27.02.2017 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)
Эш-хеҙмәт менән дуҫлыҡтан
Ҡәҙерлерәк ни бар тағы?
(“Бөгөн йөрәк бушҡа типте...”).
* * *
Ә кем шөрләй көрәштәрҙән,
Бәхеткә ул яҙа була.
(“Орлоҡ”).
* * *
Әгәр ҡурҡаҡ булһаң, ҡурҡ һәр
ниҙән, –
Тик ул теймәҫ! – ҡурҡма батыр
ирҙән!
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә!
(“Туған тел”).
* * *
Юғарылыҡ – үргә үрләү. Изге
хаҡлыҡ!
Селәүсендең донъяһында тик эш
бүтән:
Юғарыраҡ шул – кем нығыраҡ төшә
түбән...
Шул донъяға төшмәү – ул да
юғарылыҡ.
(“Юғарылыҡ – үргә үрләү.
Изге хаҡлыҡ!”).
* * *
Юҡ, үлергә иртә әле,
Баш эймәйем әжәлгә.
Үлем үҙе дөмөккәнсе
Теләйем мин йәшәргә!
(“Гәрәй бабай һүҙҙәре”).
* * *
Юҡтың уның кемгә зыяны бар,
Буш зарарлы ләкин унлата!
(“Ҙур маҡсаттан йөрәк дөрләп торһон...”).
* * *
Юл ҡыҫҡа –
Тик бер аҙым! – түрҙән гүргәсә...
(“Түшәп ташла туҡһан түшәкте...”).
* * *
Юл – үлемһеҙ. Уттарыңа,
Бураныңа китмәй иҫе.
Замандарҙың көсөн ала
Уға аяҡ баҫҡан кеше.
(“Юл”).
* * *
Юлдың башы, юл аҙағы,
Кем һуң белер, ҡайҙа тора? –
Сөнки бит ул сикһеҙлекте
Мәңгелеккә тоташтыра.
(“Киләсәккә бер сәйәхәт”).
* * *
Яҙғы елдәр – йәнгә шифа була,
Яҙғы елдәр – тормош елдәре.
(“Яҙғы елдәр”).
* * *
Яҡты бурыс
Ҡалмаҫ һис тоноҡланып!
(“Дәртләнһәм дә...”).
* * *
Яҡшы шиғыр – тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе – алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
(“Шиғыр”).
* * *
Яласылар бысраҡ ата, яға яла, –
Бар булғанын ул бит үҙ
йөрәгенән ала!
(“Ике юллыҡтар”).