13.06.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.06.2017)
Ғүмерҙәрҙе Аллаһ бирә,
Ғазраилдан алдырта.
(“Бәндәләрҙең йәшәүҙәрен...”).
* * *
Ғәҙел һүҙ әйткәндең
йә бал-май менән,
йә ялған менән
томаланды ауыҙы,
йә буш дан менән,
йә ришүәт менән,
йә ситлек-рәшәткә менән
ҡапланды күҙе.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Ғәзиз әсәһенең күкрәге тип,
Имеҙлеккә сабый алдана.
(“Йылтыр уттар, бимазалы шауҙар...”).
* * *
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Ғәмһеҙ булыу – үлем шағирға.
(“Вокзал”).
* * *
Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?
Ғәмһеҙлек килтерә тәғәмһеҙлеккә.
Һөмһөҙ һөҙгәндә ойома ғәмһеҙ,
Яулап алына бар ғәҙеллектәр.
(“Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?..”).
* * *
Даулашып ҡына данлы булмаҫһың,
Шаулашып ҡына шанлы
булмаҫһың.
* * *
Демократия!
Һинең исемең менән
Күпме һатлыҡ йәндәр һатыу итә,
Тоҙаҡ үрә ебәк-бәрхәттән.
(“Бәрхәт революция”).
* * *
Донъя ҡайһылай иртә бүленә
Түбәнлек һәм ғорурлыҡҡа.
(“Алма”).
* * *
Донъяға бал еҫен бөркә
Баллы ил – Башҡортостан!
(“Башҡортостандың баллы юлдары”).
* * *
Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле.
Хатта ошо иң көслө тел – сәғәт теле
Телә алмай ағыу сәсер ғәйбәт
телен.
(“Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле...”).
* * *
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!”
Тигән исемдән.
(“Мөхәббәтһеҙ”).
* * *
Донъяла тик Аллаһ бөйөк,
Аллаһ ҡына гонаһһыҙ.
(“Башҡаларға ғәйеп өйөп...”).