06.04.2017 «Атым минең – һынмаҫ рухлы затың!»
Ҡатындарҙың изге бурысы
Әллә ниҙәр вәғәҙә иттеләр ҙә,
Мендерҙеләр хатта Айға ла.
Тик артманы унан шатлығыбыҙ,
Кәмемәне һис тә ҡайғы ла.
Әллә ниҙәр көҫәнеләр кеүек,
Төшөрҙөләр диңгеҙ төбөнә.
Даръя нимә?
Ирҙең ҡарашында
Бөтә ғаләм үҙе күренә.
Беҙ донъяны хәҙер
көйләйбеҙ тип,
Тотторҙолар ҡулға кәйләне.
Өй усағы быҫҡып һүнгән саҡта,
Күнгән мөрйә барын һөйләне...
Түрәлектә микән ҡатын даны?
Ҡыҙҙар даны микән – юл саты?
Был быуат та гүзәллектән яҙып,
Ҡалыр микән беҙҙе оҙатып?
Тимер аттарҙа ла – сибәркәйҙәр,
Тауыштары айҡай ян-яҡты.
Бер ҡараһаң, ирҙәр Себер китә,
Бер ҡараһаң, улар айныҡҡан.
Илем ҡото ҡатын-ҡыҙҙар тиһәм,
Илем ҡорто кеүек яңғырай.
Ярай ауылдарҙа ғәмде юрап,
Аҡһаҡалдар ергә ҡот һорай,
Ағинәйҙәр нурлы таң юрай.
Ағып ҡына торған оҙон сәстәр,
Үргән толом ҡалды ҡырҡылып.
Ҡатын ҡотон һәр юғалтҡан минут
Йөҙөбөҙгә ятты һыр булып.
Беҙ үҙебеҙ ирҙәр кеүек тинек.
Әй, меҫкенлек!
Ялған мәртәбә!
Ир ҡеүәтен тапап үткән ҡатын
Ир буламы әллә иртәгә?
Әллә ниндәй ҙур-ҙур түрә – бисә,
Ил етәкләй хатта ҡатындар.
Ҡалтырана улар ҡарашынан
Быуаттарҙан килгән закондар.
Күрһәтегеҙ берәй ҡатын-ҡыҙҙы
Ирҙән уҙып алтын һүҙ әйткән?
Имеш, берәү ирен төҙәткәндә,
Сәпәкәйләп шайтан күҙәткән.
Бәндәбикәләрҙең зирәклеге
Шаҡығанда бөгөн асманды,
Бик ышанғым килә –
Милләтемдән
Ирҙе баҫыу хисе ҡасҡандыр!
Бик ышанғым килә Ерәнсәләй
Замандаштар әле бар саҡта,
Көл аҫтында ҡалған тарих тимәй,
Тоҡандырыр ҡатын усаҡты.
Киҫәнбикәләрҙең иман ҡото
Заман күҙҙәренә баҡҡанда,
Сабырлыҡ һәм тоғро ҡатын рухы
Терелгәндәй бөгөн ал ҡанда.
Уянғандай беҙҙә гүзәл заттың
Бала бағыу тигән бурысы.
Ниндәй яуҙар үткән?!
Ырыҫ өҫтәп,
Бала тапҡандар бит уҙышып.
Киҫәнбикә инәй васыятын
Ялҡын телдәрендә уҡыным.
Ҡатындарҙың иман ҡото
менән
Урап үтер милләт упҡынын.
Бәндәбикә инәй яҙған хаттар
Халыҡ хәтерендә һаҡлана.
Ир алдында ҡатын бурыстары
Хоҙай тарафынан яҡлана.
Ниндәй бәхет – ил ҡатыны
түгел,
Ир ҡатыны булып дан алыу!
Шулдыр Ерҙә әсә нурын сәсеү,
Хоҙай ҡоло булып танылыу.
“Байыҡ”тағы апайҙар
“Байыҡ”тағы ошо апайҙарҙың
Ҡайғылары юҡтыр, моғайын.
Хәсрәт ташһа,
Ирҙән иҙелһәләр,
Ултырырҙар ине моңайып...
...Тыпырлатып бейеп китә улар –
Ғорур һындар, һынсыл ҡараштар.
Мәлдең матурлығы, әйтерһең дә,
Мәңгелек моң менән ярашҡан.
Сабырлыҡтан сигеү сиктегеҙме?
Кейеҙ баҫтығыҙмы һағыштан?
Ниндәй кисерештәр ята икән
Балаҫтағы сағыу нағышта?
Мин бит тоям һеҙҙең хәлегеҙҙе,
Һәр бер хәрәкәтте, һәр ымды.
Тамашасыларҙа һеҙҙең ҡеүәт
Һүнмәҫ усаҡ булып тоҡанды.
Кемегеҙҙең күңеле бөтөн икән?
Аһ, кемегеҙ икән бер уйһыҙ?
Бейеүҙәге осош дарман өҫтәй,
Ҡалған мәлдәр барҙа таяуһыҙ...
Барыһы ла онотолдо ҡапыл:
Бейеү фәрештәһе арбаны.
Сәхнәләрҙә – ҡурай ҡеүәттәре!
Ҡеүәттәрҙә – Урал урманы.
Ауыр кәүҙәләрҙе еңел итеп,
Күбәләктәй осоп үттегеҙ.
Был быуатҡа еткән халҡыбыҙҙың,
Гүйә, ҡабат серен систегеҙ.
Тағы берҙе, зинһар, бейегеҙсе:
Тотош бер зал булып һорайым.
Хыялымда һеҙгә йырҙан – һөйөү,
Бейеүҙәрҙән бәхет юрайым.
“Байыҡ”тағы ошо апайҙарҙың
Бейеү баҫа микән хәсрәтен?
Өләсәйҙәр беҙгә бар һағышты
Моңда дауаларға өйрәтте.
Тыпыр ғына тыпыр ауаз килә,
Апайҙарым бейей сәхнәлә:
Инә бөркөт күк сөңгөлөн айҡай,
Гөлдәр бәүелгәндәй сәхрәлә.
Апайҙарым бейей!!!
Йән мәсете
Бер хәҙистә, иренә хөрмәт күрһәткәне өсөн ҡатынына көн дә бер мәсет һалына, тиелгән...
Ирҙәренә хөрмәт күрһәткәндәр
Хозур мәсет менән ҙурланһа,
Улар өсөн ожмах түрҙәрендә
Иң-иң моңло йырҙар йырланһа,
Донъя иман менән тулыр ине,
Ырыҫ артыр ине халыҡта.
Беҙме ошо бәрәкәтте көткән?
Ошо ҡеүәттәргә атлыҡҡан?
Ә мин беләм, ундай
ҡатындар бар,
Күреп үҫтем сабыр заттарҙы.
Тик ниңә һуң, өҙәремдәгеләй,
Ошо хәҙис йәнем аҡтарҙы...
Минме иргә хөрмәт
күрһәтмәгән?
Минме танымаған ир һүҙен?
Тик ниңә һуң янъял ҡуптарҙы ла,
Намыҫ әйтә кеүек: “Бир түҙем!”
...Йәнем һалған күпме
мәсеттәрҙе
Үҙ ҡулдарым менән емерҙем.
Булды мәлдәр: тыуыр бәләләргә
Тәкәббәрлек менән йүгерҙем.
Йәшлек нәфселәре ташҡан
саҡта,
Баш тартҡандай, гүйә, бәхеттән,
Ул бит ул мин самаһыҙлыҡ менән
Илһам фәрештәһен өркөткән.
Сихри ҡабырғанан яралғанды
Кем аңлаған инде, кем белгән?
Ул мин бит ул ирҙең мәртәбәһен
Аңлауынан йәшкә төйөлгән...
Бармы икән минең мәсеттәрем?
Ҡалды микән минән бер ҡорам?
Хаталарым юлын доға менән,
Күҙ йәштәрем менән һуғарам.
Доғаларым менән
нағышлармын,
Күҙ йәштәрем менән йыуырмын.
Ҡабул ҡылһа әгәр Күктәр иле,
Һомай ҡоштай ҡабат тыуырмын.
Йөрәгемдә булһын йән мәсете,
Берәү булһын, әммә минеке.
Фәрештәләр ҡанат ҡаҡҡан
мәлдә,
Ризалығың булһын – Һинеке.
Киҫәнбикәгә һәйкәл
Киҫәнбикә Байрасова инәйҙең яҡты рухына
Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур
булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.
Эйгәндә лә бында башығыҙҙы,
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге
төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!
Ҡырағай ҙа урман эсе түгел,
Эҫ-ҫе түгел ҡояш нурынан.
Киҫәнбикә инәй янған утта,
Гүйә, бөгөн мин дә ҡурылам.
Фажиғәне күргән ил улдары
Ҡәһәрләне микән яҙ айын?
Мин быларҙы йәлләтеүҙән түгел,
Әйтеү итеп һеҙгә яҙайым.
...Таш быуаттар заманы ла түгел,
Бына ғына тора ул дәүер.
Тере тәнгә тере генә утты
Тоҡандыра бер ир-әзмәүер.
Ялҡын теле сүрәләрҙе һөйләй,
Ут телдәре ятлай доғалар.
Майҙандағы хатта таш йорттар ҙа
Күҙ йәштәре аша бағалар.
Зарға тулды микән ҡурай моңо?
Ишелдеме икән ташйылға?
Киҫәнбәкә инәй ауаздары
Ҡаяларға, гүйә, уйылған.
Тамуҡ кеҫәүенә әйләнмәҫ тип
Кем әйтәлер усаҡ яҡҡанды.
Беҙ күрмәнек, әммә Урал ере
Хәтерләйҙер утлы ул таңды.
Ер аһ итте микән ул саҡтарҙа?
Һыҡтап ҡуйҙы микән был таштар?
Хәтер тергеҙеүҙәр хәтәр икән:
Ил һыҡрауы түгел ҡарғыштан.
Хәйер һорашҡандай, һорамаған
Кисерегеҙ тиеп йәнемде.
Аллаһ юлдарынан барғандарға
Күктәр үҙе һайлай бизмәнде.
Үтенмәгән, хатта ялбармаған –
Юҡ, бер түгел, хатта өс тапҡыр
Тәре гүрҙәренән ҡасып киткән,
Ә юлдары түгел һис таҡыр.
Зирәк зиһендәре менән
“Аллаһ!” тиеп
Ҡабул иткән утлы яҙмышты.
Киҫәнбикә инәй инанысы
Милләт һиммәтлеген яҙышты.
Зекер әйтеп елән тәңкәләре
Һибелгәндә көлдәр өҫтөнә,
Катерина түгел исемем тип,
Ышанған ул иман ҡеүәтенә,
Киҫәнбикә атлы көсөнә.
Киҫәнбикә инәй иҫән кеүек,
Илдә тере уның иманы.
Уны ялмап алған ялҡын, гүйә,
Күңелдәрҙе бөгөн ялманы:
Иманым тип берәү йән биргәндә,
Милләтем тип берәү ауғанда,
Фәрештәләр доға ҡыла, беләм,
Нимә ҡыла икән ҡалғандар?
Рухи һәйкәл бит ул иманлыға
Киҫәнбикә инәй ғәмәле.
Ялҡын булып быуаттарға балҡый
Нурлы йөрәгенең әләме.
Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур
булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.
Эйгәндә лә бында башығыҙҙы,
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге
төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!
Һәр бер башҡорт бөгөн шуны
белһен,
Һәр бер башҡорт шуны ятлаһын:
Катеринбург түгел был ҡала,
Башҡорт уны
Киҫәнбикә тиеп атаһын!
Йылҡы ханлығы
Әсәй, ниңә беҙҙең ат юҡ ул?!
(Бала сағымдан).
Яҡты һауа.
Офоҡтарға тиклем
Барыһы ла асыҡ күренә.
Түбән аҡҡан юртаҡ йылғалар ҙа
Сабып менә мәркәз үренә.
Бөркөт оса.
Йылҡы ханлығының
Барлап сыға уба, тауҙарын.
Һәр бер атамаға тарих үҙе
Ваҡиғаны киткән ауҙарып.
Китап уҡығандай ер йөҙөнән
Уҡығанда ҡәүем яҙмаһын,
Алтын кеүек, төпкөлдәрҙә ята
Асылмаған биттәр ҡаҙнаһы.
Был тупраҡта барса
мәғлүмәт бар,
Ҡолаҡ яра тояҡ тауышы:
– Ер шарынан ҡайҙа һелтәгәндәр
Меңәрләгән өйөр яҙмышын?!
Ат кешнәүе әллә юҡҡа ғына
Һиҫкәндерә микән зиһенде?
Эҙләп сыҡһаң, табырһыңмы икән
Сал тарихта ҡалған тибенде?
Беҙ һаман да шул уҡ
күсмәндәр ул,
Беҙ һаман да шулай мал йәнле –
Бөгөн күсмән аты йүгәнһеҙме?
Күсмәндәрҙең
Аты –
Йүгәнле!
Лотфуллиндың киндер
байрамдары
Һинән илһам алған, сал ханлыҡ.
Ҡан туғандай беҙгә
тупраҡ – ғәзиз,
Эске аңда атҡа туғанлыҡ.
Асылыкүлдең төптәренә китеп
Бөттө микән әллә был аттар?
Тауыш бирегеҙсе,
Йылҡыларым!
Йәш айғырҙар,
Йүгерек юртаҡтар!
Ихтилалдар, яуҙар үткәндә лә
Күсмә тормош һеҙҙе һаҡлаған.
Теле булһа хикмәт һөйләр ине
Дала майҙанында сал ҡылған.
Теле булғанға бит, ана, ҡурай
Толпарҙарын юллап, моң түгә.
Аҡбуҙаттың тоҡомдары ҡайтһын,
Өйөрҙәрҙә яҙмыш берегә!
Ватан һуғышына киткән Керчь та
Нарыҫтауҙың һыуын уртлаған.
Уның ҡайтыу хөрмәтенә иле
Байрам ҡорған,
Аҫҡан йөҙ ҡаҙан!
Йылҡы ҡото, даға тауыштары –
Доғаһылыр күсмән халыҡтың.
Аты алып сығыр тигәндәр бит,
Ышанысты төбәп, юл юҡта.
Турһыҡтағы ҡымыҙ тәмдәрендә
Боронғолоҡ таты һаҡлана.
Сабып үтәйекме Аҙауғаса,
Сабып үтәйекме Тубылғаса?
Ҡаршы алһын Себер тоҡомдары,
Ҡаршы алһын бауыр – Астана.
Һауаларҙы ярып аттар кешнәй:
Кем өйөрө килә был яҡҡа?
Ерҙе ярып даға эҙе ҡала,
Ҡолонҡайҙар ҡырҙа уйнаҡлай.
Атым ҡайта!
Һаумы, ғәзиз тоҡом!
Иҫәнгенәһеңме, сабыр зат?!
Бер мөҡәддәс йәшәү дәрте
һиндә,
Йөрәктәрҙе имләр Аҡбуҙат!
Һауаларҙы ярып сал тарихтан
Башҡорт өйөрҙәре ҡуҙғала.
Алғыштары менән Урал ҙурлай,
Әйтә кеүек Ере:
– Уҙ, бала!
Үҙ еренә ҡайта йылҡы малы,
Милләтенә ҡайта ат ҡото.
Тамырыма бәйләй, аң ҡуҙғатып
Бала саҡтан аттар яратыу.
Тояҡ тауышынан мин тереләм,
Ҡымыҙ еҫтәренән һауығам.
Аҡбуҙатым менән бергә булһын
Илгә бағышланған һәр доғам.
Атым минең – һынмаҫ
рухлы затың!
Ысынбарлыҡ, түгел һис хыял.
Һауаларҙы ярып аттар кешнәй:
Алтын ғына тояҡ, көмөш ял!