18.07.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.07.2017)
Ил-йортобоҙҙа ҡот артыр
Уңғандар артҡан һайын.
Илде ҡыуандырып ҡыуан,
Илде байытып байы.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Ил йөрәге һау-сәләмәт тибер,
Булған саҡта ирҙәр йөрәкле.
(“Йөрәк”).
* * *
Ил мөлкәтен талап-урлап
Бар, тиһең, байығандар.
Улар, байлыҡ йыябыҙ тип,
Ҡәһәр, гонаһ йыйғандар.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Илбаҫарҙы таныуы еңел:
Дәһшәт булып, сикте вата.
Илһатарҙы танып ҡара:
Ил ҡуйынында йылынып ята!
(“Илбаҫармы яманыраҡ...”).
* * *
Илде – ил, телде тел йотһа –
Яманыраҡ яман йоттан.
(“Һаҡла”).
* * *
Илде яҡлар тик батырлыҡ,
Илде һаҡлар тик хаҡлыҡ.
Ҡырҡ ырыуҙың ҡырҡ быуынын
Ҡырҡҡа ҡырҡыр ҡурҡаҡлыҡ.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Илдең башын сабырға тип, ярһып
Ҡылыс һынған,
Ҡурай һынмаған.
Йәннәт йәйләүҙәрҙе утҡа тотҡан
Пушка тынған,
Ҡурай тынмаған.
(“Был күренеш инде нисәнсе ҡат...”).
* * *
Илдең күркен ирлек кенә яҡлар,
Ирлек кенә һаҡлар иркеңде.
(“Иркең булһа, илем, күркең булыр...”).
* * *
Илдә батша берәү була,
Күмәк булмай бөйөктәр.
(“Ҡабаҡ”).
* * *
Илеңдән дә хатта ҡасып була,
Ҡотолоп булмай ҡасып ваҡыттан.
(“Башһыҙ һыбайлы”).
* * *
Илемдә илемде һағынам.
(“Ностальгия”).
* * *
Илен, ырыуын, затын һатып,
затлы булды.
Исем-атын, атаһын һатып,
атлы булды.
(“Илен, ырыуын, затын һатып...”).
* * *
Илтһен беҙҙе һәр саҡ хәҡиҡәткә
Тоғро эштәр менән тура юл.
(“Буровойҙа”).
* * *
Иң ҙур бәхет –
Ғәзиз еркәйеңдә
Аяғүрә баҫып тора алыу.
(“Ҡыш сатнаған...”).