02.04.2017 Атай, һаумы
Беҙҙең ауылда булған хәл. Бер егет ҡаланан ҡайтып төшкән дә, өйөнә ҡайтҡас тәүҙә һарайға кергән. Шунан өйгә ингән дә: "Әсәй, атайым берәй нәмәгә үпкәләнеме әллә?" тип һорай ти. "Ниңә?", - тигән әсәһе. "haрайға индем дә," Атай, һаумы!" тиһәм боролоп та ҡарамай, туңҡайып алған да, арты менән тик тора. Алдына сығып һорашайып тиһәм боролоп тора, аптырап инеп киттем", тигән. Әсәһе һене ҡатып көлә башлаған. Көндәр һыуыҡ торас иҫке фуфайкаларын башмаҡтарына кейҙереп ҡуйған булғандар.