18.10.2017 “Гамаш кейгәнмен дә баһа!”
Совет осоронда була был хәл. Хәҙерге шикелле магазин кәштәләре тауарҙан һығылып тормай. Ауылдарға ҡаланан йәиһә район үҙәгенән, әллә ни ҙә бер булһа ла, автолавкалар килер ине. Буранғолға ла килеп туҡтай бындай машина. Кешеләр кемуҙарҙан йүгерешә икән. Шунда бер ҡарт:
– Ҡыҙым, ҡыҙым, трикоң юҡмы? – тип һорай икән һатыусынан.
– Күрмәйһеңме, гамаш кейгәнмен дә баһа! – тип ҡысҡыра асыуынан шартлар сиккә еткән хәсрәт һатыусы.