06.11.2017 “Мы тоже первый летит”
Быныһы ла Ҡалмаҡ ауылында булған хәл. Өфөлә Зөлхизә еңгәнең ҡыҙына операция яһарға булалар. Әлеге лә баяғы туғандарҙан рөхсәт кәрәк. Еңгәбеҙ ашығып юлға сығып китә. Магнитогорск аэропортына бара, ә унда – һыу буйы сират. Ҡатын, ҡулы менән кешеләрҙе йырып, алға ынтыла.
– Я первый летит, – ти икән, әзмәүерҙәй бер ирҙең алдына торорға маташып.
Теге ир ҙә аптырап ҡалмаған:
– Мы тоже первый летит, – тип, еңгәйҙе тиҙ генә сираттың иң аҙаҡҡы осона алып барып ҡуйған.