RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙары

15.03.2017 Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙары

Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙарыМиңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә 34 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эшләй. “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән.
Дәүләкән – дуҫлыҡ бишеге
Минең яҙмыш һинең менән
Бәйләнгән.
Килен булып төшкән ерем,
Дәүләкән.
Ошо ерҙә тыуып үҫте
Улдарым.
Һиҙелмәйсә уҙҙы тиҫтә
Йылдарым.
Һине үҙ төйәге иткән,
Береккән
Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш
Электән.
Ишле ғаиләңә тағы иш
Булып,
Нисә төрлө халыҡ киткән
Ҡушылып.
Өс тиҫтәгә яҡын милләт
Балаһы
Бөгөн, гүйә, күҙҙәреңдең
Ҡараһы.
Һәр береһе үҙ телендә
Һөйләшә.
“Дәүләкән – тыуған ерем”, – тип
Өндәшә.
Әсәй булып һәр балаңды
Һөйәһең.
Атайҙарса ла тәрбиә
Бирәһең.
Бындай ҡунаҡсыл ер тағы
Бар микән?!
Дуҫлыҡ, татыулыҡ бишеге –
Дәүләкән!

Атай аманаты
Һәүетемсә, ябай тәрбиәне
Атай менән әсәй өләште.
Бары менән байрам итеп үҫтек,
Зарланмайса алдыҡ өлөштө.
Кеше алдарына үрелмәнек,
Ҡул һуҙманыҡ, алдыҡ яҙғанын.
Ҡыҙылдары күҙҙе ҡыҙҙырһа ла,
Риза булдыҡ йәшел алмаға.
Әйтә ине атай: “Балаларым,
Булығыҙ һеҙ йомарт, ҡунаҡсыл.
Йәндәй күргән яҡынығыҙ итеп
Ҡаршылағыҙ һәр бер ҡунаҡты.
Алма бешһә, башын түбән эйә,
Ҡабармағыҙ, эре булмағыҙ.
Тулығыҙ һеҙ наҙға, изгелеккә,
Нәфрәттәргә генә тулмағыҙ!”
Килде бөгөн хәтәр заманалар,
Уҫалланды әҙәм балаһы.
Бөтә мөхит ҡапыл үҙгәргәндә,
Үҙгәрмәйсә нисек ҡалаһы?
Тик шулай ҙа улдарыма әйтәм:
“Үҙгәрмәгеҙ, ябай ҡалығыҙ.
Тупһағыҙға баҫҡан һәр ҡунаҡты
Ҡолас йәйеп ҡаршы алығыҙ!”.

* * *
Кинйәмә кәләш һорарға
Барабыҙ бөгөн.
Керпек ҡаҡмайынса үтте
Ҡараңғы төнөм.
Әле кеүек үҙебеҙҙең
Өйләнешкән саҡ.
Кейәү егет, кәләш булып,
Яратышҡан саҡ.
Күңелдәр ҙә, йөрәктәр ҙә
Йәп-йәш көйөнсә.
«Өйләнәм!» – тип кинйә улым
Ала һөйөнсө.
Яңы баҫҡысын тормоштоң
Башлайбыҙ бөгөн,
Тупһабыҙға бисмиллалап
Төшөрөп килен.

Яҙмыш – юртаҡ
Күңелемдең иң түрендә
Һинең исем.
Күҙ алдымда буй-һындарың,
Яҡын кешем.
Ҡулдарымда йылылығы
Һинең устың.
Йәнем-тәнем өшөгәндә
Ҡыҫып ҡостоң.
Ҡолағыма ишетелә
Сағыу тауыш.
Икебеҙҙеке шатлыҡтар,
Уртаҡ һағыш.
Ике йөрәк бергә тибә,
Ғүмер уртаҡ.
Киләсәккә табан саба
Яҙмыш – юртаҡ.

Мөхәббәтле өй
Йөрәгемдә һәр саҡ
“Һөйәм!” – тигән һүҙең.
Мөхәббәтең көслө,
Мине күккә сөйҙөң.
Ярыша-ярыша үҫә
Улдарыбыҙ беҙҙең.
Ҡото уйнап тора
Мөхәббәтле өйҙөң.

Асылыкүлдә
Асылыҡай буйы ҡамышлыҡ,
Төйәк иткән уны күп ҡоштар.
Тулҡындары ярһып ярға ҡаға,
Ағастары тора алҡышлап.
Аяҙ төндә алтын тараҡ һымаҡ
Ай ялтырай тын күл өҫтөндә.
Таң атҡанда ҡояш йым-йым итә,
Аллы-гөллө йәйғор төҫөндә.
Матур тәбиғәте – бер мөғжизә,
Һауаһы саф – иркен һулышым.
Яр буйында шишмә сиртеп сыға,
Күҙ йәшеләй булып тулышып.
Шундай гүзәл ерҙә баҫып торам
Хәтер-хыялдарҙан уйылып.
Асылыкүлдән етәкләшеп икәү
Алдарыма килеп сығыр кеүек
Заятүләк менән Һыуһылыу.

* * *
Яҡты хыял, алһыу киләсәгем
Йылы сәңгелдәктә бәүелә.
Көй көйләйем, йоҡлаһындар әле,
Моңло йырҙарыма әүрәп.
Киләсәгем – гонаһһыҙ
бер сабый,
Яҙмышҡайы әле билдәһеҙ.
Гөр-гөр күгәрсендәй гөрләй
бирә,
Йыһан киңлегендә тирбәлеп.

Тыуған яҡҡа ҡайтып торайыҡ
Асфальт юлдан тыуған яҡҡа табан
Елә генә беҙҙең машина.
Атай кеүек киң ҡосағын асып,
Сал тауҙарым сыға ҡаршыма.
Асыҡ тәҙрә аша наҙлы еле
Һыйпап, наҙлап ала сәсемдән.
Ҡояш нурҙарында йылмайыуын
Күргән кеүек булам әсәмдең.
Тыуған еркәйемдән үткән саҡта
Машинаңды ҡыума, хәләлем,
Танһыҡ миңә бында бөтә нәмә
Ерҙән башлап күккә ҡәҙәрем.
Тыуған төйәгемдең тәбиғәте
Танһыҡ болоҡһоған күңелгә.
Зар-интизар инем осрашыуға,
Мохтаж инем тик бер күрергә.
Ауырыуҙан дауа табып була,
Һағыныуға ғына дауа юҡ.
Сит ерҙәрҙә ерекһә лә яҙмыш,
Тыуған яҡҡа ҡайтып торайыҡ.
Ашыҡтырма, йәнем, машинаңды,
Яйлат инде ҡорос атыңды.
Һиҙәһеңдер күңелем иңрәгәнде,
Күҙҙән әсе йәшем атылды...
Ҡыума, йәнем, яйлат машинаңды.

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)