18.12.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (15.12.2017)
– Ишеттеңме? Теге мөдир төрмәнән сыҡҡан.
– Ҡыҙыҡ! «Ҡайҙа юғалып торҙоң?» – тигәс, ул: «Туғандарым янында булдым», – тигәйне.
– Дөрөҫ әйткән. Уның туған-тыумасаһы ла шул уҡ төрмәлә ултырҙы.
* * *
Киноактриса табипҡа килә:
– Доктор, миңә сисенергәме?
– Юҡ, юҡ, мин кисә генә һеҙ уйнаған яңы фильмды күрҙем.
* * *
Табипта ҡаралып сыҡҡандан һуң пациент уның янына кире килеп инә:
– Доктор, әйтегеҙ әле, был “Диагноз: Ш. Ғ. Б.” тигән яҙыуығыҙ нәмәне аңлата?
– “Шайтан ғына белә”.
* * *
– Мин элек спорт менән бик ныҡ мауыҡтым – көн дә футбол, хоккей уйнаным, автомобиль уҙыштарында ла беренселекте бирмәй инем... Тик компьютерым ватылып ҡына эште боҙҙо.
* * *
Ике буйҙаҡ һөйләшә:
– Яңыраҡ ҡына, Миләүшәгә өйләнәм, тип хәбәр һөйләп йөрөй инең, әле кире уйлағанһың. Берәй әтнәкәһе бармы әллә?
– Әйтһәм әйтәйем инде, ул бик йәмһеҙ итеп көлә икән.
– Әлләсе, мин бер ҙә һиҙмәнем...
– Уға элекке көн күпме эш хаҡы алғанымды әйткәйнем, көлөп, быуылып үлә яҙҙы.
* * *
Автобуста бер сибәр ҡыҙ алдында иҙрәп ятҡан бесәйен иркәләп-һыйпап бара. Ҡаршыла ултырған егет, көнләшеп, ҡыҙға өндәшә:
– Эх, ошо бесәй урынында булһаң икән!..
– Бер ҙә ҡыҙыҡмағыҙ, мин әле уны ветеринарға бестерергә алып китеп барам.