03.07.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (30.06.2017)
– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! – ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? – тип һорай әбей.
– Врач килгәйне иртән, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
* * *
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өйкөлөшөп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән.
* * *
– Айнур, минең компьютерым эшләмәй.
– Унда бер ҙур төймә бар, баҫып ҡара шунда.
– Баҫтым, барыбер эшләмәй.
– Розеткаға тыҡҡанһыңмы?
– Белмәйем, хәҙер шырпы ҡабыҙам да ҡарайым.
– Ә шырпы нимәгә?!
– Беҙҙә утты һүндерҙеләр.
* * *
Сығарылыш кисәһендә хеҙмәт уҡытыусыһы менән физрук һуғышты. Һөҙөмтәлә хеҙмәт уҡытыусыһы еңде. Каратэ каратэ инде, ә сүкешкә бер нәмә лә етмәй…
* * *
Атаһы улын теш табибынан алып сығып бара.
– Улым, табип ағайға нимә тип әйтергә кәрәк?
Малай, йәшле күҙҙәрен һөртөп:
– Утта ян, ҡәбәхәт!