01.08.2017 ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
Оло юғалтыу кисерҙе
Башҡорт-татар араһы,
Мәңгелеккә ташлап китте
Һандуғастай балаһы..
Арыу талыуҙы белмәгән
Моңло йырсы ҡош инең,
Башҡортҡа ла, татарға ла
Айырмайса дуҫ инең.
Әллә күңелең һиҙҙеме...
Һуңғы һулыш алырға,
Ҡайттың әсәйең янына
Тыуған Башҡортостанға..
Мәңгелеккә күҙең йомдоң
Тыуып-үҫкән яғыңда,
Тамырың тәрәнгә киткән
Тәтешле тупрағында.
Башҡорт иле йырсы ҡыҙын
Оҙатты мәңгелеккә,
Илашып хушлашып ҡалды
Күрмәҫкә ғүмерлеккә.
Һинең ғүмер Хәниәкәй
Үтә ныҡ балҡып янды,
Йырҙарға әйләнгән ғүмер
Ерҙә оҙатып ҡалды.
Ябайлығың менән керҙең
Һәр кемдең күңеленә,
Үрләнеләр сихри моңдар
Йөрәктәрҙең түренә.
Йәшәрһең һин йырҙарыңда
Сағыу бер йондоҙ булып,
Күңелдәрҙе биләп алған
Моңло йырсы ҡыҙ булып.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
28.07.2017