22.10.2017 “Курий муж”
Мишәр ауылынан (хәҙерге Ҡалмаҡ) Яңылбикә исемле инәй, әтәсен дә, тауығын да салдырып, үҙебеҙҙең Магнитҡа алып барып һатмаҡсы була. Унда барыр алдынан мәктәптә уҡыусы ҡыҙынан тауыҡ менән әтәстең русса атамаһын ҡат-ҡат һораша был. Тик юлға сығыу менән онота ла ҡуя. Бара был баҙарға, тора һатып алыусыларҙы көтөп. Мәрйәләр килеп ҡарай ҙа:
– Что за птица? – тип һорайҙар икән. Әтәскә төртөп күрһәткәс, инәй аптырап ҡалмаған:
– Это курий муж. Хороший мясо, – ти икән, йылмайып.