RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үгәй тиһәләр ҙә… (хикәйә)

13.03.2018 Үгәй тиһәләр ҙә… (хикәйә)

Үгәй тиһәләр ҙә… (хикәйә)
Аллаға шөкөр… Бала табыу йортона алып килеп еткерҙе ирем… Табип та уңай тура килде: ашығып, йәһәт кенә тәпәш тапчанға һалып ҡараны-ҡарауын, тик бер ни ҙә өндәшмәйенсә, ҡайҙалыр сығып китте. Бер нисә минут үттеме-юҡмы, хәлем кинәт ауырлашты. Шөбһәләнә башланым… Ҡурҡтым. Бар теләгем – балаҡайым имен-аман ғына яҡты донъяға килһен. Эргәмә берәү килһәсе... Йә Аллам… Ярҙам ит инде… Әле генә һин дә мин инем дә баһа. Бер ни уйларлыҡ хәлдә түгелмен: ҡысҡырмайым да, берәүҙе лә саҡырмайым да. Әлеге табип та бына-бына шар асыҡ торған ишектән килеп инер ҙә, хәлемде күреп йыуатыр, бер ни булмағандай, нисек кәрәк шулай сабыйымды тыуҙырырға ярҙамлашыр… Бик оҙаҡ ваҡыт үткән кеүек тойолдо. Түҙер хәлем ҡалмағас, иҙән йыуып йөрөүсе йыйыштырыусыға: “Ниңә килмәйҙәр һуң?” – тип ялыныслы күҙҙәремде төбәнем. Ул миңә башын да күтәреп ҡарамайынса: “Ошо ауыл бисәләре ваҡыттары килеп төртөлгәс киләләр ҙә… Ана, менеп ят, үргә, махсус креслоға… Табип ни, хәҙер килер… Шыл… Йәһәт кенә йыуып сығайым да...” – тине. Ул урынға нисек үрмәләгәнмендер, һис кенә лә хәтерләмәйем. Сараһыҙлыҡтан кемделер ярҙамға саҡырам, тик тауышым сыҡмай. Креслоға менеп тә яттым, тыуымға килеп терәлгән балаҡайым уҡ һымаҡ атылып сығып, ҡаршылағы тимер батареяға барып та бәрелде… Эргәмдә әҙәм заты юҡ. Килеп тыуған хәлдән бына-бына йөрәгем шартлар ҙа туҡтар һымаҡ… Ғазаплы тетрәнеүҙән күҙ ҡараңғыланды. Артабан аңымды юғалтҡанмын…
Ошо ваҡиғаға ярты быуатҡа яҡын ғүмер уҙып китһә лә, йөрәгемә уйылып ҡалған кисерештәрем өнөмдә лә, төшөмдә лә һис тынғы бирмәне. Өҫтөмдән хакимлыҡ итеп уҙған хәүеф-хәтәрҙең утын йотоп, күпме уфтаныулы йоҡоһоҙ төндәр уҙғарғаным тик үҙемә генә билдәле. Ҡан-йәш түктергән, бәхетемдән мәхрүм иттергән яҙмышымдың онотолмаҫ ошо өлөшөн көл-күмер, туҙанға әүерелдерергә төрлө юл эҙләп ҡарағаным булды, ләкин быға юл да, дауа ла таба алманым. Мейемдең һәр күҙәнәге ана шул аяныслы хәленән һис тә ҡотолғаны юҡ. …Үкенес тә, ҡыҙғаныс та… Етмәһә, ураған һа­йын бер үк төштө күрәм. Әле лә, малай тапҡан сағым менән һаташып, тирләп-бе­шеп уянып киттем... Миңә етмеш туғыҙ йәш. Ниңәлер, тормош тәжрибәм арта барған һайын, үҙемә үҙем яңынан-яңы һорауҙар бирәм. Ул ни өсөн минең менән булған? Ниндәй хаталарым өсөн? Яҙмыш һынауымы? Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиҙәрме әле? Кемгә һөйләһәм дә, ышанмаҫ төҫлө. Хатта дыуамал, яндырай бабайыма ла бөгөнгө көнгә тиклем был турала – ләм-мим…
Ғәжәп: ғүмерҙә булмаған хәл, көндөҙ күпмелер ваҡытҡа серем иткән мәлдә күргән төшөм икенсерәк. Әле тәү башлап һөйләгән хәлемдән дә күпкә алдараҡ, әллә ҡасанғы онотола башлаған, ҡыҙ булып өлгөрөр-өлгөрмәҫ мәлемде күҙ алдыма баҫтырҙы… Үҙемде уҡытҡан физкультура уҡытыусыһына үлеп ғашик булған сағым. Уның менән ике тиҫтә йыл йәшәгәндән һуң, балаң юҡ тип, бер йәш уҡытыусыға өйләнеп, сығып киткәйне ул. Быныһын төш тимәҫһең – әкиәткә оҡшаш: малай тапҡанмын да, һинең әле лә балаң юҡ, ә минең улым бар, бына күр, тип тәүге иремә өндәшәм, имеш…
Шул саҡ эргәмдә йоҡлап ятҡан бабайым, Әптерәшем, уянып, әллә нисек яҡын, үҙ итеп, йомшарып:
– Әбей, бөгөн – минең тыуған көн. Бер-бер артлы йә күмәкләшеп балалар килер, торайыҡ…
– Беләм, өҫтәлгә ултыртыр нәмәләрем әҙер.
– Эй-й-й, өлгөрһөң дә инде…
Бабайымдың яғымлы, эс-бауырыма үтеп инер һүҙе бөтөнләйгә иретте. Уның өндәшкән тауышы тәьҫиренә йәнем иҙерәп, ирәйеп, тынысланып, тормошомдоң Әпте­рәшле осорона илткән эреле-ваҡлы хәтирәләренә бирелеп онотолдом… Уйға сумдым…
…Ул былай булды: тәүге ирем ташлап киткәс, мине бик тә зирәк, аҡыллы, әсе телле, тиктормаҫ еңгәм генә ҡайғыртты. Бер көн ул, шар-шор килеп инде лә, ихлас һәм тулҡынландырғыс итеп: “Нисек ҡыш сыҡмаҡ булаһың? Утын-бесәнең юҡ, ҡоймаң ҡолар­ға тора… Ауылдан китергә йыйынмай­һың… Ана, дыуамал, яндырай Әптерәш… Эшкә әрһеҙ… Ир ир булыр әле, уйла…” – тине. Ә мин, тәкәбберлегемде күрһәтеп, тупаҫ тауыш менән: “Ике ҡулым, ике аяғым бар, эшләрмен”, – тинем. Үҙем һығылған кер кеүек ебеп төштөм: ауылда эш юҡ, ике тиҫтә йыл буйы йыйған донъямды нисек ташлап китәйем инде. Нигеҙемә береккәнмен. Яҡлаусымдың һүҙҙәрен тыңлап, ғәжәпләнеүемә ҡарамаҫтан, башымды ғорур тотоп ултырып ҡалдым. Эйе, ете балалы, тол ҡалған, яндырай, дыуамал Әптерәштең тракторы менән тырылдап, үрге остан бирге осҡа утын, бесән ташығанын күргәнем бар, ә йөҙ-ҡиәфәтенә, ғөмүмән, үҙенә иғтибар ҙа иткәнем юҡ. Бынау еңгәм көн дә инә лә ерле юҡты тылҡый. Ни һөйләгәнен ҡолағы ишетәме икән? Ғүмерҙә лә була торған хәл түгел дә. Уныңса булыры бармы инде…
Ҡырыҫ килде шул йылдың көҙө. Көнө-төнө ямғыр ҡоя. Бер туҡтауһыҙ тәҙрә-ҡапҡаларҙы һелкетә ыжғыр, әсе ел-дауыл. “Утын- бесәне лә ике ҡосаҡ, йәшәүгә уй-өмөт, ниәте лә юҡ икән Шәйҙәнең”, – тигән күрше-күләндең ярты-йорто һүҙҙәрен дә йыш ишеткеләп ҡалам. Көн артынан көн үтте. Хәлем әүәлгесә: үҙемде эшкә ашмаған, һөймәҫ һөйәк, алданған, бәхетһеҙ бәндә итеп тоям. Йәшәүемдең бер мәғәнәһе юҡлығы – көн һымаҡ асыҡ. Үҙем ярар ҙа, ә ошоға тиклем туйындырған да, һөйөндөргән дә малым?.. Төрлө уйҙан һуң, күңелем тамам ағыулана башланы. Шул минутта еңгәм килеп инмәһә, бәлки, мәңге арынып булмаҫлыҡ хәсрәткә юлыҡтырыр инем туғандарымды…
– Йә, уйланыңмы? – тип һөрән һалды, ҡобараһы осҡан, ҡиәфәте ярһыған еңгәм. Мин: “Юҡ… Үлмәгәнмен, йәшәп ятам да баһа…” – тинем саҡ-саҡ.
– Тура әйткән – туғанына ярамаған. Йәштән баш-баштаҡланып, бер кемде лә тыңламай сыҡтың шул физкультурнигыңа. Уның менән һөйөшөп туйғанһыңдыр егерме йыл буйына, – тип һөйләнде үҙ алдына еңгәм. Нисек кенә зитыма тиерлек хәбәр һөйләмәһен, мин уға: “Булмаҫтайҙы, ҡайҙан таптың, шул яндырай, дыуамал Әптерәште, мыҫҡыл итәһеңме әллә?” – тип ысынтылап асыуланам, хатта ки ғәрләнәм. Ләкин артабан ваҡиғаларҙың ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алыуы, тәгәрәре билдәһеҙ ине әле…
Күп тә үтмәй, тәү күреүгә йәмһеҙ, таржыҡ танаулы, йыуантаҡ, урта буйлы Әптрәш килеп инде лә, бәйҙән ысҡын­ғандай, дыуамал ҡылығы менән яндырайланып: “Шәйҙә, ас һыйырың сүплектә эҙләнеп йөрөй ине, үҙемә алып ҡайтып, бесәнлегемә ҡуштым, барып һау”, – тине. Үҙен һәләк һауалы, текә тотоп, ҡаптыр-ҡоптор, шарт-шорт баҫып сығып та китте. Әлеге зәһәр телле еңгәм шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә: “Һай, иреңде… Бына был егеттәрсә”, – тип телен шартлатты.
Ул көндө йоҡлай алманым. Күҙемде йомоуым була, дыуамал Әптерәш пәйҙә була ла, йөрәгем ҡыҫыла, йәнем өшөй. Уртаҡ ҡайғы ла, уртаҡ ҡыуаныс та кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта икән. Әҙ генә күрше еңгәм инмәй торһа, йортом шыҡһыҙ, шомло булып күренә башлай. Сөнки унан башҡа баш һалыр кешем юҡ. Яңғыҙлыҡ, етемлек әсеһе лә тамам йонсотто…
Теләйемме-теләмәйемме, оҡшаймы-оҡшамаймы – һыйырымды алып ҡайтырға Әптерәштәр яғына юл тоттом. Өйҙәренең эргәһенә килеп еткәс, ҡапыл бер нисә минут туҡтап, икеләнеп торҙом әле ихаталары алдында… Бик яҡында ғына балалар тауышы салынды ҡолағыма. Ҡапҡаға яҡынай­ғас та ҡаршыма береһенән-береһе бәләкәй өс бала йүгерешеп килеп сыҡты. Улар тәтелдәшеп, кескәй бармаҡтарын бөгә-бөгә үҙҙәренә нисә йәш тулыуы тураһында аңлата башланылар. Ошо балаларға ҡарата ҡанмаҫ тартылыу көсө уянған һымаҡ булды ҡатҡан күңелемдә. Үҙем иһә, биҙрәмде беләгемә элдем дә, ялан кәртәгә инеп киттем. Ҡулдарым һыйыр һауа, ә уйҙарым – балалар­ҙа. Әсәләре иҫән булһасы! Һөйөп туя алмаҫ ине лә бит йән киҫәккәйҙәрен… Аталары – яндырай Әптерәш тураһында уйламайым да, әйтерһең дә, ул был донъяла бөтөнләй юҡ. Күнәк тултырып һөт һауып сығыуыма, өс-дүрт йәш тирәһендәге ҡыҙ бала ботомдан: “Әсәй”, – тип ҡосаҡлап алды, артабан ҡалғандары һырылды… Улар бер тауыштан: “Шәйҙә әсәй, беҙҙә ҡал”, – тип йәбеште. Был һүҙҙәрҙән һуң бөтөнләй ыуалдым, тирелдем, иренем. Ысыҡ тамсыһылай күҙ йәштәрем әсәй наҙына, әсәй ҡулы йылыһына зар-интизар булған кескәй­ҙәрҙең өҫтөнә тамды ла тамды… Бына шулай ҡосаҡлашып, илашып, йәндәребеҙҙең йылылыҡ етмәгән бушлыҡтарын тулыландырҙыҡ. Булмышым ҡапыл йыуаныс менән тулды. Балаларға тартылыу һәм ылығыу ошолай башланғандыр ҙа… Әммә ғүмерҙә лә үҙемде ете балаға үгәй әсәй булырмын тип башыма ла килтермәй инем. Тик ни хәл итәһең – шулай булдым да. Тик тормоштоң китек яҡтары ла булманы түгел. Һөйләһәң – һүҙ етмәҫ, уйлаһаң – уйылырһың… Һәр саҡ ғауғалы мәлдәрҙең сәбәпсеһе Әптерәш ине… Эсеп алһа, ҡойоп ҡуйған алйыған диуана. Аҡылынан алда ҡулын болғай-болғай: “Ә һин, Шәйҙә, тыуҙырған малайыңды ла әҙәм итә алманың теге ваҡытта”, – тип йәнемә тейҙе. Балалар һәр саҡ минең яҡлы булғас, күтәрмәҫлек хәл-ваҡиғаларҙы бергәләп үткәреп ебәрҙек. Ҙур ғаиләлә мәшәҡәт бөтәме ни ул, ҡайҙа тотонһаң – шунда эш. Әптерәш тегеләй ҙә, Әптерәш былай тип, һөйләнеп ултырыр­ға ваҡыт та булманы. Бына шулай ғүмер үҙған да киткән…
– Шәйҙә, Шәйҙә… әсәһе, тим, мунсаны тоҡандырҙым, иртәнге сәй әҙер, тор инде, балалар ҙа тиҙҙән килеп етер, – тип гөрөлдәне тыйнаҡ, ипле тауышлы ҡартым, уйҙарымды туҡтатып. Мин: “И-и-и, баллы-татлы телле яндырай, дыуамал Әптерәшем, һин булмаһаң ни эшләр инем был донъяла”, – тип арыҡ арҡаһынан тупылдатып һөйөп алдым. “Ана, балалар ҡайтты”, – тине үҙе лә, күҙҙәрендә һөйөнөс сатҡыларын уйнатып.
Тау-тау бүләктәр, күстәнәстәр өйөлдө өҫтәлгә. Уландарым, ҡыҙҙарым, ейән-әйәнсәрҙәрем – барыһы ла минең ҡосаҡҡа килеп йылышты: берәүһе – суҡлы шәл, икенсеһе – күлдәк, өсөнсөһө – балдаҡ… Ҡалғандарыныҡын һанай китһәм, бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ… Иң кесе ҡыҙым Алтынайҙың: “Әсәй”, – тип бөтә урамға яр һалып ҡысҡырып артыңдан ҡалмай йөрөүе ғүмер буйы хәтерҙә. «Гел эш менән осоп йөрөнөң, бер минут та ултырып йә ятып та торманың бит, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ”, – тип башланы һүҙен. Уны иң оло улым Искәндәр эләктереп алды: “Атай яғы көслө тоҡомданбыҙ, холоҡ-фиғел асылда шуларҙыҡы! Беҙҙең барыбыҙҙа ла нәҫелдән, ҡандан күскән дыуамаллыҡ, яндырайлыҡ һәм башҡа туҙға яҙмаған сифаттар бик күп. Бына шуны әйткем килә, туғандар, һирәктәр өлөшөнә төшөр сабырлығы, итәғәтлелеге менән беҙҙе ғәҙеллеккә, тәртипкә өйрәтте Шәйҙә әсәй. Ауылда ҡалған төпсөк улыбыҙ ағаһын йөпләп: “Үгәй тиһәләр ҙә, күптәргә ҡарағанда тәрбиәле үҫтек, тәмәке тартмайбыҙ, эсмәйбеҙ, һүгенмәйбеҙ, ғаиләлебеҙ, эшебеҙ бар”, – тине.
– Өндәшмәй-нитмәй, һеҙгә иркәләнеп, иркенләп тороп тыңлап тик ултырамсы… Бөгөн минең байрамым түгел дә – атайығыҙҙың тыуған көнө! – тинем, ҡартыма ҡарап. Әптерәшем бергә йәшәлгән ғүмерҙәрҙе йомғаҡлағандай: “Ошо ҡыуаныслы көндәрҙе күреүҙән дә артыҡ бүләк юҡ минең өсөн”, – тине тулҡынланып. Балалар кемуҙар­ҙан: “Алтын йөрәкле Шәйҙә әсәй! Һин булмаһаң, атайыбыҙ һикһән йәшлек ҙур юбилейын күрер инеме икән? Юҡтыр, юҡтыр…” – тип ҡосаҡлап алды.

Зөлхизә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)