16.01.2018 Яңы йылды йоҡлап үткәрҙем
9-сы класта уҡый инем шикелле. Ауылда әхирәттәрем менән Яңы йылды Әлфиә исемле класташымда үткәрергә тип һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, иртүк тороп, ҙур байрамға әҙерләнә башланыҡ. Һеңлем – салат, мин бутербродтар эшләнек, әсәйем икмәк һалды. Төшкә тиклем үк байрам табынын әҙерләп бөткәйнек.
Тышта малды ҡарап индек, өй йыйыштырылған. Тик ваҡыт һаман үтмәй кеүек тойолдо. Телевизорҙа көнө буйы байрам концерты бара. Әллә арығанлыҡтан, әллә ваҡытты нисек тә булһа үткәрергә белмәй, киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә карауатҡа ятып башымды мендәргә терәү менән йоҡлап киткәнмен.
Төнгө 1-ҙәр тирәһендә нисектер уянып киттем. Аптырайым – берәү ҙә өйҙә юҡ. Сәғәткә күҙ һалдым, Яңы йыл үтеп киткән дә баһа. Мине уятмағандарына ныҡ асыу килде, хатта ултырып иларҙай булдым.
Аҙаҡ белеүемсә, карауатта мендәр-юрғандар араһында уранып ятҡас, әсәйем миңә иғтибар итмәгән. Әхирәттәрем мине алырға тип килгән, тик, өйҙә юҡ, тип әйткәндәр. Әлфиә ауылдың икенсе осонда йәшәй ине. Минһеҙ сығып киткәндәр. Әсәйемдәр байрамды ҡаршыларға күршеләргә ингән булып сыҡты. Шулай итеп, бер Яңы йылды йоҡлап үткәрергә тура килде.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.