RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мин йылмайып бағам кешеләргә, Һүҙҙәрем дә ихлас, тоғро!”

15.12.2016 “Мин йылмайып бағам кешеләргә, Һүҙҙәрем дә ихлас, тоғро!”

“Мин йылмайып бағам кешеләргә, Һүҙҙәрем дә ихлас, тоғро!”
Бөгөнгөм
Бөгөнгөмдө тоям
Ҡәлғәмә бик итеп,
Башым килеп терәр
Һуңғы бер сик итеп.

Бөгөнгөмдө тоям
Тәҙрәмә ек итеп,
Елкә тамырымды
Баҫырған йөк итеп.

Бөгөнгөмдө тоям
Асылыр күк итеп,
Һорау, яуап ебен
Бәйләгән суҡ итеп...

* * *
Осто күккә күңел ҡошом,
Күңел ҡошом, ни тинең?
Донъям шундай һил ине бит,
Тын донъяма тиң инең.

Зар түкмәнем һис бер мәлдә,
Күңел ҡошом, ни тинең?
Эй сабыр ҙа, сабый йәнем,
Аҡһаҡалға тиң инең.

Әйтте шунда күңел ҡошом:
Мин осамын юғары.
Донъя ыҙғарҙарын һиңә
Күрһәтергә ни бары.

Ҡатмарлы ла был донъяны,
Күңел ҡошом, урама.
Һыҙланыуҙан ваз кисәм мин,
Йөрәгемде турама.

Тик тыңламай күңел ҡошом,
Офоҡҡа ҡуя ҡанат.
Ҡайт, ҡайт, тиеп арттарынан
Барам, йөрәгем ҡанап!

* * *
Ҡарап, һынап тор ҙа, әйҙә,
Һин дә ҡабатла бергә.
Иңгә-иң, яурынға-яурын,
Ынтыл, йәндәшем, үргә!

Ерҙе йәмләргә килгәнбеҙ,
Һин – Хоҙайҙың илсеһе.
Ҡорҙаштарың араһында
Бул ғәйрәтле, көслөһө!

Рух ҡөҙрәте алдарында
Кем ҡуя алыр сиктәр?
Юҡ шикләнеү,
Юҡ борсолоу,
Юҡ юлыбыҙға биктәр!

Халҡым, тиеп, бер ҡалҡын да,
Рухым, тиеп, мең ҡалҡын.
Ҡалҡан өҫтөндә ҡайтһаң да,
Йөрәгең булһын ялҡын!

* * *
Ҡоштар ҡайта.
Күскенселәр ҡайта.
Барып етә алмай адресатҡа,
Ҡайта хаттар.
Һуғыш яландарын үтеп иҫән-аман,
Илгә ҡайтҡан берҙән-бер
арғымаҡ –
"Керчь-Ҡарлуғас" ҡушаматлы
саптар һымаҡ,
Ҡайта аттар.
Кире ҡайтмай ләкин
үткән байрам.
Күтәрелмәй
музейҙағы байраҡ.
Кире ҡайтмай,
шартлау, төтөн аша юл таба алмай,
янғындарҙа ҡанаттары көйрәп,
туптай ергә осоп төшкән
ҡоштар.
Алмағастың хуш еҫле аҡ сәскәһенә
әүрәп,
Ултырырҙар ине лә һайрап...

Бар донъям – ап-аҡтан.
Ҡайтманы ҡоштар һинең яҡтан.

Юлын бормай ваҡыт, мөмкин түгел
Кире ҡайтыу!..
Елберҙәй тик йөрәк түрҙәреңдә
Йәм-йәшел тыу.

* * *
Сигеү сигәм. Һөйөү нағышлайым.
Тик берәүгә уны бағышлайым.
Үтте ләме инде бергә саҡтар?
Башландымы тағы һағыш айым?

Китәһеңме ҡояш сығышына,
Йөрәгеңдең түҙеп ҡағышына?
Һалынған шул инде беҙҙең яҙмыш
Көндәр, айҙар, йылдар ағышына.

Хушлашмайбыҙ. Бары тыныс ҡына,
Бер-беребеҙгә ҡарап ҡырыҫ ҡына,
Һүҙ ҡыҫтырмай ғына аңлашабыҙ:
"Юлдарыңа ҡунһын ырыҫ ҡына!"

Үтер-китер бына һағыш айым,
Сигеү сигәм – бәхет нағышлайым,
Тик берәүгә уны бағышлайым.

Альбом
Бик ҡәҙерләп кенә ҡулға алам
Атайымдың һуғыш альбомын.
Яу ҡырҙарын, фронт һыҙығын
үткән,
Һеңдергән ул төтөн, юл саңын...
Был альбом бит румын, поляк,
венгр
Ерҙәренән бергә атлаған.
Самолеттар, танкыларҙың шауын,
Еңеү салюттарын һаҡлаған.
Бухареста, Дунай ярҙарында,
Еңеү килгәндән һуң бер таңда,
Атайымдың нисә дуҫы ҡалған –
Йәшәй улар ошо альбомда.

Ебәк ептәр менән нағышланған,
Араһында – селтәр аҡ һөлгө...
Был альбомдан, гүйә, тере
фильмдан –
Кисәгенән тыуа бөгөнгө.

Ҡәҙер менән ҡулда тотам да ул,
Нимә эҙләйем мин альбомдан?
Заман һис тә тынмай.
Һаман, атай,
Һуғыш тыны ала алҡымдан.

Беҙ – Еңеү балалары!
Нисек йәшәр инек икән,
Булмаһа Еңеү көнө?
Баҫтырылып, яндырылып
Рухыбыҙ ҡалһа һүнеп?

Харабала гөл үҫтерҙе
Ауылы, ҡалалары.
Атайҙар – еңеүсе беҙҙең.
Беҙ – Еңеү балалары!

Машуҡ тау
Машуҡтауҙың түбәләрен
Ҡара болот урайҙыр.
Ҡара болот урайҙыр ҙа
Машуҡтауҙан һорайҙыр:

"Эй, Машуҡтау,
Иҫләйһеңме –
Даусыл шағир бар ине?
Кешеләрҙең араһында
Уға урын тар ине.

Мәңгелек мосафир, тиеп,
Миңә шиғыр арнаны.
Ҡайҙа һуң ул, тынғыһыҙ йән?
Ул йәнемде арбаны".

Телгә килде шул саҡ Машуҡ:
"Һин эҙләмә шағирҙы –
Күкрәгемдә эҙ юғалтҡан
Мәңгелек мосафирҙы!

Йығылды ул күкрәгемә –
Бейек күккә ҡараны.
Табалманым шағирыңды
Ҡотҡарыр бер сараны.

Үткер күҙе, сәмсел һүҙе,
Йәшләй арыған йөрәк
Тынды. Дуэлдән һуң уға
Аҡ ташым булды терәк..."

"Иҫләйем!" – тип үкһеп-ярһып,
Һыйынды ҡара болот
Машуҡтауға.
Бөркәндеме
Тау шул саҡ ҡара толоп?

...Ҡараңғы тау күкрәгендә
Кем ул – баҫа болотҡа?
Толпар эйәрләй Лермонтов,
Төрөнөп бурка-толопҡа!..

Көнләшмә
Эй, ҡуйсы, әхирәт,
Көнләшмә кешегә.
Көнләшкән кешенең
Йөрәге күшегә.
Йылынмай йөрәге,
Йылмайһа, көлһә лә,
Мәғәнә табалмай,
Хаҡлыҡты белһә лә.
Кәмһенә ҡәлбеһе,
Үҙ-үҙен кәм күреп.
Буш һүҙҙәр, ғәйбәттәр
Ауынан ғәм үреп.
Һәр ҡайҙа ҡыҫыла,
Табалмай һис урын.
“Зомбай” тип ундайҙы
Әйткәндәр бит борон.
Ҡуйсы, ҡуй, әхирәт,
Төшөрмә дәрәжәң.
Ғәҙел ҡор тормошто,
Күтәрел дәррәүҙән!
Ғәҙел ул донъяның
Алғаны, биргәне.
Күрсе, һин булғанға
Артҡан бит Ер йәме!
Ҡулыңда эш гөрләй,
Юлыңда үҫә гөл.
Бәхетең ҙурлығын
Һин үҙең күрә бел.

Ҡыяуыҡ
Бер балыҡҡа оҡшаттым мин
Ауылымдың һүрәтен,
Рәхмәт һиңә, Ер юлдашы,
Уны күктән күрһәттең!

Оло урам – умыртҡаһы,
Арт урамда – ауыҙы.
Мәктәбенән килгән һымаҡ
Бала-саға ауазы.

Һырт буйында, йөҙгөстәрҙәй,
Үҫкән ерек ағасы.
Ҡыяуығым, һайыҡмай тор,
Һиңә әле ағаһы.

Тыуған ерҙән ҡеүәт алып,
Көс алып тарихтарҙан...
Әүлиәле яҙмышыңа
Хаҡ ҡуймаһындар арзан.

Бөтөргә һин уйламай тор,
Уйламай тор бер юлға!
Йөҙ әле, йөҙ, ауыл-балыҡ,
Аҡ әле, аҡ, Аҡ йылға!

Фламенко
Ҡайта-ҡайта килеп, йөрәгемә
Һулҡылдатып, әйҙә, һағыш, тул!
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп
Тыпырлаған ниндәй тауыш был?

Ҡапыл шымып ҡала,
Шунан, шашып,
Ярһып үрһәләнә был моң-көй...
Үксәләрҙән осҡон сәсрәтеп
Ялмап ала бейеү –
Фламенко!

Үкһеҙ күңелеңдең биктәрен ас –
Үкенерлек хистәр ҡалмаһын!
Үксәләрҙән осҡон сәсрәтеп,
Тыпырлатып аяҡ талмаһын!

Аяҡ ҡынамы һуң?
Һәр быуының,
Һәр ишараң менән һин моң ҡой,
Үксәләрҙән осҡон сәсрәтеп,
Үҙәк өҙгөс йырға –
Фламенко!..

Һулҡылдай бит шулай Йыһан үҙе...
Был моңда бар башҡорт көйө лә –
Үксәләрҙән осҡон сәсрәтеп
Илемдә бит шулай бейелә.

Испан ере, эй, андалуз иле –
Әйҙә, тағы мавр көйөн ҡуй.
Үксәләрҙән осҡон сәсрәтеп
Үкһеп-ярһый тағы Фламенко!

Тәгәрмәс

Нимә ағыулаған йөрәгемде,
Иҙеп үткән ниндәй тәгәрмәс?
Ярсыҡтары сәрпәкләнеп осҡан,
Яралары инде төҙәлмәҫ.

Һабаҡмы был?
Әллә еңелеүме?
Йәбер тәгәрмәсе аяуһыҙ.
Мин йылмайып бағам кешеләргә,
Һүҙҙәрем дә ихлас, ҡаяуһыҙ.

Аңлар өсөн низағ нигеҙҙәрен,
Асылдарын уның барлайым.
Тура һүҙгә яуап юҡ, тиһәм дә –
Йөҙ һүҙгә бит етә сарбайың.

Йөҙ һыуын ул түгә тупһаларҙа,
Ҡиәфәте йөҙгә үҙгәрә.
Шымып ҡалып, шыуышып та килеп,
Ҡапыл йөрәгеңә ул бәрә.

Талап ҡуя ҡапыл!
Дәғүә итә
Иң ҡәҙерле һинең сереңә.
Ғәйеп ташлай. Ҡайҙан таба уны?
Һәм, мыҫҡыллы көлөп, сигенә...

Һабаҡмы был?
Әллә еңелеүме?
Һынауымы холҡом ҡатыһын?
Нимә булһа булһын,
Тик бынан һуң
Үҙ йәберен үҙе татыһын.

Тәгәрмәсе кире тәгәрәһен,
Менә алмаҫ ҡабат юғары.
Мин йылмайып бағам кешеләргә,
Һүҙҙәрем дә ихлас, тоғро!

Рәссам
Тилбер генә тарттырҙың да
киндер,
Бармағыңа элдең ҡылҡәләм.
Ниҙәр көтөп шул саҡ тынып ҡалды
Күпте күргән оло был ғаләм?

Киндер өҫтәрендә – алһыу шәфәҡ,
Киске эңер микән, таң микән?
Ҡылҡәләмең остарынан тама –
Күҙ йәштәрең микән, ҡан микән?

Һүрәтеңдә – һүрелмәҫлек бер
мәл...
Бер мәҙхиә ғүмер яҙына.
Ниҙәр кисергәнең – тик сер генә
Хасил иткәнеңдә хазина.

Абдулла Солтановҡа
Һауа тығыҙ. Ағымына уның
Ҡаршы ҡуйғаныңда күкрәкте,
Ул йәшенле күктәр
Нисәнсе ҡат
Аң-ғәмеңде һинең күкрәтте?

Тауышыңда һинең – ҡанат шауы,
Ҡаурыйҙарың үтә һыҙғыра.
Саңҡылдауы ҡушылып
бөркөт-ҡоштоң,
Ул юғары бер моң тыуҙыра...

Сағыу тауышыңдың ҡанаттары
Телеп үтә тығыҙ һауаны.
Юғарыла осҡан бөркөт-ҡоштоң
Әллә инде ул бер дауамы?

Ҡапыл алып остоң бейеклеккә,
Шунан томоролдоң түбәнгә –
Был тиклем дә араларҙы байҡау
Бирелгәндер ҡайҙан бер йәнгә?!

Һинең тауыш, ҡабат-ҡабат ҡайтып,
Тарих үҙәндәрен буйлатты.
Ҡаяларға ҡағылып, ҡайтауаздай,
Рух хәтерен мәллә уятты?

Тау үренән баҡтым һинең менән
Башҡортостанымдың иңенә.
Күл төбөнә аҡтым һинең менән,
Бергә индем кейек өңөнә...

Һинең тауышыңдың ямғырынан
Наҙлы сәскә булып үҫтем мин.
Урманымдың һәр япрағын һөйөп,
Япраҡ еле булып иҫтем мин.

Ҡупманымы икән салт ҡояшым,
Урынында микән тын айым?
Һине тәү ҡат ишеткәндән алып
Әҫәрләнеп шулай тыңлайым.

Урынында! Ләкин улар инде
Өр-яңы бер көйгә ауаздаш.
Абдулла ағай,
Һин Солтаны моңдоң,
Моң үҙе бит һиңә һалған баш!

* * *
Аҡылыңа һинең сарсағанмын,
Тик уҡыма нотоҡ, уҡыма...
Нисек барбыҙ – шулай яратыуҙан
Туҡыла бит һөйөү-туҡыма.

Бүләк ит һин миңә йөрәгеңде,
Алмашына һис ни көтмәйсә.
Ирекле ҡош итеп мин дә һине
Һөйәмен бит, күҙ-йәш түкмәйсә...

Ябай туҡымаға ебәк ептәр
Аҫыл биҙәк шул саҡ нағышлар.
Ышанысҡа тулы йөрәк һиңә
Гүзәл һөйөү йырын бағышлар.

Ҡамыр баҫҡан ҡатын
Ҡамыр баҫҡан ҡатын көсһөҙ
булмай,
Көслө була уның беләге.
Бисмиллалы уның күңел түре,
Һөйөү тулы уның йөрәге.
Ҡамыр баҫҡан ҡатын бәхетле ул,
Урап үтә уны бәләләр –
Ҡулдарынан уның ҡот, бәрәкәт
Тамып торғанлығын беләләр.
Ҡамыр баҫҡан ҡатын – тамырҙары
Тәрән киткән, гүйә, бер имән...
Шундай ҡатын баҡҡан ғаиләнең
Килер көнөн, Раббым, ит имен!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)