RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар НӘЖМИҘЕҢ тыуыуына – 100 йыл

05.02.2018 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар НӘЖМИҘЕҢ тыуыуына – 100 йыл

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар НӘЖМИҘЕҢ тыуыуына – 100 йыл
Бәрәкәтле Дүртөйлө еренең шиғри күңелле улы Назар Нәжмиҙең тыуыуына быуат ваҡыт үтте. Шағирҙар үлемһеҙ, тиҙәр. Ысынлап та, “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, “Юҡҡа түгел”, “Һыу һибегеҙ гөлдәргә” кеүек популяр йырҙары, бик күп шиғыры, “Шағир һәм шаһ”, “Күлдәк”, “Урал”, “Ҡапҡалар” кеүек бай йөкмәткеле поэмалары Назар Нәжмигә мәңгелек һәйкәл булып ҡаласаҡ. Шағирҙың үҙе, ижады тураһында замандаштары, әҙәбиәт белгестәре, уны кумиры тип күргән йәш ижадсылар бик күп мәҡәлә, очерк яҙҙы, бағышлау, мәҙхиә ижад итте. Улар 2015 йылда “Йырҙың булмай һуңлағаны” тип аталған айырым йыйынтыҡта донъя күрҙе. Бындай мәҡәләләр киләсәктә лә яҙыласаҡ. Сөнки Назар Нәжми шиғриәтенең сикһеҙ асылын һәр кем үҙенсә аңлай, кисерә һәм күрә.
Шағирҙың тыуған көнөндә шиғыр яратыусы уҡыусыларҙың иғтибарына уның төрлө йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Кешесә
Тәбиғәттең бөйөк камиллығы!
Иҫ китмәле һинең бейеклек.
Кеше тыуа – ғәҙәти бер нәмә,
Тыуыу үҙе ниндәй бөйөклөк?!
Кеше тыуа үҙ йөрәге менән, –
Был мәңгелек ябай төшөнсә, –
Үҙ йөрәге менән үлә кеше –
Тәбиғәтсә, тимәк, кешесә.
Ә тормошта тәбиғәтсәме һуң?
Кешесәме беҙҙең ҡылғандар?
Үҙҙәрен бит арыҫлан тип тоя
Ҡуян йөрәк менән тыуғандар.
Буш йөрәген әҙип йөрәгенә
Алмаштырып юҡҡа, тиктәҫкә,
Үҙен генә түгел, кешеләрҙе
Интектерә күпме иптәштәр.
Мин белмәйем, тормошома
фиҙа
Ҡыла алдым микән йәнемде?
Тик ят йөрәк түгел, үҙемдеке
Алып китһен минең тәнемде.

Ҡатындар ҡулына йыр
Ҡатындар, һеҙҙең ҡулдарҙың
Йомшаҡлығын тойғаным бар.
Уларға купме һоҡланып,
Хайран ҡалып торғаным бар.

Ул ҡулдарҙа иркәләнеп
Иҙрәп йоҡлай сабый бала.
Кәрәк саҡта ошо ҡулдар
Нәфрәт менән мылтыҡ ала.

Ул ҡулдарҙың энә менән
Наҙлап нағыш сиккәне бар.
Һәм уларҙың янып-бешеп,
Тауҙарҙа таш киҫкәне бар.

Эштән арып ҡайтҡан саҡта
Йә йөрәгең ут сағында
Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт
Шул ҡулдарҙың ҡосағында.

Әйтке килә: мәңге шулай
Йәшәгеҙ һеҙ, кеше һөйөп,
Һеҙ булғанға, һеҙ һөйгәнгә
Кеше бөйөк, кеше бөйөк.
1962.

Үҙ һүҙем бар
Барҙы бәхәс... Ә бәхәсе
Юҡ-бар өсөн түгел ине.
«Үҙ һүҙеңде һөйләйһең»,– тип,
Шелтәләне берәү мине.

Үҙ һүҙеңде...
Ғүмер баҡый
Кеше һүҙен
һөйләмәнем.
Аҡыллымы,
аҡылһыҙмы,
Бар яҙғаным,
һөйләгәнем
Булды минең үҙемдеке,
Булманылар кешенеке.

Бар үҙ һүҙем! Мин үҙ һүҙле –
Яҡшылыр ҙа, ямандыр ҙа.
Үҙ һүҙле булғаным өсөн,
Бәлки, ҡай саҡ янамдыр ҙа,
Янамдыр ҙа... Минең яныу
Яныумы ни был саҡтарҙа?!
Заманында: «Ер, шулай ҙа,
Әйләнә!» – тип усаҡтарҙа
Янғандар бит үҙҙәренең
Һүҙе өсөн, эше өсөн,
Кешелек һәм кеше өсөн.

Йөҙ һүҙлеләр араһында
Ҡалыу ауыр үҙ һүҙеңдә.
Мин үҙ һүҙле – үҙ һүҙем бар,
Шуның өсөн шағирмын да.
1971.

Әсәй күҙҙәре
Мин атайһыҙ үҫтем...
Күпме юлым
Әсәй менән үткән юл ине.
Балалығым, егет сағым минең.
Тыуған ерем, донъям ул ине.

Күҙҙәренә күпме баҡҡанмындыр
Бала саҡта, үҫеп еткәс тә.
Яғымлылыҡ! Әсә яҡынлығы
Үлмәй икән үҙе үлгәс тә.

Күҙҙәренә күпме
баҡҡанмындыр...
Ә ул
Үлем түшәгендә ятҡанда
Һуңғы тапҡыр күҙен асып йомдо,
Һуңғы таңы һыҙылып атҡанда.

Шул күҙҙәргә күпме
баҡҡанмындыр...
Мин уларҙың күрҙем һүнгәнен,
Һуңғы минут! Һиндә генә белдем
Ул күҙҙәрҙең зәңгәр икәнен.
1962.

Таң алдынан әйтелгән шиғыр
Тан атырға ҡалды өс сәғәт,
Өс сәғәттән инде китәһең.
Өс сәғәт – ул миңә өс минут,
Өс минуттан яңғыҙ итәһең,
Һин китәһең... Ҡала яҡты көн,
Яҡты көндә ҡалам көн күреп,
Ҡала ҡояш, ләкин китәһең,
Йондоҙҙарҙың барын һүндереп.
Ҡояш байыр, яныр йондоҙҙар,
Ҡабатланыр таңдар яңынан.
Ҡабатланыр көндәр, сәғәттәр,
Булыр ай, йыл шулар һанынан.
Ҡабатлана барыр миҙгелдәр,
Ҡабатланыр ғөрөф-ғәҙәттәр –
Ҡабат килеп, ҡабат китерһең,
Ә тик
Ҡабатланмаҫ ошо сәғәттәр –
Ғүмерҙең бер алтын киҫәге,
Иртәгә ул инде кисәге...
1971.

Кәкүк тауышы
Ғәбәши* ҡәберен эҙләп,
Тимер Арыҫлан менән
Беҙ зыяратта йөрөйбөҙ...
Тирә-яҡ – йәп-йәш үлән...

Йылдар, йылдар... Беҙ окоптар
Ҡаҙыныҡ ерҙә ул саҡ.
Ә бында бер сит кешегә
Ҡәбер ҡаҙыған Салҡаҡ.

Һәр ҡәбер – ерҙең яраһы,
Уңалмай тормай яра.
Ҡайҙа һуң ул? Кешенән бит
Ҡәбер булһа ла ҡала?!

«Ҡайҙа?» тип эҙләп, һорап,
Йөрөйбөҙ урап-урап...

Сеү! Йәнәш кәкүк саҡыра,
Йылдарҙы һанап-һанап.
Ул саҡырмай, ул моңлана
Татарса, башҡортсалап.

Әй ул моң, йыр яҡын кеүек
Тик беҙгә, беҙгә генә.
Хуш, Салҡаҡ!.. Кәкүк тауышы
Үҙәкте өҙә генә.
1971.

* «Кәкүк» тигән мәшһүр йырҙың авторы, композитор Солтан Ғәбәши Борай районының Салҡаҡ ауылында күмелгән.

* * *
Бер ҡараһаң, һин ут кеүек тиһең,
Бер ҡараһаң, шундай
һалҡынһың;
Бер ҡабынып, бер һүнәһең кеүек,
Әллә ниндәй һалҡын ялҡынһың...

Нишләйем һуң, әгәр бер
ҡабынып,
Һүнәм икән – тормош шундай
бит.
Аяҙ күктә янған йондоҙҙарҙай,
Балҡып ҡына йәшәп булмай бит.

Ә улар ҙа көн-төн янамы һуң?..
Йондоҙҙарҙы ла бит гел генә
Киске елдәр өрөп ҡабыҙа ла,
Таң елдәре өрөп һүндерә.
1961.

Алмалар бешкән саҡта
Алмалар бешкән саҡта,
Мин ҡайттым тыуған яҡҡа.

Ҡайҙа ҡарама – гел баҡса.
Бер баҡса беҙҙең урам.
Иң матуры күршебеҙҙә –
Һоҡланып ҡарап торам.

Ҡарап торам. Кемдер миңә
Күҙ һала ситән аша.
Бәй, был беҙҙең күршебеҙҙең
Кесе ҡыҙы лабаһа!

«Һай! – тинем. – Беҙҙең күршелә
Ҡыҙҙар ҙа үҫкән икән.
Ауыҙ итергә мөмкинме,
Алмағыҙ бешкән икән...»

Күҙҙәре уҫал ҡараны,
Ҡыҫылды ирендәре.
«Һе!» – тине лә, баҡсанан йылт –
Башҡаса күренмәне.

Кис булды, ҡояш байыны,
Ә мин үҙемде тетәм –
Ахмаҡ, тимен... Ләкин бына
Баҡсаға сыҡһам иртән,

Мин ни күрәм! Тенөн, тимен,
Алмаларға ни булған?
Беҙҙең яҡҡа ситән аша
Шул тиклем күп ҡойолған!..

Ҡып-ҡыҙыл алма ҡулымда,
Үҙем ут тотам кеүек.
Үҙем ауыҙ иткән булам,
Үҙем ут йотам кеүек.

Шәп икән беҙҙең яҡта,
Алмалар бешкән саҡта.
1960.

Васыят
Як умру, то поховайте...
Т. Шевченко.

Үлгәс, мине ерләһәгеҙ ине
Миңештенең һеҙ Үрбашына.
Ҡандаулынан сыҡҡан йәш
ҡояштың
Тәү нурҙары төшһөн ташыма.

Иҫеп торһон миңә йәйен, ҡышын
Донъяның һәр төрлө елдәре.
Күренеп торһон тәүге бураҙнама
Ялан тәпәй баҫҡан эҙҙәрем.

Күренеп торһон минең
Ағиҙелем,
Бесән сабып, йыйған болондар.
Туғандарым менән ураҡ урып,
Сәй ҡайнатып эскән урындар.

Ишетелеп торһон Аҡшишмәнең
Татлы йыры, һалҡын тауышы.
Үрсоҡорҙан Әрәсазға тиклем,
Ғүмер кеүек, ҡыҫҡа ағышы.
Ишетелеп торһон кешеләрҙең
Һөйләшкәне туған телемдә.
Шул тел, шул моң әле
йәшәгәндә,
Йәшәйәсәк исемем минең дә.

Үлгәс, мине ерләһәгеҙ ине
Үрбашынан ҡарап бер урын.
Башҡа ерҙәр мине онотһа ла,
Онотмаҫ, тим, был ер үҙ улын.
1971.

* * *
Китте... Ләкин үҙе миңә
ләм-мим –
Юҡ сәләме, һау бул һүҙе лә.
Иҫем китмәҫ кеүек ине кисә,
Бөгөн инде эсем өҙөлә.

Ҡайтып киткән...
Ҡайтып ҡына микән?
Алыҫ та бит түгел аралар.
Ләкин беҙҙең арабыҙҙа, ахыры,
Яҡынаймай торған ара бар.

Ахыры, донъя шулай
ҡоролғандыр:
Һәр кемдең дә була үҙ көйө.
Кисә бергә инек... Кисә генә?
Йондоҙҙарға тулы күк йөҙө.

Йондоҙҙар ҙа мең-мең ғашиҡ
кеүек,
Тик уларҙы
Ҡауыштырмай кеүек таң нуры.
Ә һуң улар нисек ҡауышһындар –
Һәр йондоҙҙоң бар бит үҙ юлы.

Ул да китте. Үҙ юлынан китте.
Алыҫ хәҙер беҙҙең аралар.
Беҙ йондоҙҙармы ни?! Юҡ, арала
Яҡыная торған ара бар.
8 июль, 1960.

Әллә нисек һөйәм
Әллә нисек һөйәм...
Башҡаларҙан
Үҙең һис тә артыҡ түгелһең.
Иҫемә төшһәң, йә бигерәк
шатмын,
Йә булмаһа, мин бик күңелһеҙ.
Һөйәм һине... Бик-бик ғәжәп
һөйәм...
(Һис кемдән мин быны
танманым.)
Күптәр миңә һәйбәт күренделәр,
Һиңә тиңде ерҙә тапманым.
Күктә янған яҡты йондоҙҙарҙы
Һин ҡабыҙҙың төҫлө тойола.
Ә ҡай саҡта улар гүйә һинән
Боҙға әйләнеп, өҫкә ҡойола.
Сәскәләрҙең матурлығын
тойҙом
Уйҙарымда тик һин булғанға.
Сәскәләр ҙә бер ваҡытта шиңә
Төрөнөп көҙгө, һалҡын томанға.
Ә мин һине әллә нисек һөйәм,
Шатлығым да шул һин,
ҡайғым да.
Үҙең киттең, тыныс йөрәгемә
Утлы дауыл, ғазап һалдың да...
1948.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)