RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙары

18.03.2017 Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙары

Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙарыФәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбаева) Ишембай райо­нының Исәкәй ауылында тыуып үҫкән. Ғафури уҙаманы Әнүәр менән сәстәрен сәскә бәйләп, бына инде 42 йыл Родина ауылында йәшәйҙәр. Рухлы, әүҙем ҡатын райондың сәсәндәр мәктәбен, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Биш китап авторы, төрлө бәйгеләр еңеүсеһе. Бәхетле әсәй һәм өләсәй.

Ҡатнаш никах
Туй бара, туй! Гөрләп тора
Ҡатнаш никах туйҙары!
Мине генә әллә ҡайҙа
Алып китә уйҙарым.
Ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙар
Ҡайһылай аралашыр?
Ниндәй телдә һөйләшерҙәр?
Ниндәй йырҙы йырлашыр?
Бына балалар тыуырҙар,
Исемен дә бирерҙәр,
Ҡайһы милләт өҫтөнлөгөн
Күтәрер ул исемдәр?
Балалар үҫә барырҙар,
Һорау ҙа шунда ҡалҡыр:
Ҡайһы яҡты яҡын итеп,
Кем милләтендә ҡалыр?
Бер башҡортомдо юғалттым
Ошо уйҙар эсендә,
Ә әлегә туйҙар бара
Ҡыҙғандан-ҡыҙған хәлдә.
Их, ошо ҡатнаш никахтар
Ҡурҡыта йөрәгемде.
Йәштәр, уйланһағыҙ ине,
Тыңлап әйтер һүҙемде!

Ни мәғәнә?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,
Балаларың башҡорт булмағас?
Өй эсендә балаларың һине
Рус телендә генә аңлағас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡта,
Тырышлығың бер ҙә һалмағас?
Шәжәрәңдә башҡорт телен,
рухын
Дауам итер кешең ҡалмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,
Халҡым, телем, тиеп янмағас?
Күңелеңде, барлыҡ булмышыңды
Рухи битарафлыҡ ялмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,
Балаң башҡорт булып тыумағас?
Башҡортлоҡто үҙ аҡылың менән
Ҡатнаш никахтарҙа юғалтҡас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡтан,
Һөрән һалыу менән:
"Башҡорт"– тип?
Башҡортлоҡто башла ғаиләңдән:
Үҙ балаңа телде өйрәт һин!

Ишеттеңме минең йырлағанды?
Ишеттеңме минең йырлағанды
Үҙ һүҙемә, үҙем көйөмә?
Ул йыр ине, йәнем, һинең хаҡта,
Бергенәм һин Ерҙең йөҙөндә.
Ишеттеңме минең йырлағанды?
Был йыр ине һинең турала.
Һөйгән йөрәктәрҙе тоташтырып,
Йыр тирбәлде беҙҙең арала.
Ишеттеңме минең йырлағанды?
Ай көнләште минең йырымдан.
Өлөшөмә төшкән көмөшөмдө
Төшөрмәмен һис тә ҡулымдан.

Рәхмәтлемен
Рәхмәтлемен яҙмышыма
Һине миңә яҙған өсөн.
Һинең менән бергә үткән
Көндәр, йылдар, айҙар өсөн!
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Бәхетемде биргән өсөн,
Урталағы бәхет менән
Етәкләшеп килгән өсөн!
Рәхмәтлемен һөйгәнемә
Шатлыҡ бүләк иткән өсөн,
Минең йәшәгән донъямды
Сағыу төҫкә төргән өсөн!
Рәхмәтлемен тормошома
Яндарымда һин булғанға,
Сылтыр тәңкә сыңы булып
Күңелем йырлап торғанға!

Әгәр булһам
Йылға буйҙарында һайрар инем,
Әгәр булһам моңло һандуғас.
Тыңлар ине оло һөйөүемде
Йылға ярындағы һәр ағас.
Сылтыр тауыш менән ағыр инем,
Әгәр була алһам бер шишмә.
Һинең устарыңа тулыр инем,
Һыуһын ҡандырырға бер эсһәң.
Иҫ китмәле сәскә атыр инем,
Әгәр булһа инем еҫле гөл,
Матур төҫтәр, хуш еҫтәр менән
Тормошоңдо биҙәр инем гел.
Һөйөп кенә һыйпап үтер инем,
Әгәр иҫһәм йылы ел булып.
Үҫер инем һинең күңелеңдә
Бер ғәжәйеп матур гөл булып.

Көҙгө
Ир балаға – атай көҙгө,
Ҡыҙ балаға – әсәй көҙгө.
Матур итеп күрһәтәйек,
Ҡыҙармаһын бала йөҙө!
Үҫә бит беҙҙең балалар
Ошо көҙгөләргә ҡарап,
Тапланмаһын, бысранмаһын,
Көҙгөләр торһон ялтырап!
Атай көҙгө – ир балаға,
Әсәй көҙгө – ҡыҙ балаға,
Ғүмер буйы көҙгөләргә
Ҡарарға бит балаларға!

Мөмкин булһа
Мөмкин булһа әгәр, барығыҙға
Бүләк итер инем шатлыҡты.
Мөмкин булһа, барлыҡ
дуҫтарыма
Алып бирер инем һаулыҡты!
Мөмкин булһа, барса күңелдәргә
Сәсеп сығыр инем иманды,
Әҙәйерҙәр ине насарлыҡтар,
Айырһалар яҡшы-яманды!
Мөмкин булһа әгәр, һәр кешегә
Өләшер ҙә инем бәхетте,
Ҡулдарына тотҡан бәхет менән
Булыр ине һәр кем бәхетле!
Мөмкин түгел шулай таратырға
Иман, шатлыҡ, бәхет, һаулыҡты.
Ысын күңелемдән теләп ҡалам,
Раббым бирһен ошо байлыҡты!

Башҡорт ҡурайы
Ябай ғына ошо үҫентенең
Моңдарына хайран ҡалырлыҡ!
Башҡорт ҡурайынан сыҡҡан
көйҙө
Бер моң да юҡ уҙа алырлыҡ!
Ҡурай һәр саҡ юлдаш
башҡортома,
Яуҙа көстәр өҫтәп торған ул!
Париж урамдарын данға сорнап,
Дошмандарҙы бергә ҡырған ул!
Уралынан ҡурай өҙөп алып,
Көпшә эстәренә тын өргән.
Башҡорт тигән халыҡ бар донъяға
Ҡурай моңо тигән моң биргән!
Ҡурай бит ул башҡорт өсөн –
изге!
Ҡурай башҡортлоҡтоң билгеһе!
Ер шарын ураһын ҡурай моңо!
Ҡурай – яҡшылыҡтың өлгөһө!

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБАЕВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)