09.08.2017 Иғтибарһыҙ булһаң…
Быныһы инде үҙем менән булған мәрәкә хәл. Ғаилә менән ауылға ҡайтырға булдыҡ. Тормош иптәшемә дарыухана янында туҡталырға ҡуштым. Үҙем дарыуҙар артынан инеп киттем. Ҡабалана-ҡабалана сыҡтым да, машинаға инеп ултырҙым. Ирем руль артында ниңәлер юҡ ине. Эй ултырам, эй ултырам, кеҫә телефонымда соҡоноп. Артҡы ултырғыстарҙа сит тауыш ишетелгәндәй булды. Әйләнеп ҡараһам, миңә бөтөнләй ят кешеләр. Бер ни төшөнә алмайым. Шунан руль артына сит ир инеп ултырмаһынмы? Саҡ иҫемә килгәндәй булдым. Сығып тайҙым был машинанан. Аҙаҡ, билдәле булыуынса, дарыухана янында бер үк моделле, бер үк төҫтә ике машина торған икән. Мин ни, уны-быны уйламай, номерын ҡарап та тормай, сит автомобилгә ултырғанмын. Аҙаҡ ирем – минән, мин үҙемдән көлөп хәл бөттө.