19.01.2017 Шиғриәтебеҙ уҙаманы
(Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән НАЗАРҒА – 75 йәш)
...Хәсән Назар ижадында баштан уҡ, яратам, һөйәм, тип сөсөләнеү, сарбайланыу булманы. Шуға ҡайһы берҙә: “Мөхәббәт лирикаһы менән мауыҡмай, унһыҙ нисек була инде ул”, – тип тә уйлай торғайным. Ғәҙәттә, психология, кисерештәр, мөхәббәт тойғолары әҙәбиәттең нескә ҡылы бит... Башҡорт шиғриәтенә хас образ-символдар менән эш итеү Хәсән Назарҙың тәүге “Бөркөттәр төйәге” йыйынтығына ла хас: бында үҙәктә – бөркөт образы, шунда уҡ бөркөт сөйөүсе сая егет... Уҡ-Һаҙаҡ, һырҙарына тарих яҙылған, яугир ҡаны тамған ташҡая, мәғрур Урал урманы кеүек атрибуттар... Шул уҡ ваҡытта шағир ижадында баштан уҡ ай, йондоҙҙар, сәскә-болондар образы юҡ дәрәжәһендә.
Беренсе китабынан һуң шағир бер ни тиклем туҡтап, замандымы, үҙ-үҙенме асып-асыҡлап, тын алып торҙо. Публицистикаға һуғылды, буғай: гәзит-журналдарҙа тир түкте, радио-телевидениела эшләне. Әммә барыбер: “Хәсән – сәсән инде ул, теле лә үткер”, – тигән һүҙҙәр ишетелде. Ысынлап та, мәҡәләләрҙе лә иҫ киткес һутлы тел менән яҙа, әллә ҡайҙан, әллә ниндәй халыҡсан лексиканы ҡуллана... Хәсән Назар ул йылдарҙа тәнҡит мәҡәләләре лә баҫтырҙы, ҡәләмдәштәренең ижадын күҙәтеп барҙы. Шунда: “Хәсән бит ул әҫәрҙе уҡымайынса ла тәнҡит яҙа ала”, – тигән лаҡап таралды. Был, әлбиттә, эрудициянан, интеллекттан килгәндер.
“Бөркөттәр төйәге” китабына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шул йыйынтығы менән үк ул үҙен танытты. Урал илен, шанлы тарихын, халҡының яулы-даулы йылъяҙмаһын сағылдырҙы. Башҡорт шағирҙары йәнендә булған халҡы яҙмышы өсөн әрнеү-һыҙланыу кисерештәре Хәсән Назарҙа ла көслө ине...
Бер ни ҡәҙәр арауыҡтан һуң шағир йәнә бәйгегә сыҡты. “Шоңҡар сөйәм” йыйынтығы донъя күрҙе. Шул дәүерҙә уның бер шиғырын ятлап алдым:
Ағиҙелдән Ҡариҙелгә һалып,
Мең һелкһәң дә,
Мин шул Хәсәнмен,
һүҙе-күҙе менән
һатыу итмәҫ,
Буш маҡтауҙы көтмәҫ сәсәнмен.
Иҫтә ҡалып, ятланып тора. Был авторҙың үҙенә күпте алыуы, тирә-йүненә ҙур талаптар ҡуйыуы хаҡында һөйләй. Үҙеңә сәсән атын алыу башҡорт йәмғиәтендә өҫтөңә бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәүҙе иҫкәртә. Әллә шағирмын тигән шағир алдан уҡ үҙенең дәрәжәһен беләме икән?
Шағирҙың бер нисә юл шиғырын ғына ятлап йөрөһәң дә, шәп: ул авторҙы инде ысын ижадсы тип атарға мөмкин.
Хәсән Назар бына шулай күҙ алдымда етди ижадсыларҙың береһенә әүерелде.
Артабан ижадсының “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптары баҫылды, шағир “Асманға ашыу” йыйынтығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды – афарин! Мин иһә шул дәүерҙә күңелемдән Хәсән ағайҙың ижадын “пафослы ижад”, “публицистик шиғырҙар” тип атаным.
Шағир хаҡында фекер йөрөтөү, уның әҫәрҙәренә ниндәйҙер баһа биреү – үтә субъектив эш. Әҙәбиәт, ғөмүмән, эстетика әлкәһе, ул – фәлсәфәгә сумыу, ул – кисерештәр донъяһы... һәм һин, тәнҡитсе, ошо эстетикаға, психологияға, фәлсәфәгә ниндәйҙер ҡәтғи баһа бир, имеш.
Бына, ниһайәт, “Ғүмер һәм дәүер” тигән китабы. Ул – ысын шиғриәт емеше! Бында Хәсән Назар ижадының ғына түгел, ә шиғриәтебеҙҙең гәүһәрҙәре тупланған!
Нәҡ ошо “Ғүмер һәм дәүер” китабы миңә ысын Хәсән Назарҙы, ысын ижадсыны асты лаһа: ул фәйләсүф шағир икән. Ижадының иң әһәмиәтле яғы – шиғырҙарының фәлсәфәүи юҫыҡта булыуында. Хәсән Назар – әҙәбиәтебеҙҙә Аҡмулла традицияларын дауам итеүсе шағир, әлегәсә ул үҙен Бабич, Рәми рухташы тип тәҡрарлап килһә лә.
Иман булды миңә туған моңдар,
Рух – Бабич һәм Рәми янында.
Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа,
Ғәм уятты илдең аңында.
Өлгөргән Хәсән – ул Аҡмулланың улы, уның вариҫы.
Асылымды асты миңә насип
Ғүмер һәм дәүер.
Моңом булды минең, заңым булды
Ил, халыҡ һәм ер.
Рухым, иманым – шул.
Бүтәнсәләй
Юҡ бер ниндәй сер.
Атамды танытты! Рәхмәт яуғыр,
Ғүмер һәм дәүер.
Ул ырыҫ та, ул ҡырыҫ та булды,
Арбаны гел үр.
Йырға әүерелде миңә насип
Ғүмер һәм дәүер.
Хәсән Назар стиленә иғтибарҙы йүнәлтәйек:
...Илемдәге, үҙемдәге аҙмы
Тетрәнеүҙәр ҡушылдылар бергә.
Йырҙа йәшәнем мин – тоғролоҡта
Зат-зәүергә, туған телгә, ергә.
...Ләкин беләм – бары көнитмеште,
Йән аҫрауҙы әйткән шағирә.
Тамаҡ ялы, ғишыҡ, нәҫел хисе –
Бер ғәҙәттә әҙәм көн күрә.
“Ғүмер һәм дәүер” китабына ингән гүзәл өлгөләрҙән “Таҡта сәй”, “Яңғыҙлыҡ”, “Мин китермен бер саҡ”, “Көндәлектән” шиғырҙарын ғына алайыҡ. Былар – олпат шағирҙың, аҡыл туплаған, зиһен йыйған фәйләсүфтең күңел емештәре бит, ғөмүмән, был китап тотош фәлсәфәүи шиғырҙарҙан тора. Бында ғәҙәти “һөйәм, үләм” кеүек ғишыҡ-мишыҡ әйберҙәре юҡ... Ә “Хайран ҡалып беҙҙең ҡушылыуға...” ише мөхәббәт лирикаһы өлгөләрен ҡайҙа ҡуйырға?!
Яҙмышыңа төшкән яҙыҡ икән,
Ул юғары ҡыҫыр ғазаптан.
Яратышыу – ул бит йән атышыу,
Бер ни кире ҡайтмаҫ аҙаҡтан.
Ә “Мин китермен бер саҡ”, “һөйөү көсө”, “һинеке”, “Ваҡыт еңә” шиғырҙары...
Мин китермен бер саҡ. һин илама,
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.
“Яратам, һөйәм” һүҙҙәре юҡ. Беҙ, ахырыһы, шундай арзан һүҙҙәргә күнегеп бөткәнбеҙ, уны “мөхәббәт лирикаһы” тибеҙ.
Ҡайтһам, һин тойорһоң, нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын
Йылы биреп һинең өйөңә.
Стиль, әлбиттә, шәхестең булмышын билдәләй, уның үҙен сағылдырыу рәүеше булып тора. Әлбиттә, Хәсән Назарҙың йырсы шағирҙарҙыҡы кеүек шыма, тип-тигеҙ шиғырҙары ла бар, әммә булмышы – Аҡмулласа, тәрәнтен, төпкөл инверсиялар менән яҙыуҙа. Шулай ул үҙ фекерен йәтешерәк еткерә.
...Мин үҙемдә астым был донъяны,
Донъяла мин астым үҙемде.
Шул ул йәшәү. Шуға еткелекле
Биргән Хоҙай беҙгә түҙемде.
...һәммә баһа – көндә: бәндәләрҙән
Бәндәләргә рәхмәт йә ләғнәт.
Был донъяла әҙәм әҙәм булһын –
Ҡөрьәндә лә шулдыр төп лөғәт.
Ошо юҫыҡ икән – ғүмерем, йырым,
Асылымды тәрән мин белдем.
Рухымдан мин емеш тиргән саҡта
һүндермә һин, яҙмыш, күңелде.
***
“Башҡортостан – минең баш йортом...”, “Башҡортостанға өндәшеү...”.
Был шиғырҙарҙы уҡығас, шундай фекер тыуа: шиғриәт ул – илгә һөйөү һүҙе, ҡәҙерле кешеңә йәнеңде асыу. Башҡорт шағирҙарына ғына хас булғанса, илде әрнеп, һыҙланып яратыу ҙа бар. Нәҡ бына шул – Башҡортостанды һыҙланып яратыу хас Хәсән Назарға:
Меңәр йыллыҡ ғазап һәм өмөттө
Бер ғүмерҙә үттем төҫлө мин.
Тап шуға ла, ғәзиз Башҡортостан,
Бер уланың булып көслө мин.
Уның шәжәрәһен аҡ тирмәләр һаҡлаған, моңо – йөрәгендә... Шулай ҙа шағир – ғорур. Ауыр хәтирәләренән һуң турайып баҫа, үҙен ил улы тип таный. Шул уҡ ваҡытта Хәсән Назарҙа, илем, тип сөсөләнеү, ярамһаҡланыу юҡ. Ул – иленең сәмле, ғорур улы, уның бәҫле уланы, фәйләсүф заты. Ватанға һөйөүе тыуған ауылы Таулыҡайҙан, Ҡороюл буйҙарынан, Рәғинә туплауынан башлана... “Васыят” шиғырында яҙғанса, “Яратҡан Урта тау түшендә йәненә тынғылыҡ табасаҡ”.
Хәсән Назар шиғриәтенең үҙенсәлеге, әйткәнемсә, уның башлыса фәлсәфәүи юҫыҡта булыуында. Шағир үҙенең күңелендәгеһен Аҡмулласа тапҡыр һүҙҙәр, идиомалар аша бирә, йыш ҡына инверсияға мөрәжәғәт итә. Ул, тәү ҡарамаҡҡа, йыр һымаҡ йырлап, таҡмаҡ төҫлө шартлап тормаҫҡа ла мөмкин. Хәсән Назар иле, теле, шиғыр һүҙе хаҡында рухи юғарылыҡта уйлана, кисерештәрен, һынамаҡтарын уҡыусыға ихлас еткерә, үҙенең кешелеклелек, шағирлыҡ асылын асып һала:
Еңеүҙәрем килде – үҙ-үҙемә
Тоғролоҡ менән һүҙ беркеттем дә.
Йырым – шөғөл түгел, йәшәү булды,
Осоу – асылы ул бөркөттөң дә.
***
Хәсән ағай тәбиғәте менән ҡырыҫыраҡ холоҡло. Уйлағанын әйтеп бара, эсендәге – тышында. Ә “тура әйткән – туғанына ярамаған”.
Шулай ҙа, йөҙөңә бәреп, тураһын әйтһә лә, ниңә күҙең сәсрәп китмәй – ул барыбер ғәҙел, хисле, нескә күңелле зат. Кешенең ыҙаларын, хәсрәтен күңеленә яҡын ала, бәләңде уртаҡлаша. Өфөгә килгәс, мин дә Хәсән ағайҙар ҡорона индем. Ағай, әлбиттә, арҡанан ҡағып ҡына йөрөтмәне. Бәхәсләшкән, ҡаты-ҡаты әйткән саҡтары ла булды. Шулай ҙа уның менән ҡатышыуы, аралашыуы – мәртәбә: буш һүҙ һөйләмәҫ, үҙ бәҫен белер, фекере ҡәтғи булыр.
***
...Мең ғаләмгә арнап үтте ғүмер,
Юҡтан бар итеп бит һүҙ эшендә.
Алтын сығарыштым, түгел күмер,
...Типһәм, тимер өҙөр тәүәккәллек,
Әйтһәм – бер әйтеүҙә сәмем – сәптә.
Был сифатым йәйге йәшенгә иш,
Йәшнәүҙәре түгел минән ситтә.
Хәсән ағай, әйткәнемсә, ғүмер баҡый гәзит-журнал редакцияларында тир түкте. Бик тә ҡыҙыҡһыныусан, бик тә әүҙем зат, әҙәби кисәләргә тиһәң, йүгереп бара, теге йәки был әҙәби сарала – ул алда. Әҙәбиәткә ҡағылышлы бәхәстәргә лә битараф түгел. Оҙаҡ йылдар Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе булып торғас, әҙәби күренештәргә үҙенең төплө һәм ҡәтғи һүҙен әйтә, әҙәби йомғаҡлау йыйылыштарында ла, башҡа йыйындарҙа ла шиғриәт хаҡында олонан ҡубып һүҙ ҡуҙғата, замандаштары ижадын барлай, баһалай. Быларҙың бөтәһе лә – шағирҙың йәмәғәтселек һәм әҙәбиәт алдындағы бурыстарҙы атҡарыуы.
Шуныһы хаҡ: Хәсән Назар – шиғыр оҫтаһы... Уның бөтә йәне, бөтә көсө – шиғырҙа. Шиғриәттә шиғырсылар, поэмасылар бар; прозала бар хикәйәселәр, романсылар. Ә Хәсән Назар – маһир шиғырсы. Ҡойоп ҡуя уны.
Ижад ғүмере... Хәйер, йәш йә күләм
Ҡиммәттәрҙең түгел үлсәме.
Ҡана ла һуң оҙайлыраҡ булһа!
Талантҡа тик ят ул көсәнеү.
Күп йә оҙон итеп яҙыуҙа мәғәнә юҡ, шуға Хәсән Назар ижады том-томдарҙан тора тип тә әйтеп булмай. Шулай ҙа был ижад шиғриәтебеҙ офоҡтарын тағы ла киңәйтә төштө, уны йөкмәтке һәм форма йәһәтенән байытты. Әҙәбиәтебеҙҙә Хәсән Назар ижады Бабич, Рәми рухы менән сарланып, Мостай Кәрим, Назар Нәжми тәжрибәһенән һутланып, башлыса Аҡмулла традицияларын дауам итте, фәлсәфәүи лириканың аҫыл өлгөләрен тыуҙырҙы – шуныһы менән бигерәк тә фәһемле, әһәмиәтле. Ижадсы ил, халыҡ, тормош тураһында бары үҙенсә генә әйтә, тәбиғәтенән, асылынан сығып яҡтырта булмышты. Хәсән Назар ижадында ла төрлө-төрлө шиғри формалар осрай, әммә уларҙың төп үҙенсәлеге – Аҡмулласа, Бабичса, Рәмисә оҫталыҡтағы шиғырҙарҙа, шул афористик юлдарҙа, шул боронғораҡ, Шәреҡтән килгән стиль юҫығындараҡ сағыла – быныһы ла беҙҙең өсөн фәһем, быныһы ла һиммәтле. Тотош алғанда, беҙҙең ҡаршыбыҙҙа – классик традицияларға тоғро әҙип, милләтебеҙ күңел түренә ҡабул итер шиғырҙар ижад итеүсе халыҡ сәсәне, халыҡ шағиры.
Хәсән Назарҙың “Ғүмер һәм дәүер” тигән китабында, ғөмүмән, тотош ижадында афористик һәм донъяуи, фәлсәфәүи юлдар, милли моңдар туп-тулы. Был шағир – аҡыл эйәһе, рух илсеһе. Антологияларҙа, дәреслектәрҙә урын алған шиғырҙары, “Асманға ашыу”, “Хакимлыҡта”, “Яҙмышты яҙам”, “Шәмсыраҡ”, “Иманға инаныу” кеүек бәҫле әҫәрҙәре менән, академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, милли шағирыбыҙ ул.
Ринат КАМАЛ.
«Беҙ үҙебеҙ йондоҙ булмаһаҡ та,
Күктәребеҙ беҙҙең йондоҙло»
Һинеке
Минең йөрәк – һинең төйәк,
һинеке бар булмышы.
Унда тик яҙғы ярһыуҙар,
Юҡ уның көҙө, ҡышы.
Тик һиңә айы, ҡояшы,
Тик һиңә бөтә наҙы.
һин генә һағыштарымдың
Иң сыуаҡ, иң аяҙы.
Минең йөрәк – һинең төйәк,
Сәхрәһендә – ҡыуышың.
Ҡурҡма, туҡтап ҡалһа ваҡыт,
Күк менән ер ҡауышып.
Ғишҡым уты ул мәлдәрҙә
Төндәрҙе ҡамаштырыр.
Мөхәббәт һуҡмаҡтарында
Көндәрҙе аҙаштырыр.
Минең йөрәк – һинең төйәк,
Кәрәкмәй, ниңә анттар? –
Дала былай ҙа таң ҡала
Ярһыған саҡта аттар.
Тоғролоҡ анттарҙан өҫтөн,
Ул бит – йөрәк һулышы.
Минең йөрәк – һинең төйәк,
һинеке бар булмышы.
Ҡояшлы һинең күҙҙәрең
Болотло минең көндәрем,
Болотло – һин булмағас.
Болотло минең төндәрем,
Болотло – һин һуңлағас.
Яумай ҙа ул, таралмай ҙа,
Ни булған был болотҡа?
Аяҙ көндәр ҙә килер бер,
Яттарға тик юлыҡма!
Кисен һыҙғырып үтһәм бер,
Тәҙрәңде һин асҡан бул.
Юрый ғына ҡасҡан бул да,
Йүгереп килеп сыҡҡан бул.
Ҡояшлы һинең күҙҙәрең,
Ҡояшлы һинең йөҙөң.
Ҡояшлы һинең эҙҙәрең,
Ҡояшлы һинең һүҙең.
«Баш ҡуям теҙҙәреңә,
Йәш ҡоям эҙҙәреңә.
Әллә ниҙәр бирер инем,
Ах, тигән һүҙҙәреңә».
Йөрәктән урғып, ошо йыр
Тәҙрәңде сиртеп үтер.
Ҡояшлы күҙҙәрең менән
Ҡарарһың һирпелеп бер.
Киттең...
Йөрәгемдә ҡаушауҙарым һүнә,
Йөрәгемдә яна ҡыйыулыҡ.
Һүҙҙәр оса... Тик береһе бары
һаман эстә ҡала уйылып.
Устарыңды баҫып һин көләһең,
һин беләһең... Матур шул сағың.
Күп күрҙем мин һылыуҙарҙы, әммә
Тап иткән юҡ һиндәй алсағын.
Ҡыҫып алғым килә һине бер мәл,
Баҫып ярһыу йөрәк ҡағышын.
Тик баҙмайым, һаҡһыҙ
ҡулдарымдан
Өркөп ҡуйыр, тиеп, наҙ ҡошом.
Уттарым да һин шул, һыуҙарым да,
Мин һаман да ике уртала.
Толомоңа ғына ҡағылһам да,
Дөрләп китә ҡаным бер талай.
Ымһындырып мине ирендәрең,
Юҡҡа ғына тағы үрелдем.
Беләгемдән ҡымтып тотоп алып,
Асыуландың берсә, бер көлдөң.
«Ҡара әле, – тинең, – ҡарасы һин,
Айҙың, ана, ҡырын ятҡанын...»
Мин ышандым, иҫәр,
күккә баҡтым,
Ә һин ҡастың, яптың ҡапҡаны.
һүҙ тапмаҫтан ҡалдым күңелемдә
һин урғылтҡан моңло көйөмә.
Киттең минән,
киттең,
киттең,
киттең,
Киттең, һылыу, тыуыр көнөмә...
Аҡ сәскәле аҡландарҙа
Аҡ сәскәле аҡландарҙа
Салғылар сыңлағанды
Ишеттең –
Ишетмәнең тик
Мин ауыр һулағанды.
Аҡ сәскәле аҡландарҙа
Түшәлә суҡлы келәм –
Икәү үткән һуҡмаҡтарға
Ауа ысыҡлы үлән.
Аҡ сәскәле аҡландарҙа
Ҡош ҡунырмы – ҡайҙарға!
Ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ көндәр
Күмелде бакуйҙарға.
Аҡ сәскәле аҡландарҙа
Салғылар сыңлағанды
Ишеттең –
Ишетмәнең тик
Йөрәгем сыңрағанды.
* * *
Үлеп китеп яратаммы һаман?..
Эҫенгәнмен тамам, йән ятҡан.
Йәшлек үткәс, бармы икән һаман
Әүәлгесә өҙөлөп яратҡан?
Ғишыҡ уты, ғүмер итә-итә,
Йөрәктәрҙән күсә тормошҡа.
Яратыу ул инде – ҡәҙер итеү,
Ул да бөтһә, ни һуң алмашҡа?!
Нимә генә тимә, мөхәббәттең
Ҡайнарлығы артмай, ул – төптә.
Иҫтәлеге йәшәй – шул йылыта,
Иҫтәлеге йәшәй – шул етә.
Мин китермен бер саҡ...
Мин китермен бер саҡ. һин илама.
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.
һорап килмәһәм дә, ҡасан да бер
Йән бурысын һорар был тормош.
Бәхетең алда, тиеп алдай-алдай,
Електәрҙе һурыр ул, ҡормош.
Бәйғәмбәрҙе хатта фанилыҡта
Алалмаған Ҡояш аралап.
Ғүмер итеү – йәнгә сират үтеү,
Дауаһыҙ ул һалған яралар.
Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.
Мин киткәстен, берүк, һин илама,
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Мин беләмен гүрҙә ни булырын –
Ерҙә күргәндең ул нисбәте.
Фәрештәләр һинән китмәйме тип,
Йәнем ҡайтыр, бәлки, кисләтеп.
Ҡайтһам, һин тойорһоң:
нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын
Йылы биреп һинең өйөңә.
Йәшлек
Йәшлек!.. һөйгән йәрҙәр менән
Иҫтәлеге ҡәҙерле.
Иҫкермәҫ моңо әле лә
Үҙәктәрҙе өҙөрлөк.
Бер-береңә саф хистәрҙе
Бер-береңдә кисертеү...
Бағлатып йөрәк түреңә,
Бер-береңде иҫертеү...
Ышаныс тулы ҡараштар
Ҡала күҙ ҡараһында,
һандуғасҡа ҡала серҙәр
Тал-тирәк араһында.
Килмәҫ төҫлө таңдарҙан да,
Яҙҙарҙан да айныуҙар.
Аһ, ҡайҙан хәтер ҡалыуҙар,
Аһ, ҡайҙан һайланыуҙар!..
Ниндәй елдәр икән һуң ул
Аралай араларҙы?
Ниңә һуң тормош таптырмай
Ташлашмаҫ сараларҙы?
Ғорурлыҡтарҙы ғазапта
Кисергән саҡтар була.
һыр бирмәүҙәр, күрмәүҙәрҙән
Йөрәктәр аҡтарыла.
Насип итмәһә лә яҙмыш
Донъя көтөүҙе бергә,
Бер-береңә биргән сафлыҡ –
Ул йәберһеҙ ғүмергә.
Их, ул сәскә саҡтар!.. һаман
Иҫтәлеге ҡәҙерле.
Иҫкермәҫ моңо әле лә
Үҙәктәрҙе өҙөрлөк.
Ҡул болғай йәшлек алыҫтан,
Юҡ, ҡайтармай айныуҙар.
Юҡ хәҙер икеләнеүҙәр,
Юҡ хәҙер һайланыуҙар.
Ваҡыт еңә
һин тиң күрҙең, йән йылыһын
Миңә бирҙең, рәхмәт һиңә!
Ә тормош һынай аяуһыҙ,
Сабыр итһәң, ваҡыт еңә.
Йәшәүҙәр юҡ күбәләктәй
Гөл-сәскәгә күмелеп кенә.
Бәхеттәргә юлдар урау...
Сабыр итәм. Ваҡыт еңә.
Төндәрҙә һин ут алаһың.
Ҡай саҡтарҙа ул да һүнә.
Яна әле йөрәктә ут!
Сабыр иткәс, ваҡыт еңә.
Еңә ваҡыт! Үтә ғүмер.
Нисек уға тотмаҡ кенә?
Ҡалһын йырым, алһын ваҡыт,
Алһын арналғанын һиңә.
Ваҡыт еңә!..
Ут алмайса
Тәҙрәбеҙгә ҡарап салт йондоҙҙар
Тоҡанғанда күктә уйнаҡлап,
Ултырайыҡ әле ут алмайса,
Ошо кистә икәү аулаҡлап.
Күңелдәргә күсһен күк һиллеге,
Йондоҙҙарҙың күсһен сатҡыһы.
Бәхете ҙур йәки кәмгә лә бит
Тигеҙ һибә улар яҡтыһын.
Беҙ үҙебеҙ йондоҙ булмаһаҡ та,
Күктәребеҙ беҙҙең йондоҙло.
...Йондоҙ атылмаһа, мин атылдым,
Түҙҙең, кисер мине, аңһыҙҙы.
Атылғаны алыҫтан ул матур,
Яндарында булып һин ҡара!..
Ә шулай ҙа күктәр, күңелдәр ҙә
Көслөрәк бит ул саҡ яҡтыра.
Инде юлдар түтә... Ғүмер үтә...
Сабырлыҡтар ғына ҡалырҙар.
Беҙгә генә баҡҡан был йондоҙҙар
Беҙҙән һуң да әле янырҙар.
Ултырайыҡ әле ут алмайса,
Нур яуғанда күктән ҡыйылып.
Тағалһын уй күктәр яҡтыһына,
Күктәр һиллегенә һыйынып.
Йәшлек йәремә
Йәш ваҡытта кем менән
кем йөрөмәй!
Булды ҡыҙҙар... Әммә һин бүтән.
Күпме ғүмер үткән... Тәүге һөйөү
һүнмәй икән, ул һүнмәй икән.
Йөрөнөк беҙ... Таңдар гиҙеп
йөрөнөк...
Анттар ҙа юҡ, юҡтыр ҡул һоноу.
Эй бер ҡатлы, ысыҡлы,
саф саҡтар!..
Йөрәккә тик йөрәк буйһоноу.
Үтте йылдар... һинең үҙ тормошоң,
Үҙ тормошом бөгөн минең дә.
Насип иткәненсә, табыла икән
Бергә ғүмер итер тиңең дә.
Йәш ваҡытта кем менән кем
йөрөмәй!
Онотолмаҫ таңым һин икән.
Тауҙар артылғастын, һине кире
Осратмаһам ине мин бүтән.
Янда – яҙмышташым. Йәшлегемә
Хыялдарым ҡайтмаҫ атлығып.
һин иҫтәһең әммә – йәшәй миндә
Йәш саҡтарҙың ауан сафлығы.
Ҡояш ауғас
Икебеҙ беҙ ике яры
Китеп барҙыҡ йәшлектән.
Иҫкә төшәһең әле лә –
Ҡояш ауғас төшлөктән.
Тараның, үрә алманың –
Бөҙрә сәсең ғәйепһеҙ.
һиңәме, миңәме яҙмыш
Әйтә алыр ғәйеп һүҙ?
Атҡанда һыҙылып таңдар,
Ятҡанда киске эңер.
Юҡ миндә көс, миндә көс юҡ
Яҡты һағышты еңер.
Ул бит беҙҙән ҡалды илһам
Кистәрҙә, иртәләрҙә.
Иҫтәлеге етә хәҙер
Йәнеңде иркәләргә.
Аҙашҡан йырҙар ҙа ҡайтып,
Сәләм бирә йәшлектән.
Иҫкә төшә һөйгән йәрҙәр,
Ҡояш ауғас төшлөктән.
Егеткә өгөт
Айҙай яҡтырып та әйтһә ҡыҙҙар:
«Кит, иҫәр, – тип, – ҡуйсы,
тиле», – тип,
Билдәренән алма ҡулдарыңды,
Күңелдәрен бел һин көйлө тип.
Аҡылыңды алға сығарма бик,
Тиң күрмәҫ, тип, ҡыҙҙар һағайыр.
Ҡаратҡансы береһен, таңдар әле
Әллә нисә тапҡыр һарғайыр.
Телеңдән тик һинең балдар
тамһын,
Булма ебек, хистәр ташһын ул.
Ҡушылып та типһен ике йөрәк,
һағынып, һығынып әйҙә
шашһын ул.
Тик шул саҡта һиңә еңеү килер,
Аһ, ул еңеүҙәрҙең ләззәте!
Тетрәй төҫлө донъя – ҡауышҡанда
Ҡыҙ ғиффәте, егет ғиззәте.
Насип иткәс, мәңгелеккә һеҙҙең
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнер.
...Өгөт бирҙем шулай,
үҙ йәшлегем
Ҡайтты кеүек кире әйләнеп.
Ҡайтты ла ул көлөп, әрнеп әйтте:
«һин үҙең һуң кемде тыңланың?
Бәйләндеме сәскә сәстәрегеҙ?
Толомдарын киҫте... һуңланың».
Утлы үкенесте йәшерһәм дә,
Күсә икән хыял өгөткә.
Йәшлектән мин өмөттәрҙе бирҙем
Миңә һүҙе һыйған егеткә.
Олоғайғас
Хәлгенәмдәнме был һүҙҙәр,
Халыҡ хәтеренәнме.
Уй-хыял үренәнме ул,
Йөрәгем түренәнме.
«Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» –
Етмеш тә йәтеш икән.
«Иҫке йөрәк, яңы дәрт» тип,
һаман күҙ төшмөш икән.
Тыштан һиҙҙертмәһәм дә мин,
Эстән торам өлтөрәп.
«Көндөҙ йөрөһәң, кеше күрә,
Төндә йөрөһәң, эт өрә».
һайрармын кеүек түгелеп,
һүҙҙәр – көмөш тамсылар:
«Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар,
Йәш ҡулында ҡамсы бар».
Әй, иҫәр! Ҡайҙан был һүҙҙәр,
Тормош хәтеренәнме,
Уй-хыял үренәнме ул,
Йөрәгем түренәнме.
Тик барыбер шуныһы раҫ:
Йөрәк ҡартаймай икән.
«Ҡартайған да тыртайған» ти,
Юҡҡа тыртаймай икән.
Шөкөр ит шуға ла, тим, әле
Ҡыҙҙарға ҡарарлыҡһың.
Ғишыҡ-ғишрәтте йырларға
һин әле ярарлыҡһың.
Рәхмәтлемен
Булманы ул беҙҙә бөҙрәлектәр,
Ул килешә бары сәстәргә.
Бары менән байрам иттек бергә,
Бер-беребеҙ өсөн хәстәрҙә.
Телгә лә бит килмәне ул анттар,
Кәрәкмәне алтын балдаҡтар.
Төшһә, көс төшкәндер
ҡай саҡ һүҙгә,
Төртөлмәне күҙгә алдаҡтар.
Инде килеп, шөкөр, олоғайҙыҡ,
Йөҙҙө ҡыуырға ла әҙермен.
Һинһеҙ был көнгә мин етмәҫ инем,
Рәхмәтлемен һиңә, ҡәҙерлем.