңдан сығайым. Айытбай баҙҙа өҫтөн ҡаҡҡыланы ла бер ынтылыуҙа, зиндандан сыҡҡан тотҡон кеүек, килеп тә сыҡты. үҙе, ҡалтыранған тауышына йәлләткес тойғолар өҫтәп:
– Уф, үлеп кенә барам! Баш төҙәтергә ине, юҡмы шунда берәр йөҙ грамдай, – тип, ялбарып, Ларисаға ҡараны.
– Бар, нишләп булмаһын, һинең өсөн, Айытбай, табылыр, – тип, күршеһе тумбочкаһынан бер шешә сәмәйҙе сығарып ултыртты. Айытбайҙың ҡыуаныстан күҙ ҡабаҡтары асылып китте. Хужабикә, тоҙло ҡыярын да турап, ҡырлы йөҙ грамлы стаканды өҫтәлгә ҡуйғас:
– Әйҙә яҡынлаш, үҙең күпме кәрәк, һалып эс, башыңды төҙәт, – тип уны табынға саҡырҙы.
Айытбай берҙе һалып түңкәрҙе лә: «Уф! Рәхмәт инде, ярай һинең кеүек изге күңелле күршеләребеҙ бар, юғиһә донъя көтөүҙәре ауырға төшөр ине», – тип рәхмәт әйтергә лә онотманы.
– Кисә эскәйнеңме? – тип күршеһе үҙ сиратында ҡыҙыҡһынды.
– Эстек шул, аванс та бирҙеләр, эшкә барырға түгел, алда – ике көн ял. Айытбайҙың башында күңелле генә уй-фекерҙәр ҡуҙғалып ҡуйҙы. «Бына, исмаһам, изге күңелле ҡатын. Минең аждаһа түгел инде, ир-аттың хәлен аңлай белә».
– Ир-ат шулай инде, ара-тирә, байрам булмаһа ла, байрам яһап алһалар, күңелле булып ҡалалыр инде, – тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы мәрйә ҡатыны, Айытбайға ҡарап.
– һин үҙеңде көҙгөнән ҡара әле, кемгә оҡшағанһың, йыуынып ал, – тип көҙгөгә ымлап күрһәтте. Айытбай, көҙгөгә ҡарағас:
– Уй! Аллам! Күрше! һин батыр йөрәкле ҡатынһың икән, мин, ир башым менән, ҡурҡыуымдан әллә ни эшләр инем, йөрәгем ярылмаһа ла, валлаһи, телдән яҙыр инем. үҙең уйлап ҡара, иҙән аҫтында кемдер шаҡый, асып ебәреүгә, унда миңә оҡшаған бер өрәк торһон әле, саңға батып, бысранып бөткән, – тип ихахайлап көлгән булды.
Бына шулай күңелле генә һөйләшеп ултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үткәнен дә һиҙмәнеләр.
ҡапыл ишекте емерерҙәй булып төйгән тауышҡа икеһе лә һиҫкәнеп, телдән ҡалды.
Эйе, һаҡланыу сараларын онотоп ебәрҙеләр шул. Айытбай бармағын өйрәк суҡышына оҡшатып түңәрәкләндергән ирендәренә терәп: «Т-с-с…» – тип бышылданы ла, һөйләп торған телевизорҙың тауышын көсәйтә төштө, үҙе килгән юлына, иҙән аҫтындағы баҙға сумды.
Ишек артында баяғынан да көслөрәк ишек ҡаҡҡан тауыш ишетелде һәм бар коридорға Хөсниямалдың ирҙекенә оҡшаған ҡаты тауышы яңғыраны.
– Лариса! Ас ишегеңде, Айытбай һиндәме? Асмаһаң, хәҙер ишегеңде емереп инәм! Ас тиҙерәк!
Лариса тыныс ҡына тауыш менән:
– Юҡ! Миндә бер кем дә юҡ, хәҙер асам, асҡысымды тапмайым, әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, – тигән булып ваҡытты һуҙҙы. үҙе тиҙ арала өҫтәл өҫтөн йыйыштырып алды, баҙының ҡапҡасын ябырға ла онотманы. Хөсниямал ишекте емерерҙәй булып дөмбәҫләне, үҙе барактың коридорын яңғыратып:
– Хәҙер үк ас ишегеңде! Асмаһаң, күршеләрҙе саҡырам! Айытбай һиндә генә, тауышын ишеттем, – тип яр һалды.
– Хәҙер ишекте асам, Хөсниямал! Таптым асҡысымды, Айытбай миндә юҡ, телевизор тауышын ишеткәнһеңдер, – тип һөйләнә-һөйләнә күршеһе ишеген асты.
Хөсниямал ишек асылыу менән йомғаҡ кеүек йомро кәүҙәһе менән Ларисаның ҡул аҫтынан тигәндәй бүлмәгә йомолдо. Әйтерһең дә, уның Айытбайы һый тулы өҫтәлдең артында, бер нисә йәш ҡатындың уртаһында ултырған да, бар донъяһын онотоп, ҡунаҡ була. Лариса ла, бар сабырлығын йыйып, вайымһыҙ ғына:
– Ҡара! Карауат аҫтын, өҫтәл аҫтын ҡара, шифоньерҙың эсен ҡара, һинең Айытбайыңдың кәрәге бер тин миңә, – тип, алышҡа әҙерләнгән көрәшсе кеүек, бөйөрөнә таянып, ҙур күҙҙәрен түңәрәкләндереп, Хөсниямалға ҡарап ҡатты.
Ике ҡатын үҙ-ара аңлашҡансы, Айытбай тиҙ генә баҙынан сыҡты ла шым ғына, йылан кеүек, йоҡлаған урынына – юрған аҫтына баштан-аяҡ сумды. ҡолаҡ һалып тыңлап ҡараны, улай-былай артыҡ ғауға-фәлән ишетелмәгәс, күҙҙәрен йомдо, ҡатыны яғынан хәҙер буласаҡ һөжүмде кире ҡайта­рырға әҙерләнде. Хөсниямал, бер аҙ тыныс­ланғас:
– ҡайҙа олаҡҡан икән, ишек бикле, урыны буш, әллә ҡабаланып, йүнләп ҡараманым. Бына зәхмәт һуҡҡан ир, кисә туңҡандаған кеүек ҡайтып инде, ярай кеҫәһендәге аҡсаһы теүәл, тотонмаған, юғалтмаған… Хөсниямал бер тында хәбәрен теҙҙе лә, шарт-шорт баҫып сығып та китте. Бүлмәгә ингәс, Айытбайҙың юрғанын һыпыра тартып алды ла:
– ҡайҙа булдың? Әле генә ҡараным, юҡ инең бит, ҡайҙан һин килеп сыҡтың? – тип тексәйеп ҡараны. Әйтерһең, был кеше Айытбай түгел, уның шәүләһе генә.
Айытбай, йоҡоло тауыш менән:
– Сәғәт нисә? Ну мин йоҡоно теткәнмен икән, – тигән булып ауыҙ эсенән мөңгөрләне.
– Сәғәт ни, ун ике була. Баҙҙың ҡапҡасы асыҡ, унда нимә эҙләнең?
– Әллә нимә ҡыштырлаған кеүек ишетелгәс, әллә сысҡан йөрөймө, тип асып ҡараным. Ябып торманым, тыңлап ятып йоҡлап киткәнмен, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борған булды Айытбай. Ә үҙе шатлығынан күктең етенсе ҡатындағы кеүек хис итте. Башын төҙәтте, күңеле күтәренке, ҡатыны бер ни ҙә һиҙмәне кеүек. «Эт күңеле – бер һөйәк» тигән кеүек, тағы ни кәрәк инде. Ул арала күршеһе Лариса килеп инде:
– Йә, Айытбайың табылдымы? үҙе мут йылмайып, сырҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Табылмай, ҡайҙа булһын ул! Ана, ята юрған аҫтында. Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, әле генә юҡ ине, әле бар, урынында йоҡлап ята. Ғәләмәт был донъя, – тигән булды Хөсниямал, уфтанып.

Ишдәүләт.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)