RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Халҡым, һинең бөйөк рухың менән Мин дә ғәййәр, мин дә юғары”

18.04.2017 “Халҡым, һинең бөйөк рухың менән Мин дә ғәййәр, мин дә юғары”

“Халҡым, һинең бөйөк рухың менән Мин дә ғәййәр, мин дә юғары”Арҙаҡлы шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүргә быйыл ғинуар айында 80 йәш тулды. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ошо көндәрҙә генә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы донъяға сыҡты. Был баҫмаға төрлө жанрҙағы поэтик әҫәрҙәр – шиғырҙар, йырҙар, шиғри хикәйәттәр, ҡиссалар, поэмалар, “Ынйы бөртөктәре” тигән исем аҫтында шағирҙың афористик ижад өлгөләре туплан­ған. Ҙур зауыҡ менән нәшер ителгән китапты ҡулға алғандан һуң күренекле әҙип һәм ғалимдың “Һайланма әҫәрҙәр”енең яңы томдары ла, оҙаҡҡа һуҙылмайынса, киләһе йылдарҙа баҫылып сыҡһын ине, тигән теләк белдерге килә.
Рәшит Шәкүр, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ең һыҙғанып, емешле эшләгән яҙыу­сыларыбыҙҙың береһе. Нәҡ бына 80 йәшен ул “Йөрәктәге яҙмалар” тип аталған ҙур күләмле хәтирәләре менән ҡаршыланы. “Ағиҙел” журналында баҫылған был фәһемле яҙмаларҙы бик күптәр ҡыҙыҡһынып уҡыны.
Уҡыусыларыбыҙҙы Рәшит Шәкүрҙең ижады менән таныштырыу ниәтендә уның яңы китабына индерелгән бер шәлкем шиғыр тәҡдим итәбеҙ.

Мин белгәндә

Мин белгәндә донъя иркен ине,
Шундай бейек ине һауалар,
Һөйөп, наҙлап, күкрәгенә ҡыҫып,
Күтәреп үк алды далалар.

Шуҡ ҡына бер ҡолонсаҡтай инем
Мин бала саҡ тигән илдәрҙә,
Мине ҡыуып тота алмаҫ ине
Сәхрәләрҙә иҫкән елдәр ҙә.

Мин белгәндә донъя гүзәл ине,
Йәп-йәш ине апай-ағайҙар
(Алыҫ-алыҫтарҙан улар бөгөн
Шат йылмайып миңә ҡарайҙар).

Әсәйҙең мин кинйә улы инем
(Кинйәләр бит була иркәрәк).
Ә шулай ҙа яҙмыш тигән уҙмыш
Алып китте ситкә иртәрәк.

Мин белгәндә тыуған ауылымдың
Теүәл ине әле йорттары.
Теҙелешеп ултырырҙар ине
Утыҙ-ҡырҡлап ҡына йорт бары.

Ауылдарҙы бөтөрөргә тигән
Сыҡмағайны әле сәйәсәт.
Шишмәләрҙе ҡороторға тигән
Ҡупмағайны әле ғәрәсәт.

Мин белгәндә донъя барыбер ҙә
Булғандыр ул, ах(ы)ры, яҡтыраҡ.
Бисмиллалы өйҙә бисмилла тип
Бешерелгән аштар – татлыраҡ.

Мин ана шул үткән замандарҙан
Килер көнгә юлдар ярыусы.
Тарих тәгәрмәсен бар көсөмә
Әйләндереп, алға барыусы.


Йөрәк теле
Эсемдәге тағы тышҡа сыҡты,
Ярһыу аттай йөрәк талпына.
Тыя алмай хисте, тойғоларҙы,
Ут эсендә ҡалдым, ялҡында.

Ә бит күршем бына, күреп торам,
Тота белә үҙен, ул түҙем.
Мин һөйләйем йөрәк теле менән,
Ә ул үлсәп әйтә һәр һүҙен.

Ә мин аҙаҡ күпме ғазапланам,
Үкенәмен, әммә һуң була.
Йөрәк теле менән һөйләйем тип,
Төп башына мин бит ултырам.

Йөрәк теле һәйбәттер ҙә, бәлки,
Һәйбәттер ул әммә шиғырҙа,
Сөнки әсе тормош ҡанундары
Мин белмәгән телдә яҙылған.

Әүлиәләр иле
Башҡортостан – әүлиәләр иле,
Аҫыл заттар иле, нур иле,
Мәңгелектән килеп, мәңгелеккә
Олғашыусы моңло йыр иле.

Был ерҙәргә тәүләп аяҡ баҫҡан
Йәнбирҙе лә менән Йәнбикә.
Ғүмер иткән улар, донъя көткән
Һунарҙарға йөрөп кейеккә.

Заманалар башланалыр бында
Тәүтормоштан, алыҫ тәү мәлдән,
Йәнбирҙе лә менән Йәнбикәнән,
Урал батыр менән Шүлгәндән.

Ошо ерҙе изге Урал батыр
Беҙгә төйәк итеп ҡалдырған,
Йәншишмәнең тере һыуын
бөркөп,
Ырыҫ ямғырҙары яуҙырған.

Бында тыуған беҙҙең тәү динебеҙ,
Рухыбыҙға терәк – Тәңребеҙ.
Бында тыуған беҙҙең тәү телебеҙ,
Телебеҙҙә – яҡты көнөбөҙ.

Башҡорт тигәнебеҙ –
баш ҡәүем ул,
Тәүге ҡәүем Урал илендә
( Баш ҡәүем тип исем алған халыҡ
Берәү генә донъя йөҙөндә!).

Баш ҡәүемдән бөтөн дүрт тарафҡа
Тармаҡ-тармаҡ ырыу таралған.
Алыҫ-алыҫтарҙа, сит яҡтарҙа
Тағы әллә күпме ҡәүем яралған.

Бәғзеләре иһә кире ҡайтҡан,
Тәүге төйәккәйҙәрен һағынып.
Ҡоштар ҡайтан кеүек йылы яҡтан,
Ҡанаттарын ҡағып, талдырып.

Тәүтөйәктә шулай үҫә биргән
Баш ҡәүемдең нәҫел ағасы,
Урал атабыҙҙан түл, ҡот алып,
Мең йыллыҡтар менән ярашып.

Кемдәр генә бында килмәгән дә
Кемдәр генә бынан китмәгән.
Оло аҡыл эйәләре, юҡ-юҡ,
Береһен дә ситкә типмәгән.

Урал-Урал, тиеп, гөрләп торған
Бал ҡортондай бер ҡор, күс булып,
Баш ҡәүемдең тирәһендә улар
Ойошҡандар дәррәү көс булып.

Күңелдәре тулы иман менән
Төҙөгәндәр бында баш йортто.
Ғәҙеллектең һаҡсылары тиеп
Танығандар борон башҡортто.

Хоҙай Тәғәләбеҙ Уралҡайҙы
Һөйөү нуры менән һуғарған,
Илһам алған халҡым, көс-кәр
алған
Тауҙан, таштан, ерҙән, һыуҙарҙан.

Бөйөк һөйөү хисе башҡортомда
Серле бер талисман, ҡот булған.
Илем тиеп янған йөрәктәрҙә
Мәңге һүнмәй торған ут булған.

Быуаттарҙан быуаттарға шулай
Күтәрелгән башҡорт балаһы.
Меңәр саҡрым ерҙе иңләп-
буйлап,
Йәйрәп ятҡан башҡорт далаһы.

Урал батыр рухын һаҡлап торор
Аҡылдары булған был илдең.
Халҡын яҡлап йәнен фиҙа ҡылыр
Батырҙары булған был илдең.

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тиеп,
Бер кемде лә барып баҫмаған.
Кеше хаҡы үҙ хаҡымдай, тиеп,
Сит ерҙәргә яуҙар асмаған.
Әммә тыуған тупраҡ башҡорт өсөн
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғүмергә.
Иң ҡәҙерле, иң мөҡәддәс тойғо –
Тыуған ил һәм тыуған ер генә.

Уралҡайҙың ҡыйғыр бөркөтө һин,
Бәхет ҡошом – Башҡортостаным!
Күрһен әйҙә донъя сал бөркөттөң
Бейектәрҙән бейек осҡанын!

Башҡортостан – яҡты таңдар иле,
Дуҫ халыҡтар иле, йыр иле.
Рухыбыҙҙың алтын терәге һин,
Илаһиәт иле, моң иле.

Ирәмәл артыштары
Тыуған ерем, һинең ҙур бүләгең –
Артыш суғы бына ҡулымда.
Артыш ҡыуаҡтары йәйрәп ята
Ирәмәлкәй тауҙың буйында.

Артыш үҫкән ерҙәр... Ә бейектә –
Шыр яланғас тауҙың битләүе.
Унда хатта төньяҡ һылыуҙары –
Шыршылар ҙа барып етмәйҙер.

Артыш емештәре өлгөргән мәл –
Ҡарап тороуҙары тамаша.
Артыштарҙы аша үткән саҡта,
Йәшеллеккә күҙҙәр ҡамаша.

Был матурлыҡ ҡына түгел ерҙә,
Бында бөйөк йәшәү ҡануны.
Таш егенә сат йәбешкән ана
Артыш ағасының тамыры.

Сат йәбешкән бүтән бер ағас та
Тамыр йәйә алмаҫ киңлектә.
Ағас ҡынамы һуң, унда әле
Аяҡ баҫмай бәғзе кейек тә.

Ә тәбиғәт һынай бейеклектә
Һалҡындары, еле менән дә.
Унда бары тиңһеҙ йәшәү көсө
Ҡаршы тора ыҙғыр елдәргә.

Иң мөҡәддәс маҡтау һүҙем бөгөн –
Мәңге йәшел артыш хаҡында.
Меңәр йыллыҡ бөйөк йәшәү көсөн
Бирсе, Хоҙай, бирсе халҡыма!

Салауаттар әйтәм Салауатҡа

Салауатым, һин мәңгелек,
һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап тора
һинең йәнең.
Салауат ул – хыял уты,
милләт ҡото,
Мәңге йәшә, Салауатлы
милләт йорто!
Салауат ул –
азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың
ҡоралылыр,
Хикмәт барҙыр
Салауаттың ҡылысында.
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын
осонда.
Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ
бергә-бергә
Илебеҙгә, еребеҙгә!
Эй, ғүмерҙәр...

Бер йылды Мәләүез ра­йонының Түбәнге Таш ауылына барып сыҡтым. Урам буйлап үтеп барһам, бер йорттоң ҡапҡаһынан өс-дүрт ҡыҙ бала килеп сыҡты ла, мине күреп, артымдан: “Бабай-бабай, арты ҡа­лай!” – тип ҡат-ҡат сәрелдәп ҡысҡырып ҡалды. Башына аҡ эшләпә, өҫтөнә аҡһыл плащ кейгән кеше бабай була, тип уйланылармы икән? Ә миңә ул ваҡытта ни бары утыҙ йәш ине...

Ҡасан ғына әле малай инем,
Был ни хикмәт – инде бабай мин,
Таш ауылы, хәҙер ысынлап та –
Йә, күр әйҙә, арты ҡалай мин.

Үрләй-үрләй, килеп баҫтым бына
Етмеш ете йәштең үренә.
Был үрҙәрҙән ғүмер асылдары
Асығыраҡ тағы күренә.

Таш ауылы шаяндары, һеҙгә
Остоҡтай ҙа үпкәм юҡ бөгөн.
Айҙар, йылдар буйы алға барам,
Иңдәремә һалып ил йөгөн.

Тормош даръяларын кискән саҡта
Урау-урау булды юлдарым,
Юлдар урау булһа булды, әммә
Тура булды, тура уйҙарым.

Мәжүсиҙәр кеүек, мин бары тик
Ҡояш яҡтыһына табындым.
Эй, кешеләр, һеҙҙе һөйөүемдән
Йөрәгемдә ялҡын ҡабынды.

Ялҡындарҙы дөрләп яндырҙым да
Ижад майҙанына уҡталдым,
Һәр шиғырым, һәр бер һүҙем
менән
Халҡым күңеленә ҡот һалдым.

...Шаян ҡыҙҙар, һылыуҡайҙар,
һеҙгә
Йылдар аша сәләм күндерәм,
Һүҙҙәрегеҙ раҫ килде бит, тиеп,
Үҙегеҙгә рәхмәт белдерәм.
Хәҙер бына ысын-ысынында
Арты ялтыр ҡалай бабай мин,
Кәре ҡайтҡан ҡарт бер
арыҫландай,
Үҙем ҡыйыу, үҙем абай мин.

Юлдарыма бағам, юлдарыма –
Алда әле ғүмер бар һымаҡ.
Ҡарт кешегә яҡты был донъяның
Һәр бер көнө – татлы бал һымаҡ.

Ғүмер миҙгелдәре
Көттөрмәне көҙөм, көттөрмәне,
Эй, миҙгелдәр, нисек үҙгәрҙе.
Иләҫләнеп иҫкә алам хәҙер
Йәшел яҙҙар, йәмле йәйҙәрҙе.

Оҙаҡлаһын берүк, ашыҡмаһын
Ғүмеркәйҙең алтын көҙҙәре...
Алтын көҙҙән күпте көткән инем,
Табырмын, тип, алтын һүҙҙәрҙе.

Тик шулай ҙа тәҙрәләргә тыштан
Ҡыш биҙәктәр һалып өлгөргән.
Белһәң ине, шул биҙәктәр менән
Ниҙәр әйткән, ниҙәр белдергән...

Биҙәктәрҙә – матурлығы ҡыштың,
Торғаны бер әкиәт донъяһы.
Ҡыш етһә лә, яҡты был донъялар,
Йөҙ йәшәп тә, йәшәп туйғыһыҙ.

Йәшел яҙҙан ап-аҡ ҡышҡа тиклем
Нәҡ дүрт миҙгел кеше ғүмере.
Иман нуры гел яҡтыртып торһон
Ғүмеремдең һәр бер миҙгелен!

* * *
Беҙ, шағирҙар, ысынында
мәжүсиҙәр,
Һауаларҙа, ерҙә, һыуҙа –
күпме серҙәр...
Беҙ – илаһи донъяларҙың
илселәре,
Шиғри һүҙҙең табиптары,
имселәре.

* * *
Кеше менән кеше аралары
Ҡылдан нәҙек, ептән нескәрәк.
Яҡын була кеше бер -беренә,
Яҡты уйҙар ятһа эстәрәк.

* * *
Көндәр менән төндәр алмаш
килә –
Хикмәттәре барҙыр бының да.
Көндөҙөн дә, ҡара төндәрҙә лә
Көн сыуағы булһын уйыңда.

* * *
Эй, Хоҙайым, мәңге рәхмәтлемен
Бар иткәнгә яҡты донъяға.
Һағынып көтөп алам һәр көнөмдө,
Көндәремдән ергә моң аға.

* * *
Бөйөк Хәйәм һымаҡ, мин дә күп
уйланым
Фанилығы тураһында ғүмерҙең.
Ярай әле уҙып барған
йылдарымда
Бер аҙ сәсеп, бер аҙ йыйып
өлгөрҙөм.


Мәңгелек ут
Мәңгелек ут дөрләп яна, яна –
Тәрән уйға сумып туҡталам.
Яҡтылыҡты ерҙә яҡлар өсөн
Йөрәгемә ялҡын, ут алам.

* * *
Карьерисҡа булды ни ҙә
булманы ни
Намыҫ, выждан тигән
төшөнсәләр.
Аҫыл заттар аҫта ҡала, илдә әгәр
Аҫылдарҙың ҡәҙерҙәрен
белмәһәләр.

* * *
Һин саф булыу менәнме ни,
Күршеләрең хас булһа.
Башым күккә тейер ине,
Күрше-күлән саф булһа.

* * *
Ысын кеше булып үткем килә
Миңә насип иткән юлдарҙы.
Халҡым, һинең бөйөк рухың менән
Мин дә бөйөк, мин дә юғары.

* * *
Фән ғалимға – зиннәтле йорт,
изге ҡорам,
Ғилем юлы – Ғаләмдәге серле
урам.
Сын ғалимға әмер килә юғарынан:
Таш яуһа ла, тайпылмаҫҡа тура
юлдан!

Башҡортостан
Башҡортостан – аҡ шоңҡарҙар
иле,
Аҡ толпарҙар иле – Уралым.
Илем, ерем, һиңә яҡты яҙмыш,
Яҡты юлдар ғына юрайым.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)