RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баҙарҙа (хикәйә)

02.01.2018 Баҙарҙа (хикәйә)

Баҙарҙа (хикәйә)
Көҙ килеүен хәбәр итеп, ағастар­ҙан берәм-һәрәм һары япраҡтар һибелә. Ҡояштың ҡайнарлығы ла һүрелә төшкән. Ни тиһәң дә, йәй аҙағы бит. Иртәгә яңы уҡыу йылы башлана. Балалары кеүек, Юлай ҙа ошо көндө йыл да тулҡынланып көтөп ала. Әле баҙарға гөлләмә алырға юл тотоуы. Быйыл улы ун беренсегә барһа, ҡыҙҙары беренсегә төшә. Бигерәк тә ошо кескәйҙәре Нәргизә был көндө түҙемһеҙләнеп көтә.
– Ошолай ғына ҡалды, ивет, – тип көн дә бармағын күрһәтә. Ҡыҙ бала ҡыҙ бала инде. Шифоньерҙан кейемдәрен соҡоп сығара ла, бер кейеп, бер сисеп, зыҡ ҡуба.
– Матур, ивет?!
Унан йәнә тәтелдәй:
– Мин яҡшы уҡыйым, әсәйем кеүек врач булам!
Ҡыҙҙарына ҡарап, ата-әсә ҡыуана. Эй хәҙерге балалар бигерәк бәхетле инде! Йәнең теләгән әйбер бар магазинда. Ҡурсаҡ кеүек кейенеп йөрөйҙәр. Улар үҫкәндә ауылда кейем булманы тиерлек. Юлай, үҙенең беренсе класҡа барған мәлен иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуйҙы. Атаһы, уҡыусы кеше матур йөрөргә тейеш тип, машинка менән сәсен таҡыр итеп ҡырып алды. Әсәһе район үҙәгенән яңы пинжәк алып ҡайтты. Ә бына ҡулына ағаһынан ҡалған портфелде тотто. Таман ғына туфли тапмағас, ҙурыраҡты алдылар, шарпылдап тормаһын тип, эсенә сепрәк тыҡтылар. Бөгөн шул осор балаларының күндәмлегенә, нимә алып бирһәләр ҙә, риза булыуына аптырарһың. “Оҡшамай”, “кеймәйем” тигән һүҙҙе бөтөнләй белмәнеләр шикелле.
Мәктәпте тамамлауға өҫ тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, онотолмай ул саҡтар. Юлайҙың күҙ алдынан бер-бер артлы клас­таштары үтте. Сит ауылдан йөрөп уҡығанғамы, әллә үҙҙәре лә айырылып торҙомо, уҡытыу­сылар үҙһенеп бөтмәне уларҙың класын. Мәктәптә берәйһе эш боҙһа, бар ғәйепте улар­ға япһарырға әҙер торҙолар. Ҡыҙыҡ ҡына был уҡытыусылар, яҡшы уҡыһаң, һин шәп, “өслө”нән әллә ни ырата алмаһаң, донъялағы иң насар кешегә ҡараған кеүек ҡарай­ҙар. Бөтә класс алдында “наҙан, һинең кеүек әҙәмде ниндәй ҡыҙҙар яратһын инде” тип мыҫҡыл итергә лә күп һорамаҫтар.
Бер мәл ярһып килеп ингән завучтың:
– Ана, тәҙрә ярыҡтарынан ниңә ел өрөп тора, тиһегеҙме? Һеҙҙең кеүек “икеле” тоҡсай­ҙары эшләгән уны. Уҡығыҙ, исмаһам, кеше булырһығыҙ. Уҡымайһығыҙ икән, һигеҙҙе бөткәс, китегеҙ ПТУ-ға. Һеҙҙе шунан башҡа бер ерҙә лә көтөп тормаҫтар. Йөрөмәгеҙ бында мәктәпте артҡа һөйрәп, бушҡа әпәй серетеп. Бөтәгеҙгә лә сусҡа фермаһында эш етмәҫ, – тип битәрләгәне бөгөнгөләй хәтерендә.
ПТУ тип юҡҡа көлгәндәр. Ана, хәҙер училище бөткәндәр гөрләтеп донъя көтә. Салауат ҡалаһында йәшәүсе класташы Дамир һуң! Уҡыуға әллә ни барымы булманы, шуға һигеҙенсе кластан һуң училищеға китте, ташсыға уҡыны. Ул саҡта, килер бер көн, Дамир үҙенең йорттар төҙөгән фирмаһын булдырыр тиһәләр, берәү ҙә ышанмаҫ, мыҫҡыл итеп ҡарар ине. Бөгөн унан да киң күңелле, булдыҡлы кеше юҡ. Төрлө байрам үткәрергә ярҙам итә, ауылда үҙенә иркен йорт бөтөргән. Ә параллель кластағы отличник, юрфакты бөтһә лә, ни ғаиләһе менән йәшәмәне, ни йүнле бер урында ғына эшләй алманы. Хәҙер өйҙә эшһеҙ ята...
– Бирегеҙ сумкамды! – Баҙар алдындағы тауыш Юлайҙың уйҙарын бүлде. Ир тирә-яғына ҡаранды. Әллә уғрылар берәйһенең сумкаһын сәлдергәнме? Тиҙҙән ул бындағы ығы-зығының айышына төшөндө. Полиция хеҙмәткәре ҡаймаҡ, эремсек һатып торған ҡатындың сумкаһын тартып алған икән.
– Бирегеҙ инде, зинһар! – Ҡатын, күҙен мөлдөрәтеп, полиция хеҙмәткәренә үтенде. – Бында ҡыҙыҡ булғандан килгәнмендер шул. Иртәгә уҡыу башлана. Ҡыҙыма әйберҙәр ҙә алып бөтмәгәнмен. Бына, кейҙереп ҡарап алырмын тип, үҙен дә алып килгәйнем, – тине, эргәһендә иларға етешкән ҡыҙын күрһәтеп.
Меҫкен бала! Моғайын, ҡалаға барабыҙ, тигәс, ҡыуана-ҡыуана сығып киткәндер. Матур хыялдар менән килеп, ошолайтып торһон инде.
– Юҡ, бирмәйем! Һеҙ ярамаған ерҙә һатыу итәһегеҙ. Икенсенән, бер ниндәй документығыҙ юҡ. Бәлки, ҡаймаҡ менән ағыу һатаһығыҙҙыр.
– Һеҙ бигерәк инде…
– Телегеҙгә һалышмағыҙ!
Ошондай аяныслы хәлдә кешене нисек ташлап китмәк кәрәк.
Юлай улар янына барҙы, полиция сержантына үҙенең хәбәрсе танытмаһын күрһәтеп, ҡатындың хәленә инеүен, сумкаһын биреүен һораны.
– Ана бит, яҡлаусыһы ла табылып тора! – Сержант ирен осо менән мыҫҡыллы йылмай­ҙы. – Ярай, бер юлға бирәм! Башҡаса күҙемә салынмағыҙ! – Күҙенең ағы менән зәһәр итеп сәнсеп ҡарап, китеп барҙы.
Ярһыған ҡатын тиҙ генә тыныслана алманы, берсә Юлайға рәхмәт әйтте, берсә тәртип һаҡсыһын әрләне.
– Ҡыҙыҡ ҡыналар. Кеше әйберен урлап һатамдыр шул. Уғрыларҙы бер ҙә тотмайҙар. Ана, шәп булғас, ысын бурҙарҙы тотһондар. Беҙҙең кеүектәргә көстәре етә. Былтыр ҡараҡтар күршемдең аҙбарынан һыйырын алып сығып китте. Килеп тә ураманылар.
– Ярай, ул тиклем ярһымағыҙ, – Юлай ҡатынды тынысландырҙы. Бер аҙҙан һаубуллашып, юлын дауам итте.
Баҙар… Нимә менән генә кәсеп итмәйҙәр бында. Бер әбей, бисара, таушала башлаған итектәрен, кейемен сығарған. Арыраҡ бабай миҙалдар, значоктар теҙеп һалған, хатта араларында “Әсәлек даны”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын да күреп ғәжәп итте. Һатыусыһы булғас, алыусыһы ла барҙыр инде, юҡҡа тормайҙыр.
Юлай эскә үтте. Сәскәне шунда һата тор­ғандар тип, павильондың арғы яғына ыңғайлап, ике аҙым атларға өлгөрмәне:
– Ит алығыҙ, ит! – тигән тауыш уның иғтибарын йәлеп итте.
– Рәхмәт, итебеҙ бар шул! – Яуап бирмәүҙе килештермәй, итәғәтле генә яуапланы ул. Бигерәк ҡыҙыҡ инде был һатыусылар. Кәрәк кеше былай ҙа ала. Ә улар бушҡа биргәндәй ҡылана. Баҙарҙа ит алғаны юҡ уның, гел тыуған ауылынан һатып ала. Улар яғында тау-ҡырҙарҙа йәм-йәшел үләнде уртлап үҫкән малдың ите бөтөнләй башҡаса, татлы. Ә бында… Кемдер бары аҡса эшләү өсөн махсус уколдар һалып һимертә, тиҙәр. Ундай иттең ниндәй тәме булһын!
Ирҙе сауҙа рәттәре буйлап теҙелгән һатыу­сыларҙың тауышы оҙата барҙы:
– Ит алығыҙ, ит! Яңы ғына һуйылған. Фәлән хаҡҡа ғына бирәм…
Юлай тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараған ыңғайға күҙе урта йәштәрҙәге ирҙең ҡарашы менән осрашты ла үҙенән-үҙе туҡталып ҡалды. Таныш һымаҡ. Кем һуң әле ул, тигән уй үтте мейеһенән. Ҡайҙалыр күргәне бар бит. Шулай ҙа ят кешегә текләп тороуҙы килештермәй юлын дауам итте.
– Ит алығыҙ, ит! Һарыҡ ите!
Һатыусының һыны күҙ алдынан китмәне.
Ул да тишә яҙырҙай булып ҡараны бит. Тимәк, улар таныш! Ҡайҙа күрҙе әле ул? Атаҡ, шуға оҡшаған да! Юҡтыр. Тота килеп баҙарға килеп баҫмаҫ инде. Башында ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар уҡмашты. Бәлки, берәй нәҫеле-фәләндер. Юлай, ҡабаттан боролоп, баяғы урынға барҙы, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
– Таныш һымаҡ күренәһегеҙ, һеҙ Флүр Фәхриевтың берәй туғанымы әллә? – тип һораны.
– Үҙе булам.
– Үҙе? Һеҙ бында нисек?
– Бына шулай! Ауылда мәктәпте яптылар!
– Яптыла-а-а-а-ррр? – Юлай, ғәжәпләнеп, күҙҙәрен шарҙай итеп ҡабатлап һораны. Аптырарлыҡ та шул! Ул мәктәптә булғаны бар уның. Ике ҡатлы яҡшы белем усағы. Бынан ун биш йыл самаһы элек кенә төҙөгәндәр.
– Эйе, балалар һаны етмәй тип, яптылар ҙа ҡуйҙылар. Етер ине лә, хәҙер бит ауыл кешеһе балаларын бәләкәйҙән гимназиялар­ға оҙата башлай. Үҙебеҙҙең уҡытыусылар ҙа шулай итә. Икенсенән, ауылда эш юҡ бит.
– Хәҙер ул бина буш торамы?
– Ҡайҙан! Әҙер нәмәгә эйә тиҙ табыла инде ул. Беҙҙең хужалыҡты мәскәүҙәр алды бит, бер нисә бүлмәһенә уларҙың контораһы инеп ояланы, кемдер магазин асты, аптека ла шунда.
– Ниңә мәктәпкә барманығыҙ?
– Эй, унда кем көтөп тора! – Кисәге уҡытыу­сы моңһоу ғына яуапланы. – Урындар юҡ, ҡайһыларында, көтөгөҙ, тиҙәр. Нисек инде, ҡасан эш була тип, көтөп ятмаҡ кәрәк. Ике балам институтта уҡый, икәүһе – мәктәптә. Шуға ла үҙем әлегә ошонда ит һатам.
– Ғүмер буйы тигәндәй мәктәптә эшләгәс, һағындыра торғандыр инде.
– Шулай инде, хатта төшкә инеп йөҙәтә.
– Бүтәндәр ҡайҙа китте? – Ул мәктәптә ике тиҫтә самаһы уҡытыусы эшләгәнен яҡшы хәтерләй Юлай.
– Ҡайҙа китһен? – Кисәге уҡытыусы иңбашын һелкетте. – Ике ғаилә Себергә сығып китте, балаларҙы уҡытырға кәрәк бит. Эшһеҙ ятҡандар ҙа бар.
Юлай – республика гәзите хәбәрсеһе. Уҡытыусылар араһында йыл да үткәрелгән республика конкурсын яҡтыртырға барғайны теге мәлдә. Флүр Фәхриевтың “Йөрәгемде балаларға бирәм!” тип аталған сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Уның “Мин – уҡытыусы. Ул – балаларға белем нурҙарын өләшкән изге йән эйәһе. Уҡытыусы көн һайын үткән һуҡмаҡ – мәктәп менән ғаилә араһын бәйләп торған изге юл. Ошо юлда дөрөҫ аҙымды күрһәткәндәр ҙә беҙ. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү – уҡытыусыға аманаттай тапшырылған изге бурыс. Уҡытыусы ла игенсе кеүек. Бала күңеленә белем орлоҡтары сәсә. Шул шытымдар үҫеп, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып өлгөрә икән, был – ябай уҡытыусының хеҙмәт емеше”, – тигән һүҙҙәре йәнә ҡолағына ишетелгәндәй булды. Тәүге урын уға бирелде. Бер аҙҙан “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Уҡытыусылар көнө алдынан Юлай еңеүсе уҡытҡан мәктәпкә юлланды. Эшләгән коллективы, балалар менән аралашты, дәресенә инеп ултырҙы.
Сәфәрҙән ҡайтҡас иһә геройы хаҡында рәхәтләнеп яҙҙы. Үҙ эшен яратҡан, һөҙөмтәһен күргән шәхестең булмышын ҙур кинәнес, ләззәт менән һүрәтләне. “Кешенең ғүмер юлы – уның йән көҙгөһө, теләһәң-теләмәһәң дә, барыһын да күрһәтеп, һөйләп тора. Тормошомда үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр күп булды. Шулай ҙа уның иң мауыҡтырғыс биттәре – таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыт”, – ти бәхетле уҡытыусы. Уҡытыусы эше еңел түгел. Был хеҙмәттең балаларға белем биреүҙән генә тормағанын һәр кем яҡшы аңлай: өйгә күпме эш эйәреп ҡайта, бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, уҡыу, бала ғүмере һәм яҙмышы өсөн хафаланыу, көндәлек ҡағыҙ мәшәҡәтәре... Шулай ҙа ошо ғәжәп серле һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй Флүр Фәхриев” тигән һүҙҙәр теҙелде ҡағыҙ битенә. Бына шул кеше хәҙер эшһеҙ ҡалһын инде.
Ауыр тойғолар менән сыҡты Юлай баҙар­ҙан. Баҙрап торған гөлләмә таждары ла һағышлы кеүек тойолдо уға был көндә.

Венер Исхаҡов










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)