RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош – үҙе мөғжизә

11.09.2017 Тормош – үҙе мөғжизә

Тормош – үҙе мөғжизәБыл донъяла ғәжәпкә ҡалмай йәшәү мөмкин түгелдер. Ер өҫтөнән ағып ятҡан ҡәҙимге генә һәр йылғаны төрлө ҡатламдарҙа шундай уҡ йәнә өс йылға ҡабатлай икән. Ҡара тупраҡты төртөп сыҡҡан меңдәрсә төр үҫемлектең һәр береһенең үҙ сәскәһе (һәр сәскәнең, шулай уҡ, үҙ төҫө һәм үҙ биҙәге), үҙ япрағы, үҙ емеше, үҙ еҫе бар. Тажын аяҙ төндәрҙә көнбағыш айға эйәреп бора һәм уны шуға ла айбағар тип тә йөрөтәләр. Ә бүтән ағас, ҡыуаҡ, үләндәр ниңә шулай эшләмәй?
Яуапһыҙ ҡалыр һорауҙар, аң-аҡыл етмәҫ күренештәр, мәңгелек донъяның көндәлек һәм осо-ахыры булмаҫ ағышы...

Йәшәү көсө
Урмандың тере мөхит, һәр ағас­тың йәнле икәнлегенә ихлас ышанам мин. Шулай булмаһа, көн йонсор алдынан урман шомло шаулап, хатта үкереп тауыш бирмәҫ ине. Яҙын олоно соҡолған ҡайындан шәрбәт һыу түгел, уның йәше һырҡырай бит. Әҙәм ҡулынан алған йәрәхәттәрен ҡарағай, хатта ҡа­рағас та үҙ тәненән һығып сығарған сайыр менән уңалтырға тырыша. Урман һиҙмәй, ишетмәй, һыҙланмай, өнһөҙ, тимәгеҙ. Уның күҙе лә, ҡолағы ла бар, беҙ бары урмандың серҙәрен күрмәй, бәлә-ҡазаларын аңламай, вайымһыҙ йәшәргә күнеккәнбеҙ. Ә урман... Башына ниндәй генә афәт килмәһен, ул һаман беҙҙе аҫрау, йылытыу, ҡурсалау, ҡыштарын – бер ҡат тун, селләләрҙә күләгә булыу бурысын атҡарырға онотмай. Сүллектәрҙә лә, мәңге туң ерҙәрҙә лә йәшәгән халыҡтар бар, әммә мин, мәҫәлән, урманһыҙ көн итә алмаҫ инем. Ана бит, ул миңә, һәр ағасынан, һайрар ҡоштар, безелдәгән бөжәктәр, япраҡ ҡыштырлауы булып өндәшә. Тик тыңлай, ишетә генә бел. Урман күрә белгән кешегә йәшәү өсөн һабаҡ та бирә. Августа, йәғни урағайҙа, көй­һөҙләнгән тәбиғәт халыҡты берсә туңдырған, йә яндырған мәлдәрҙә, урман эсендә урынлашҡан бер шифаханала яралы йәнемде һәм ҡаужыған тәнемде имләтеп ятырға тура килгәйне. Табиптар ҡулынан ҡотолған һайын әлеге урманға сығып таям. Мөғжизәле лә, мәғәнәле лә донъя унда. Бына, бер төптән, баһадир һынлы биш ҡайын, ярыша-ярыша күккә ынтыла. Ә тегендә имән, ҡайын, йүкә, тамырҙарын сырмалдырыптыр инде, шулай уҡ асманға тартыла. Ғөмүмән, ағастар араһында дым, ҡояш нуры, иркенлек өсөн өнһөҙ-тынһыҙ көрәш һис кенә лә туҡтамай. Был йәһәттән дә урман мөхите кешеләр йәмғиәте менән оҡшаш. Йәнә лә ҡарағай менән уҫаҡтың, ҡайын менән имәндең, бер урындан күтәрелеп, ботаҡты-ботаҡҡа элеп йәшәй алыуҙары ла бәлки, әҙәм балаларына бер ишаралыр. Урманда йәшәүгә ихтыяр шул ҡәҙәрелер, сөнки ҡартайып ауған, серегән ағас олононан, күп тә үтмәҫтән, йәш үҫентеләр күтәрелә башлай. Йәй ҡырҡып ауҙарыл­ған ҡайын, имән, уҫаҡ шундуҡ боталмаһа, япраҡтарын йәшел көйө йәнә бер нисә көн һаҡлай. Ғөмүмән, ағастар йәмғиәтендә тормош өҙөлмәй.

Мәңгелек һыу
Ғәҙәттәгесә быйыл да беҙгә сабынлыҡты Аҡташ үҙәненән бүлделәр. Аҡташ тигәс тә, ул үләне йыл­дың-йылы ат бауырынаса үҫә торған ике тауҙың яйпаҡ араһы ғына түгел, Аҡташ – күтәрелеп еткәнсә тынды ҡура торған үр ҙә, ошо атамалағы ҡоҙоҡ та. Бына был юлы ла, атты туғарып тышаулап, тәртәләр­ҙе күтәреп, ҡояштан ышыҡ өсөн улар өҫтөнә әрмәк ташлап, сәйлек һыуға төштөм. Ҡоҙоҡ тигәс тә, тәрән дә түгел ул, ярҙары дәү яҫы таштар менән уратылған һыуы өҫтә генә ялтырап ята. Зәһәр ҡыштарҙа ла туңмай, йәйге селләлә лә тешеңде ҡамаштырырлыҡ. Боронғо замандарҙа кемдер бер изге йән ҡоҙоҡто үлән-ҡыуаҡ араһынан эҙләп тапҡан, тирә-яғын тәртипкә килтергән.
Хәҙер инде нисәмә быуын ошо гәлсәргә тиң һыуҙың рәхәтен күрә. Әммә Аҡташ ҡоҙоғо мине һыуы менән генә түгел, ҡапыл да ғына аңлата алмаҫлыҡ серлелеге менән сихырланы. Ысындан да, эйелеп һыуын алам тиһәң, ул һиңә тере йән һымаҡ ҡарап торғандай. Тәбиғәт өҫкә үк күтәреп мөлкөлдәткән ошондай ҡоҙоҡтар, атайсалым Әбйәлилдәге талир тәңкә кеүек ялтырап ятҡан күлдәр әллә Ер-әсәнең тормош-көнкүрешебеҙҙе, то­тош булмышыбыҙҙы күреп торғандай күҙҙәреме икән?
Инештәр, шишмәләр, йылғалар­ҙың хәленә байтаҡ ваҡыт ғафил булып йәшәгәндән һуң, яҡташтарыбыҙ, ниһайәт, уларға иғтибарын йәнә ҡайтарғандай. Баймаҡтар – уңған яҡтар, ана, Һаҡмар тураһында хәстәрләргә тотон­ған. Әйткәндәй, Әбйәлилдә, мин үҫкән ауылдан һигеҙ саҡрым самаһында, Ҡаҙмаш таштары тигән харап бейек ҡаялар бар. Ошо тирәлә генә, тегеләргә сағыштырғанда тәпәшерәк, Хәсән ташы, Мәрүәт ташы тигәндәрен дә күрергә була. Ә инде Һаҡмарға әйләнеп ҡайтҡанда, олуғ йылға Ҡаҙмаш таштарының иң текәһенең һыртынан ғына, ваҡ сауҡалыҡ араһынан һыҙылып сыға. Йылға башындағы хәҙер Әхмәт тип йөрөтөлгән ауылды урындағы халыҡ әүәл Һаҡмар ти ҙә ҡуя торғайны.
Бер уйлағанда, ғәжәп кешеләр инде беҙ, тәбиғәттең ҡөҙрәте булып, меңдәрсә йыл урғылып ятҡан инештәрҙе сүп-сарға күмеп, малдан тапатып ҡоротоп бөттөк тә, бөгөн килеп уларҙы ҡабаттан тергеҙергә, яңы һулыш бирергә маташабыҙ. Барҙың ҡәҙерен ваҡытында белмәгәс, шулай итмәй ҙә сара юҡ.
Әллә тәбиғәттең йомартлығынан, йәиһә Стәрлебаш районы кешеләренең һаҡсыллығынан, ошо төбәктә Башҡортостандағы һәммә инештәре тупланған һымаҡ. Айҙарәле ауылына терәлеп ҡалҡынған Инешле тау (Ключевые горы) был фаразға дәлилдер, сөнки Һөҙәк битләүҙән йөҙҙән күберәк инеш башланғыс ала. Стәрлебаштағы инештәрҙең бихисап булыуына хатта шул дәлил: оло дуҫым, алдағы йылдың ғинуарында туҡһанын теүәлләргә йыйын­ған мәшһүр геофизик Наил Кәбир улы Юнысовтың Тәтер-Арыҫ­лан­дағы атай йорто ихатаһынан уҡ инеш ағып үтә.
Шулай... Инештәрҙе, шишмәләр­ҙе терелтәбеҙ тип дәртләнәбеҙ ҙә ул, әүәл шаулап аҡҡан, бағры, бәрҙе уйнаған йылғаларҙы ҡоротоп бөттөк. Ярҙарында ағас ҡырҡылғас, сығанаҡтарын көтөүһеҙ йөрөгән мал иҙгәс, ҡасандыр ярҙарында үҫкән ҡара ҡарағатын, муйылын, ҡурай еләген йыйған йылғаға ни әмәл менән йән өрмәк кәрәк?
Тәбиғәттең көс-ҡөҙрәте әҙәм балаларына мәңге тамаҡ сылатырлыҡ һыу биргән. Беҙ, кешеләр, иһә ошо изгелекте баһаларға мәңге өйрәнә алманыҡ.

Ишбулды ағай ҡурайы
Йылдың-йылы бесәнде бер урында сапһаң, шул төбәккә эҫенеп китәһең. Үгәй атайым Әхмәтйән Фазлетдин улы, ифрат егәрле, хәстәрлекле кеше, сабынлыҡтағы бесәнде көҙгә ҡарата йыйып алғас, һуҡыр сысҡан (уны беҙҙең яҡта төрткө тип тә йөрөтәләр) анда-һанда ҡалдырған тупраҡ өйкөмдәрен таратып сыға. Был эш файҙалы, сөнки улар, берҙән, салғыға ҡамасауламай, икенсенән, аҫтан сығып таратылған тупраҡта яҙын таҙа люцерна, туҡранбаш бик шәп үҫә. Белемһеҙ, әммә таһыллы кеше булараҡ, ул да үҙенсә ғилем юлынан барған икән.
Таулы-урманлы яҡта үлән һуңлабыраҡ бешә, шуға күрә бесәнгә августа ғына төшәбеҙ. Бына бөгөн дә көн оҙон салғы һелтәй торғас, ҡул өҙөлөп төшөп килә, аяҡтар ҙа хәтһеҙ үк талған. Киске тәғәмдән аҙаҡ, ҡыуышҡа инергә ҡабаланмай, һүнгән усаҡ янында ултырабыҙ. Әле баҙлаған күмерҙәр өҫтөнә көл шекәрәһе тартыла. Яңы сабылып, һулый башлаған үләндең әскелтем-татлы еҫе тын юлдарын иркәләй. Тирә-яҡ тып-тын тиер инең, әллә ҡайҙан илектең баҡырғаны килеп етә, кистәрен һайрар ҡоштар хушлашыу көйөн һуҙа.
Кисәге һымаҡ, сабынлыҡта бөгөн дә бер үҙебеҙ генә түгелбеҙ. Бағры йылғаһының ҡаршы яғына килеп терәлгән һөҙәк битләүҙә Ишбулды ағай бесәндә ята. Ике малайы әле бәләкәс булғас, еңгәй, ғәҙәттә, бындай эшкә дәрт итмәгәс, ағай һәммәһенә үҙе генә йөрөй. Тар йылға аша ғына йәйләһәк тә, беҙ уның усағы эргәһенә бармайбыҙ, ул да беҙҙең ут янына килеп ултырмай. Кистәрен ағайҙың бер килке ҡурай уйнап ала торған ғәҙәте бар. Бөгөн тауыш-тыны ишетелмәне, әллә ауылға ҡайтып киттеме икән?
Сеү, юҡ. Тәүҙә ишетер-ишетелмәҫтән, торараҡ аҙ ғына көсәйә төшөп, арғы яҡтан ҡурай тауышы килеп етте. Тынлыҡҡа бәүелеп, көй тиһәң, көй түгел, тауҙарҙың тын алышы тулҡын-тулҡын булып ағыла. Ишбулды ағай шулай ҙа «Буранбайҙы» һуҙа шикелле. Яратҡан моңо инде ул – «Буранбай». Бөтөн көйҙәрҙе лә уйнай, әлбиттә, ауылдашыбыҙ, ошонда берҙән-бер ҡурайсы. Хәҙер шуныһын аңғарам: Ишбулды ағай ҡурайҙы бөгөнгө ҡурайсылар һымаҡ һыҙғыртып-һикертеп түгел, күкрәккә һалып уйнаған икән.
Ғөмүмән, ағайҙың килеш-килбәте лә, үҙен тотошо ла бүтәндәрҙән айырылып тора. Башҡортҡа хас булмағанса оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, һоро күҙле, баһадирҙарса мыҡты кәүҙәле. Һунарсы. Гел ҡырҙа йөрөгәнгәме икән, һүҙгә һаран.
Ишбулды ағайҙың һунарсылығына ғәжәп итәһе түгел. Атаһы Хәмзә олатай ҙа ғүмер баҡый ошо юлда йөрөгән. Арттырыу булмаһа, әй­теүҙәренсә, ауылдан көньяҡ-көнбайышта хәтәр күтәрелеп торған Илектеғыр тауының урманлы текә яғынан һыбай сабып менгән, тигән хәбәр йөрөнө. Шундай сая кешенең малайы ла мах бирмәҫ инде. Иш­булды ағай әрмелә саңғыла ярышыу буйынса хәрби округ чемпионы исемен йөрөткән. Унан ҡайт­ҡас, бынамын тигән йорт күтәреп ебәр­ҙе, үҙенең буйы метр ҙа туҡһан сантиметр самаһы булһа ла, күрше ауылдан ыҡсым ғына кәүҙәле ҡыҙҙы алып ҡайтты. Еңгәй ағайға ике улан табып бирҙе. Йәнә шуны ла өҫтәйем: Һабан туйҙарында, бәхәсле күрше ауыл егеттәре менән сәкәләшергә тура килһә, Ишбулды ағай беҙҙең «отрядтың» алмаштыр­ғыһыҙ төп көсө булды.
Мин хисләнеп, үҙ-үҙем менән оҙон тәбәрәккә төшөп ултырғансы, арғы яҡтағы ҡурай тауышы тынған. Бары моң, иҫкермәҫ тә, ялҡытмаҫ та, үлмәҫ тә моң тирә-яҡ тауҙарға ҡағыла-һуғыла, ҡайындарға сорналып, һаман шунда йөрөй әле.

Йәшендән ҡазаланған таш

Атайсалым, шөкөр, һыуға ла, тауға ла бай. Ауылдан күҙ күремендә генә улар нисәмә. Көнсығышта Ҡырҡты, Бабаш, Ирәндектең төньяҡҡа ҡараған осо, баяғы әйткән Илектеғыр, Ҡыҙҙар тауы, Сусаҡ тау ... Хәйер, ошондағылар, күп баш ватмай, ослораҡ түбәле һәр тауға ла Сусаҡ атамаһы бирер булған икән. Эргәлә генә – беҙ яҙҙан көҙгә тиклем уйнап, ҡыш сана, саңғы шыуып үткәргән Мәсет тауы, арыраҡ – Бәләкәй ҡыҙыл таш, Өлкән ҡыҙыл таш. Уларында, ҡыҙыл төҫтәге таш-фәлән күренмәгәс, ниңә шулай атағандарҙыр, йәнә лә бер йомаҡ.
Байтаҡ донъя гиҙеп, болоттарҙан ашып тороусы тауҙарҙы күргәс, Өлкән ҡыҙыл таш, әлбиттә, кесерәйгән, тәпәшәйгән һымаҡ күренә. Был, бәлки, минең урынһыҙ һауаланып китеүемдең шауҡымылыр? Ысындан да шулайҙыр, сөнки ҡыр мороно, текә битләүҙәре, баш әйләнерлек осортмаһы менән Өлкән ҡыҙыл таш һаман да бейек, ҡырыҫ, уйлыны уйға һалырлыҡ серле лә. Һәр хәлдә, бөгөн уның үткер ҡырлы һыртына күтәрелергә ҡыйыулығым етмәй. Өлкән Ҡы­ҙылташ кәрле кешене генә үҙенә яҡынайта, хәлһеҙҙе ул шәйләмәй ҙә, ҡабул да итмәй. Ҡыҙылташ тип, был тауҙы, бәлки бихисап быуын балалары өсөн уйнап үҫер, ҡәҙерле, йәмле урын булған­ға атағандар­ҙыр. Әйткәндәй, беҙҙең Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ла, үҙҙәренең атамаһында, кем белә, ошо мәғәнәне һаҡлайҙыр?
Хискә бирелеберәк фекер йөрөткәндә, алдағы тормошта беҙҙең Кавказ, Тянь-Шань, артабан Альп, Саян, Кордильер, Эверест һәм бүтәндәр кеүек гигант тауҙарға юлыбыҙ ауыл осонда ғына Өлкән һәм Бәләкәй Ҡыҙыл­таштарҙан башланған икән. Мин фәҡирегеҙгә лә болоттарҙан юғарыраҡ күтәрелгән тауҙар­ға менергә лә, диңгеҙ менән ярышырлыҡ йылғаларҙа йөҙөргә лә мөмкин булды. Ләкин, пафослыраҡ итеп әйткәндә, Өлкән Ҡыҙыл­таштан да бейегерәк, Оло Ҡыҙылдан да тәрәнерәк тау-һыуҙарҙы барыбер күрмәнем. Һәм был хәлгә һис тә эсем бошмай.
Өлкән Ҡыҙылташ – минең бала сағым һәм уйнап үҫкән тауым. Тиҫтерҙәремдең ҡулы һәрмәп ҡарамаған бер генә таш та, эсенә инергә тырышмаған таш ҡыуышы бында юҡтыр. Ошондай дәү тауҙың аҫтында беҙгә әллә ниндәй хазиналар барҙыр, геолог ағай­ҙар килеп, уларҙы бына-бына асыр, тип тә хыялландыҡ. Эре таштар араһында йә ҡыҙылдар-аҡтарға, йә үҙебеҙҙекеләр-аламандарға бүленеп уйнаныҡ. Яу осоро малайҙарының һу­ғыш уйнауы тәбиғи хәлдер. Әл­биттә, һәр алышта беҙҙекеләр еңеп сыға, тегеләр – мөшкөл хәлдә. Шуға күрәлер, һис кем дә аҡ гвардеец йә фашист булып уйнарға ризалашмай. Күпселек осраҡта был күркһеҙ ролдә мин бахырға йөрөргә тура килә. Килеш-килбәтем тиҫтер­ҙә­ре­мә кинола ғына күреп ҡайт­ҡан дошмандарҙы хәтерләткәндер инде.
Өлкән Ҡыҙылташ, текә булыуы арҡаһында, эре мал көтөрлөк урын түгел. Бары кәзәләргә генә бер ниндәй ҡаялар ҙа кәртә була алмай. Күпме көтһәк тә уның эсендә, беҙҙеңсә ятыр­ға тейешле аҫыл таштар тәки табылманы. Ә бына Бабаш тауы аръяғында шымартҡанда бик матур биҙәктәре күренә торған мәрмәр ятҡылығын астылар. Карьер ҙа, таш эшкәртеү заводы ла эш башлағайны, һуңғы осорҙа тымып ҡалдылар. Шулай ҙа тауҙарыбыҙҙың буш таш, балсыҡ өйөмө генә булыуына ышанмайым.
Өлкән Ҡыҙылташтың көн байышына ҡараған битенә күтәрелергә маташып та ҡараманыҡ. Ул яҡ һаҙлы йырындан юғарыға хәс диуар һымаҡ вертикаль ҡалҡып китә. Ошо диуарҙағы бер ҡаяны, хан заман элек йәшен атҡан, уның күбә дәүмәлендәге киҫәге әлеге йырында ята, ә тау тәнендә ҡалған нигеҙе, һис бер үҫенте орлоғо тамыр ебәрерлек мөмкинлек булмау сәбәпле, яланғас тора. Шундай ҡаяны ла селпәрәмә килтерерлек йәшендең көсөнә хайран ҡалырһың. Әммә беҙҙең Өлкән Ҡыҙылташ, ауыр йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, ҡымшанмай тора бирә. Йылдарға, быуаттарға бирешмә, мәңге мәғрур булып ҡал, балалыҡ, йәшлек тауыбыҙ!

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)