RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Улай-былай ғына кеше түгелмен!»

17.04.2017 «Улай-былай ғына кеше түгелмен!»

«Улай-былай ғына кеше түгелмен!»
Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйем Ғилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисоваға мартта 80 йәш тулды. Ул тәбиғәте менән йор һүҙле, шаян, телгә оҫта. Таҡмаҡ ҡоя башлаһа, туҡтай алмай. һигеҙенсе тиҫтәһен тултырһа ла, ауылда яңғыҙы йәшәй, кәртә тултырып мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Оло йәштәге әсәйемдең ҡыҙыҡтарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.


«Улай-былай ғына кеше түгелмен!»

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында әсәйемдең ике балаһы (беҙ бөтәбеҙ етәү) йәшәй – мин һәм Әҡсән ағайым. Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла, беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған, тип әйтте.
– Ә ни эшләп минеке тип уйлаһың? – тим, һуңғы арала уларға барғанымды хәтерләмәгәнгә.
– Бер остоҡ ҡына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә, – ти.
Сумочкам үҙемдә, етмәһә, ысынлап та, ағайҙарыма ингәнем дә юҡ. Ошо арала кемдәр килгәнен һорашһам, ағайым: «Әсәйҙе ҡалала алып йөрөгәйнем», – тине.
Ә-һә, тинем дә әсәйемә шылтырата башланым.
– Әсәй, сумочкаң өйҙәме, ҡара әле, – тим.
– Шуны һиңә әйтергә тора инем, үткәндә ағайыңдың машинаһында әйберҙәрем тороп ҡалған, килһәгеҙ уларға барып алырға онотма әле, – ти ул.
Мин көлә башланым. Нимә шарҡылдайһың, ҡыҙыҡ нәмә һөйләмәнем дә инде, тип әсәйем аптырай.
– Сумочкаңда нимәләрең бар ине? – тиһәм:
–Ҡатын-ҡыҙға кәрәкле бөтә нәмәм дә бар. Мин һиңә улай-былай ғына кешеме! – тимәһенме? Остоҡайҙың сумкаһын ала барғанда ағайым менән рәхәтләнеп көлдөк.

Әхирәтем көнләшкән

Әсәйемдең әлеге баяғы остоҡлоғон әхирәтем дә күргән дә иҫе киткән. Арҡайымда йәшәһә лә, улар беҙҙең ауылда бесән саба. Шулай, йомошо төшөп, беҙгә барған икән, тауҙан сейәнән йәйәү ҡайтҡан әсәйем аяҡтарын яҙып сәй эсеп ултырған. Уның аяғының, ҡулының тырнаҡтары ҡып-ҡыҙыл итеп буялған икән. Әхирәтем был хәлгә бер аҙ аптыраһа ла, үҙенә бер ни ҙә өндәшмәгән.
Кискеһен Флүрә Хәләф ҡыҙы беҙгә килеп инде лә, маникюр, педикюры менән маҡтана башланы. «Һинең һикһән йәшлек әсәйеңдең тырнаҡтары буяулы, миңә нимә ҡалған», – ти. Аҙаҡ ауылға барғанда һорашһам, ҡаланан ҡунаҡҡа килгән ейәнсәрем Гүзәлиә мин ял итеп ятҡанда маташа ине, шул буяп бөткән, ти әсәйем. Ә йәштәр унан ҡалышмайым тип тырышҡан. Насар түгел дә инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)