02.10.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (29.09.2017)
* * *
Телефон шылтырай. Трубканы өс ҡыҙы булған атай кеше ала. Телефонда бер егет:
– Сәләм, Ҡуяным, һинме был?
– Юҡ. Был ҡуян фермаһының хужаһы!
* * *
Ҡатыны иренең алдашып һөйәркәһенә сығып китеүен күреп, әрләшә башлай.
Ире:
– Нимә, бәйләп тотмаҡсы булаһыңмы өйҙә мине? Иреклемен – ҡайҙа, ҡасан теләйем, шунда сығып китә алам!
Икенсе юлы ҡатыны һөйәренә сығып китә лә, өс көн өйөнә ҡайтмай. Ире аптырап бөтә.
Ҡайтҡас, ҡатыны:
– Ғәфү ит инде. Мин һинең кеүек ирекле кеше түгел. Ҡасан ебәрәләр, шунда ғына ҡайта алам, – ти.
* * *
– Гражданин Иҙрисов, минең һорауҙар һеҙҙе ул тиклем йонсотмағандыр бит?
– Һеҙ нимә? Өйләнгәнемә 20 йыл бит инде.
* * *
Ике дуҫ һөйләшеп ултыра.
Беренсеһе:
– Ниңә әле беҙ былай ҙа ауыр тормошобоҙға зарланып, юҡ-бар тураһында һүҙ сурытабыҙ ул? Әйҙә, берәй күңеллерәк нәмә тураһында һөйләшәйек.
– Әйҙә! Һин ишеттеңме әле, кисә күршебеҙҙең иномаркаһын урлағандар!