06.01.2018 Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
«Нисек кенә булмаһын, быны бөгөн эшләп ҡуйырға кәрәк, – тип уйланы Ғаяз. – Тағы бер яңы йылға һөйрәп сығып булмай бит инде». Ысынлап та, тағы күпме хыял менән йәшәргә була? «Машинаһының аҫтына ташланып булһа ла туҡтатам бөгөн. Етте». Үҙенең ҡарарынан еңел булып китте. Уның һаман эшендә икәненә тағы ла бер тапҡыр инаныр өсөн банк ҡаршыһында урынлашҡан ун ике ҡатлы йортҡа инде. Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, подъезд тәҙрәһенән ҡараһаң, банкирҙың кабинеты ус төбөндәгеләй күренә. Бөгөн ике тәҙрәлә лә жалюзиҙар төшөрөлгән. Шулай булһа ла, өҫтәл артында ултырған кешенең шәүләһе шәйләнә. Етем көсөк кеүек нисәмә көн ошо тирәлә уралыуы үҫмерҙе ғәрләндерә, әлбиттә. Әле лә ошо тойғоһон еңер өсөн, үҙен киллер итеп күҙ алдына килтерҙе. Тәҙрә тупһаһына ята биреп, ҡулын винтовка көбәге кеүек тоҫҡаны ла атып ебәргән булды: пиф-паф.
Шул саҡ бер дәү кәүҙә уның өҫтөнә ырғыны һәм күҙ асып йомған арала, ҡулдарын артҡа шаҡарып, наручник кейҙереп тә ҡуйҙы.
– Пиф-пафты бирермен мин һиңә, сусҡа малай, – тине был, әҙәм һүгенеп. Үҙе етеҙ хәрәкәттәр менән Ғаязды ҡапшап сыҡты: ҡорал-маҙары юҡмы, йәнәһе. Бер нәмә лә тапмағас, баҫҡыстан аҫҡа табан этте. – Атла, йәһәт. – Унан суҡмар дәүмәле йоҙроғон танау аҫтына терәне: – Өнөң сыҡмаһын, ҡорсаңғы.
Кем был? Банктың ҡарауылсылары абайлап ҡалғанмы икән ни? Теләр-теләмәҫ кенә аҫҡа табан атлаған Ғаяз шул хаҡта баш ватты. Артабан нимә эшләргә?
– Өҫтә бер кем дә юҡ, – тине Ғаязды төрткөләп килгән ҡарауылсы (үҫмер уны Суҡмар танау тип атаны) мөйөш ҡараңғылығынан яҡтыға атлаған икенсе бәһлеүәнгә. Быныһы тағы ла дәүерәк. Өҫтәүенә, хәтәр мыйығы бар. – Яңғыҙы. Пиф-паф тип тора, етмәһә, киллер йораты.
– Бынау байрам көнөндә шул ғына етмәгәйне! – тип һуҡранды Мыйыҡ. – Хәҙер ярты төн менттар менән мәшәҡәтләнергә... Етмәһә, банкир үҙе лә бында.
– Ашыҡмайыҡ әле, – тине Суҡмар танау. – Һаҡсыларын саҡырайыҡ. Үҙҙәре һорау алһын. «Бушҡа ашамағанығыҙҙы раҫлар өсөн малай-шалайҙарға бәйләнә башланығыҙмы?» – тип әйтергә урын ҡалмаһын.
– Әйтмәҫтәр. Бөгөн Фәрүәз эшләй. Ул донъя күргән егет, – тине икенсеһе.
Ғаязды артҡы яҡтан банк бинаһына алып инделәр һәм подвал һымаҡ ергә алып төшөп, бер бүлмәгә төртөп индерҙеләр. Быға тиклем былай килеп сығырын ни өсөндөр уйлап та бирмәгән Ғаяз, һис уйламағанда, үҙенең ысынтылап килеп ҡапҡанын аңланы. Күп тә үтмәне, өсәүләп кире инделәр. Ишек асылған арала, Фәрүәз тигәндәренеңдер: «Маньяк йәки шиза түгелме? Улар шулай күренекле кешеләр янында урала торған», – тип һорашҡаны ишетелде.
Быныһы теге ике бәһлеүәндән дә ҡалҡыуыраҡ һәм ҡалыныраҡ. «Ошо хәтлек амбалдарҙы берәй ерҙә сәсеп үҫтерәләрме икән әллә?» Башына шундай уй килеүгә ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйған Ғаяз, һаҡсы, аяҡтарын айыра баҫып, алдына килеп баҫҡас, үҙен кәрлә генә итеп тойҙо.
– Әһә, зәңгәр куртка, зәңгәр куртка... Бер-ике мәртәбә минең дә күҙгә салынғайны был малай ишараты...
– Ай башында аҙна самаһы уралды, – тине Суҡмар танау.
– Шунан, егет кеше, ниндәй ниәт менән йөрөү?
– Ғәзинур Таһировты күреп һөйләшергә кәрәк ине, – тине Ғаяз. Уратып-суратып тороу урынһыҙ. Уның маҡсаты банкирҙы осратып һөйләшеү ҙә баһа. Шулай булғас, бөтәһе лә тәртиптә.
– Аһа, шулай уҡмы? Ә ниндәй йомош? Ссуда юллайһыңмы? Кредит кәрәкме? Әллә бер ыңғайҙан крутой иномарка һорайһыңмы?
– Уның үҙенең дә машинаһы хөрт түгел, шулаймы, егет? «Шкода-Фабия»... – тип һүҙгә ҡушылды Мыйыҡ.
– Үҙенеке түгел дә түгеллеккә... Әсәһе Зөлфиә Ғәни ҡыҙы Фазылованыҡы, – тип өҫтәне Суҡмар танау. – ДПС-тыҡылар нимә ҡарайҙыр? Танау аҫты кипмәгән, «право»һыҙ йөрөп ята.
Ғаяз асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, ҡатып ҡалды. Ҡайҙан бөтәһен дә белә былар?
– Бер башлағас, әйтеп бөтөрәйек тә ҡуяйыҡ, булмаһа: беҙҙең алда баҫып торған был егет – ҡырҡ бишенсе мәктәптең унынсы класс уҡыусыһы Ғаяз Хәбиров. Спортсы, уҡыу отличнигы, псих-диспансерҙа иҫәптә тормай, эсмәй, тартмай, наркотиктар менән шаярмай.
– Шаярмай торғайны, – тип янаулы өҫтәне Суҡмар танау. – Әммә ләкин шаяра башлауы ла бик ихтимал. Бына хәҙер милиция наряды саҡырабыҙ ҙа уның кеҫәһенән бынау бәләкәс кенә тоҡсай килеп сыға. – Уның усында аҡ порошоклы полиэтилен тоҡсай күреп, Ғаяз ағарынып китте.
Был бәһлеүәндәрҙең банктан мул ғына эш хаҡын юҡҡа алмағандарын төшөнгәйне инде Ғаяз.
– Миңә, ысынлап та, Ғәзинур Таһиров менән һөйләшергә кәрәк, – тине ул, ихласлығын тауышына мөмкин тиклем сығарырға тырышып.
– Нимә тураһында?
– Шәхси эш буйынса...
– Конкретыраҡ әйткәндә?
– Мин әйтергә теләгән мәғлүмәтте, моғайын, ул башҡалар белеүен теләмәҫ...
– Ярай, иптәштәр, – тип ҡырт киҫте Мыйыҡ, – буш менән ваҡыт әрәм итмәйек. Милицияла бөтәһен дә һөйләтерҙәр. – Ул өҫтәлдәге телефонға үрелде.
Ғаяз, уны бала-сағаға һанап, шулай «бесәй-сысҡан» уйнағандарын аңлағайны инде. Тик, ысынлап та, бала-саға кеүек килеп ҡапҡас, нимә ҡылаһың инде.
– Мин уға улы барлығын хәбәр итергә теләгәйнем, – тине. Үҙе сәс бөртөктәренә тиклем ҡыҙарҙы.
– Ҡайҙа инде ул уның улы?
Үҫмер башын аҫҡа эйҙе һәм бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Әллә һин үҙеңме? – Улар өсөһө бер юлы шарҡылдап көлөп ебәрҙе. «Бының ни көлкөһө бар?» Ғаяз уларҙың көтмәгәндә шулай кәйефләнеп киткәндәренә аптырап ҡараны. «Моғайын, үҙҙәре лә банкирға атай, ағай, йә, исмаһам, яҡын дуҫ булырға ҡаршы булмаҫ ине».
– Ә ниңә? Ысынлап та, оҡшаған бит, – тине Мыйыҡ, көлөүҙән туҡтағас. – Иғтибар менән ҡарағыҙ әле.
– Башҡорт башҡортҡа оҡшай инде, – тип ҡырт киҫте Фәрүәз.
– Һин дә башҡорт та, тик һиңә бер ҙә оҡшамаған бит, – тип ауыҙ йырыуын дауам итте Суҡмар танау.
– һиңә нисә йәш әле, егет? – тип һораны Фәрүәз күҙенән атылып сыҡҡан йәштәрен һөртә-һөртә.
– Ун алты, – тип яуапланы Мыйыҡ Ғаяз урынына.
– Тимәк, һин тыуғанда атайыңа ун ете йәш булған. Өлгөр егет!
– Бының ни көлкөһө бар. Башҡорттар элек улдарын ун дүрт йәш тулыр-тулмаҫтан өйләндергән, – тине Ғаяз тыныс ҡына.
* * *
Телефон шылтыраны. Ғәзинур тәүҙә трубканы берәйһе алыр тип көткәйне, байрам уңайы менән секретарын иртәрәк ҡайтарып ебәргәне иҫенә төштө. Дөрөҫөн әйткәндә, уның үҙенә лә ҡуҙғалырға ваҡыт. Юл ыңғайында әсәһенә лә инеп, бүләктәрҙе ҡалдырып, ҡотлап сығырға кәрәк. Байрамдарҙы ене һөймәй ине банкирҙың. Яңы йыл байрамын айырыуса. Бөгөнгө көнгә тиклем ул йылды кәмендә биш тапҡыр ҡаршылап өлгөргәйне инде: эштә коллектив менән, үҙҙәре шефлыҡ иткән бер нисә урында, иң әһәмиәтле клиенттар менән. Бөгөнгө төн һуңғыһы һәм иң ауыры. Өйө тулы ҡунаҡ. Хәҙер шуларҙың күңеле булһын өсөн бер нисә сәғәт буйы клоун шикелле ауыҙ йырырға тура киләсәк. Йылдың йылы шулай. Байрамдар Ғәзинурға эш көндәрендә кисергән ләззәте өсөн яза итеп ебәрелгән кеүек тойола. Ысынлап та, абсурд түгелме ни, кемдәрҙеңдер ихтыяры менән йыл һайын, фәләнсә көндә һин күңел асырға тейешһең, тип алдан уҡ билдәләп ҡуйылған. Һәм һин бер ҡайҙа ла китә алмайһың, шуға буйһонаһың.
Банкир, теше һыҙлағандай, ыңғырашып ҡуйҙы ла, саҡ ҡына тынып торғандан һуң, яңынан шылтырай башлаған телефонға үрелде.
– Тыңлайым.
– Һа, Нурый, был ысынлап та һинме? – тигән шаталаҡ тауыш яңғыраны һәм берәүҙең иһаһайлап ҡәнәғәт көлгәне ишетелде. Был тауыш менән, ниһайәт, Ғәзинурҙың кабинетына байрам кәйефе эркелеп килеп инде.
– Һеҙ кем булаһығыҙ? – тине ул, ирекһеҙҙән йылмая башлағанын тойоп.
– һа, ишетәһегеҙме? Танымай. Банкир Ғәзинур үҙенең балалар баҡсаһына бергә йөрөгән дуҫын танымай. – Шылтыратыусының табындаштары ла ҡыҙышып алғайны, ахыры. Кемдеңдер трубкаға яҡын килеп:
– Булды, ти, – тип хахылданы. – Ултырҙы, ти, банкир ошо мәлдә эшендә. Ул күптән Канар утрауҙарында сәпелдәп һыу инеп йөрөйҙөр инде.
– Нурый, был ысынлап та һинме? Мин дә уйламағайным һин яуап бирерһең тип. От балды, тоттом да шылтыраттым. Теге Ҡыш бабайҙың һаҡалын йолҡоп алғанымды һөйләп ултырҙым да... Иҫеңдәме?
– Ә, Артур, – тине Ғәзинур. – Уны оноторлоҡмо ни?
– Бына, ишеттегеҙме? Мин шул... Арый, Нурый, Барый, беҙ – банда, тип йөрөй торғайныҡ. Әллә киләһеңме, туған, ә?! Беҙ бында, сантехник егеттәр, эштә Яңы йыл ҡаршылап ултырабыҙ! – Уның артында: «Килде, ти, һиңә!» – тип ҡысҡырышҡан, дәррәү көлөшкән тауыштар ишетелде.
– Бөгөн килеп сыҡмаҫ, Артур, – тине Ғәзинур. – Өйҙә көтәләр. Тик һин телефон номерыңды ҡалдыр әле. Мин үҙем һиңә шылтыратырмын.
Уның Яңы йылды айырыуса яратмағанының сәбәпсеһе тап ошо Артур ине шул. Дүрт йәше лә юҡ ине. Әкиәткә ышанған матур саҡ. Ә Арый килде лә хәбәр һалды: бер ниндәй ҙә Ҡыш бабай юҡ. Өлкәндәр алдай. Ышанмаһағыҙ, мин иртәгә байрамда күрһәтәм. Ғәзинур-Нурый баш тартты. Ул Ҡыш бабайҙан бүләккә үҙе йөрөй торған танк һорағайны. Барый өндәшмәне. Әммә Арый икенсе көндө шыршы байрамында атылып барҙы ла Ҡыш бабайҙың һаҡалын тартты ла алды. Һаҡал аҫтынан тәрбиәселәре Вера Петровнаның тирләп-бешкән йөҙө килеп сыҡты. Тетрәнеүенән хатта илай ҙа алмағайны Ғәзинур. Тормоштоң тылсымдан түгел, ялғандан тороуы менән беренсе тапҡыр шулай осрашҡайны.
Ә Арыйға нимә, ана ул үҙенә-үҙе байрам яһай белә. «Шулай булырға кәрәк!» – тигән ҡарарға килде Ғәзинур.
Фәрүәздең кеҫә телефоны шылтыраны.
– Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ ул? Бында телефондан яуап бирергә лә кеше юҡ.
– Мин аҫта, Ғәзинур Ғәлимович, – тип яуапланы һаҡсы. Саҡ ҡына уйланып торҙо ла өҫтәне: – Бында Ҡыш бабай һеҙгә бүләк алып килгән бит әле.
– Ҡумтаһын асып ҡаранығыҙмы һуң?
– Ул ҡумтаға ғына һыйырлыҡ түгел шул. Ҙур сюрприз. – Һаҡсы, һиҙгер эт кеүек, ниндәйҙер билдәләр буйынса хужаһының кәйефе күтәрелгәнен абайлап, ҡыйыуланып китте лә өҫтәне: – Әллә үҙегеҙ генә төшөп ҡарайһығыҙмы?
Күп тә үтмәне, аяҡ тауышы ишетелде һәм:
– Күрһәтегеҙ әле ул ҙур сюрпризығыҙҙы, – тип банкир үҙе килеп инде. Һаҡсылар башта уға, унан үҫмергә ҡараш ташланы һәм бер-береһенә ҡарашты. Оҡшашлыҡ хайран ҡалырлыҡ ине. Һуйған да ҡаплаған, ти халыҡ бындай ваҡытта. Ғаяз да телен йотто. Ул атаһы менән осрашыуын меңдәрсә тапҡыр күҙ алдына килтереп ҡарағаны бар, әммә бер ваҡытта ла ошолай тотҡон хәлендә, ҡарауыл бүлмәһендә булыр тип уйламағайны. Өҫтәүенә, уны банкирҙың артыҡ йәш күренеүе шаҡ ҡатырҙы. Фотоларында ла, телевизорҙан да ул күпкә өлкәнерәк күренә ине лә баһа. Үҫмерҙең күңеленә беренсе тапҡыр, әллә яңылышаммы икән, тигән шик килде. Бары әле генә ҡарауылсыларҙың шул тиклем көлөүҙәренең сәбәбен аңланы.
– Ни бит әле, Ғәзинур Ғәлимович, – Мыйыҡ нисек йәтешерәк әйтергә һүҙ эҙләп маташты ла, тура ярыуҙан да ҡулайыраҡты тапманы. – Бына был егет үҙен һеҙҙең улығыҙ тип таныштыра.
Ғәзинур, ғәжәпләнеп, үҙенең һынсыл ҡарашын Ғаязға күсерҙе. Ҡыҙҙарса нәфис һыҙатлы сибәр йөҙ. Оҙон керпекле ҙур ҡуңыр күҙҙәр. Йәтеш кенә танау. Сейә ҡыҙыл ирендәр. Маңлай сәстәре лә матур булып алҡаланып төшкән.
«Ҡыҙҙар кеүек сибәр», – тип йәненә тейә торғайнылар уның да. Ғәзинур алдында ҡыҙарынып баҫып торған үҫмерҙә үҙенең ошо йәштәге сағын танығандай булды. Баштан-аяҡ күҙ йүгертте: әлбиттә, уның ошо йәштәге улы булыуы мөмкин булмаған хәл. Әммә...
– Ысынлап та, сюрприз! – тине Ғәзинур. – Әйҙә әле, яҡындан танышайыҡ, Ҡыш бабай бүләге.
Ул артынан эйәрергә ымлап, бүлмәнән сығып та китте.
Ҡарауылсылар йәнә бер-береһенә ҡарашты.
– Сытайманы ла! – тип барыһының да уйындағын ҡысҡырып әйтеп бирҙе Суҡмар танау. – Вот выдержка!
– Бына шуның өсөн дә ул – банкир, ә беҙ уның һаҡсылары инде, егеттәр, – тине Фәрүәз. – Әйҙә, сюрприз, атла.
Ғәзинур уларҙы лифт эсендә көтөп тора ине инде. Ул йәнә егетте баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Буй-Һыны ла ҡыҙҙарҙыҡы кеүек: зифа, һығылмалы, еңел һөйәкле. Ғәзинур бит үҫмер ҡорона инә башлағас, үҙенең төҫ-ҡиәфәтенән бик оҙаҡ оялып йонсоно. Малайҙарға оҡшар өсөн палубалағы матрос кеүек алпан-толпан баҫып йөрөр ине. Бик иртә мыйыҡ ебәрҙе. Тартып та ҡараны. Был егет тә шул уҡ проблемалар менән осрашҡан, күрәһең, тик уларҙы Ғәзинурға ҡарағанда уңышлыраҡ хәл иткән. Хәҙерге йәштәр аҡыллыраҡ шул!
– Махсус күнекмәләр эшләйһеңме? – тине ул, Ғаяздың мускулдарына ишаралап.
Ғаяз баш ҡаҡты. Ул банкирҙың бөтөнләй ғәжәпләнмәгәненә, көтөлмәгән һорауҙар биреүенә аптырабыраҡ ҡалғайны. «Әсәйең- дең исеме кем? Нисә йәштәһең? Минең улым икәнеңде нисек иҫбатлай алаһың?» – ни өсөн шулай тип һорамай?
– Ә бокс? – Ғәзинур, ирекһеҙҙән, үҙенең бокс менән шөғөлләнгәндә ҡыйшайтҡан танауын һыйпап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тип баш сайҡаны Ғаяз. – Бер-береһенең башын төйгөсләп һиңмайға әйләнеп бөтәләр, тип әсәйем рөхсәт итмәне. Каратэға йөрөйөм.
– Әсәйең бик аҡыллы икән, – тине Ғәзинур.
«Ул минең уның улы булыуымды етдигә алманы, ахыры», – тип уйланы Ғаяз. Шунан, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– һеҙҙең уң аяғығыҙҙың тубығы аҫтында йондоҙ кеүек ҡара миңегеҙ бармы? – тип һораны.
Ғәзинур менән Фәрүәз бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы.
– Юҡ! – тип яуапланы банкир.
(Дауамы бар).
* * *
– Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылағың килер ине? – тип һораны банкир кабинетҡа инеп йәтеш кенә кәнәфиҙәргә ултырғас.
– Канар утрауҙарында, тиген, егет, – тип йылмайҙы Фәрүәз.
– Унда миңә нимә ҡалған? – тип яуапланы Ғаяз.
– Ниңә, рәхәтләнеп диңгеҙҙә һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып ҡайтҡың килмәйме ни? – тип ҡыҙыҡһынды банкир. «Ысынлап та, Канарҙан башҡа ер бөткәнме?» – тип уйланы үҙе.
– Юҡ, – тине Ғаяз. – Әле унда әсәйем менән атайым һыу инә.
– Шулай уҡмы ни?! – тип кәзекләште һаҡсы. – Ә һинең барғың килмәне инде.
– Туҡтап тор әле, Фәрүәз, – тип тыйҙы уны Ғәзинур. – Мин ысынтылап һорайым. Яңы йылды ҡайҙа ҡаршыларға теләр инең?
– Ирәмәл башында, – тине үҫмер. – Ике көндән беҙ барыбер унда барабыҙ. Мин Яңы йылды ҡаршыларға тәҡдим иткәйнем дә, ҡыҙҙар ризалашманы.
– Ә ниңә, шәп фекер бит, Фәрүәз, – Ғәзинур үҙе лә уйламағанда рухланып китте. – Был хаҡта минең дә уйлағаным бар ине!
– Һеҙ шаяртмайһығыҙмы, Ғәзинур Ғәлимович?
Банкирҙың дәртләнеүе йөҙөнә яҙылғайны. Ул ышаныслы итеп
баш ҡаҡты.
– Әсәйегеҙ көтә, – тип дауам итте Фәрүәз.
– Ә телефон нимәгә?
– Өйөгөҙгә ҡунаҡтар саҡырғанһығыҙ.
Өҫтәл тулы һый, музыка бар, өйҙә урын етерлек. Әйҙә рәхәтләнеп күңел асһындар.
– Барыбер барып өлгөрмәйбеҙ, – тине Ғаяз.
– Әле һигеҙ ҙә юҡ. Ваҡыт артығы менән етә, – тине Ғәзинур. «Был аҡылындамы?» тигәндәй ғәжәпләнеп ҡараған Ғаязға күҙ ҡыҫып.
– Ысынтылапмы? Вертолет саҡырайыммы? – Һаҡсы хужаһының холҡона өйрәнеп бөткәйне, шикелле, телефондан шылтыратырға тотондо.
– Ә кейем? – тине Ғаяз.
– Урам аша сығып «Спортмастер»ҙан өс тау ботинкаһы, үҙегеҙгә йылыраҡ кейем алаһығыҙ. Минең бында үҙемдең кейем бар. Бының өсөн һеҙгә егерме минут ваҡыт. – Ғәзинурға был мажара торған һайын нығыраҡ оҡшай бара ине. – Йә, нимә тораһығыҙ. Тайығыҙ.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны.
– Ҡара әле, Илнара, – тине Ғәзинур күтәренке кәйеф менән. – Бында мине улым килеп тапты бит. Улым, тием, улым. Мой сын, аңланыңмы. Бик шәп егеткә оҡшаған. Ул Яңы йылды минең менән ҡаршыларға теләй. Нисәмә йыл эсендә беренсе тапҡыр. Уның быға тулы хоҡуғы барҙыр, тип уйлайым.
Шылтыратҡан ҡатын-ҡыҙ ҡыҙғандан-ҡыҙа бара ине, ахыры. Банкир аҡланыуға күсте.
– Һуң, Илнара, мин бит үҙем дә белмәй инем. Әсәһе менән түгел. Түгел, әлбиттә. Ул бит ҙур инде. Нисә йәш? Белмәйем, һиңә нисә йәш, тинең әле, егет? Ун алты. Ун алты йәш, ти. Юҡ, иҫерек түгелмен. Ҡунаҡтар йыйылһа ни... Ашарға-эсергә бар. Хужабикә бар, һин бит минең хужабикәм, Илнара, шулай түгелме ни? Рәхәтләнеп күңел асығыҙ. Минән файҙа юҡ бит инде. Эсмәйем, тартмайым, йырламайым, бейемәйем. Тексәйеп ултыра бирәм. Үҙең бит гел шулай тип асыуланаһың. Минһеҙ тағы ла күңеллерәк булыр. Трубканы ташланы, – тине ул Фәрүәзгә боролоп. – Хәҙер һиңә шылтыратасаҡ.
– Ә мин нимә тип әйтәйем?
– Башыңды эшләт. Ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшергә һине өйрәтергә түгел инде. Тик ҡайҙа йыйынғаныбыҙҙы әйтеп ҡуйма. Уларға ышанһаң, килеп тә төшөрҙәр.
Шул саҡ һаҡсының телефоны шылтыраны.
– Юҡ, иҫерек түгел. Шаяртмай. Ысынлап та, бер егет килде.
Улымын, ти. Ун алты йәштә. Эйе, Ғәзинур Ғәлимовичҡа ун ете йәш булған. Юҡ, үҙе генә. Әсәһе әле Канар утрауҙарында, ти. Эйе, осабыҙ. Юҡ, Канарға түгел. Унда әсәһенең ире һәм башҡа балалары бар. Эй, Ғаяз, тағы туғандарың бармы?
– Бар, – тине үҫмер. – Ҡустым менән һеңлем.
– Бына, ишетәһегеҙме, Илнара? – тине Фәрүәз. – Ғәфү итегеҙ. Вертолет килде. Беҙ китәбеҙ. Ҡайҙа икәнен әлегә мин дә белмәйем. Трубканы ташланы. Илай, моғайын, марихуана-фәлән тартҡанһығыҙҙыр, тип енләнә.
– Тайығыҙ «Спортмастер»ға, ун биш кенә минутығыҙ ҡалды, – тип ҡул һелтәне кейемен алмаштырып та өлгөргән Ғәзинур.
* * *
Олоғара таҫтамалдарға уранып мунсаның алғы бүлмәһенә сығып ултырғас ҡына Ғаяздың күҙе банкирҙың тубыҡ аҫтындағы йондоҙ кеүек миңенә төштө.
– Яңы ғына абайланыңмы? – тип көлөмһөрәне Ғәзинур. – Ә мин, ниңә һаман өндәшмәйһең икән, тип уйлағайным.
Вертолет, «Бурандар»ҙа жыуылдатып елдереү, Ирәмәл башында Яңы йыл ҡаршылау...
– Мажаралар бер башыма артыҡ күп булып китте, шикелле, – тип йылмайҙы Ғаяз. – Бөтөнләй онотоп киткәнмен. Мунсанан һуң ике бите ҡып-ҡыҙыл ғына булып киткән, ул бөтөнләй малай ғына булып күренә һәм арҡаһынан тупылдатып яратҡы килә. Ғәзинур егеттең еүеш сәстәрен шаяртып туҙратты ла ҡымыҙлы кәсә тотторҙо.
– Һыуһынға шәп.
– Ә бит һеҙ мине алдағанһығыҙ, – тине Ғаяз, бер тынала кәсәне түңкәреп ҡуйғас. – Нишләп?
– Ул саҡта әле мин һине ул итергә теләйемме, юҡмы икәнен белмәй инем, – тип яуапланы Ғәзинур.
«Ә хәҙер?» – тип һорағыһы килде Ғаяздың, тик ҡыҙҙар кеүек ҡыланып ултырған шикелле яңғырар, тип тыйылды. Унан яуап бирергә теләмәгән сағында, банкир яуаптан бик оҫта ялтанып ҡаса. Бындай мәлдә егет: «Ҡалай хәйләкәр!» – тигәндәй Фәрүәзгә ҡарай, ә уныһы «Бына шуның өсөн ул банкир, ә мин уның һаҡсыһы ғына», тигәндәй башын сайҡай. Ҡыҫҡаһы, Ғәзинурҙың ни әйтерен, ни ҡылырын алдан әйтеү еңел түгел. Ул Ғаязға торған һайын нығыраҡ оҡшай бара, әммә инде үҙе лә уның атаһы булыуына нығыраҡ шикләнә. Ә бына шундай ағайың булһа ҡайһылай хәтәр булыр ине!
* * *
Мул табындан һуң барыһы ла йоҡларға ятҡанда, ҡыштың оҙон төнө лә үтеп бара ине. Ниһайәт, улар икәүһе генә ултырып ҡалды.
– Йә, – тине Ғәзинур шул саҡта ғына. – Әсәйең һиңә нимәләр һөйләне инде?
– Ә әсәйем бер нәмә лә, хатта минең был хаҡта белгәнемде лә белмәй.
Ниһайәт, банкирға ла ғәжәпләнергә сират етте. Уны аптырата алғанына бик ҡәнәғәт ҡалған Ғаяз йылмайып ҡуйҙы, унан хатта ошонда ла бер-береһенә оҡшашлыҡтарын күреп, икеһе бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
...Шау-шыулы ғаиләләрендә Ғаяз һәр ваҡыт үҙен ят һәм кәрәкһеҙ итеп тоя торғайны. Әсәһе, үгәй атаһы, ҡустыһы менән һеңлеһе – бына, исмаһам, улар ысын ғаилә. Уларға бер-береһе менән күңелле. Шар-шор итеп асыуланышып китәләр, тағы ла нығыраҡ шарылдашып ярашалар. Гел генә өй тулы кеше – дуҫтары, туғандары, таныштары өҙөлмәй. Саҡ ҡына берәйһе килмәй торһа, үҙҙәренә урын таба алмай башлайҙар ҙа берәйһенә ҡунаҡҡа сығып китә һалалар. Ә Ғаяздың был ығы-зығынан ҡасып өҫтәл аҫтына ғына булһа ла инеп ултырғыһы килә. Ә ҙурая башлағас, кәштә-кәштә китаптар торған «ҡараңғы мөйөш» уның иң яратҡан урыны булып китте. Малайҙы күҙ уңынан ыскындырмаҫҡа тырышҡан берҙән-бер кеше – өләсәһе – уны һораһа, бошмай ғына, ҡайҙа булһын, «ҡараңғы мөйөштә» тип яуап бирәләр ине. Башта Ғаяз, атаһы үгәй булғанға шулай ятһынамдыр, тип уйлай ине. Уның үҙ атаһы, ҡыҙғылт ерән сәсле башҡорт (беҙ – ҡыпсаҡ, ә ысын ҡыпсаҡтар ҡыҙыл булған, тип әйтергә ярата), эре һипкелле, гел генә йылмайғыһы килеп торған һөйкөмлө кеше Владивостокта йәшәй. Ике йылға бер ялға ҡайтҡанында Ғаязды артынан ҡалдырмай. Башҡа ваҡытта ла онотмай, тыуған көнөнә һәм Яңы йылға ҡиммәтле бүләктәр һалып тора. Ә инде малайы ҙурая төшкәс, ай һайын аҡса ла һалып ебәрә башланы.
Үҙенең берҙән-бер улын – яңы ғаиләһендә уның ике ҡыҙы үҫә – үҙе әйтмешләй, «баш балаһы – Ғәниевтар фамилияһын дауам иттереүсене» мөкиббән китеп ярата ул. Ғаяз үҙе лә атаһын үҙ итә, тик ғәмһеҙ холоҡло, гел генә йылмайырға торған ҙур ауыҙлы, шаталаҡ атаһы менән дә бер оҡшашлыҡ та тапмай. «Һин минең өләсәйемә оҡшағанһың, – тип яуаплай атаһы уның һорауына. – Ул да һинең кеүек хисле була торғайны. Матур итеп йырлай, үҙе шиғыр сығара, хатта себенде лә үлтерергә йәлләй торғайны». Тик Ғаяз бауыр баҫа алырлыҡ ул әбей күптән гүр эйәһе, шуға күрә малай турғай ояһындағы кәкүк балаһылай яңғыҙ...
Бер заман ул үҙенең зарын әсәһе яғынан ике туған апаһы Алһыу менән уртаҡлашты.
– Әллә мине уллыҡҡа алдылармы икән? – тине ул моңһоу ғына.
Ул саҡта Ғаяз ун дүртен тултырып, ун бише менән бара ине инде.
– Һин үҙеңдең атайыңа оҡшағанһың, – тип яуап ҡайтарҙы һәр ваҡыт өлкәндәр тирәһендә уралырға яратҡан, шуға күрә бөтә нәмәне лә белгән Алһыу, серле ҡиәфәт менән. Уның «үҙеңдең» тигән һүҙенә айырыуса баҫым яһағанына йәне көйгән Ғаяз:
– Әйттең һүҙ, – тип ҡаршы төштө. – Кемгә-кемгә, ә атайыма түгел инде.
– Мин һинең биологик атайың тураһында әйтәм. Ә Владивос- токтағы атайың һиңә атай түгел.
– Нимә һин миңә Бразилия сериалы һөйләйһең? – тип асыуланды үҫмер. Алһыуҙың холҡо шул, саҡ ҡына бер нәмә һораһаң, эреләнә лә китә.
– Ышанмайһыңмы? – тине Алһыу. – Әйҙә, киттек беҙгә. Мин һиңә бер нәмә күрһәтәм.
Алһыу төпкө бүлмәнән иҫке сумаҙан килтереп сығарҙы ла унан бер иҫке генә альбом алды. Унан үҙҙәренең әсәләре, педта уҡығанда йәйгеһен пионер лагерында вожатый булып эшләгәндә төшкән бер нисә фотоны эҙләп тапты.
– Бына ҡара әле, – тине ул бер үҫмергә төртөп күрһәтеп. – Һин бында нисек барып сыҡтың, «ваҡыт машинаһы»на ултырыпмы?
Ғаяз аптырап ҡалды: фотолағы үҫмер ике тамсы һыу кеүек үҙенә оҡшағайны. Иғтибар менән ҡарай торғас, уның саҡ ҡына өлкәнерәк икәнен, танау аҫтында мыйыҡ ишараты шәйләнгәнен абайланы.
– Бында уға ун ете йәш тулып килә. Унынсы класҡа күскән,– тине Алһыу. – Бына шул инде һинең ысын атайың.
Ғаяз үҙенең ике йылдан ашыу ысын детектив кеүек уның тураһында мәғлүмәттәр йыйғанын, бер нисә тапҡыр хат яҙырға йәки шылтыратырға уйлап ҡуйғанын һөйләп торманы.
– Алһыуҙың әсәһенең исеме Гөлнур Фәритовна, фамилияһын онотҡанмын, ә һинең әсәйең – Зөлфиә Нәғимовна... – тине Ғәзинур уйсан ғына. Шунан көтмәгәндә: – Яратҡан ҡыҙың бармы? – тип һораны.
– Берәү оҡшай... – тине егет.
Ғәзинур үҙ-үҙенә сәйерһенеп ҡолаҡ һалды. Әлегеләй үҙен бөтөн, яҡлаулы, ышаныслы һәм шул уҡ ваҡытта көслө итеп бығаса бер ваҡытта ла тойғаны юҡ ине. Ҡаршыһында ултырған һәм тонйорап торған күҙҙәре менән үҙенә яратып ҡараған үҫмерҙе ҡосаҡлап алғыһы килде. «Атайлыҡ тойғоһо ошолай буламы икән әллә?»
– Ә мин ун алты йәшемдә тәүләп ғашиҡ булдым, – тине ул. – Лагерға ла беренсе тапҡыр килеүем ине. «Бигерәк өйҙә лә өйҙә, кеше араһында йәшәргә лә өйрәнһен», тигән өләсәйемдең идеяһы ине был. Туғыҙҙы бөткән йәй. Вожатыйҙарыбыҙ ҙа үҙе- беҙҙән күпкә өлкән түгел. Әсәйеңә ун туғыҙ йәш ине ул сағында. Икенсе курсты ғына тамамлаған. Ә мин туғыҙҙы бөткән бер малай. Етмәһә, ҡаҡса булғанға, тиҫтерҙәремдән күпкә йәшерәк күренәм. Фотографияны күргәс, бәлки, иғтибар иткәнһеңдер. Унда беҙҙең бер нисә спортсы егет бар ине. Улар минән аша ҡарап тора. Бына шул, мин бер күреүҙән вожатыйға ғашиҡ булдым. Башымды юғалттым. Юғалтмаҫлыҡ та түгел ине шул. Мин – болот кеүек бер моңһоу малай, ул – ҡояш. Үрелеп буй етерлек түгел.
Бына шул ҡыҙ миңә иғтибар итте бит, тойғоларыма яуап бирҙе. Мин быны мөғжизә кеүек ҡабул иттем. Был «мөғжизә»нең сәбәбен һуңыраҡ аңланым. Ул йәрәшелгән егете менән асыуланышып килгән һәм минең уға мөкиббән китеүем уның шул йөрәк яраһын уңалтыр өсөн кәрәк булған. «Уға асыу итеп, һин – себеш менән сыуалдым». Аҙаҡтан ул миңә шулай тине. Уҡыу йылы башланғас, уны институтынан барып таптым. Ул ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп йөрөй ине. Егете менән ярашҡандар, туй көндәре билдәләнгән. Билеттары кеҫәлә – туйҙан һуң улар Алыҫ Көнсығышҡа китергә тейеш ине. – Ғәзинур тамаҡ төбөнә төйөлгән төйөрҙө йотоп ебәрә алмағандай торҙо, ул көндәрҙең шәүләһе йөҙөнә төшкән кеүек булды. – Быларҙы минең әлегәсә бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине, – тине ул үҙен йотлоғоп тыңлаған Ғаязға. – Үҙемде ҡот осҡос бәхетһеҙ тойҙом. Тормоштоң бер ниндәй ҙә мәғәнәһе ҡалманы. Туй көнө ЗАГС-тан сыҡҡас, Салауат һәйкәленә сәскә һалғандарын ҡарап торҙом. Ул тағы ла матурыраҡ, күҙ ҡамаштырырлыҡ күренде. Йәш кәләш күлдәгендә бөтә ҡыҙҙар ҙа матур була. Ул саҡта мин был турала белмәй инем әле. Ә кейәүе шул тиклем шөкәтһеҙ. Мине кемгә алмаштырған, тип үртәлдем.
– Юҡ, ул былай һөйкөмлө генә ул, – тип бығаса «атай» тип йөрөткән кешеһен яҡлашмай булдыра алманы Ғаяз.
– Яратышҡандары йөҙҙәрендә сағыла. Бығаса мин, бәлки, бер-береһенән күңелдәре ҡайтыр ҙа мин Зөлфиәнең айырылғанын көтөп алырмын, тип хыялланған булғайным.
– Ә бит дөрөҫ уйлағанһың, – тине Ғаяз. – Улар биш йыл да йәшәй алмай айырылышты.
– Уларҙың бер-береһенә ҡарап туймағанын, сут-сут үбешкәндәрен күргәс, был өмөтөм дә һүнде. Зөлфиәнән үс алғым, намыҫына тейеп, бәхетен боҙғом килде. Ҡаршы яҡтағы өй башына йүгереп менергә лә, улар биҙәүле машиналарына ултырырға килгәс, ун икенсе ҡаттан алдарына һикереп төшөргә уйланым. Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй йүгереп мендем, тик өй ҡыйығына илткән ишек бикле булып сыҡты.
Хат яҙып ебәрергә лә венамды ҡырҡырға уйлап өйгә ҡайттым. Килеп инеү менән өләсәйем атайым менән әсәйемдең аварияға эләккәнен әйтте. Ғаиләбеҙгә килгән был ҙур хәсрәт эргәһендә минең ҡайғым бер аҙға артҡа сигенде. Атайым айырыуса ныҡ яраланғайны. Минең ҡаным уға кәрәк булды.
Ғәзинур тынып ҡалды. Яуапһыҙ һөйөү һалған яралар уңалһа ла, йөрәктә бер шырау тороп ҡалғаны, башҡа бер ваҡытта ла, бер кемгә ҡарата ла ундай тойғо кисермәгәне хаҡында өндәшмәне. – Хәҙер ниңдәй икән әсәйең? – тине ул, хәтирәләрен һирпеп ташлағандай, башын сайҡап.
– Ниндәй булһын, элекке кеүек үк елбәҙәк инде, – тип өлкәндәрсә яуапланы егет. Ғәзинурҙың ирен ситтәренә йылмайыу ҡунғанын абайлап: – Балаларының атаһы кем икәнен тыуғас ҡына аңлаған кеше тураһында нимә тип әйтәһең инде, – тип өҫтәне. Банкирҙың һораулы ҡарашын күреп, дауам итте: – Ҡустым Владивостоктағы атайым кеүек ерән сәсле, һипкелле. Ә ул тыуғанда, беҙ үгәй атайым менән йәшәй инек инде. Тик нисек кенә булмаһын, уны барыһы ла бик ныҡ ярата. Хатта Владивостоктағы атайым да уны һаман онота алмай.
– Һаман да элекке кеүек һөйкөмлө булһа, был бер ҙә ғәжәп түгел.
– Элеккегә ҡарағанда ла... Сөнки был атайым унан дүрт йәшкә йәшерәк. Әсәйгә үҙен бик ныҡ ҡарарға тура килә. – Ғаяздың тауышында ирония яңғыраны. Атайҙарының артыҡ күплеге уға бик оҡшап етмәй ине, күрәһең.
«Ә миңә ҡасандыр «бала-саға» тигәйне» – тип уйлап ҡуйҙы Ғәзинур. Тик был хәҙер мөһим түгел ине инде.
* * *
Был донъяла осраҡлы бер генә лә нәмә булмай, тигәнгә ышана Ғәзинур. Хатта уны күп тапҡыр һынағаны ла бар. Шунан сығып, үҙен нисәмә йылдар буйы әрнеткән был тойғоноң уға һынауғамы, язағамы ебәрелгәнен аңлай алмай йонсой ине. Әле ҡапыл донъяһының бөтәйеп, күңеленең, ниһайәт, урынына ултырғанын тойҙо. Тормошона Ҡыш бабай менән Яңы йыл мөғжизәһе, донъяның тылсымы ҡабат ҡайтҡайны.
– Ҡыш бабайҙың күптән инде мине былай ҡыуандырғаны юҡ ине, – тине ул. – Йә, минең өсөн иң ҙур сюрприз, ысынлап тороп, таныш булайыҡ та, инде бер-беребеҙҙе юғалтышмайыҡ, йәме?
Ул әле алдында баҫып торған йән яҡынына «улым» тип әйтергә әҙер түгел, әммә уның яҡты донъяла барлығына ифрат бәхетле ине.