01.04.2018 «Әйттем бит һиңә!»
Ҡатын бер аҙналыҡ командировкала йөрөп ҡайтты. Мотаһар иртәнсәк эшкә китер алдынан уға былай тине:
– Компьютерҙа соҡоноп, минең «страницаға» инеп тикшеренәһе булма!
– Берәй нәмә булдымы әллә?
– һиңә оҡшаған әйбер юҡ унда!
Ғаиләһеҙ кеше кеүек, командировкаларға ырғый-һикерә сыға ла китә ошо Тәнзилә. Эшендә ул яҡшы белгес булып һанала, шуға күрә конференциямы, квалификациямы, курстармы – баш ҡала юлы ҡатынына күрше ауыл алыҫлығы кеүек кенә тойола, күрәһең. Ир магазин билмәндәре, теге-был ярымфабрикаттарҙан туйып бөттө. Унан бигерәк, ни тиһәң дә, ҡатын өйҙә булмаһа, донъяның ҡото юҡ. Тиҙерәк бала табыу яғын уйламай, һаман карьера буйынса үҫеүҙе ҡайғырта. Ошо сәбәпле, һуңғы ваҡытта Мотаһарҙың Тәнзиләгә һарыуы ҡайнай башланы.
Ир эштән ҡайтһа, ҡатыны тырт та мырт йөрөп ята. Хәҙер Мотаһарҙың сираты етте:
– Берәй нәмә булдымы әллә?
– Нимә, нимә! Эйе, булды! Көнө буйы компьютерҙа һинең «страница»ны тикшерҙем – башҡа бисәләр менән мауығыу йәки һөйәркәләрең менән хат яҙышыу дәлилдәрен табырға теләгәйнем, – Тәнзиләнең ысынлап та күҙҙәре ҡыҙарып бөткән икән.
– Шунан, таптыңмы?
– Юҡ.
– Эй, матурым, минең өсөн компьютер – эштән ҡайтыу менән ярты төнгә тиклем «танчик» уйнау. Һин аҙналар буйы өйҙә тормағанда тағы нимә менән шөғөлләнергә тейешмен?! Иртәнсәк юрамал ҡыҙғандырыу өсөн генә әйткәйнем, соҡонма, тип, – Мотаһар хәләлен ҡосаҡлап үбеп алды. – Шунан, оҡшанымы һиңә минең «страница»ның аҫтын-өҫкә килтереү?
– Юҡ.
– Әйттем бит оҡшамаясаҡ тип, – ирҙең башын артҡа ташлап рәхәтләнеп көлгәненә Тәнзилә лә ҡушылды.